Фуат менән Сәбилә Нефть институтына уҡырға ингәндә танышты. Оҙон буйлы, бөҙрә ҡара сәсле егет һәр ваҡыт йылмайып ҡына, ипле генә һөйләшкән Сәбиләне шунда уҡ оҡшатты. Етмәһә, уларҙың танышлығын һынарлыҡ етди генә сәбәп тә килеп сыҡты. Имтихандар биргән ваҡытта Фуаттың атаһы, Ғәйсәр Бүләк улы, улына фатир яллағайны. Ҙур ғына түрәнең улы, башҡалар ыңғайына, ятаҡта йонсоп ятмаҫ инде. Ғәйсәр ағай бер килгәнендә Сәбиләне күреп ҡалды. Ҡыҙ әхирәте менән Фуатҡа китап алып торорға килгәйне. Фатирҙа Фуат бер ай йәшәгән, ләкин бер тапҡыр ҙа иҙән йыумаған, ҡайҙа ҡарама, йыуылмаған һауыт-һаба, сүп-сар өйөлөп ята. Атаһы шул сүп-сарға ҡарап, аптырап ултыра ине, тыйнаҡ ҡына шаҡып, Сәбилә килеп инде. Ғәйсәр Бүләк улы ике уйлап торманы, ҡыҙҙы бүлмәне йыйыштырырға ярҙам итеүен һораны. Егәрле ҡыҙға был ғына эш нимә инде, тиҙ генә иҙәнен йыуып, һауыт-һабаһын таҙартып, фатирын эшкиндереп бирҙе. Был хәлде күргән атаһы, эстән генә, уҡыуын уҡыр, тик үҙен ҡарай алмаҫ, имтихандарын бирә алмай, ас йөрөр, тип уйлап, улын өйләндерергә ҡарар итте. Ниңә, ике студент бер-береһенә терәк булып уҡырҙар, бер-береһен ҡарарҙар ине. Атай кеше әллә ҡайҙан таныштарын табып, һуңғы сиктә Мәғариф министрлығынан бер йүнәлтмә эләктереп, улын, этеп-төртөп, тигәндәй, уҡырға индереп ебәрҙе. Ә бына ауылда әсәһе менән генә йәшәгән Сәбилә өсөн тырышып йөрөүсе булманы һәм, һөҙөмтә билдәле, уҡырға ҡабул ителеүселәр исемлеге яҙылған бойороҡта ҡыҙ юҡ ине.
Фуаттың атаһы ҡыҙ хаҡында уйлап торманы, үҙе хәл иткәнсә, улының уҡыуын һәм тормошон хәстәрләрәгә тотондо. Атаһының һүҙенән сыға белмәгән егет үҙ яйы менән Сәбиләнең башын әйләндереп өлгөргәйне инде. Атаһы ла оҙаҡ уйлап торманы, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ҡарар итте. Институт эргәһенән генә бер бүлмәле фатир алып бирҙе, аҙаҡ күҙ күрер, тип һылтаулап, егет менән ҡыҙҙы, үтеп барышлай ғына, “Ләлә-тюльпан” мәсетенә индереп, никах уҡыттырып сыҡты. Никах таныҡлығы рәүешендә бирелгән ҡағыҙ ярпыһын уңлы-һуллы әйләндереп ҡараны ла, мулланан ҡат-ҡат: “Ә бының менән бергә йәшәргә яраймы?” – тип һораны. Ыңғай яуап ишеткәс, йәштәрәгә: “Һеҙ хәҙер – ир менән ҡатын”, – тип иғлан итте. Тегеләр, һиҙҙермәй генә, бер-береһенә ҡарап йылмайыштылар. Сөнки улар был ҡағиҙәне, атай ҡыҫылышынан башҡа, бер ниндәй таныҡлыҡһыҙ, тормошҡа ашырғайны инде.
Сәбилә, һис тик ултыра белмәгән ауыл ҡыҙы, эргәлә генә гөрләп торған баҙарға эшкә төштө, ғаилә тормошона өйрәнә башланы. Ире лә былай үҙенә күрә түгел, ыңғай яҡтары ла бар, тиҫкәре сифаттары ла байтаҡ икән. Ҡыҙыу, еңел холоҡло, бер нәмә булһа, шунда уҡ йоҙороҡлана башлай, Ә Сәбилә инде бирешеп торғандарҙан түгел, иргенәһе бер һүҙ әйтһә, икене һоғондорҙо, йоҙороҡ болғаһа, ҡулына нимә эләгә, шуның менән ҡарымталауҙан да баш тартманы. Ә былай ғаилә етеш йәшәне, кеше араһында маха бирмәне. Шул арала Фуат, бер йылға һуңлатып булһа ла, уҡып бөттө, дипломын эләктерҙе. Етеш йәшәнеләр, сөнки Ғәйсәр Бүләк улы ғаиләне гуманитар ярҙамынан өҙмәне. Йөк-йөк ите лә, даими транш менән аҡсаһы ла, яумаһа ла, килеп торҙо.
Бер йыл йәшәгәс, ҡыҙҙары тыуҙы, ике йылдан – улдары. Ҡыҫҡаһы, Сәбилә өсөн уҡыу мәсьәләһе үҙенең әһәмиәтен юғалтты.
Диплом алыу менән, Фуат Себергә юлланды. Өфө Нефть институтының абруйы ҙур, ҡуш ҡуллап, эшкә алдылар. Әлбиттә, тәүҙә юғары вазифа, яуаплы эш хаҡында һүҙ булманы. Буровойында ла өшөргә, торбаһын да ташырға, кәрәк саҡта ҡарын да көрәрәгә тура килде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бындай эш Фуаттың елкәһенә бик тиҙ үтте. Ваҡыт-ваҡыт, матур кейенеп, аҡ күлдәк, галстук менән, яуаплы йыйылыштарға йөрөргә тура килә. Көндәлек өйрәнгән Сәбиләһе ике балаһы менән – Өфөлә, ә үтекләнмәгән салбар, күлдәк менән Фуат – Ханты-Мансиҙа.
Фуат ярты йыл да эшләмәне, шуға төшөндө: был промыслыла тир түгеү өсөн эшләргә кәрәк икән. Әгәр ҡулыңдан эш килмәһә, һин ғүмер буйы торба ташып, ҡар көрәп, бер ниндәй дипломы ла булмаған малайҙар ыңғайына йөрөйәсәкһең. Ә һин тирләп-бешеп торба ташығанда, ана, һинең һабаҡташтар офиста кофе һемерә һәм һин ташыған торбаларҙы һанай. Ә эш хаҡы – һинекенән 5-6 тапҡыр күберәк. Ошо ла булғанмы ғәҙеллек?
Яңы йылды көс-хәл менән еткерҙе. Ҡайтып киләм, тигән һылтау менән, Өфөгә юлланды. Атаһы килеп төшөп, хәлде асыҡлағандан һуң, улын шым ғына дауаханаға урынлаштырҙы, әллә күпме аҡса түгелде, булған-булмаған диагноздар ҡуйылды. Һөҙөмтә шул, Фуат Себерҙә эшләргә эшкинмәй, тип табылды.
Атайға тағы тырнанырға, таныштарын барларға тура килде. Бер олпат ҡына фирмаға директор урынбаҫары вазифаһын таптылар.
Шулай итеп, Фуат рәхәткә сыҡты. Эше әллә ни ҡатмарлы ла түгел, яуаплылыҡ – юҡ. Йылы офиста матур кейенеп, эшемде ҡырған һымаҡ, йөрөйһөң һәм кискә берәй мажара уйлайһың. Ә Өфөлә мажара баҙары шаҡтай киң ҡуйылған, аҡсаң ғына булһын, көнө-төнө күңел асырға мөмкин.
Баҙарҙа йәйге эҫелә, ҡышҡы һалҡында сауҙа итергә мәжбүр булған Сәбилә иренең хушбуй еҫтәре аңҡытып, һуңлап ҡайтыуын, шәмбе-йәкшәмбе ҡапыл командировкаға китеүен тикшерә башланы һәм ҡот осҡос һығымталар яһарлыҡ ваҡиғаларҙы асыҡланы... Электән үҙ мәшәҡәттәрен үҙе хәл итеп өйрәнгән ҡатын:
– Бәлки миңә ҡайтырға кәрәктер? – тип һораны.
– Юҡ, ҡайтмайһың, һин әле миңә кәрәк! – тине ире.
– Ҡасанға тиклем? – тип ныҡышты ҡатыны.
– Борсолма. Үҙем, ваҡыты еткәс, әйтермен, – тине ире.
– Аңлашылды. Тимәк, бында минең киләсәгем юҡ. Ә Гүзәл менән Рәсимде кем ҡарай?
– Борсолма, ҡабаланма, хәл итербеҙ.
Нефть баҙарында хаҡтар юғары, килемдәр туҡтауһыҙ үҫә, фирма гөрләп эшләй. Фуат типтереп йәшәүен дауам итә.
Ваҡыт-ваҡыт Фуат өйҙә лә кәрәк. Эшенә шылтыратһа, телефонды алмай. Әгәр секретаршаһына мөрәжәғәт итһә, уныһы тупаҫ итеп яуап бирә: “Фуат Ғәйсәровичта кәңәшмә бара. Уның һөйләшергә ваҡыты юҡ”.
Сәбиләгә һәм улы менән ҡыҙына атайҙың өйгә ҡайтҡанын, ярҙам иткәнен көтөргә генә ҡала.
Шуныһы йәтеш, балаларҙың олатаһы бында юлды һыуытмай. Әлбиттә, ул хәҙер ҙур начальник түгел, пенсионер. Шуға ҡарамаҫтан, ҡулынан килгәнсә, улының ғаиләһен – ейәне менән ейәнсәрен – ярҙамдан өҙмәй. Бер килгәнендә, Сәбилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, фатир һатып алыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Дүртәүләшеп, бер бүлмәле фатирҙа күпме йәшәргә мөмкин?
Олатай был мәсьәләгә ең һыҙғанып тотондо. Көн һайын килһә, килде, аҡсаһын да тапты һәм балаларҙы, иҫкерәк булһа ла, өс бүлмәле фатирға керетте.
Ҡарт шул килгәнендә: “Бына – һеҙҙең фатир”, – тип ҡағыҙҙарҙы өҫтәлгә сығарып һалды. Сәбилә, ҡыуанып, фатирға таныҡлыҡты ҡулына алды. Төрлө яҡлап әйләндереп ҡараны, ләкин ҙур ҡағыҙҙың бер мөйөшөндә лә үҙенең дә, балаларының да фамилияһын күрмәне. Фатир тулыһынса Ғәйсәр Бүләк улы исемендә ине.