-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Декабрь 2020, 20:35

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ... Өсөнсө бүлек

Рәмзиә кисен ире менән һөйләшә алманы, сөнки Райман иҫереп ҡайтып ҡоланы ла урынынан да ҡуҙғалманы. Рәмзиә төндә тағы төш күрҙе. Әллә ҡайһы тауҙар араһында һаман бесән сабып йөрөйҙәр. Һарыҡ көтөүен ҡыуалап, Арыҫлан килеп сыҡты. Өҫтөнә бурка кейгән, бер эт эйәртеп алған. Улы, таяғына таянып, әсәһе эргәһенә килде. – Мин һөйләшә алмайым, әсәй, – тине улы. – Һәр аҙымымды күҙәтеп, көтөп кенә торалар. Бына хәҙер минең ҡатыным килә, ҡыҙыбыҙ бар, улыбыҙ үҫеп килә. Рәмзиә аптырай, эй-й, теге Венера һөйләгәйне шул. Беҙҙекеләр нимә ҡараны икән? Анһат шул, үлде тип, килтереп ерләне лә киттеләр, ә улы, ана, көтөү көтөп йөрөй, өйләнгән, балалары бар. Юҡ, Рәмзиә был хәлде тыныс ҡына үткәрергә тейеш түгел. Районға барасаҡ, военкомды күрәсәк, улар ҙа ярҙам итмәһә, Өфөгә барыр, ата-әсәләр комитеты әле эшләй микән әле? Ә улын юғалтҡыһы килмәй. Венера дөрөҫ әйтә: улың өсөн көрәшергә кәрәк, көрәшмәйенсә беҙҙә бер эш тә эшләп булмай.

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ...
Хикәйә

Өсөнсө бүлек



Рәмзиә кисен ире менән һөйләшә алманы, сөнки Райман иҫереп ҡайтып ҡоланы ла урынынан да ҡуҙғалманы. Рәмзиә төндә тағы төш күрҙе.

Әллә ҡайһы тауҙар араһында һаман бесән сабып йөрөйҙәр. Һарыҡ көтөүен ҡыуалап, Арыҫлан килеп сыҡты. Өҫтөнә бурка кейгән, бер эт эйәртеп алған. Улы, таяғына таянып, әсәһе эргәһенә килде.

– Мин һөйләшә алмайым, әсәй, – тине улы. – Һәр аҙымымды күҙәтеп, көтөп кенә торалар. Бына хәҙер минең ҡатыным килә, ҡыҙыбыҙ бар, улыбыҙ үҫеп килә.

Рәмзиә аптырай, эй-й, теге Венера һөйләгәйне шул. Беҙҙекеләр нимә ҡараны икән? Анһат шул, үлде тип, килтереп ерләне лә киттеләр, ә улы, ана, көтөү көтөп йөрөй, өйләнгән, балалары бар. Юҡ, Рәмзиә был хәлде тыныс ҡына үткәрергә тейеш түгел. Районға барасаҡ, военкомды күрәсәк, улар ҙа ярҙам итмәһә, Өфөгә барыр, ата-әсәләр комитеты әле эшләй микән әле? Ә улын юғалтҡыһы килмәй. Венера дөрөҫ әйтә: улың өсөн көрәшергә кәрәк, көрәшмәйенсә беҙҙә бер эш тә эшләп булмай.

Йылмайып, кәйефе күтәрелеп уянды Рәмзиә. Ҡалай ысын һымаҡ булды. Тиҙерәк Райманын уятып, уға һөйләгеһе килде.

Тегенеһе шым ғына аш бүлмәһендә сәй эсеп ултыра.

– Ҡайҙа булдың, кем эсерҙе? – тине Рәмзиә.

– Анау Шанхайға утын килтергәндәр, шуны бысырға ярҙам ит, тип саҡырғайны, әллә нәмә эсерҙе, ашҡаҙан өҙөлөп килә.

– Һин дә инде ҡыҙыҡ кеше, тапҡанһың кемдең араҡыһын эсергә.

– Һөйләштеңме, ҡайтып киттеме? – тине Райман, ҡатынына ҡарап.

– Әле генә төш күреп уянып киттем.

– Һөйләп торма, һинең төш күрмәйенсә йоҡлағаның юҡ. Һин күргән төштәрҙе тыңлай-тыңлай инде аҡылымды юйып барам. Һин миңә әйт: ҡасан ҡайтып китә?

–Ҡайтыр, өлгөрөрһөң, ҡабаланма. Венера әйтә, һеҙҙең улығыҙ, бәлки, шунда тауҙа берәйһенә ҡол булып йөрөйҙөр, ти. Унда ундай хәлдәр була икән. Хатта бер һалдатты әле яңыраҡ ҡына ҡотҡарғандар, ти...

– Ул Венера башыңды тамам әйләндергән икән. Һин шуға ышанып ултырҙыңмы? Һуң, йөҙөнә ҡара, уның бит бер һүҙе лә дөрөҫ түгел, алдаҡсы, аферист бисә икәне күренеп тора.

– Нишләп алдаҡсы, аферист булһын, ти, ул бит улын эҙләп йөрөй.

– Улын эҙләп йөрөй, тиһеңме? Ә ниңә уны беҙҙең өйҙән эҙләй? Баҙға төшөп ҡаранымы, һарайҙа бесәнлеккә керҙеме? Улын тапҡанмы?

– Һин бигерәк, нишләп беҙҙең өйҙән эҙләһен?

– Шулай булғас, әйт, аңлат миңә, ниңә ул беҙгә килгән?

– Мин уны бик хәтерләмәйем, – тип башланы Рәмзиә. – Беҙ Моздокта бергә булғанбыҙ.

– Һин уны Моздокта ысынлап күрҙеңме?

– Күрҙем тип әйтә алам, беҙҙең уртаҡ таныштар бар. Унда бит инде минең һымаҡ әсәйҙәр күп булды. Һәр хәлдә уның булғаны-булмағаны мине шикләндермәй ҙә, ҡыҙыҡһындырмай ҙа, ләкин ул минең арттан эйәреп йөрөгән кеүек итеп һөйләй, шулай булғас, дөрөҫтөр, тип уйлайым.

– Ҡара әле, Рәмзиә, һин ысынлап бутала башламаныңмы ул?

– Юҡ-юҡ, Райман, мин нишләп буталайым, ти?

– Ҡара әле, һин минең бисәм, мин бит һинең өсөн яуап бирәм. Ләкин һинең ҡайһы бер һүҙҙәрең, уй-ниәттәрең мине шик менән ҡарарға мәжбүр итә.

– Шиклән-шикләнмә, ул миңә әйтте, мин ышана яҙҙым.

– Ышана яҙғанһың икән – рәхмәт, ярай, ышанмағанһың. Шуны бел, бисә, һинең улың бар ине, хәҙер ул юҡ, зыяратта ерләнгән, башҡа бер фантазия ла ҡабул ителмәй.

Шул ваҡыт төп ишек асылып китте лә, Венера килеп сыҡты.

– Хәйерле иртә, – тине ул.

– Әйҙә, сәй эсәйек, – тип, Рәмзиә уны өҫтәлгә саҡырҙы.

– Һеҙ ҡаты ғына кәңәшмә үткәрә инегеҙ шикелле, – тип көлөмһөрәне ҡатын.

– Эйе, мәсьәлә кәңәшмәһеҙ хәл ителмәй, – тине Райман. – Венера, әгәр район үҙәгенә барырға, ҡайтырға теләһәгеҙ, автобус көтмәгеҙ, машина табып бирәм. Үҙем түләрмен.

– Аңланым, төшөндөм, Райман әфәнде. Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, ике көндән үҙем дә, ҡайтырмын, тип тора инем. Әйткәндәй, һеҙҙе үҙебеҙҙең яҡҡа ҡунаҡҡа саҡырам.

– Рәхмәт, – тине Райман. – Һине берәү ҙә ҡыумай. Ләкин ярҙам кәрәкһә, теләгән ваҡытта мөрәжәғәт итә алаһың.

– Һеҙ мине барыбер аңламанығыҙ, үҙем өсөн генә түгел, һеҙҙең өсөн дә тырышам бит, – тип, ҡапыл Венера ултырып илап ебәрҙе. – Һуң, һеҙ ҙә минең һымаҡ ҡайғы кисергән кешеләр бит. Ниңә һеҙ мине аңламайһығыҙ? Мин йөрөмәгән ер юҡ, мин Чечняны, Ингуш ерҙәрен, Кафтауҙы арҡыры-буй йөрөп сыҡтым. Әле булһа миңә улымдың һыңар һөйәген дә күрһәткәндәре юҡ, күңелем һиҙә, ул иҫән. Уның тере булыуы хаҡындағы уй мине йәшәргә, уны эҙләргә, көрәшергә мәжбүр итә. Миңә аҡсаһы ла, фатиры ла, бер нәмәһе лә кәрәк түгел, миңә улымды бирһендәр, улымды табып ҡайтарһындар.

– Беҙ ҙә, фатир тип, ҡыҫтағас ҡына алдыҡ, ана, буш тора, – тине Райман.

– Алғанһығыҙ бит, хөкүмәтте алдарһың, былар алды, өндәрен тыҡтыҡ, тигәндәрҙер инде. Беҙҙең халыҡ алданырға тора шул. Ә бына мин алманым, бер нәмә лә юғалтманым. Мин уны алып, кемгә ҡалдырайым, минең бер кемем дә юҡ, ә улымды мин барыбер табасаҡмын. Һәр ауылды йөрөп сығасаҡмын, зыяраттарын ҡараясаҡмын, барыбер табасаҡмын.

– Исмаһам, Рәмзиәнең башын әйләндермә. Ул бик тиҙ ышанып бара. Үҙең дә һиҙгәнһеңдер.

– Юҡсы, нишләп мин буш хәбәргә ышанып ултырайым? Хәйер, беҙ, ҡатын-ҡыҙ, шулайыраҡ бит инде, һәр хәбәргә ышана яҙып торабыҙ.

Венера хәбәрҙе ҡуйыртып торманы, кейенде лә сығып китте.

– Ул да беҙҙең һымаҡ, күҙенең нуры ла юҡ, – тип һөйләнде Рәмзиә. – Һин уға бик ҡаты бәрелмә инде.

– Кәрәге бар ине, – тине Райман. – Һинең башыңды әйләндерә бит.

– Минең башымдың әйләнәһе ҡалмаған инде, – тине Рәмзиә уйсан ғына. – Ә ул бик ышаныслы итеп, булған һымаҡ итеп һөйләй.

– Һөйләһә-һөйләй инде, тик һин ышанма.

– Нисек ышанмайһың, ул бит Арыҫланды иҫән һымаҡ итеп һөйләй.

– Ышанма, һуң үҙең алып ҡайттың, алып барып ерләп ҡуйҙыҡ. Шунан һуң да ышанмайһыңмы? Үҙеңә ышанмайһыңмы?

– Күңелемдә шик яралды, – тине Рәмзиә.

– Беҙгә йәшәргә кәрәк. Гел ҡайғырып ҡына, шик-шөбһә менән генә йәшәп булмай, – тип, Райман, ишекте шартлата ябып, сығып китте.

Биш минут та үтмәне, ул йүгереп яңынан инде.

– Келәт мөйөшөндә көрәк тора ине, ҡайҙа ул? – тине, Рәмзиәгә ныҡ итеп ҡарап.

– Уф, Хоҙайым, көрәкте алғанмы? – тип хужабикә ултыра төштө. – Зыяратта ул, зыяратта, йүгер шунда, йүгер!
Дауамы бар.
Р. Мәүлитҡолов.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: