Бөгөн Зәйтүнә эштән иртәрәк һорап сыҡты. Оҙаҡламай Батырының вафат булыуына ҡырҡ көн тула. Ҡәберенә барып, сәскә һалырға ла, өйгә ҡайтып, иртәгә саҡырылаһы дуҫ-иштәрен, ағай-энеһен телефон аша барларға уйлағайны. Ире үлгәне бирле зыяратҡа өсөнсөгә бара инде. Шулай итмәй булмай, бында ҡәберҙәр күп, юғалтып, аҙашып, таба алмай йөрөүең дә бар. Яңыраҡ бер танышы һөйләп торғайны, ире үлеп киткән, алып барып ерләгәндәр, икенсе йыл яҙ, йыйыштырып, сәскә ултыртам, тип барһа, таба алмай ҡайтҡан. Тегендә барған, бында барған – юҡ, аҙаҡ, ошолор, тип, бер ҡәберҙе күрһәткәндәр, арлы-бирле тәрбиәләгән һымаҡ итеп ҡайтып киткән. Йәй үткәсерәк барып, тағы күҙ һалһа, гөрләп сәскәләр үҫеп ултыра, ә ташында бөтөнләй икенсе фамилия. Әле тере кешенең ҡәҙере юҡ, үлгәнгә ҡайҙан хөрмәт булһын инде!
Ә ире менән бик матур йәшәнеләр. Нисек йәшәгәндәре иҫенә төшһә, әле лә түгелеп илай башлай. Ғаиләһен ныҡ ҡараны, бер ауырлыҡ та һалманы. Һуңғы минуттары ла шулай булды: Зәйтүнәнең әле лә күҙ алдында: эштән ҡайтты, ботинкаһын систе, плащын элеп ҡуйҙы, шунан, ауыр атлап, диванға барып ултырҙы ла тынды ла ҡуйҙы.
– Ашарға ултырттым, сыҡ, – тип барһа, өндәшмәй. Һуңынан табиптар, йөрәге туҡтаған, тинеләр.
Нурмөхәмәт хәҙрәт менән аралашалар ине, йыназаһын уҡырға хәҙрәт үҙе килде.
– Мөфти хәҙрәттәре һорашып торҙо, вафаты нисек булды, тип ҡыҙыҡһынды.
– Бына ботинкалары, бына плащы, бына баш кейеме, – Зәйтүнә бөтәһен күрһәтеп, һөйләп сыҡты.
– Ниндәй бәхетле үлем, – тине Нурмөхәмәт хәҙрәт. Изге күңелле ине, кешегә, ғаиләһенә ауырлыҡ һалмай, үҙен дә йонсотмай, үткән дә киткән инсан.
Аҙаҡ Зәйтүнә үҙе лә иҫкә төшөрҙө: Батыр кеше көнлө булып ятыуҙан, ғаиләһен йонсотоуҙан ифрат ҡурҡа ине. Ана, хәҙер ер аҫтында, теләге тормошҡа ашты.
– Ташланың да киттең, һинһеҙ донъя көтөүе ауыр, – тип һөйләнә-һөйләнә рәшәткә эргәһенә килгәйне, Зәйтүнә, шып туҡтап, аптырап ҡалды.
– Быныһы нимә була инде тағы? Кем килеп йөрөй икән? Таныштарҙан да улай килеп сәскә һалырлыҡ кеше юҡ.
Ҡәбер ташы эргәһендә ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәләре ята ине.
Ире былай ярҙамсыл булды, берәүҙе лә бороп сығарманы, ҡулынан килгәнсә туғандарын ҡараны. Ә сәскәләр өр-яңы, бөгөн генә килтереп һалғандарҙыр. Ҡала эргәһендә бер һеңлеһе йәшәй, ҡустыһы ла вахта менән ҡайтып йөрөй. Сәскә һалғас, ҡәбер яңы икәнлеген күрһәткән һымаҡ.
Зәйтүнә, арлы-бирле йыйыштырып, тупрағын тигеҙләп, сәскәләрҙе рәтләп һалды ла ҡайтып китте.
Иртәгәһе табынға яҡындарын барлай-барлай сәскә тураһында бөтөнләй онотҡайны, кеҫә телефонына ят бер номер шылтыратты.
– Һаумыһығыҙ, Зәйтүнә апай, һеҙ мине онотҡанһығыҙҙыр инде? – тип һораны ул. – Батыр Усмановичтың етеһен кафела уҡытҡанда мин дә булғайным. Иртәгә ҡырҡын уҡытаһығыҙ икән, мин дә килеп, хәйер өләшергә ине. Бөгөн иртән зыяратына ла барып килгәйнем. Сәскә һалып, бер аҙ йыйыштырып ҡайттым. Һеҙ барғанығыҙ юҡ икән.
– Бөгөн барҙым мин унда, – тине Зәйтүнә. – Һеҙҙең рауза сәскәләрен дә күрҙем. Белгән кешеләр ҡәбер бер йыл эсендә лә ултырып бөтмәй, һуңыраҡ тәртипкә килтерергә мөмкин булыр, тинеләр. Адресты беләһегеҙме?
– Беләм, беләм, – тинеләр теге башта.
– Иртәгә сәғәт 1-ҙәргә килегеҙ. Элекке урында, “Ҡарлуғас” кафеһында осрашырбыҙ.
Зәйтүнә телефонды һүндергәс кенә таныш булмаған ҡатындың исемен һорарға онотҡанын иҫләне. Ярай, иртәгә килгәс, танышырҙар әле. Хужабикә таныштарын, ағай-энеләрен барлап сыҡты, күбеһе килә, бер-икеһе һуңлап киләсәк.
Батырҙың үҙе иҫән саҡтағы урынбаҫары Миңлегөл Зариповна ойоштороу эштәренең бер өлөшөн үҙ өҫтөнә алғайны. Дини йола башҡарыуҙы хәтер кисәһе һымаҡ үткәрергә тәҡдим итте. Шулай килештеләр.
Шунда Зәйтүнәнең иҫенә төштө:
– Бер ҡатын шылтыратты, бергә эшләнек, ти, хәйер таратырға ла итә, кем булыр икән? – тип һораны.
Был хәбәр Миңлегөлдө шаҡ ҡатырҙы. Үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ:
– Тағы теге нәмәһе темеҫкенеп йөрөй микән... – тип һуҙып ҡына өндәшеп ҡуйҙы. Зәйтүнә ул ҡатындың иртән сәскә һалып килеүен әйтеүҙе лә кәрәк тип тапты.
– Шул, шул әтеү! Динараһы килгән.
– Уныһы кем тағы? Кем ул Динара? – тип төпсөнә башланы Зәйтүнә.
– Ух, шул нәмәне яҡын ебәрмәҫкә ине, – тип өҙгөләнде Миңлегөл. – Хужаның башын шул әйләндерҙе. Бөтәһе лә әйтә, шуны күрһә, Батыр Усмановичтың төҫө боҙолоп китә торғайны, ти.
– Кем ул, кем? – тип борсола башланы Зәйтүнә.
Әллә үҙенең артығыраҡ һөйләнеүен төшөндө Миңлегөл Зариф ҡыҙы, байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо.
– Бәй, Зәйтүнә еңгә, Динараны һин белмәйһеңме ни? – тип һаҡ ҡына өндәште.
– Мин уны белергә тейешме? Кем ул? Уға нимә кәрәк?
– Әллә инде, мин нимә тип әйтергә лә белмәйем. Ир-ат халҡын һин үҙең яҡшыраҡ беләһең бит инде.
– Иремде, әлбиттә, мин беләм, – тине Зәйтүнә. – Ә бына ниндәйҙер Динара хаҡында тәүге тапҡыр ишетәм.
– Ҡуй, еңгә, минән юҡты һорашма. Йә минең хаҡта әллә нәмә уйлап ҡуйырһың. Ағайымдың рухы ла тынысланып бөтмәгән, әллә кемдәрҙе иҫкә төшөрөп ултырмайыҡ.
– Иҫкә төшөрәһеңме-юҡмы, белмәйем, ул Динара исемле ҡатын иртәгә ағайыңдың ҡырҡында ултырасаҡ.
– Кит, еңгә, шуны саҡырмағанһыңдыр инде.
– Юҡ, саҡырманым, ләкин ул киләйем әле, тине, мин рөхсәт иттем.
– Уф, Хоҙайым, табындың йәмен ебәрә икән, – тине Миңлегөл. Телефон аша тағы ла нимәләр һөйләнгәне ишетелеп ҡалды.
– Фамилияһы нисек? – тип һораны Зәйтүнә.
– Йәлилова ине. Кейәүгә сыҡҡан тинеләр, фамилияһы ошомо икән, үҙгәрттеме икән?
Һөйләшеү тамамланды. Миңлегөл бер һорауға ла йүнләп яуап бирмәне. Ни генә һөйләмәһен, барыбер бер нәмә лә аңлашылманы. Әүрәп йөрөгән берәй бисәһе булды, тиһәң, ул-был тойолманы. Етәксе кешенең һәр минуты, һәр сәғәте иҫәпле. Эшенә үҙе лә бик яуаплы ҡараны. Дөрөҫ, ҡарты армияға тиклем өйләнгән булған. Хеҙмәт итеп ҡайтҡансы, ҡатыны исемен байтаҡ сығарған. Шуға ярты йыл самаһы йәшәгәндәр ҙә айырылышҡандар. Ғүмерҙәренең һуңғы утыҙ йылы бергә үтте. Шик-шөбһә уятырлыҡ әллә ни нәмә булманы. Хәйер, нимәлер булһа ла, хәҙер соҡоуҙан ни фәтеүә? Ана, уға хәҙер бер нимә лә кәрәкмәй. Бөтәһе лә ерҙәгеләргә ҡала. Их, үҙе иҫән булһа, һорашыр, асыҡлар, яуабын табыр ине. Тегенән хат-сәләмдәр килмәй шул. Ярай, иртәгә барыһы ла асыҡланыр.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"