-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Декабрь 2020, 19:58

ИРЕ САҠ КИТЕП ӨЛГӨРҘӨ Хикәйә Икенсе бүлек

Асыҡланды, ти, һиңә! Йөҙләп кеше килгән, күбеһен Зәйтүнә беренсе тапҡыр күрә. Күберәге йәштәр, уларҙы ҡайҙан белһен инде ул? Халыҡ әҙәпте онотто инде, туйға тип килгәндәрме ни – береһенән-береһе сағыуыраҡ кейенгәндәр, сәстәрен рәтләгәндәр, балҡып торған биҙәүестәр таҡҡандар. Ух, байрамға ла был тиклем әҙерләнеп килмәҫтәр инде! Зәйтүнә үҙе бик баҫалҡы кейенде. Быйыл ире менән бер хөкүмәт концертын ҡарағайны, шуға махсус ҡара тондағы бик матур күлдәк тектергәйне. Үҙенән-үҙе ҡулы һалынып төштө, быға теймә, туйға бармайһың бит, тине эстән генә. Өсөнсө йыл иренең тыуған көнөнә алған күлдәкте кейергә булды. Әлбиттә, ҡара бәрхәт хәҙер әллә ни модала түгел, ләкин һәр ваҡыт ихтыяж бар һымаҡ. Кешеләрҙе ултыртып бөтөүгә эргәһенә тағы Миңлегөл Зариф ҡыҙы килде. – Зәйтүнә еңгә, беҙҙең халыҡ шулайыраҡ инде, мөмкин булһа, берүк иғтибар итмә. Тамада ла яллағайныҡ, уныһы байрам кәйефе бирә лә ҡуя. Әйтерһең, береһенең тыуған көнөнә йыйылғандар инде.



ИРЕ САҠ КИТЕП ӨЛГӨРҘӨ


Хикәйә

Икенсе бүлек


Асыҡланды, ти, һиңә! Йөҙләп кеше килгән, күбеһен Зәйтүнә беренсе тапҡыр күрә. Күберәге йәштәр, уларҙы ҡайҙан белһен инде ул? Халыҡ әҙәпте онотто инде, туйға тип килгәндәрме ни – береһенән-береһе сағыуыраҡ кейенгәндәр, сәстәрен рәтләгәндәр, балҡып торған биҙәүестәр таҡҡандар. Ух, байрамға ла был тиклем әҙерләнеп килмәҫтәр инде!

Зәйтүнә үҙе бик баҫалҡы кейенде. Быйыл ире менән бер хөкүмәт концертын ҡарағайны, шуға махсус ҡара тондағы бик матур күлдәк тектергәйне. Үҙенән-үҙе ҡулы һалынып төштө, быға теймә, туйға бармайһың бит, тине эстән генә.

Өсөнсө йыл иренең тыуған көнөнә алған күлдәкте кейергә булды. Әлбиттә, ҡара бәрхәт хәҙер әллә ни модала түгел, ләкин һәр ваҡыт ихтыяж бар һымаҡ.

Кешеләрҙе ултыртып бөтөүгә эргәһенә тағы Миңлегөл Зариф ҡыҙы килде.

– Зәйтүнә еңгә, беҙҙең халыҡ шулайыраҡ инде, мөмкин булһа, берүк иғтибар итмә. Тамада ла яллағайныҡ, уныһы байрам кәйефе бирә лә ҡуя. Әйтерһең, береһенең тыуған көнөнә йыйылғандар инде.

Зәйтүнә кисәге Динара хаҡында һорашырға уҡталып-уҡталып ҡуйғайны, тыйылаһы итте. Үҙенең ниндәйҙер ҡатын менән ҡыҙыҡһыныуын бик тиҙ фашлап бармаһын әле.

Ултырыштылар, йәш кенә мулла, шартына килтереп, аятын уҡыны. Бик оҙаҡлап хәйер өләштеләр. Хәйер таратҡандар күп булманы. Зәйтүнә ҡулған-ҡулға йөрөп хәйер өләшеүселәр араһынан Динараны күрергә тырышҡайны, һис тә аңғарып өлгөрмәне. Уға ҡалһа, әгәр ул ҡатын ире менән бәйләнгән булһа, бик текә һәм сибәр булырға тейеш һымаҡ ине. Анау ҡыҙыллы-зәңгәрле-аҡлы күлдәк кейгән ҡатын тип әйтер ине, уныһы бигерәк күрмәлекһеҙ, ни матур, ни текә тип әйтеп булмай. Үҙе хәйер өләшә, туҡтауһыҙ нәмәлер һөйләй, тәрбиәһеҙ, нимә һөйләгән була икән? Юҡтыр, был түгелдер. Ә бынауһы бигерәк туҙған ҡиәфәтле, эскесе-маҙар түгелме икән? Йә килмәгәндер, йә һуңлағандыр.

Шул ваҡыт ишек асылып китте лә еңелсә кейенгән, ҡабартып ниндәйҙер сама белмәгән, әҙәпте юғалтҡан прическа эшләгән бер ҡатын, ул ҡатынды оҙатып, ике ир килеп инде. Зәйтүнә һораулы ҡарашын Миңлегөл Зариф ҡыҙына төбәүгә, уныһы тешен ҡыҫып нимәлер әйтте һәм, эйе, тип, башын ҡаҡты. Аптыранғандай яурындарын һелкетеп ҡуйҙы.

Бына ул ханым. Зауыҡ тигән нәмә уның өсөн бөтөнләй ят икән, уның ире менән бәйле түгелдер ҙә инде. Ҡара-ҡара, бер ун йәштәрҙәге малай ҙа эйәрткән бит әле. Был кемдең улы булыр икән? Зәйтүнә һиҙмәй ҙә ҡалған, күрәһең, уларға урын алып ҡуйғандар бит әле. Башҡалар хәйер-саҙаҡаларын өләшеп бөтөүгә, ят ханым тотондо. Һәр береһенә нәмәләрҙер һалынған матур ғына тоҡсай өләшеп сыҡты. Зәйтүнә эргәһенә килгәс, быныһы һеҙгә, тип тоттороп китте. Зәйтүнә, һаман уны күҙәтеп, быларға урын булыр микән, тип уйлап өлгөрмәне, теге ике ир, эйәртенешеп, сығып та китте.

Мулла бер тәрилкә аш эсеп, доға ҡылғандан һуң ҡайтып китте. Өҫтәл артында ултырғандар, тағы нимәлер көтөп, төп яҡҡа һонолоштолар. Ул арала булмай, официанттар өҫтәлгә ялтыр башлы шешәләрҙе ултыртып сыҡты. Шунан башланды.

Эйе, бик матур башланып китте. Тамадалар репертуарын шаҡтай үҙгәрткән, күрәһең. Ыҡ-мыҡ итеп торһалар ҙа, йырҙарын һайлай белгәндәр. Гел моңло, хатта ҡайғылы, Батыр яратҡан йырҙар яңғыраны. Әлбиттә, иң тәүҙә “Абдрахман”ды башҡарҙылар. Эй, ошо йырҙы ярата торғайны. Зәйтүнә әле лә аптырай, нимәһен тапҡандыр был йырҙың?

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,

Һалдыр, егет, эйәр ҡашына.

Атам дуҫы, тип, ышанма, егет,

Атаң дуҫы етер башыңа.

Зәйтүнәнең күҙенә Миңлегөл салынды. Бәй, Миңлегөлө илап ултыра түгелме һуң? Әллә ысынлап та илатырлыҡ йыр булды инде?

Мәжлес дауам итте. Бер мәл һүҙҙе Динара Йәлилеваға бирҙеләр. Зәйтүнәнең йөрәге дарҫлап ҡуйҙы – нимә һөйләгән булыр икән инде?

Бына ул тороп баҫты. Килештерә инде. Күҙ йәштәрен һөртөп алған булды.

– Беҙҙең Батыр Усмановичты хөрмәт итеп килгән өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Онотмайһығыҙ, беҙҙең менән бергә ҡайғыраһығыҙ. Минең турала һеҙгә һөйләп тороу кәрәк түгел. Һеҙ мине, мин һеҙҙе яҡшы беләм. Беҙҙең мөнәсәбәттәр ҙә һеҙгә сер булманы. Беҙ уны йәшермәнек тә. Бына беҙҙең тормоштоң тере шаһиты, Ильяс Батыр улы, минең улым, ултыра.

Зәйтүнә ханымдың ҡан баҫымы күтәрелде, йөрәге дарҫлап, алҡымына килгәндәй тойолдо, бер тирләне, бер өшөнө. Тороп төкөрөнөр кимәлгә етә яҙҙы. Нимә һөйләй был аҙғын бисә?! Уның, Зәйтүнәнең, хәләл иренең китеүенә ҡырҡ көн үтмәгән, нимәләр һөйләй – фашлаймы, әллә маҡтанамы? Аһ, былай булһа, Зәйтүнә бер нимә лә белмәй йәшәгән түгелме һуң?

Зал тынды. Йөҙ пар күҙ шым ғына бер Динараға, бер аҫтыртын ғына итеп Зәйтүнәгә күҙ ташлай һәм артабан нимә булырын көтә.

Ғәҙәттә, әйтелгән һүҙҙәргә бәрәбәр ошо урында низағ сығырға тейеш, сөнки ошо низағта яныр утын тығыҙлап өйөлдө, өҫтөнә кәрәсин һибелде, шырпы һыҙаһы ғына ҡалды. Ә шырпыһы, ана, Зәйтүнәнең ҡулында.

Ә Зәйтүнә һаман өндәшмәй. Өндәшмәй ҙә, тегенең һөйләгәнен дә тыңламай. Ә Зәйтүнә үҙ уйҙары менән көрәшә һәм төрлө яҡтан был бисәнең бер моңланып, бер уйланып, хатта шаярып һөйләгәнен тыңламаҫҡа тырыша. Ах, был тормоштоң ҡатмарлы баҫҡыстары! Ошондай һынау үтер, үҙенә лә, иренә лә лайыҡ булмаған һүҙҙәр ишетер, кешеләрҙе кинәндерер өсөн йыйҙымы ни ул был табынды?!

Еңелсә эсеп алғас, телдәр сиселде, хатта тамада ла бер-ике күңелле йыр иғлан итергә батырсылыҡ ҡылды.

Зәйтүнәнең эргәһендә уң яҡтан урын бушаны. Күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды: теге бисә аҡрынлап уның яғына ыңғайлай, малайын эйәрткән. Зәйтүнә менән һөйләшергә, танышырға самалайҙыр инде. Һөйләшмәй тор әле! Зәйтүнә һинең менән нишләп һөйләшһен? Һинең хаяһыҙланғаныңды ниңә тыңлап торһон? Зәйтүнә олпат ҡына итеп торҙо ла, тегеләрҙе күрмәмеш булып, кухня яғына кереп китте: йәнәһе, икенсе блюдо ҡасан була икән.

Тын да алмай быны күҙәткән халыҡ һиҙҙе: Зәйтүнә бының менән һөйләшеп, ваҡланып тормаясаҡ. Ярай, килгәнһең, хәйереңде өләшкәнһең, етте, артабан һиңә иғтибар итеүсе булмаясаҡ, сөнки һин юҡ, һин бында бер кем дә түгел.

Төшөндө теге ҡатын, аңланы. Улын етәкләп, яңынан урынына йүнәлде һәм шым ғына ашана башланы. Миңлегөл, Зәйтүнә эргәһендәге буш урынға килеп ултырып, тегенең өмөтөн тамам өҙөп ҡуйҙы. Ләкин мәжлес яңы башлана, табын ҡыҙа ғына ине әле. Бер нисә кешене тыңлағандан һуң, ҡыҫҡа ваҡытҡа тәнәфес иғлан иттеләр. Күптәр һиҫкәнде, тап ошо тәнәфес байтаҡ һорауҙарға яуап биреүе ихтимал.


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: