-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Декабрь 2020, 09:39

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ... Хикәйә Икенсе бүлек

Рәмзиә үҙ ҡолағына үҙе ышанмай: – Тимәк, һин мине урлаған, тип уйлайһың? Венера үҙе лә артығын ысҡындырыуын һиҙҙе: – Минең дә хаталаныуым бар. Бәлки һеҙ яңылыш алып ҡайтҡанһығыҙҙыр? – Ундағы хәлдәрҙе үҙең күрҙең бит. Һин әйткәс, үҙем дә шикләнә башланым. Һәр хәлдә, миңә, һинеке, һинең улың – Сәхиев Арыҫлан, – тип тоттороп ебәрҙеләр. – Мин дә шуны һөйләп торам бит, – тине Венера. Бик тиҙ юғалдығыҙ. – Юғалмай, эргәлә генә ата башланылар бит. – Эргәлә түгел инде. Һиңә шулай тойолғандыр. Һуғыш бик алыҫта бара ине. Ә теге прапор менән нимәләр ҡыйланғандарығыҙҙы бер заман һөйләрһең әле. – Унда һөйләрлек бер нимә лә булманы. – Ярай, ышанды, тип иҫәплә. Рәмзиә лә ныҡыша: – Юҡ, тип әйттем, башҡа уларҙы иҫкә төшөрмә! – Ярай, тырышырмын. Ниңә ҡурҡаһың? Ирең бик көнләшәме әллә? Был һорауға хужабикә яуап бирмәне, һүҙҙе икенсегә борҙо: – Уңайһыҙ булһа ла, һорайым инде, әле нимәгә килеп төштөң?


МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ...
Хикәйә
Икенсе бүлек
Рәмзиә үҙ ҡолағына үҙе ышанмай:
– Тимәк, һин мине урлаған, тип уйлайһың?
Венера үҙе лә артығын ысҡындырыуын һиҙҙе:
– Минең дә хаталаныуым бар. Бәлки һеҙ яңылыш алып ҡайтҡанһығыҙҙыр?
– Ундағы хәлдәрҙе үҙең күрҙең бит. Һин әйткәс, үҙем дә шикләнә башланым. Һәр хәлдә, миңә, һинеке, һинең улың – Сәхиев Арыҫлан, – тип тоттороп ебәрҙеләр.
– Мин дә шуны һөйләп торам бит, – тине Венера. Бик тиҙ юғалдығыҙ.
– Юғалмай, эргәлә генә ата башланылар бит.
– Эргәлә түгел инде. Һиңә шулай тойолғандыр. Һуғыш бик алыҫта бара ине. Ә теге прапор менән нимәләр ҡыйланғандарығыҙҙы бер заман һөйләрһең әле.
– Унда һөйләрлек бер нимә лә булманы.
– Ярай, ышанды, тип иҫәплә.
Рәмзиә лә ныҡыша:
– Юҡ, тип әйттем, башҡа уларҙы иҫкә төшөрмә!
– Ярай, тырышырмын. Ниңә ҡурҡаһың? Ирең бик көнләшәме әллә?
Был һорауға хужабикә яуап бирмәне, һүҙҙе икенсегә борҙо:
– Уңайһыҙ булһа ла, һорайым инде, әле нимәгә килеп төштөң?
– Шул, улымды юллап йөрөйөм, Русланымды.
– Улыңды бында тип уйламайһыңдыр ҙа инде?
– Уйлайым шул, – тине Венера, – шигем бар.
– Ә быны, улың түгеллеген раҫлар өсөн минән нимә талап ителә?
– Артыҡ түгел. Алабыҙ ҙа, ҡарайбыҙ.
– Нисек инде, алабыҙ ҙа ҡарайбыҙ? Ә унда һөйәктәр генә ятҡанын беләһеңме һин?
– Беләм. Улымдың, армияға китерҙән ике йыл алда, уң аяғы һынғайны. Шул аяғы бик оҙаҡ төҙәлде.
– Һуң, һынған аяҡ менән армияға алалармы ни? – тип аптыраны Рәмзиә.
– Бөтә бәлә шунда: үҙе теләп китте, беҙ һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Уҡыуын ҡалдырған да, киткән дә барған. Ырымбурҙа хеҙмәт итә башлағас ҡына белдек. Туҡ буйында, Ырымбурҙа танкы часынан ебәргәндәр.
– Венера, һин мине, барыбер, ҡурҡытаһың. Һин ҡаҙып алырға итәһеңме?
– Ә беҙҙең башҡа юлыбыҙ юҡ, Рәмзиә. Үтенеп һорайым, һин миңә рөхсәт ит.
– Юҡ тинем бит! – Рәмзиә ҡысҡырып ебәрҙе. – Үтенмә! Һорама! Улым был донъяла изгелек күрмәне. Тыныс ятһын, борсома. Үҙең ҡайтып кит. Юғиһә, полицияға барам. Һинең соҡоноп йөрөргә хаҡың юҡ!
– Рәмзиә, Рәмзиәкәйем! Күңелем һиҙә, минең улым ошонда, һеҙҙең зыяратта ята. Мин бит артығын талап итмәйем, алып ҡайтып китмәйем.
– Мөмкин булмағанды талап итмә. Кеше аптыратырһың. Рөхсәт юҡ һәм булмаясаҡ!
– Рәмзиә, ә һин үҙең нисек уйлайһың, бәлки был зыяратта ятыусы һинең улың түгелдер?
– Ә ниңә улай тип уйлайһың?
– Һиҙеп торам, һинең дә күңелеңдә шик бар, әйтергә генә ҡурҡаһың.
– Белмәйем, Венера. Ҡайһы ваҡыт үҙем дә шөбһәләнеп ҡуям. Ҡараңғы, кешеләр, эркелешеп, тегеләй ҙә үтә, былай ҙа үтә. Ошомо, тип килтереп күрһәттеләр ҙә, мин саҡ-саҡ ҡына күреп ҡалдым, Арыҫлан һымаҡ ине.
– Ышанаһыңмы? Улың инеме? Ысынлапмы?
– Хәҙер кем белә, нисә йыл үтте. Үҙем дә һушымды юғалтыр хәлдә инем. Эйе, минең улым, тип әйткәйнем, һалдылар ҙа, йәбештерҙеләр ҙә, тейәп тә ебәрҙеләр. Кисен мин Өфөлә инем.
– Һин – үҙ ғүмереңдә ауылдан сыҡмаған бисә, ышанып, ҡайттың да киттең инде? Ай-һай, өнөңдө оҫта тыҡҡандар! Ә һин ул табуттың эсендә улың ятҡанына ышанаһыңмы?
– Ышанам! – тине ныҡ итеп Рәмзиә.
– Ә мин ышанмайым. Сөнки, әле был һуғыш сыҡҡанға тиклем, һөйләгәйнеләр, Афғанстанда беҙҙең райондан бер егет үлгән. Алып ҡайтҡандар, табутты астырмағандар, залп биргәндәр, ерләгәндәр. Ә атаһы менән әсәһе, минең һымаҡ, тиҙ генә ышанмай торған кеше икән. Шунан ни, йорт хужаһы, малайҙың атаһы, нимә ерләнек әле беҙ, тигәс, соҡоп алғандар. Лом менән бер-ике биргәндәр икән, теге ҡалай тимерҙәре асылып та киткән. Ҡараһалар, эсе тулы куфайкаға төрөлгән таш. Ҡандағарҙан таш тейәп ебәргәндәр. Ысын. Шунан, был ир ҙә бик уҫал булған, ташын тотоп, районға барып, военкомдың алдына һалған: “Ҡайҙа минең улым?” – тип һораған. Бер йыл үткәнме, юҡмы, улын әллә ҡайһы тау араһындағы ҡышлаҡтан барып тапҡандар. Ҡайтҡан, өйләнгән, хатта фатирын да алған. Ике ҡыҙ, бер малай үҫтерә, ти. Бына шулай булған.
– Ата-әсәһе ҡайһылай бәхетле! Улар иҫәндер ҙә әле?
– Иҫәндер. Кеше белмәй һөйләмәҫ.
– Ҡуй, Венера. Ундай бәхет хәҙер беҙгә тәтемәҫ инде.
– Әгәр ауыҙыңды асып йөрөһәң, әлбиттә, тәтемәйәсәк. Яңыраҡ гәзиттә яҙҙылар, уҡыныңмы икән? – тине Венера.
– Гәзит уҡырға ваҡыт бармы ни инде? Нимә яҙалар?
– Нимә яҙһындар, Ҡафтауҙа тауҙан күп нәмә юҡ, йырындарынан, уяларынан һыу аға, йылғаның уң яғындағылар һул яғындағыларҙың телен аңламай. Шундай халыҡ йәшәй.
– Аңламаһа, аңламай инде. Беҙҙең уға ҡыҫылыш юҡ.
– Рәмзиә, һин беләһеңме, гәзиткә нимә яҙғандар? Ырымбурҙан бер егет әсирлеккә эләккән. Тегене нимә эшләткәндәр, беләһеңме?
– Белмәйем. Нимә эшләткәндәр? Әллә атҡандармы?
– Ата һиңә, көтөп тор! Уларҙың тау-таш араһында кирбес һала, кирбес яһай, таш юна торған эштәре бар икән. Теге, бахыр һалдатты, шунда алып барып, эшкә ҡушҡандар. Тегеңә, бына – емереп бөттөгөҙ, беҙгә яңынан төҙөргә кәрәк. Һин емергәндәр, ғүмер буйы таш юнһаң да, бөтөрлөк түгел, тигәндәр. Ә һалдат, нимә эшләһен инде, тотонған быларға таш юнырға. Юнған да, юнған, юнған да, юнған. Һалдат та хәйләкәр булған. Исламды ҡабул иткән, өйләнгән, балалар үҫтергән. Үҙе шым ғына таш араһына хат һалып ебәргән. Хаты барып еткән, ата-әсәһе тауыш сығарған. Беҙҙекеләр вертолетта, самолетта килеп төшһәләр, теге һалдат һаман таш юнып ултыра, ти.
– Ысынлап та, шулай булғанмы, Венера?
– Үҙем ишеттем, билләһи! Кеше юҡты һөйләмәҫ, – тине Венера һәм Рәмзиәнең алдына тубыҡланды, – һин ни эшләп тиҫкәреләнәһең, Рәмзиә? Кем белә, бәлки һинең улың да, бығаулы килеш, ҡайҙалыр таш сығарып йөрөйҙөр? Ишетәһеңме, бығаулы килеш... Таш сығарыуы нисек ауыр...
Рәмзиәнең йөҙө бер асылды, бер ҡараңғыланды. Хатта йылмайырға ла итте:
– Венера, һин, ысынлап та, шулай уйлайһыңмы?
– Уйламайым, шулай икәнлеген беләм! Сөнки теге ваҡыт һине бик еңел алдаштырып ҡайтарғандар. Бер башҡорттан ҡотолдоҡ, тип ҡыуанғандарҙыр инде. Мин һөйләгән миҫалдар байтаҡ ул. Ана, берәү ҡалмыҡтарға көтөү көтөп йөрөгән. Икенсеһе, ялланып, Әстерхан эргәһендә ҡарбуз үҫтергән. Рәмзиә, бәлки һинең Арыҫланың контузия алғандыр? Ҡайҙалыр, үҙенең кем икәнлеген дә белмәй, эшләп йөрөйҙөр? Ә һин бында рәхәтләнеп донъя көтәһең. Аҡсаһы килә, фатир биргәндәр. Үҙем эҙләп китер инем, мин һинең улыңды танымайым ғына.
– Уф, ни эшләп ҡарайым икән? – тине Рәмзиә, өҙгөләнеп. – Башым ҡатты. Ә мин, улымды алып ҡайтып ерләнем, тип тынысланып йөрөгән булам. Ни эшләп кенә ҡарарға икән? Атаһы нимә тип әйтер икән?
– Атаһы – баш, һин – муйын. Муйын ҡайҙа бора, баш та шул яҡҡа борола, – тип Венера йәшел күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап ҡуйҙы.
– Венера, һин саҡ ҡына көт. Мин уйлайым. Уйлайым. Кәңәшләшер кешеләрем бар, улар ҙа белегә тейеш.
– Уйлайым тигәс, булмай инде ул! Кәңәшләшер кешеләрең дә һинең һүҙеңде һөйләр. Булманы! Ә мин һинең улыңды табып биреп, уны ҡотҡарып, һине ҡыуандырғым килгәйне.
– Саҡ ҡына көт, Венера, ҡабаланма. Атаһы менән һөйләшәм әле.
– Ой, атаһы менән һөйләшә берәү! Һинең ирең – бер аяғын атлағансы, икенсеһен эт ашар. Унан да һәлкәү, бошмаҫ кешене күргәнем юҡ. Ҡайҙан таптың һин уны?
– Ниндәй генә булмаһын, ул, барыбер, үҙемдеке. Тормош шулай итте уны. Ул элек улай түгел ине. Баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөй торғайны. Кискә үҙем һөйләшәм...
Дауамы бар.
Р. Мәүлитҡолов.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: