+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Декабрь 2020, 01:43

ӨС ИРҘЕҢ ИКӘҮҺЕ... – 2

Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәрен барлағанда тәүҙә уларҙың тормошҡа ҡарашын асыҡларға кәрәк, сөнки ирҙәр һәм ҡатындар никахҡа һәм мөхәббәткә икеһе ике төрлө ҡарай. Тәмле ашарға, матур кейенергә, йомшаҡта йоҡларға яратҡан көслө зат, мөхәббәтте икенсе урынға ҡалдырып, никахҡа, көнкүрешкә нығыраҡ иғтибар итеүсән. Ә ҡатын-ҡыҙ мөхәббәт, тоғролоҡ һымаҡ юғары тойғоларға табына, ышана һәм өмөтләнә. Ошо урында эт менән бесәй һымаҡ тигән төшөнсә иҫкә төшә. Ҡатын-ҡыҙҙы мәңге йылы эҙләп, иркәләнеү һәм йылы көҫәп йөрөгән мәкерле һәм хәйләкәр бесәй менән сағыштырһаҡ, тупаҫ, гел өрөп торған, мәңге тормошонан ҡәнәғәт булмаған хайуандың кем икәнлеген күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Күптәр эт менән бесәй аҫрай, ә уларҙың үҙ-ара дошманлығының серен беҙҙең маҡтаулы ғалимдарыбыҙ яңыраҡ ҡына сисеүгә өлгәшкән. Биш тәңкә һымаҡ бөтәһе лә бик ябай. Эт менән бесәй биләмәлә йәки территорияла хужа булыу өсөн тынышмай икән. Шул әлеге ир менән ҡатын һымаҡ инде – кем хужараҡ? Ә инде, ғалимдар фараз итеүенсә, бесәйҙәрҙең кешеләрҙе аңлауына ышанһаҡ һәм теге йәки был бәхәстәрҙә үҙҙәренә оҡшаш ҡатын-ҡыҙҙы яҡлауҙарын иҫәпкә алһаҡ, барыһы ла аңлашыла.

ӨС ИРҘЕҢ ИКӘҮҺЕ – 2

Ҡатын-ҡыҙ ир-атты ни өсөн ярата? Бергә йоҡлау, ашарға бешереү, кейем-һалымын йыуыу өсөн генә түгел бит инде. Юҡ, ҡатын-ҡыҙ өсөн ир-ат ул иң тәүҙә хәстәрлек күреү, уны тәрбиәләү, уның эргәһендә үҙен ышаныслы тойоу өсөн кәрәк. Ир-ат иһә ошо барлыҡ хәстәрлектәрҙе рәхмәтһеҙ ҡабул итә, шулай булырға тейеш тип уйлай һәм уның эргәһендә булғаны өсөн генә лә ҡатыны уға бурыслы тип иҫәпләй.

Социологтар шуны асыҡлаған: күпселек ирҙәр ғаиләһенән китеү, һис юғы ваҡыт-ваҡыт һөйәркәгә һыйыныу хаҡында хыялланып йәшәй һәм туҡтауһыҙ ҡатынынан зарлана. Йыш ҡына ҡатындарын ташлап китеү менән ҡурҡыталар, ләкин өйҙән ҡасырға ашыҡмайҙар. Шуның өсөн ҡатындарға боронғо кәңәш бик ярап ҡала. Ә был кәңәш нимәнән ғибәрәт һуң?

Ҡыҫҡаһы, ирҙе этте ҡараған һымаҡ тәрбиәләргә, йылыла, таҙала йоҡлатырға, ашатырға. Әлбиттә, прогулкаға ебәреп алырға лә кәрәк, йәнәһе, өйрәнгән урынына ҡайта ул, тип уйлаусылар бик ныҡ хаталана. Шуныһы билдәле: ир-ат йомшаҡ түшәккә, тәмле ашҡа бик тиҙ өйрәнә һәм уларҙы юғалтыуҙан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡа. Сир китә, ғәҙәт китмәй, тигән һымаҡ, эргәгеҙҙә шым ғына йоҡлағанға һалышып ятҡан ирегеҙҙең икенсе ғаилә хаҡында өмөтһөҙ генә хыялланыуы бик ихтимал. Беҙ белгән бер осраҡта, мәҫәлән, ирҙең ғаиләһен ташлап китеү хаҡында ауыҙ асыуы булды, ҡатыны, ана бара юлың, тигән ҡиәфәт менән сумаҙанын ишек төбөнә ултыртып та ҡуйҙы. Хәҙер ун йыллап булалыр, ир ғаиләһен ҡалдырыу хаҡында ауыҙ асырға ла ҡурҡа.

Ғаиләһен ташларға тәүәккәләгән осраҡтарҙы тарих бик күп белә. Бына Нәғим исемле ирҙең тормошонан бәләкәй генә ғибрәт. Яратып йөрөгән ҡыҙы уны ташлап кейәүгә сыҡҡандан һуң, Нәғим беренсе осраған ҡыҙға өйләнде. Матур ғына йәшәп алып киттеләр. Нәғим эсмәй, ҙур эш хаҡы ала. Ҡатыны Сәриә күҙенә генә ҡарап тора. Ике бала үҫтерәләр. Мәңге шулай булыр һымаҡ ине. Маршруткала Нәғим үҙенең тәүге мөхәббәтен осратты. Заманында үлеп яратҡан Мәрйәме иренән айырылған, фатирын юғалтҡан һәм бик ауыр хәлдә тороп ҡалған.

Нәғим яңынан йәшлеккә әйләнеп ҡайтҡандай булды. Мөхәббәтенең телефон номерын һорап алды һәм һуңғы ун биш йылда беренсе тапҡыр кис һуңлап ҡайтты, иртәгәһен балыҡҡа китте һәм тамам ҡулдан ысҡынды.

Хәл-ваҡиғаларҙың үҙ файҙаһына үҙгәреүен күргән Мәрйәм Нәғимде әүрәтеүен дауам итте, һәм Нәғим оҙаҡламай никахын тарҡатыу тураһында ғариза бирҙе.

Мөхәббәт ҡомары бер айға ла барманы. Әлеге Мәрйәм элекке Мәрйәм түгел икән. Тәмәке тартыуын ташлағаны һәйбәт, әлбиттә, тик бына араҡыға әүәҫ булыуы Нәғимгә һис оҡшамай. Бер көн Нәғим үҙе лә һиҙмәҫтән элекке ғаиләһенең хәлен барып белергә булды. Барып керһә, Сәриә бер ир менән күңеле генә итеп сәй эсеп ултыра, хатта элекке иренең килеп инеүенә асыҡтан-асыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә. Нәғим иптәштәренә һөйләй икән: “Ҡайтып керһәм, ниндәйҙер бәндә минең яратҡан көрөшкәмдән сәй эсә, етмәһә, “Сәриә, беҙгә кемдер килде”, тип мөңгөрләй”.

Нәғимгә ҡайғыһынан эсеп иҫереүҙән башҡа сара ҡалмай. Инде Мәрйәменә: “Мин һинең менән йәшәй алмайым”, – тип аҡланырға тырышыуы бер ниндәй һөҙөмтә лә бирмәгән, сөнки Мәрйәм Сәриә менән алдан уҡ һөйләшеп ҡуйған икән. Нәғимде аҡылға ултыртыу өсөн икәүләшеп мәкерле план ҡорғандар.

Был осраҡтың үҙ сәбәптәре бар. Шуны белегеҙ: ир-ат бик ҡомһоҙ милексе. Улар ҡатынын, балаларын ғына түгел, ғүмер буйы ишек төбөндә ятҡан тәпешкеһен дә йәлләйәсәк.

Социологтар әлегә күпселек осраҡта статистика менән мауыға. Ирҙәрҙең ғаиләләрен ҡалдырыуының, аҙаҡ саҡ ҡына ла оялмайынса әйләнеп ҡайтыуҙарының сәбәптәрен етди генә итеп аңлата алмай. Был осраҡта әлеге халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итергә тура килә. Ә унда нимә яҙылған һуң? Унда былай тип яҙылған: ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙға беренсе никах – Хоҙайҙан, икенсе никах – шайтан ҡотҡоһо, ә өсөнсөһө – яҙмыш. Һеҙгә ошо өсәүҙең ҡайһыһы нығыраҡ яҡын? Үҙегеҙҙең яҙмышығыҙҙы һынап ҡарарға көсөгөҙ етерме? Шуларҙы уҡығыҙ ҙа шым ғына донъя көтөүегеҙҙе дауам итегеҙ. Әгәр беҙҙең кәңәш оҡшамаһа, ошо мәҡәләне өр-яңынан тағы бер тапҡыр уҡып сығығыҙ. Был осраҡта ла ярҙам итмәһә, тимәк, һеҙ – рәхәт тормоштан туйған бәндә.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: