-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Декабрь 2020, 00:10

ӨС ИРҘЕҢ ИКӘҮҺЕ...

Тормош дауам итә. Унда хәл иткес үҙгәрештәр тойолмай тип әйтерлек. Ҡайҙа ғына барма, ниҙәр генә ҡылма, ғаиләһеҙ йәшәүе ҡыйын. Ир, ҡатын, һөйәркә һымаҡ күренештәр менән хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай. Ана, социологтар нимә һөйләй: әлеге өсмөйөш борондан ҡалған, ҙур һынауҙар үткән, тимәк, ул киләсәктә лә һаҡланасаҡ.Ябай ғына итеп әйткәндә, хәҙер күҙәтелеүенсә, ике никахтың береһе тарҡалып бара. Ләкин быға ғәжәпләнергә һәм айырыуса фажиғә яһарға ярамай. Мөхәббәт һәм яратыу һымаҡ хис-тойғо эргәһендә бер-береңә өйрәнеү һымаҡ мәңгелек ғәҙәттәр ҙә бар бит әле. Ә һеҙ беләһегеҙме, ғаиләһен ҡалдырған өс ирҙең икәүһе аҙаҡ үҙенең элекке ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайта.Минең Ирек исемле дуҫым бар. Беҙҙең өсөн тыйылған темалар юҡ. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһенә, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылғанда.


ӨС ИРҘЕҢ ИКӘҮҺЕ...

Тормош дауам итә. Унда хәл иткес үҙгәрештәр тойолмай тип әйтерлек. Ҡайҙа ғына барма, ниҙәр генә ҡылма, ғаиләһеҙ йәшәүе ҡыйын. Ир, ҡатын, һөйәркә һымаҡ күренештәр менән хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай. Ана, социологтар нимә һөйләй: әлеге өсмөйөш борондан ҡалған, ҙур һынауҙар үткән, тимәк, ул киләсәктә лә һаҡланасаҡ.

Ябай ғына итеп әйткәндә, хәҙер күҙәтелеүенсә, ике никахтың береһе тарҡалып бара. Ләкин быға ғәжәпләнергә һәм айырыуса фажиғә яһарға ярамай. Мөхәббәт һәм яратыу һымаҡ хис-тойғо эргәһендә бер-береңә өйрәнеү һымаҡ мәңгелек ғәҙәттәр ҙә бар бит әле. Ә һеҙ беләһегеҙме, ғаиләһен ҡалдырған өс ирҙең икәүһе аҙаҡ үҙенең элекке ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайта.

Минең Ирек исемле дуҫым бар. Беҙҙең өсөн тыйылған темалар юҡ. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһенә, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылғанда.

– Бөттөм, харап булдым! Ятһам да, торһам да, уны ғына уйлайым. Дуҫ, ҡотҡар, кәңәшеңде бир!. Харап булдым бит, харап булдым, – тип илай-илай үҙенең драмаһын һөйләп бирҙе. Уға 37 йәш. Уның бүлегенә 22 йәшлек ҡыҙҙы эшкә алғандар. Тәүге көндән үк был ҡыҙ, Гүзәл тип әйтәйек, Ирек менән ҡыҙыҡһына башлаған, ваҡыт-ваҡыт һүҙ ҡушҡан, өтөрөмдө ҡарап бир, машинамдың асҡысы ярамай, кисә, ғөмүмән, тоҡанманы, тип, асыҡ ауыҙ ирҙе шыпа үҙенә яҡынайтып алған.

Ай самаһы шулай йонсотҡандан һуң, фатирына лампочка борорға саҡырған. Ирек барған лампочка борорға. Өс бүлмәле фатир, ялан ҙурлыҡ йоҡо бүлмәһе, щул бүлмәнән саҡ ҡына бәләкәйерәк карауат. Яҡтыртыу проблемаһын хәл иткәнме – белмәйем, эште аш бүлмәһенән башлағандар. Ирек 12 мең һумлыҡ коньякты нисек эсеп бөткәнен дә хәтерләмәй. Иртән уянып китһә, эргәһендә бәхете йөҙөнә сыҡҡан Гүзәл ята.

Ҡыҙ уяныр-уянмаҫ ата-әсәһе менән танышыу, ғаилә ҡороу, туй үткәреү, ниндәй туй күлдәге алыу хаҡында һүҙ асҡан. Әле айнып та бөтмәгән Ирек баш һелкеп ултырған һәм бынан нисек тә ҡасыу юлын эҙләй башлаған һәм, әлбиттә, таба алмаған.

Дуҫым был хаҡта миңә ҡалтырана-ҡалтырана һөйләне. Ҡыҙҙың атаһының депутат, ҙур ғына заводта директор урынбаҫары булыуы хаҡында белгәс, ҡайҙа булһа ла олағыу хаҡында уйлана башлаған.

Ә йома кис Гүзәл быны ҡунаҡҡа саҡырған. Атаһы һәм әсәһе менән таныштырыу өсөн.

Ҡайны менән ҡәйнә әле тормошҡа ашырылмаған кейәүҙе бик ҙурҙан һалдырып, ихлас ҡабул иткән. Иректең ғаиләһе, ҡатыны һәм ике балаһы тураһында иҫкә алыусы ла булмаған. Ҡайны кейәү булаһы кешенең шул ғына эш хаҡына интегеүе хаҡында белгәс, хәҙерге эш хаҡынан ун тапҡыр тиерлек күберәк аҡса тәҡдим иткән. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн төн уртаһында персонал менән эшләүсе менеджерҙы түшәгенән ҡуҙғатҡан да бер сәғәт эсендә Иректең алдына приказ проектын һалған һәм яңы тәғәйенләүҙе йылы килеш йыуырға тәҡдим иткән.

Юҡ, ғаилә бәхәстәре, өс мөйөшлө низағтар буйынса мин белгес түгел. Ә Ирек дуҫым көтмәгәндә өҫтөнә ишелгән бәхеттән ни ҡыуанырға, ни ҡайғырырға белмәй һәм минән кәңәш һорай ине.

Йәшермәйем, мин унан көнләштем. 20 мең эш хаҡы урынынан 185 меңдән мин үҙем баш тарта алмаҫ инем. Дуҫым минең күҙ алдында үҫте. Уҡыған саҡтағы аслы-туҡлы йөрөгәндәрҙе нисек онотаһың? Һалҡын көҙҙә уҡырға йөрөргә пальтоһы юҡ ине, мин иҫке курткамды бүләк иттем, ҡышҡы ботинкаларының табаны аҡтарылып, аяҡ кейемһеҙ ҡалғас, ташлармын тип йөрөгән кроссовкийымды бирҙем, шуның менән ҡыш сыҡты.

Уңамы, туңамы, белмәйем, гөрләтеп туй үткәрҙек. Туй сәйәхәте сифатында Канарғамы әллә Ҡаранғамы юлландылар. Улар ҡайтҡас, Ирек менән Гүзәлде тағы бер-ике күрҙем әле. Бер-береһенә тотоношоп, етәкләшеп кенә йөрөүҙәре! Йыл үтмәне, ҡыҙҙары тыуҙы. Бер көн кис Ирек миңә килеп инде. Йылдан артыҡ күрешмәгәйнек, тауышынан ғына таныным. Йонсоу, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир минең йәшлек дуҫым Ирек булып сыҡты.

­– Мин ҙур хата ебәрҙем, – тине ул, күҙҙәрен йәшләндереп. – Үҙемдең хис-тойғоларыма хужа була алманым. Элекке тормошома нисек ҡайтырға икән, ярҙам ит.

– Һин нимә, Ирек? Элекке тормошоңа ҡайтыу әлеге бай, етеш тормошоңдан баш тартыу тигән һүҙ. Ҡайның, бер сәбәбен табып, үҙеңде ултыртып ҡуймаһа ла, эштән сығарып ташлаясаҡ бит.

– Ҡайны өсөн борсолма. Ул минең яҡлы. Етмәһә, ул үҙе ғаиләһен ҡалдырып йөрөй. Гүзәлдән йәш ярымға кесерәк ҡыҙға өйләнде. Өҫтәүенә, өйҙән китеүен, минән өлгө алды, тип ғәйепләйҙәр.

Ошо урында бәләкәй генә хәтирәләргә биреләйек. Ирек һис тә насар кеше түгел. Яңы ғаилә ҡорғас, элеккеһенә ныҡлы ярҙам иткән. Мөмкинлеге булғас, бер бүлмәле фатирын икәүле иткән. Әле ҡайтам тип йыйынһа, ҡатыны ҡаршы икән. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ, юҡ. Айына 20 меңгә йөрөгән инженер яңы эш урынында юғары эш хаҡы менән үҙенең элекке ғаиләһенең төп тәьминәтсеһенә әйләнгән.

Социологтар билдәләүенсә, ғаилә ҡиммәттәре хәҙер үҙенә күрә етди һынау осоро кисерә. Хәҙер тойғолар түгел, матди ихтыяж өҫтөнлөк итә һәм элекке традицион мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара бара. Ә уларҙың артабанғы үҫеше хаҡында – киләһе күренештәрҙә.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас в