+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Декабрь 2020, 22:29

ИРЕ САҠ КИТЕП ӨЛГӨРҘӨ Хикәйә Өсөнсө бүлек

Дини йоланың аҙағы яҡынлашып килгәне һиҙелде. Бая ғына эркелешеп йөрөгән ҡунаҡтар аҡрынлап һарҡа башланы. Барыбер ҙә таралып бөтмәнеләр әле. Мәжлестең иң аҙағына иң түҙемлеләр ҡалды. Ни йәнең менән ташлап сығып китәһең – бына-бына иң ҡыҙығы булырға тейеш. Үткер күҙлеләр бер ыңғай Зәйтүнәне лә, Динараны ла күҙәтеп тора. Әлбиттә, ҡулдарҙа телефондар күптән әҙер, ошондай тамашаны нисек видеоға төшөрмәй ҡалдыраһың инде? Ә Динараның малайы арыны. Ике ултырғысты бергә ҡушып ултыртҡайнылар, ойоп китте, йоҡлап алды. Ильяс, тәү ҡарамаҡҡа бик иркә күренһә лә, сыҙам икән, ыһ та итмәне, баштан алып аҙаҡҡа тиклем түҙемле ултырҙы. Ирекһеҙҙән күптәр уйлап ҡуйҙы: кемгә оҡшаны икән был малай? Батырға тиһәң, мәрхүм яндырай холоҡло булды. Һәр хәлдә, нисек кенә ҡыҙыу ҡыйланмаһын, ыңғай саҡтары күберәк ине.



ИРЕ САҠ КИТЕП ӨЛГӨРҘӨ


Хикәйә

Өсөнсө бүлек


Дини йоланың аҙағы яҡынлашып килгәне һиҙелде. Бая ғына эркелешеп йөрөгән ҡунаҡтар аҡрынлап һарҡа башланы. Барыбер ҙә таралып бөтмәнеләр әле. Мәжлестең иң аҙағына иң түҙемлеләр ҡалды. Ни йәнең менән ташлап сығып китәһең – бына-бына иң ҡыҙығы булырға тейеш. Үткер күҙлеләр бер ыңғай Зәйтүнәне лә, Динараны ла күҙәтеп тора. Әлбиттә, ҡулдарҙа телефондар күптән әҙер, ошондай тамашаны нисек видеоға төшөрмәй ҡалдыраһың инде? Ә Динараның малайы арыны. Ике ултырғысты бергә ҡушып ултыртҡайнылар, ойоп китте, йоҡлап алды. Ильяс, тәү ҡарамаҡҡа бик иркә күренһә лә, сыҙам икән, ыһ та итмәне, баштан алып аҙаҡҡа тиклем түҙемле ултырҙы. Ирекһеҙҙән күптәр уйлап ҡуйҙы: кемгә оҡшаны икән был малай? Батырға, тиһәң, мәрхүм яндырай холоҡло булды. Һәр хәлдә, нисек кенә ҡыҙыу ҡыйланмаһын, ыңғай саҡтары күберәк ине.

– Сәй эсәбеҙ, тамамлайбыҙ, таралышабыҙ, – тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды. Артистар ҙа арынылар, аяҡсыларҙың береһе иҫереп тә китте шикелле.

Ә Зәйтүнә ханым бирешерлек түгел ине әле. Уның түҙемлелеге, барыһын да йөрәгенә һеңдерә алыуы күптәрҙе һоҡландырҙы.

Бер ҡараһаң, низағ өсөн генә ойошторолған һымаҡ ине был табын. Гүйә ул үҙенең Батырының тормошо менән йәшәгән һымаҡ булды. Бындай урында төрлө холоҡло кеше йыйыла, тауыш сыҡмай, янъял тыумай ҡалмай.

Сер түгел, аҙаҡтан ишетелеүенсә, Зәйтүнә ханымды йомшаҡлыҡта ғәйепләүселәр ҙә булған. Йәнәһе, нимә ҡарап торорға? Тегеһе килгән, балаһын эйәрткән. Шунда бөтә халыҡ алдында рисуай итеп, сәсенән һөйрәп йөрөтмәһә лә, ботарла ла ташла бит инде. Юҡ, ул өндәшмәне, тегегә хатта бер генә лә күтәрелеп ҡараманы. Күрмәмеш булды ла ҡуйҙы бит.

Ә тегеһе, тегеһе нимә эшләне һуң? Бәлки, эскегә лә маһирҙыр – иҫереп китте бит. Малайының барлығын онотто. Уныһын кем генә яратманы ла кем генә хәлен һорашманы.

Ильястың эргәһенә Зәйтүнә лә килеп китте. Яҡыныраҡ торғандар шуны ишеткәндәр:

– Йә әле, улым, үҙеңде бер яратайым, – тигән Зәйтүнә. – Ҡалай үҫеп киткән бит әле ул! Ярай, улым, тағы осрашырбыҙ әле. Беҙгә килерһең. Беҙҙә апайҙарың, ағайҙарың бар. Шулар менән аралашырһың, – тип әйткән.

Шул аңлашылды: малайҙың әсәһе быны күрмәй ҡалды. Кухня тирәһенә сығып, нимәлер белешеп йөрөгәнме, мөнәсәбәт асыҡлағанмы.

Ниһайәт, түңәрәкләү тураһында һүҙ сыҡты. Өҫтәл эргәһенә иң ныҡтар һәм түҙемлеләр йыйылды. Бөгөн улар үҙҙәре лә ныҡлыҡтың, аҡылдың һәм сабырлыҡтың шаһиты булды.

Йомғаҡлау һүҙе менән Зәйтүнә ханым сығыш яһай, тинеләр. Табын тып-тын ҡалды, хатта ара-тирә себер осҡаны ишетелә ине.

– Минең хәләл ирем Батыр Усман улы хөрмәтенә, уның яҡты рухына баш эйеп килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Ғүмер шулай тиҙ уҙа, ҡырҡ көн үтеп тә киткән икән шул. Үлгән һымаҡ та, киткән һымаҡ та булманы. Әле үҙем дә, ҡайҙалыр эш менән йөрөй ирем, үҙенә киске тамаҡҡа нимә бешерәйем икән, тип уйлап, алданып та ҡуям.

Һеҙ уны бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ. Ул ихлас, йомарт, изге күңелле кеше ине. Күптәрегеҙ уның ярҙамсыллығын татығандыр. Әгәр шулай булмаһа, көн оҙоно бергә ултырмаҫ инегеҙ.

Мәрхүмдәр тураһында аҙаҡ төрлө хәбәр сығыусан, уйҙырмалар таралыусан. Ундайҙар минең ирем хаҡында ваҡ-төйәк мажаралар һөйләмәһен. Ул лайыҡлы йәшәне һәм үҙе тураһында йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Әйҙәгеҙ, беҙ уны, Батыр Усман улын, яҡты иҫтәлектәр менән хәтерләйек.

...Һуңынан, барыһы ла таралышып бөткәс, эш мәшәҡәте менән иртәрәк ҡуҙғалғандар тороп ҡалғандарҙы, телефондан шылтыратып, байтаҡ йонсотто әле.

– Нисек булды?

– Нимә менән бөттө?

– Тегеләр нимә эшләне?

Нишләһен инде? Бер нәмә лә эшләмәне. Шатлыҡ та, йүгәнһеҙ хис-тойғо ла, мәкер ҙә өҫкә ҡалҡа алманы. Зәйтүнәнең аҡылы һәм түҙемлеге еңде. Нимә булһын инде? Шунда тауыш сығарһалар, исмаһам, бер-береһенә ауыр һүҙ әйтешһәләр, кемдәрҙеңдер күңеле булыр ине. Юҡ, барыһы ла юғары кимәлдә үтте.

Онотола яҙған. Аҙаҡҡараҡ Ильяс, Зәйтүнә эргәһенә килеп, һыйыныбыраҡ торҙо. Белмәҫһең, нимә өмөт иткәндер сабый. Быны күреп, әсәһе лә шымды бит әле. Бөгөн дөрөҫ әйттеләр шул: тормош бер ниндәй кәртәләргә ҡарамай дауам итә. Хатта быны Ильяс та аңланы шикелле.

Тамам.
Читайте нас: