+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Декабрь 2020, 19:52

“– ҺИН ӘЛЕ МИҢӘ КӘРӘК... – ҠАСАНҒА ТИКЛЕМ?” Хикәйә Икенсе бүлек

Инде нужаны байтаҡ күргән, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа аҙмы-күпме теше сыҡҡан Сәбилә икеләнеп торманы, үҙенең хоҡуҡтарын яҡлап, бер-нисә һүҙ әйтте. Әйтмәне, батырсылыҡ итте. – Эй, килен балаҡай! – тине ҡайны. – Әгәр минең исемдә булһа, был ҡарт үлеп китһә, фатирҙы, йомарлап, кеҫәһенә һалып, үҙе менән алып китер, тип ҡурҡаһыңдыр инде. Ҡурҡма. Мин һеҙгә, мираҫ итеп, васыятнамә яҙып ҡалдырам. Эх, ошонда Сәбилә урынында берәр ҡомағай, йә йылан аяғы киҫкән бисә булһа: – Ана ғына тора нотариус, әйҙә, шуны эшләп киләйек, – тип әйтер ине. Беҙҙең башҡорт шулай вайымһыҙ бит. Сәбилә ышанды, ҡыуанып китте.

“– ҺИН ӘЛЕ МИҢӘ КӘРӘК...
– ҠАСАНҒА ТИКЛЕМ?”
Хикәйә
Икенсе бүлек
Инде нужаны байтаҡ күргән, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа аҙмы-күпме теше сыҡҡан Сәбилә икеләнеп торманы, үҙенең хоҡуҡтарын яҡлап, бер-нисә һүҙ әйтте. Әйтмәне, батырсылыҡ итте.
– Эй, килен балаҡай! – тине ҡайны. – Әгәр минең исемдә булһа, был ҡарт үлеп китһә, фатирҙы, йомарлап, кеҫәһенә һалып, үҙе менән алып китер, тип ҡурҡаһыңдыр инде. Ҡурҡма. Мин һеҙгә, мираҫ итеп, васыятнамә яҙып ҡалдырам.
Эх, ошонда Сәбилә урынында берәр ҡомағай, йә йылан аяғы киҫкән бисә булһа:
– Ана ғына тора нотариус, әйҙә, шуны эшләп киләйек, – тип әйтер ине. Беҙҙең башҡорт шулай вайымһыҙ бит. Сәбилә ышанды, ҡыуанып китте.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, Ғәйсәр Бүләк улы Өфөгә сәфәрен һирәгәйтте. “Ҡартайҙым, машина йөрөтөүе ҡыйын”, – тип яртышар йыл килмәй башланы. Гуманитар традициялар юҡҡа сыҡты, Сәбилә малайы менән ҡыҙын, береһен – уҡыта, икенсеһен – балалар баҡсаһына оҙатып ҡуя. Һаман да баҙарҙа бил бөгә, тоҡтар ташый, конкуренттары менән көрәшә һәм әрләшә.
Өйҙәге сираттағы мөнәсәбәт асыҡлауҙан һуң, төрлө еҫтәр сығарып, эсеп-иҫереп ҡайтҡан ире ҡапыл ғына айныған һымаҡ булды һәм ҡатынына төртөп күрһәтә-күрһәтә: “Һин – бисура! Сәсеңде лә тарамағанһың, битеңде лә йыумағанһың! Элек алтмыш кило инең, хәҙер йөҙгә етеп бараһың! Минән бисәлек хоҡуғы талап итәһеңме? Тәүҙә үҙеңде ипкә килтер! Битеңде йыу, сәсеңә берәй прическа эшлә! Кәүҙә ауырлығын да яйға һалырға кәрәк, һ.б., һ.б.” – тине.
Бындай мәсхәрәләүҙе ниндәй ҡатын күтәрә алһын инде. Ултырып иланы Сәбилә. Һуңынан, ҡурҡа-ҡурҡа ғына, көҙгөгә ҡараны. Үҙен көҙгөлә күргәс, ире һөйләгән мәсхәрәле һүҙҙәрҙе иҫенә төшөргәс, терт итеп ҡалды: балалар, ғаилә, тип ул үҙен тамам онотҡан икән дәһә.
Ә тормош көндән-көн насарланды. Нефткә хаҡтар төштө, фирма ла бөлөүгә табан йүнәлеш алды. Фуаттың да нәфсеһе ҡыҫылдымы икән, ҡапыл айныны һәм өйөнә лә ваҡытында ҡайта башланы. Ә Сәбилә ашауҙы ҡыҫты, күберәк йәйәү йөрөй, һиҙҙәрмәй генә, фитнесҡа ла барып, күҙ һалды. Үҙенә күрә тәрбиә ҡылғайны, элек кейгән күлдәктәре ҙурайып китте. Ә бер көн ире бик кәйефһеҙ ҡайтып инде. Айныҡ.
– Нимә булды? – тип һораны ҡатыны.
– Беҙҙең фирма бөлдө, – тине ир, хатта күҙҙәре йәшләнеп китте, – ике айлыҡ эш хаҡы ла түләмәнеләр. Әллә тағы Себер юлланаһы инде?
– Хәтерем алдамаһа, һин унда булып ҡайттың түгелме һуң? – тине ҡатыны.
– Булдым. Унда ла минең дуҫтар эшләй.
Телефон шылтыраны һәм ҡайғылы хәбәр килтерҙе: Ғәйсәр Бүләк улы әле генә, ҡаты ауырыуҙан һуң, баҡыйлыҡҡа күскән.
Ерләү йолаһын үтәгәндән һуң, васыятнамә, мираҫ, фатир хаҡында һүҙ ҡуҙғатырға Сәбилә уңайһыҙланды. Фуатҡа ике донъя – бер мөрйә, тигән һымаҡ, был мәсьәлә бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел ине. Етмәһә, Өфөгә ҡатҡас, Сәбилә иренә эшкә урынлашыу, ғаилә ҡарау тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны. Фуат ҡыҙып китте, тауыш сығарҙы һәм бер сумаҙан кейемдәрен алып, юҡ булды. Ул, мөртәт, тик кенә йөрөмәгән икән. Эшләгән фирмаһында секретаршаһына заманса фатир алып биргән, уның ҡыҙын үҫтерешергә ярҙам иткән һәм бер малайға ла ғүмер бирергә өлгөргән.
Сәбилә һаман да бирешмәй. Баҙарҙа, гөрләтеп, сауҙаһын алып бара. Һуңғы арала, үҙен ҡарағас, төҫ-башы ла арыуланды, егет-елән күҙенә эләгә башланы. Дөрөҫ, шул Ҡафтау егеттәре инде. Үҙебеҙҙекеләр ауыҙ асып йөрөгәс, ҡайҙа бараһың. Ләкин хәл-ваҡиғалар бөтөнләй күҙ алдына ла килтермәгән йүнәлештә ҡуйыра башланы.
Ғәйсәр Бүләк улы Фуаттың ғаиләһенә бик иғтибарлы булһа ла, барыһын да эшләп бөтөрмәгән булып сыҡты.
Фатирға бер көн Ғәйсәр олатайҙың кесе улы, йәғни Фуаттың энекәше Мансур килеп инде. Мираҫ хаҡында ара-тирә һүҙҙәр сыҡҡас, инде нисә тапҡыр ауыҙы бешкән Сәбиләнең күңеле борсолоп ҡуйҙы. Ҡәйнеш килгән, сығарып ебәреп булмай. Шунда уҡ аш ҡуйҙы, сәй әҙерләне, үҙе шым ғына аш-һыу менән булыша һәм Мансурҙың нимә эшләгәнен күҙәтә. Уныһы нимә эшләһен инде, мөйөш-һәйеште ҡарай, фатирҙы өйрәнә ине. Ашарға ултырҙылар.
– Ҡайһылай тәмле бешерәһең, еңгә! – тип маҡтаны Мансур. – Ағайым юҡҡа һинең ҡәҙереңде белмәгән.
Икәүләшеп, Фуатты әрләнеләр.
– Йә, ярай, ҡәйнеш. Еңгәң, ағайың менән донъя көтә башлағандан алып, ниҙәр генә күрмәне лә, ниҙәр генә ишетмәне. Атайың мәрхүм, ҡайнымды әйтәм, никахты теркәтмәй генә, беҙҙе ҡушты, беҙ уның нимә икәнен дә белмәнек. Шунан һуң, ошо фатирҙы үҙенә яҙҙырған, “васыятмнамә һеҙгә яҙылыр”, – тип вәғәҙә ите. Уныһы ла тормошҡа ашманы. Дөрөҫөн әйт, ниңә килдең? Беҙҙе фатирҙан ҡыуып сығараһыңмы әллә – тартып ҡына алаһыңмы?
Был һорау ҡәйнеште иҫәңгерәтә һуҡҡандай булды. Тегеләй ҡараны, былай ҡараны, ыҡ-мыҡ итте, тирләп сыҡты:
– Һуң, еңгә! Ни эшләп ауыҙыңды асып йөрөнөң? Быға тиклем нимә уйланығыҙ? Фатир бит һеҙҙең исемдә түгел! – тине ҡәйнеш, күҙҙәрен ситкә йәшереп. – Ә хәҙер ни эшләмәк булаһығыҙ? Мин тартып алмаһам да, ҡыуалап сығармаһам да, урамда тороп ҡалаһығыҙ бит өсәүләшеп. Фуат ағайым менән һеҙҙең хаҡта һөйләшкәйнем, ул һеҙҙе бар тип тә белмәй. Әле һеҙгә килер алдынан да ҡат-ҡат киҫәтте: “Беҙ һине юрисҡа ултырттыҡ. Һин законды яҡшы беләһең, был осраҡта ике һүҙгә урын юҡ, барыһы ла мираҫ хаҡында ҡануниәткә ярашлы тормошҡа ашырылырға тейеш”, – тине ағайым.
Сәбилә ҡыҙы менән улына ҡараны. Улар, әле нимә хаҡында һүҙ барғанын белмәй, шуға шым ғына ашауҙарын беләләр.
– Ярай, аңлашылды, – тине Сәбилә, уфтанып, – фатирҙы ҡайһы көнгә азат итергә?
Оһо, бигерәк тә шәп, тип ҡәйнеш дәртләнеп китте һәм, ике лә уйлап тормай, еңгә ырғытҡан емде һоғона ла һалды:
– Беҙ улай ҡомһоҙ, бөткән кешеләр түгел, еңгә, үҙең беләһең, ике аҙнанан атайҙың вафатына ярты йыл була, мираҫ асыла, дәғүәселәр билдәләнә, шунан һуң бер ике ай эсендә фатирҙың яҙмышы ла хәл ителер, тип уйлайым.
– Яҡшылап уйла, ҡәйнеш, хатаға юл ҡуйма. Ағайың әйтмешләй, закон буйынса эшләнергә тейеш. Тик шуны бел, ҡайным мәрхүм был фатирҙы беҙгә һатып алып бирҙе.
ЗАГС-та никахыбыҙ теркәлмәһә лә, Фуат ағайың – минең хәләл ирем, бына уның ике балаһы ултыра, улар һеҙҙең фамилияны йөрөтә. Шулай булғас, бында уларҙың өлөшө бар. Минең өсөн борсолма, ҡәйнеш.Мин яйын табырмын. Әммә минең ҡыҙым менән улым ошо фатирҙың бер илеһен дә бер кемгә лә, бер ниндәй шарттарҙа ла бирмәйәсәк.
Был һүҙҙәр ҡәйнеште һиҫкәндерҙе. Яңы диплом алған тәжрибәһеҙ юрист үҙенең хаталаныуына төшөндө һәм еңгәне ҡоролай ғына еңеп булмаҫын аңланы.
Р. Ғәлимов.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: