-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Декабрь 2020, 21:33

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ... Хикәйә Бишенсе бүлек

Ике көндән ҡайтам тине бит әле. Райманды йоҡо алмай. Әллә көн ваҡиғаларға бай булғанға тамсы ғына ла йоҡоһо килмәй. Эргәһендә Рәмзиәһе тыныс ына итеп йоҡлай. Тағы төш күрә микән. Ваҡыт-ваҡыт кемгәлер өндәшә. Раймандың ҡолағына бышылдау ишетелә: – Һин бит шундай баһадир, тыныс, моңло һәм серле ҡарашлы. Һинең Рәмзиәң ҡалай бәхетле.

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ...

Хикәйә

Бишенсе бүлек

(Аҙағы)

Ике көндән ҡайтам тине бит әле. Райманды йоҡо алмай. Әллә көн ваҡиғаларға бай булғанға тамсы ғына ла йоҡоһо килмәй. Эргәһендә Рәмзиәһе тыныс ына итеп йоҡлай. Тағы төш күрә микән. Ваҡыт-ваҡыт кемгәлер өндәшә.

Раймандың ҡолағына бышылдау ишетелә:

– Һин бит шундай баһадир, тыныс, моңло һәм серле ҡарашлы. Һинең Рәмзиәң ҡалай бәхетле.

Венера Райманға ауыр, ләкин үтәлерлек бурыс ҡуйҙы. Ярай, үҙе тағы бер-ике егет табыр, тимере хәҙер тутығып бөткәндер инде, шулай ҙа аккумуляторҙан эшләүсе тимер ҡырҡа торған станок, тос ҡына лом кәрәк булыр. Ә Рәмзиә нимә тип әйтер икән? Бер һүҙ ҙә әйтмәҫ. Венера егеттәргә, аҡсаны үҙем түләйем, тине, уларға ни, меңәр тәңкә тотторһаң, ҡәбереңдең аҫтын өҫкә әйләндерә лә ҡуя инде.

Венера йоҡлай. Ир-атты арбарлыҡ, ымһындырырлыҡ ниндәйерәк һүҙҙәр әйтә белә ул! Райман шым ғына тороп ултырҙы...

Ә Рәмзиә һаман төш күрә. Ул ниндәй мәңге бөтмәҫ, онотолмаҫ, ҡайғылы төш ул? Йоҡлап та, уянып, та, һаташып та ҡотолорлоҡ түгел. Һаман тауҙар араһында йөрөйҙәр. Ә тауҙары беҙҙеке һымаҡ ағаслы, үләнле түгел, шәрә тауҙар. Үҙҙәре, ҡырыҫ кеше һымаҡ, һалҡын бөркөп тора. Юҡ, Рәмзиә быныһына ғына түҙә. Түҙмәй, ҡайҙа барһын? Улының иҫтәлеген һаҡлай бит ул. Шулай була күрһен инде.

Иртән торғас, һәр береһе үҙ эше менән мәшғүл. Райман күршеләрҙән ҙур ғына лом тотоп килеп инде. Ҡустыһына барып, тимер ҡырҡа торған станокты алып ҡайтты. Уныһының аккумуляторын электрҙа көсәйтеп алырға кәрәк икән. Рәмзиә һиҫкәнде, был бит ҡаҙырға йыйына түгелме һуң?

– Райман, һин ҡайҙа йыйынаһың ул? – тине.

Тегеһе туҡтаны, тәүге күргән һымаҡ итеп, бисәһенә текләп ҡараны.

– Ҡайҙа йыйынаһың да ҡайҙа йыйынаһың тисе, һуң, кисә һөйләштек тә инде, үҙең ризалыҡ бирҙең.

– Кит, бушты һөйләмә. Бер ниндәй ҙә ризалыҡ булманы. Һин мине дөрөҫ аңламағанһың. Мин ҡаршы. Бер нәмәгә лә теймәйһегеҙ.

Шау-шыуҙы ишетеп, өйҙән Венера килеп сыҡты.

– Рәмзиә, хәҙер ике аҙна һеҙҙә ятам, инде бөтәһен дә хәл итеп бөткәс, ҡайтарып ебәрәһеңме инде?

– Ҡайтһаң, ҡайтаһың, ләкин ҡаҙырға минән рөхсәт юҡ.

– Һаман рөхсәт һөйләй, – тине Райман. – Рөхсәтте һин түгел, мин бирәм.

Райман, үҙен Венера алдында күрһәтергә теләп, ҡатынын этеп ебәрҙе. Ә уныһы ныҡ тора, хатта һелкенмәне лә. Тимер ҡырҡҡҡысты алып, ағасҡа бәргәйне, тегеһе онталды ла ҡуйҙы.

– Кеше әйберен харап иттең, – тип, Райман тимер ҡырҡҡҡысты алып ҡараны ла ситкә ырғытты.

– Үҙең риза булғайның бит, мин ҡаршы саҡта ла риза инең, – тип ярһыны Райман. – Хәҙер күрмәгәнеңде күрһәтәм!

– Күрһәт, быға тиклем күрмәгәнемде күрһәт! Мин һинән ҡурҡмайым!

Тауыш ҙурға китте. Хакимиәт башлығы килде, уға эйәреп – участковый. Райман саҡырған ике егет күрҙеләр ҙә, бындағы низағҡа ҡатнашырға теләмәй, бәләһенән баш-аяҡ тигән һымаҡ, китеп барҙылар.

Тауыш башлыҡ менән участковый килеп киткәндән һуң да бер тынып, бер яңынан башланып, ҡабынды ла һүнде, ҡабынды ла һүнде. Быға тиклем шым ғына йөрөгән Рәмзиә, үҙенең мәнфәғәтенә ҡағылғас, уҫал бер ҡатынға әйләнде лә ҡуйҙы. Ҡара-ҡара, ирен ҡайһылай бөрөп алып бара.

Аптырғас, Райман бисәһенә былай тип өндәште:

– Венера бит аптыраған көндән йөрөй, үҙе аҡса түләргә итә. Һиңә аҡса кәрәкмәйме ни? – тине.

– Кәрәкмәй, аҡсаһы үҙенә булһын. Әллә һин мәрхүм улыңдың рухын аҡсаға һатмаҡ булаһымы? Ҡара һин уны, нисек оялмай! Бар, сығып китегеҙ бынан, күҙемә күренмәгеҙ! Әйберҙәреңде лә ал, Венераңды ла ҡалдырма.

Райман өмөтөн өҙмәгәйне әле. Һаман да Рәмзиәне өгөтләргә, ризалаштырырға тырышты. Юҡ, үҙенең балаһын яҡлап, бәпкәһен һаҡлаған инә ҡаҙ һымаҡ, ябырылып килә.

– Һиңә нимә булды ул? Элек бер ҙә былай түгел инең. Мин һине танымайым, – тине Райман, ҡатынына аптырап.

– Ниңә аптырайһың? Мин ғүмер буйы шулай булдым, тик бөтәһен дә эсемә йыйып йөрөнөм. Улыма ҡағылмаясаҡһығыҙ. Ул нисек бар, шулай ятасаҡ.

Райман менән Венера, аптырағас ситкәрәк барып, нимә хаҡындалыр кәңәшләштеләр. Рәмзиә улар яғына боролоп та ҡараманы. Тиргәнмәне лә, өндәшмәне лә, шым ғына үҙ эше менән булды. Низағ булғанмы, бәхәс сыҡҡанмы, йәшәргә кәрәк. Аш ҡуйҙы. Ире, өйгә инеп, һөйләнә-һөйләнә тегеләй үтте, былай үтте. Ҙур ғына сумка тотоп сығып, юҡ булды. Рәмзиә, артынан эйәрә биреп: “Ҡайҙа киттең?” – тип һорарға теләгәйне, ҡулын һелтәне. Китһә – китер, ҡайтһа – ҡайтыр.

Шулай итеп, Венера юҡ булды, Райман ҡайҙалыр сығып китте. Ике көндән генә хәбәрҙәре килеп ишетелде. Әлеге Әхнәф ҡатыны менән еңгәһен ҡалаға ҡаймаҡ, һөт һатырға алып барған икән. Һуңынан, ауылға ҡайтырға берәйһе осрамаҫмы, тип, тимер юл вокзалына төшкәндәр. Шунда Райман менән Венера килеп сыҡҡан. Төмәнгә китергә билет алғандар, ти. Харап, икеһе лә кейенгән-яһанған икән. Төмәндә Венераның кемелер йәшәй, тиме, шул быларҙы саҡырған, ти. Был хәбәр йылылай ғына Рәмзиәгә килеп өлгәшкән. Иртәле-кисле улының ҡәберен ҡараштырып йөрөгән ҡатын ҡул ғына һелтәгән: ҡотолдом, хәҙер мәшәҡәтләп йөрөүсе булмаҫ. Улымды ла борсомаҫтар, тип әйткән, ти.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"


Читайте нас: