+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Декабрь 2020, 09:00

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ... Хикәйә Дүртенсе бүлек

Райман хәле бөткәнсә атланы ла ҡуйҙы. Тиҙ генә барып етеп буламы һуң әле. Зыяраттары ауылдың теге осонда, ситтә урынлашҡан. Өлгөрһә, ярар ине. Ярты юлды үткәс, ярай, “жигули”йы менән Әхнәф килеп сыҡты. Ултырт әле, тип ҡул күтәргән һымаҡ иткәйне, тегеһе туҡтайһы итте.– Ҡайҙа бараһың? – тине ул, тәҙрәһенән һонолоп.– Зыярат эргәһенәрәк кенә илтеп ташла әле?– Зыяратҡа? Унда нимә бар? Әллә берәйһе үлдеме?– Юҡ, бөтәһе лә иҫән-һау. Улымдың ҡәберен генә ҡарап киләйем, тигәйнем. Әхнәф төшөндө, башҡа өндәшмәне. Эстән генә, ҡайғылары һаман бөтмәгән икән, йыш йөрөйҙәр, тип һығымта яһап ҡуйҙы.– Ә теге, бер сит ҡатын йөрөй, уныһы кем була? – тип һораны Әхнәф.– Рәмзиәнең әхирәте ул. Теге ваҡыт Моздокта бергә йөрөгәндәр.– Ә ниңә зыяратҡа йыш йөрөй ул?


МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ...
Хикәйә
Дүртенсе бүлек
Райман хәле бөткәнсә атланы ла ҡуйҙы. Тиҙ генә барып етеп буламы һуң әле. Зыяраттары ауылдың теге осонда, ситтә урынлашҡан. Өлгөрһә, ярар ине. Ярты юлды үткәс, ярай, “жигули”йы менән Әхнәф килеп сыҡты. Ултырт әле, тип ҡул күтәргән һымаҡ иткәйне, тегеһе туҡтайһы итте.
– Ҡайҙа бараһың? – тине ул, тәҙрәһенән һонолоп.
– Зыярат эргәһенәрәк кенә илтеп ташла әле?
– Зыяратҡа? Унда нимә бар? Әллә берәйһе үлдеме?
– Юҡ, бөтәһе лә иҫән-һау. Улымдың ҡәберен генә ҡарап киләйем, тигәйнем.
Әхнәф төшөндө, башҡа өндәшмәне. Эстән генә, ҡайғылары һаман бөтмәгән икән, йыш йөрөйҙәр, тип һығымта яһап ҡуйҙы.
– Ә теге, бер сит ҡатын йөрөй, уныһы кем була? – тип һораны Әхнәф.
– Рәмзиәнең әхирәте ул. Теге ваҡыт Моздокта бергә йөрөгәндәр.
– Ә ниңә зыяратҡа йыш йөрөй ул?
– Белмәйем, Әхнәф, үҙең һораш. Ул икәү минең башты ҡатыра инде.
– Ә был, сит ҡатынды әйтәм, нисауа күренә бит?
– Миңә – күренмәй. Ҡайтарып ебәрә алмай йонсойом. Әхнәф, һин дә башты ҡатырма әле!
– Башты ҡатырма, имеш! – Әхнәф асыуланды, зыяратҡа барып етер-етмәҫ, машинаһын кире борҙо.
Райман, машинанан төшөп, рәхмәт тә әйтеп тормай, зыярат эсенә йүгереп инеп китте. Уның артынан ҡарап ҡалған Әхнәф эйәреп барырға ла уҡталып ҡуйғайны, кире уйланы: йә берәй эштәре барҙыр. Райман да үҙгәрҙе. Элек асыҡ, шаян кеше ине, хәҙер ниндәйҙер аҫтыртын йомоҡҡа әйләнде.
Райман улының ҡәберенә ашыға. Үрелеп ҡарай, теге ҡатын күренмәгән һымаҡ. Юҡ, башы күренде лә, тағы юҡҡа сыҡты. Әллә ҡәберҙе ҡаҙып йөрөймө икән?
Килеп етһә, бер нимә лә юҡ. Венера, ер ҡаҙып, ер йомшартып йөрөй.
– Ярҙамсы кәрәкмәйме? – тине Райман, ҡысҡырып.
Венера һиҫкәнде, хатта ҡулынан көрәге төшөп китте. Үҙе, ҡулдарын йөрәгенә ҡуйып:
– Уф, ҡурҡыттың, ҡотом ҡалманы! – тип ҡәбер рәшәткәһенә һөйәлде.
– Бына, сәскәләр ултыртып йөрйөм. Үҙемсә, гөл-сәскәгә күмелеп ултырһын, тигәйнем. Ә һин, көрәк юҡлығын күргәс, ҡотоң осто ла ҡуйҙы инде?
– Османы, бер нимә лә булманы. Рәмзиә генә аптырап ултырып ҡалды. Һеҙҙең был холҡоғоҙ миңә оҡшамай. Әллә ҡайҙан килеп, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем көрәк күтәреп йөрөүегеҙҙе берәү ҙә аңламаясаҡ.
– Ә мин аңлаһындар, тип тырышмайым да. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әллә ерҙе йомшартырға, сәскә ултыртырға ла ярамаймы?
– Ярамай! Был – беҙҙең улыбыҙҙың ҡәбере.
– Тимәк, һеҙ мине тыяһығыҙ?..
Райман был һорауҙан икеләнеп ҡалды. Ә тыйырға уның хоҡуғы бармы?
– Белмәйем шул, әйтә алмайым, – тине шулай ҙа, Райман.
– Ә һеҙ, Райман, миңә оҡшай башланығыҙ. Мин һеҙҙән быны көтмәгәйнем. Һеҙҙең хаҡта, хатта битараф, бигерәк һәлкәү кеше, тип уйлай инем. Ә һеҙ – көрәшсе икән. Бында килеүемә күп тә үтмәне, артымдан ҡыуып та еттегеҙ.
Ҡатын Раймандың эргәһенә килде.
– Венера, кеше аптыратмаһаң да булыр ине.
– Ә минең аптыратырға уйлағаным булманы. Сөнки мин берәүҙән дә йәшермәнем, минең дә улым һәләк булды. Бәлки мин һеҙгә хәлегеҙҙе белергә, тормошоғоҙҙо ҡарарға килгәнмендер? Әйткәндәй, минең улымдың атаһы, элекке ирем, бигерәк бошмай торған кеше ине. Һинең менән сағыштырып ҡарайым да, Рәмзиә өсөн ҡыуанам. Ул ҡайһылай бәхетле! Һинең ышығыңда, хатта ҡосағыңда бер ҡайғы-хәсрәт күрмәйҙер инде. Һин шундай баһадир, үҙең уйсан, ҡарашың моңло, хатта серлеһең. Ундайҙарҙы ҡатындар бик теләп ярата.
Бәй, был ҡатын Райманды, ысынлап та, һынап ҡарай түгелме һуң? Дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме, бындай һүҙҙәрҙе тәүләп ишеткән Раймандың йөрәге дарҫлап типте, ир йыш-йыш тын алды, хатта йылмайып ебәрҙе:
– Һеҙ инде, Венера, уҡыған кеше, ир-аттың башын әйләндерерлек һүҙҙәрҙе беләһегеҙҙер. Эшең бөттөмө? Әйҙә, ҡайтайыҡ.
Көрәкте, батҡағын таҙартып, ҡәбер рәшәткәһенә һөйәнеләр ҙә, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланылар.
***
Өйөндә иһә, Рәмзиә, ут йотоп, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй, урам яғына ла сыға, тәҙрәнән дә ҡарап тора, Тегеләр һаман күренмәй. Иренә асыуы килә. Көрәк юҡ, тип, ҡабаланып, сыҡты лы китте. Зыярат яҡ оста йәшәгән апаһына шылтыратты. Уға кермәнеләрме икән? Эше булдымы, телефонын байтаҡ ҡына алманы. Ярты сәғәтләп үткәндер.
– Апай, кейәүең зыяратҡа киткәйне, күренмәйме?
– Нисек күренмәһен, әле генә теге ҡунағың менән үтеп киттеләр. Ә һин ниңә уларҙы, парлаштырып, зыяратҡа йөрөтәһең?
– Юҡсы, йөрөтмәйем. Венера көрәкте алып киткән. Тегеһе, Райманды әйтәм, көрәк юҡлығын белеп ҡалғас, асыуланды. Мин әйтәм, Венера зыяратҡа киткәйне, шул алғандыр, тинем.
– Йөрөтмә шул ҡатынды! Ирһеҙ ҡалаһың бит хәҙер, күрмәйһеңме ни?
– Ни эшләп күрмәй, ти? Райман асыулана: “Ҡыуалап, ҡайтар, – ти, – ул бисәне. Кисә лә: “Ҡасан ҡайтаһың? Юлға сығырға, машина кәрәкмәймме?” – тип һораны. Тегеһе: “Ике көндән ҡайтым”, – тине.
– Ярай улайһа. Йоҡлап йөрөмә, ҡайттарып ебәр.
Рәмзиә, ысынлап та, борсола башланы. Ҡайҙан килеп сыҡты был ҡатын? Тыныс ҡына йәшәп яталар ине. Бөгөнгө төшө лә бигерәк аңлайышһыҙ булды бит әле. Юҡ, был ҡатынды ҡайтарып ебәрергә кәрәк! Мөмкин тиклем тиҙерәк! Дөрөҫ әйтәләр, уның бер һүҙенә лә ышанырға ярамай! Бында Рәмзиә менән Раймандың улы ерләнгән. Улының һуңғы төйәге ошонда. Ул – әсә кеше, улын, үлгәндән һуң да яҡларға һәм һаҡларға бурыслы. Хәҙер, килеп кенә керһен, ныҡ итеп әйтәсәк! Райман да ныҡ торорға тейеш! Был хәл бер йолаға ла һыймай. Ҡайҙа, ҡәбер соҡотоп, мәрхүмдең рухын бимазалап йөрөгәндәре бар? Рәмзиә улы алдында бурысын үтәне. Барҙы, эҙләп тапты, алып ҡайтып, ерләне.
Теге икәү солан яғында еңелсә дөбөрләште һәм, шат йылмайышып, күңелле генә һөйләшеп, килеп инде.
Аҙағы бар.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: