+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Декабрь 2020, 16:49

БӘХЕТ УРЛАУСЫ

ХикәйәӘнүрҙәргә Ленар һигеҙенсе класта уҡыған ваҡытта килеп ҡушылды. Был элиталы мәктәпкә ул ниндәй юлдар аша килгәндер – әле булһа билдәле түгел. Ленар тәү ҡарамаҡҡа үҙе хаҡында бер ниндәй ыңғай фекер ҙә уятманы. Уҡыуы уртаса, хатта, барыһын да аптыратып, икеле алған осраҡтары ла булды. Өйгә эштәрҙе эшләүгә лә бик яуапһыҙ ҡарай торғайны, ә кейем-һалымына килгәндә, башҡаларҙан бик айырылмай, ләкин бөхтәлек һәм таҙалыҡ менән дуҫ, тип әйтеп булмаҫ ине.Инде үҫеп, егеттәрҙең, ҡыҙҙарҙың танауына еҫ инә башлағас, класс етәксеһе Роза Мәргәновна уларҙың абруй рейтингын билдәләү тигән уйын уйлап сығарҙы. Роза Мәргән ҡыҙы ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына аңлатмалар менән һәр уҡыусының рейтингын иғлан иткәндә Ленарҙың малайҙар араһында иң һуңғы урынды биләүе асыҡланғас, ҡыҙҙарҙың хихылдашҡаны ишетелде. Ә Ленар нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаны ла шикелле. Хатта класс етәксеһенең эргәһенә килеп: “Ә миңә нисәнсе урын?” – тип һорап торғаны хәтерҙә ҡалған. Ленар үҙенең мөмкинлектәрен шулай юғары баһаланы микән – сығарылыш кисәһендә һәр яҡтан да кластың йондоҙо иҫәпләнгән Светлана Минһажеваға үҙенең уға битараф булмауы хаҡында һөйләп аҙапланған. Хатта бер аҙ эсеп алғас, эргәһенә һыйынып, ҡосаҡларға маташҡан.

Хикәйә

Әнүрҙәргә Ленар һигеҙенсе класта уҡыған ваҡытта килеп ҡушылды. Был элиталы мәктәпкә ул ниндәй юлдар аша килгәндер – әле булһа билдәле түгел. Ленар тәү ҡарамаҡҡа үҙе хаҡында бер ниндәй ыңғай фекер ҙә уятманы. Уҡыуы уртаса, хатта, барыһын да аптыратып, икеле алған осраҡтары ла булды. Өйгә эштәрҙе эшләүгә лә бик яуапһыҙ ҡарай торғайны, ә кейем-һалымына килгәндә, башҡаларҙан бик айырылмай, ләкин бөхтәлек һәм таҙалыҡ менән дуҫ, тип әйтеп булмаҫ ине.

Инде үҫеп, егеттәрҙең, ҡыҙҙарҙың танауына еҫ инә башлағас, класс етәксеһе Роза Мәргәновна уларҙың абруй рейтингын билдәләү тигән уйын уйлап сығарҙы. Роза Мәргән ҡыҙы ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына аңлатмалар менән һәр уҡыусының рейтингын иғлан иткәндә Ленарҙың малайҙар араһында иң һуңғы урынды биләүе асыҡланғас, ҡыҙҙарҙың хихылдашҡаны ишетелде. Ә Ленар нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаны ла шикелле. Хатта класс етәксеһенең эргәһенә килеп: “Ә миңә нисәнсе урын?” – тип һорап торғаны хәтерҙә ҡалған.

Ленар үҙенең мөмкинлектәрен шулай юғары баһаланы микән – сығарылыш кисәһендә һәр яҡтан да кластың йондоҙо иҫәпләнгән Светлана Минһажеваға үҙенең уға битараф булмауы хаҡында һөйләп аҙапланған. Хатта бер аҙ эсеп алғас, эргәһенә һыйынып, ҡосаҡларға маташҡан.

– Һин нимә, йолҡош?! – тигән уға класс йондоҙо. – Минең турала мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандар хыяллана, томшоғоңдо ҡайҙа һонаһың? – тип, тупаҫ итеп ҡыуып ебәргән. Аҙаҡтан Ленар ҡайҙалыр юғалдыһәм уның хаҡында байтаҡ ҡына бер хәбәр ҙә ишетелмәне. Класташтар һирәк-мирәк осрашҡан, йыйылышҡан саҡта, моғайын, уны иҫкә алыусы ла булмағандыр.

Бер заман, мәктәпте тамамлауҙың ун биш йыллығы айҡанлы класташтар осраша икән, тигән хәбәр ишетелеп ҡалды. Ойоштороусыһы кем, тиһегеҙ инде. Әлеге Света икән. Ул ни, элек уҡығанда ла әүҙем ине, әле лә шул холҡон ташламаған. Ул барыһының да телефонын тапҡан, шылтыратып сыҡҡан, хатта Ленарҙың да ҡайҙа йөрөгәнен асыҡлаған.

Ә беҙҙең Ленар ҡайҙа йөрөгәнен беләһегеҙме? Һөйләһәк, ышанмаҫһығыҙ. Ул Мәскәүҙә бер компанияның топ-менеджерҙарының береһе, бик юғары күтәрелһә лә, үҙен бик ябай тота икән.

Ленар хаҡында шундай кеше ышанмаҫлыҡ хәбәрҙәре ишеткән Светаның класташы, хәҙер ире, баяғы мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Марат Әмиров менән Ленар хаҡында бик ғорурланып һөйләгәндәрен ишетеүселәр бар, хатта ресторанға банкетты Ленар үҙе генә түләргә риза булған. Света оҙаҡҡа һуҙмай уға счет ебәргән һәм көтә башлаған, йәнәһе, ҡасандыр уға ғашиҡ булып йөрөгән, хәҙер текә топ-менеджерға әйләнгән Ленар уға шылтырата ла менюҙы билдәләйҙәр, нимә эсеү хаҡында һөйләшәләр. Ләкин күпме генә көтмәһен, Ленарҙан бер хәбәр ҙә юҡ икән, етмәһә, телефоны ла яуап бирмәй. Был хәбәр ысынмылыр-бушмылыр, Света шунда уҡ: “Ул йолҡоштан нимә сыҡһын, алдағаны һиҙелә ине, мин шулай булып тип уйлағайным да”, – тип хәбәр таратҡан.

Нисә меңдән йыйылышырға һөйләшкәс, Света, Ленарҙың гуманитар ярҙамынан өмөт өҙөп, аҡса йыя башлаған. Ниңә ике мең, бер мең-мең ярым етмәгәнме, тип һатыулашыусылар ҙа булған. Шулай ҙа кемдәр килә, мең тәңкә, кемдәр банкетта ла булырға теләй, мең ярым тип һөйләшкәндәр. Ә аҡса бирергә теләмәүселәр ҙә бар. Уларҙы өгөтләй-өгөтләй көнө етергә өс көн ҡалғас, Светаға Президент-отель ресторанынан шылтыраталар икән. Администратор нимә тип шылтыратҡанын беләһегеҙме? Юҡтыр. “Һеҙҙең банкетты Мәскәүҙән бер әфәнде тулыһынса түләне һәм шул суммаға өҫтәл ҡороуҙы һеҙгә йөкмәттеләр”, – тигән. Баҡтиһәң, бындағылар үҙ-ара һатыулаша-һатыулаша аҡса йыйған арала әлеге Ленар сығымдарҙы ҡаплап та ҡуйған. 20 уҡыусыға иҫәпләп, 60 мең һум аҡса күсергән.

Класташтар йыйылмайынса, бай өҫтәлде күрмәйенсә Ленарҙың йомартлығына барыбер ышанмағандар. Света ла хәйләкәр бит инде, йыйылған аҡсаны кире ҡайтармаҫ өсөн уҡытыусыларға сувенир-маҙар алырға уйлаған да, ләкин күпселек баш тартҡан. Берәүҙең дә артыҡ аҡсаһы юҡ, кире бирегеҙ, тигән талап ҡуйғандар.

Бына шәмбе етте. Сәғәт өскә тип һөйләшкәйнеләр, иртәк йыйылып бөттөләр. Йылдар, әлбиттә, үҙенекен эшләй, халыҡ аҡрынлап ҡартая, олпатлана, хатта ҡайһы береһен танырлыҡ та түгел. Светлана Минһажева ғына шул килеш ҡалған. Һаман да оҙон сәстәрен ялпылдатып, йәш ҡыҙҙар һымаҡ класташтары араһында йөрөп ята. Әйткәндәй, быға тиклем барлыҡ кисәләрҙән баш тартып йөрөгән мәктәп директоры, класташтар араһында Мәскәүҙең үҙенән билдәле эшҡыуарҙың киләсәге, уның сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алыуы хаҡында ишеткәс, ҡатнашырға ризалыҡ бирҙе. Билдәле инде, Ленарҙы күреп ҡалырға, үҙе менән һөйләшергә, мөмкин булһа, спонсор итеп күрергә теләйҙер.

Бына Президент-отель биләмәһенә ҡап-ҡара лимузин килеп керҙе һәм унан ябай ғына кейенгән Ленар килеп төштө. Класташтар уны шунда уҡ һырып алдылар, һәр береһе иҫәнләште, ҡосаҡлап алырға теләүселәр ҙә булды. Света, мәҫәлән, үҙенең күптәнге танышын, тәүге мөхәббәтеләй күреп, ике битенән үбеп алырға ла тартынманы. Марат Әмиров, ҡайҙалыр инженер булып йөрөймө шул, ул да тыйнаҡ ҡына итеп күрешеп китеүҙе кәрәк тапты. Ленарҙы мәктәп директоры ҡаршыһына килтереп баҫтырҙылар. Мәктәп етәксеһе яңы ғына эшләй башлаған, тулҡынланыуын, ғорурланыуын йәшермәне, визиткаһын сығарып тотторҙо, бөгөн булмаһа, иртәгә Ленарҙы, хәйер, Ленар түгел, Ленар Фәтиховичты мәктәптә күрергә шат буласағын белдерҙе.

– Бер аҙнаға яҡын торам, – тине Ленар. – Мәктәпте күрергә бик шат буласаҡмын.

Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙең халыҡ кеҫәһенән аҡса сығармай ғына бушҡа ашап-эсеүҙе әүәл-әүәлдән ярата. Бөгөнгө кисә был йоланы тулыһынса раҫланы. Әйтәһе түгел, бик матур ултырҙылар. Тәүҙә ябай ғына музыка ине, мул табыш еҫен һиҙеп, ресторандың оркестрында уйнаусылар килеп етте, ашанылар-эстеләр, шул арала йырларға, бейергә, тостар әйтергә, күңелле хәтирәләргә бирелергә өлгөрҙөләр. Бер-береһе менән бейемәгән, бер-береһен тансыға саҡырмаған кеше ҡалмағандыр. Шунда директорҙың кисәләргә йөрөмәүенең төп сәбәбе асыҡланғандай булды. Олпат ҡына был кешенең бер-ике рюмка эскәс тә иҫерә, иҫерһә, ҡысҡырып һөйләй һәм берәүҙе лә тыңламй торған ғәҙәте бар икән. Кисә башланып, бер-ике тост әйткәйнеләр, ултырған еренән һөйләй башланы һәм аҙаҡҡа тиклем тынманы. Марат ҡатынының Ленар менән, бер-береһенә баштарын терәп, нимә хаҡындалыр бик уйсан һөйләшеп ултырыуҙарын күрҙе, ләкин иғтибар итмәне. “Минең ҡатыным менән һөйләшеп ултыра”, – тип тауыш сығарып йөрөмәҫ бит инде. Осрашыу күңелле генә дауам итте. Марат бер ҡарағанында өҫтәл артынан ҡатынының юҡҡа сығыуын күрҙе. Йөрөйҙөр шунда, йә ҡатын-ҡыҙҙар бүлмәһендәлер, тип, үҙен тынысландырырға тырышты. Икенсе ҡарағанында Ленарҙың урыны ла буш ине.

Кисә әле тамамланырға уйламай. Күмәкләшеп фотоға төштөләр. Марат шунда Ленарҙың ғына түгел, ҡатынының да һаман юҡлығына иғтибар итте. Эҙләштереп, һораштырып ҡарағайны, берәү ҙә күрмәгән. Кемдән һорамаһын – мыҫҡыллы йылмайып, ситкә ҡараған булалар. Аптырағас, телефонына шылтыратты. Эргәлә генә шылтыраған тауыш сыҡты. Салфетканы күтәрһә, телефон шунда ята. Марат һаҡланып ҡына, артығын эсмәй генә ултыра ине, ҡатыны менән Ленарҙың юҡҡа сығыуын аңлағас, саманы юғалтты һәм, бер-ике рюмканы ныҡлы күтәреп ҡуйғас, иҫерҙе.

Осрашыу бик матур тамамланды. Ҡат-ҡат Ленар Фәтиховичҡа рәхмәттәр уҡынылар, тағы ла килеүен, класташтарын, үҙен оло юлға сығарған мәктәбен онотмауын һоранылар. Тик был хаҡта Ленар иштемәне, сөнки бында юҡ ине. Ә уның юҡлығына иғтибар итеүсе булманы. Марат ҡына Ленарҙың исеме сыҡҡан һайын тегеләй ҙә ҡарап, былай ҙа ҡарап, Ленарҙы табырға тырышты. Марат, ултыра торғас, йоҡлап китте. Айнығыраҡ класташтары Маратты өйөнә оҙатып ҡуйҙы. Марат Светаның телефонын да алып ҡайтты. Фатирына ингәйне, ҡатынының телефоны шылтырай башланы. Ҡараһа, ниндәйҙер ят номер. Марат трубканы алды. Теге башта:

– Һеҙ кем, ниңә минең телефон һеҙҙә? – тип мөңгөрләне ҡатыны.

– Ә һинең телефоның кемдә булырға тейеш? – тине ире.

– Ә-ә, һин икәнһең, ярай телефонды алғанһың, юғалған тип ҡотом осҡайны.

– Телефоның юғалманы – тине ире аҡрын ғына. – Ә һин үҙең юғалманыңмы?

– Һин нимә һөйләйһең? Нишләп мин юғалырға тейеш? – тине ҡатыны.

– Ә һине урламанылармы? – тине ир, ҡыҙғандан-ҡыҙа барып.

– Ә кем мине урларға тейеш?

– Мәҫәлән, теге Мсәкәү ҡунағы, текә бизнесмен.

– Их, һин, кемгә үреләһең? – тине ҡатыны. – Әгәр ул мине урлаһа, минән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ ине.

– Ярай, улайһа, бәхетле бул, ә мин фатирымда ҡалам, – тине ир һәм бәйләнеште өҙҙө.

Марат аш бүлмәһенә үтте, крандан һалҡын һыу ағыҙып эсте.

Иртән тағы телефон шылтыраны.

– Хәйерле иртә, Марат класташ, – тине Ленар. – Таң менән борсоуым өсөн ғәфү үтенәм. Мин Өфөлә ун йылдан ашыу булғаным юҡ. Һинең ҡатының, Светаны әйтәм, яңы урындар менән таныштырмаҡсы ине. Әле йоҡлай. Һин беҙгә ҡушыла алаһың. Әгәр теләһәң, Президент-отелгә 511-се бүлмәгә кил.

Марат тәүҙә бик оҙаҡ уйланы. Әсе генә яуап бирергә теләге бар ине, ләкин бик тәрбиәле үҫкән, иң киҫкен шарттарҙа ла мөнәсәбәт ҡора белгән, тыныс, инсафлы ир: “Мин һеҙгә рөхсәт итәм”, – тип әйтеүҙән башҡа һүҙ таба алманы.

Иң ҡаты һүҙҙәрҙе ул дүрт көн үткәс, ҡатыны нисек юғалһа, шулай шым ғына ҡайтып ингәс тә, таба алмаясаҡ. Бары тик таныштарынан ғына: “Беҙҙең загс идаралығы филармония эргәһендә ине, әле лә шундамы? Берәй урынға күсмәнеме?” – тип ҡыҙыҡһынасаҡ.


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: