0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Декабрь 2020, 22:24

ҠЫШ БАБАЙ, ҠЫШ БАБАЙ, ӘСӘЙЕМДЕ АЙНЫТ, АТАЙЫМДЫ ҠАЙТАР, ҠУСТЫМДЫ ҺӨЙЛӘШЕРГӘ ӨЙРӘТ!

ХикәйәЯңы йылға тиклем бер нисә генә көн ҡалды. Иртәгә уҡыуҙың һуңғы көнө. Сәлимә ҡустыһы Дамирҙы йоҡларға һалды ла туҙып бөткән юрғаны эсенә сумды.Әсәһе баяраҡ бер иҫерек ир менән ҡайтҡайны. Шулар баянан бирле кухняла аҡса өсөн талаша.– Мең тәңкә ине, һин алғанһың, – тип ҡысҡыра ир, ҡатлы-ҡатлы һүгенеп.– Алманым, алһам, ана, балаларға ашарға алыр инем, – тип сәкәләшә әсәһе.– Бир, ҡәһәр һуҡҡыры уғыры ҡатын, хәҙер һуям, – ти.– Мә, һуй, балаларымды үҙең ҡарарһың! Ана, аталары һуйырға иткәйне, алты йылға тыҡтым да ҡуйҙым.

Хикәйә

Яңы йылға тиклем бер нисә генә көн ҡалды. Иртәгә уҡыуҙың һуңғы көнө. Сәлимә ҡустыһы Дамирҙы йоҡларға һалды ла туҙып бөткән юрғаны эсенә сумды.

Әсәһе баяраҡ бер иҫерек ир менән ҡайтҡайны. Шулар баянан бирле кухняла аҡса өсөн талаша.

– Мең тәңкә ине, һин алғанһың, – тип ҡысҡыра ир, ҡатлы-ҡатлы һүгенеп.

– Алманым, алһам, ана, балаларға ашарға алыр инем, – тип сәкәләшә әсәһе.

– Бир, ҡәһәр һуҡҡыры уғыры ҡатын, хәҙер һуям, – ти.

– Мә, һуй, балаларымды үҙең ҡарарһың! Ана, аталары һуйырға иткәйне, алты йылға тыҡтым да ҡуйҙым.

Бына нисек! Тимәк, атаһы ҡайҙалыр ултыра! Атаһы тураһында һүҙ сыҡҡас, кухняла тындылар, әкрен генә мөңгөрләшәләр. Көн һайын шулай. Сәлимәнең эсе ауыртып ҡуйҙы. Кискелеккә ҡустыһы менән икеһенә берәр һыныҡ ҡына икмәк эләкте. Ярар, иртәгә мәктәпкә барғас, туйғансы ашар әле. Мәктәптең тупһаһынан уҡ аш еҫе килеп тора. Иртәгә иптәш ҡыҙҙары килеү менән кемгә нимә бүләк иткәндәре хаҡында маҡтанышырҙар инде. Сәлимәнең дә бүләк алғыһы килә ул. Уға кем бирһен инде бүләкте? Әсәһе ҡайҙалыр иҙән йыуа ла аҡсаһын алып ҡайтҡанда уҡ эсә. Етмәһә, көн һайын берәй ир эйәртеп ҡайта. Бына бит, кемгәлер утын ташығандармы, ярғандармы, аҡсаһын эсеп бөтөрөп йөрөйҙәр.

Сәлимә Ҡыш бабайҙың бүләгенә өмөт итә. Ҡыҙҙар әйтәләр, нимә һорайһың, шуны бирә икән. Иртән тороуыңа шыршы төбөндә ята, тик ваҡытында торорға ғына кәрәк, тиҙәр. Сәлимә, урамдан бер шыршы ботағы алып ҡайтып, ултырғысҡа бәйләп ҡуйҙы. Ике генә бөртөк уйынсығы бар ине, шуны элде. Ҡустыһының, Дамирҙың, ҡыуаныуын әйт! Ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп, шыршы ботағын тотоп ҡарай, уйынсыҡты һелкетә.

Теге икәү кухняла тағы ҡысҡырыша башланы. Сәлимә уларҙы ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын кескәй генә ҡулдары менән ҡапланы: “Ҡыш бабай, Ҡыш бабай, минең һиңә өс үтенесем бар. Зинһар өсөн әсәйемде айныт, араҡы эсмәһен. Атайымды ҡайтар, унһыҙ беҙгә бик ҡыйын. Ҡустымды һөйләшергә өйрәт, юғиһә ул исемен дә әйтә белмәй”. Шулай тип ҡат-ҡат ҡабатланы Сәлимә. “Әсәйемде айныт... Атайымды ҡайтар... Ҡустымды һөйләшергә өйрәт...”

Ҡат-ҡат ҡабатланы ҡыҙыҡай. Өләсәһе иҫән саҡта аятөлкөрси тигән доға өйрәткәйне. Теләгенең аҙағына ҡушып, ҡабаланмай ғына, еренә еткереп аятөлкөрсиҙе уҡығайны, әллә йоҡлап китте, әллә мәктәпкә барып инде.

Ә унда балалар! Бөтәһе лә Сәлимәгә ҡарай. Ә ниңә Сәлимәгә ҡарайҙар һуң? Бәй, ул бит матур итеп кейенгән. Башында ялтыр таж, эргәһенән ялтыр ҡурғаш сәстәр һалынып төшкән, өҫтөндә Ҡарһылыуҙар ғына кейә торған ҡат-ҡат итәкле үтә күренмәле күлдәк, аяғында ап-аҡ ойоҡ менән ап-аҡ туфли. Бына бер заман Ҡыш бабай үҙе лә килеп керҙе.

– Хәҙер һеҙҙең аранан иң матур ҡыҙҙы һайлап алабыҙ ҙа уның менән бүләктәр өләшәсәкбеҙ, – тине Ҡыш бабай. – Йәгеҙ әле, балалар, әйтегеҙ, һеҙҙең арала кем иң матуры?

– Сәлимә, Сәлимә, – тиҙәр ҡыҙҙар, малайҙар күмәкләшеп.

– Иң матуры Сәлимә апайым, – ти бер малай. Бәй, Сәлимә танымай ҙа тора, был бит Дамир. Ҡалай матур итеп өндәшә ул, иң матуры – Сәлимә апайым, тип.

Ҡыш бабай менән Сәлимә малайҙарға, ҡыҙҙарға бүләк өләштеләр. Бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ! Нәзирәгә – телефон, Әсҡәткә – самокат, Вәрискә – үҙе йөрөй торған бәләкәй генә машина. Ҡурсаҡтар ғына биш-алты булғандыр, береһенән-береһе ҙурыраҡ, матурыраҡ.

Бүләктәрҙе өләшеп бөткәс, Ҡыш бабай Сәлимәгә ҡараны:

– Йә, ҡыҙым, һиңә нимә бүләк итәйем? – тине.

Сәлимә тартынды, уңайһыҙланды, бер иптәштәренә, бер Ҡыш бабайға ҡараны, хатта эргәһенә Дамир килеп баҫты, йә, апай, һора, һиңә нимә кәрәк, тине.

– Йә, ҡыҙым, әйт, нимә кәрәк? – тип йылмайҙы Ҡыш бабай Сәлимәгә. Сәлимә Ҡыш бабайҙың бер ҡолағына – әсәйемде айныт, икенсеһенә – атайымды ҡайтар, тип бышылданы. Бөтә балалар эргәһендә шулай тип ҡысҡырып тормаҫ инде. Ҡыш бабай аңланы, мут ҡына күҙен ҡыҫып ҡуйҙы.

– Борсолма, ҡыҙым, мин һинең өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен, һинең теләгеңде тормошҡа ашырырға мин әҙер. Мин һинең теләгеңде үтәйем, – тине лә, нимәлер бышылдап, таяғы менән иҙәнгә еңелсә генә ике тапҡыр төртөп ҡуйҙы. Ул ғына етмәҫ тинеме икән, өҫкә ҡарап, Сәлимәнең хыялын тормошҡа ашырығыҙ, тип өндәште.

Мәктәпкә бөгөн ашҡынып барҙы Сәлимә. Ҡустыһын тәүҙә балалар баҡсаһына индерҙе, шунан мәктәп яғына йүгерҙе. Атлай-атлай хәле бөттө. Кем белә, Ҡыш бабай килер ҙә уны көтөп тормайынса бүләктәрен өләшер ҙә китер ҙә барыр. Шунан йөрөрһөң тағы киләһе йылға тиклем. Ана, ҡыҙҙар әйтәләр бит, Ҡыш бабай нимә һорайһың, шуны бирә, теләгеңде үтәй тип. Үткән төн күргән төш тә шул хәтлем ышандырырлыҡ булды бит.

Мәктәпкә кереү менән уҡытыусыһы Сәриә апай Сәлимәне күреп ҡалды ла:

– Эй-й, Сәлимә, һин тағы ла кейенмәй килгәнһең, әсәйең кейендермәнеме ни? –тип аптыранды.

– Ҡыш бабай килдеме, апай? – тип һораны, түҙемһеҙләнеп, Сәлимә уҡытыусыһынан.

– Ҡыш бабайҙы бындай кейем менән ҡаршы алмайҙар инде, әйҙә, яңы ғына өлкәндәр сыҡты, шуларҙың берәйһенән һорап торорбоҙ.

– Сәриә апай, Ҡыш бабай минең теләгемде үтәрме икән?

Сәриә туҡтаны, ҡыҙға текләп ҡараны:

– Ә нимә һораның һуң?

Ҡыҙ тартынды, тирә-яғына ҡаранды, етмәһә, класташтары ошонда йөрөй.

– Апай, мин уңайһыҙланам, – тине ҡыҙ.

– Уңайһыҙланғас, ҡолағыма ғына әйт, – уҡытыусыһы Сәлимәгә эйелде.

– Сәриә апай, мин Ҡыш бабайға, әсәйемде айныт, атайымды ҡайтар, ҡустымды һөйләшергә өйрәт, тинем.

Уҡытыусы уфтанды:

– Һин бигерәк ауыр эш ҡушҡанһың, – тине ул. – Ҡулынан килерме икән?

Сәлимә уҡытыусының ҡолағына тағы бышылданы:

– Ул беҙгә төндә килде, миңә вәғәҙә итте, эшләрмен, әсәйеңде айнытырмын, атайыңды ҡайтарырмын, ҡустыңды һөйләшергә өйрәтерме, тине.

– Әйткәс, эшләр ул, – тине уҡытыусы, күңелһеҙ генә итеп. – Әйҙә, тәүҙә һиңә кейем табайыҡ.

Сәриәнең танышы булдымы икән, шуның ҡыҙының Ҡарһылыу күлдәген алдылар. Сәсен тарап, таж кейҙергәс, ҡурғаш толомдарын элеп ҡуйғас, ҡат-ҡат итәкле ап-аҡ күлдәкте кейҙергәс, ҡыҙыҡай төшөндә күргән Сәлимәгә әйләнде лә ҡуйҙы.

Ышанаһығыҙмы, барыһы ла төндә күргән һымаҡ булды. Ҡыш бабай килеп инде, араларынан, үҙенә ярҙамсы итеп, Ҡарһылыу булып кейенгән ҡыҙҙы һайлап алды. Ул, әлбиттә, Сәлимә ине. Уйнанылар, көлдөләр, бүләктәр тараттылар. Сәлимәгә иң матур ҡурсаҡты тотторҙолар.

– Юҡ, миңә ҡурсаҡ кәрәкмәй, – тине Сәлимә.

– Ниңә алмайһың, ҡурсағың бармы ни? – тине Ҡыш бабай.

– Юҡ, минең ҡурсағым бер ҡасан да булғаны юҡ. Миңә ҡурсаҡ кәрәкмәй.

– Йә, әйт һуң, нимә кәрәк?

Уҡытыусы апайы, килеп етә һалып, Ҡыш бабайҙың ҡолағына бышылданы.

– Шулаймы ни? Эшләйбеҙ беҙ уны.

Сәлимәнең ҡыуаныуын күрһәгеҙ! Ҡыш бабай уның үтенесен ҡабул итте! Хәҙер уның әсәһе эсмәйәсәк, атаһы ҡайтасаҡ, ә Дамир ҡустыһы һөйләшә башлаясаҡ!

Байрам бөттө. Уҡыусылар, бүләктәрен тотоп, берәмләп тә, икешәрләп тә, күмәкләшеп тә өйҙәренә тарала башланы. Бына кемгәлер самокат бүләк иткәндәр, икенсеһе – машина менән, ә Сәлимәгә бер нәмә лә кәрәкмәй, сөнки ул өйгә ашыға. Өйҙә уны әсәһе көтә, атаһы ҡайтҡандыр. Сәлимә атаһын шул тиклем һағынды. Ҡустыһы һөйләшә башлағандыр. Ул килеп инеү менән: “Сәлимә апай!” тип ҡосаҡлап аласаҡ. Эй, ҡыҙ бала... Һинең хыялыңды тормошҡа ашырыр өсөн бөтәһен дә эшләр ине, ләкин Ҡыш бабайҙың ғына ҡулынан килерме икән?

– Бушты һөйләмәгеҙ, – ти Сәлимә ныҡ итеп. – Ҡыш бабай миңә вәғәҙә итте. Уның вәғәҙәһен үтәмәй ҡалғаны юҡ!

Сәлимә бер аҙ йүгерә-атлай барҙы ла тиҙерәк өйҙәре яғына боролдо. Ана ғына уларҙың өйө. Ә тәҙрәләрендә ниңә ут янмай? Ә-ә, моғайын, уны көтәләрҙер, хәҙер ул йүгереп керер, атаһын ҡосаҡлап алып, әсәһенән ҡосаҡлатыр. Тиҙерәк, Сәлимә, тиҙерәк! Улар һине көтә...

Эй балаҡай, көтәләрме икән?


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: