-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Декабрь 2020, 18:30

ҮҘЕ ЭШКИНМӘГӘН ИР ҘӘ ТҮГЕЛ, ике-өстән ҡалмай икән. Хикәйә

Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, Гөлйыһан Әхмәҙиҙән айырылыуы хаҡында, шартына килтереп, социаль селтәрҙәр аша иғлан итте. Йәнәһе, юҡ-бар ғәйбәт таралмаһын өсөн мәғлүмәтте үҙе тәү сығанаҡтан халыҡҡа еткерә. Бүкән ауылы аһ итте, тип әйтһәк, аҙ булыр. Сөнки ауылдың ғорурлығы, күҙ терәп торған кешеләре быға тиклем өлгөлө һаналған ғаиләһе тарҡалыуы хаҡында белдерҙе.Ни өсөн айырылышалар? Был һорауға тулы ғына яуап юҡ. Рәсәйҙә өс никахтың икәүһенең тарҡалыуын күҙ уңында тотһаҡ, был ғаиләнең юҡҡа сығыуынан донъя емерелеп төшмәҫ.Әллә ире бисәһен туҡмаймы икән, тип аптырашты берәүҙәр.

ҮҘЕ ЭШКИНМӘГӘН ИР ҘӘ ТҮГЕЛ,
ике-өстән ҡалмай икән.
Хикәйә
Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, Гөлйыһан Әхмәҙиҙән айырылыуы хаҡында, шартына килтереп, социаль селтәрҙәр аша иғлан итте. Йәнәһе, юҡ-бар ғәйбәт таралмаһын өсөн мәғлүмәтте үҙе тәү сығанаҡтан халыҡҡа еткерә. Бүкән ауылы аһ итте, тип әйтһәк, аҙ булыр. Сөнки ауылдың ғорурлығы, күҙ терәп торған кешеләре быға тиклем өлгөлө һаналған ғаиләһе тарҡалыуы хаҡында белдерҙе.
Ни өсөн айырылышалар? Был һорауға тулы ғына яуап юҡ. Рәсәйҙә өс никахтың икәүһенең тарҡалыуын күҙ уңында тотһаҡ, был ғаиләнең юҡҡа сығыуынан донъя емерелеп төшмәҫ.
Әллә ире бисәһен туҡмаймы икән, тип аптырашты берәүҙәр. Дөрөҫ булһа, Әхмәҙи себенде лә рәнйетмәй, эргәһенән “көш-көш” тип ҡыуалап ебәрә икән.
Әллә бер-береһенә хыянат итеп тотолдолармы? Юҡ шул. Әгәр “Тоғролоҡ өсөн” миҙалы булһа, уларҙың икеһенә лә был награданы тағып булыр ине.
Кем белә, бәлки Әхмәҙи ирлек бурысын үтәй алмайҙыр? Ифрат етди сәбәп. Ләкин был осраҡта ул көсһөҙ. Сөнки күптән түгел Гөлйыһан саҡ ҡына “төшөрөп” алып, ҡыҙып алғас, ирен маҡтаған. Нимә тип маҡтаған? Ике-өстән ҡалмай, тип әйткәнме? Тик аҙаҡтан ул ике-өсөң һеҙ уйлаған ике-өс түгел, ике өс тәрилкә аш булып сыҡҡан. Шулай булғас, йәмәғәтенең аш-һыуын мөрхәтһенмәйҙер, тигән һорауға яуап эҙләп тороу ҙа кәрәкмәй.
Кем белә, бәлки кейем-һалымын ҡарамайҙыр? Ҡарай, ти шул. Ҡулъяулығынан алып, трусигына тиклем үтекләп, тәғәйен урынына теҙеп ҡуя, имеш. Ундай егәрле ҡатындан иң мыжыҡ ир ҙә баш тартмаҫ.
Әллә балалары юҡ, тип уйлайһығыҙмы? Ике малай менән өс ҡыҙ өсөн Гөлйыһанға тәғәйенләп сүкелгән миҙал хужабикәне күптән инде Аҡ йортта көтә.
Был хәбәр ишетелеү менән, ир менән ҡатындың ике яҡтан да аталары һәм әсәләре килеп етте. Асыҡлай башланылар. Иң тәүҙә ғәйепте Әхмәҙиҙән эҙләнеләр. Йыуаш, тыныс, исмаһам, бер ирҙәрсә өҫтәл һуғып, йә иҙәнгә тибеп ҡуйһа, тағы бер хәл. Гөлйыһаны нимә тип өндәшһә лә, сабыр ғына йылмая ла ҡуя икән.
Әгәр өндәшә лә белмәй икән, был – ир түгел, ә аяҡ һөртә торған сепрәк. Ауыл ҡатындары әйтә икән, элекке һымаҡ, ҡатын алһаң, ҡотон ал, тигән халыҡ йолаһын боҙған кеше хәҙер бармы ни ул?
Шулай итеп, айға яҡын ваҡыт үтеп китте. Ҡышҡылыҡҡа бесән сабылманы, утын ҡырҡылманы, кешеләр Әхмәҙи менән Гөлйыһандың айырылышҡанын көттө. Ни ғәжәп, ошо көнгә тиклем, икәүләшеп татыу ғына йәшәп яталар. Ни эскәндәре, ни һөрәнләшә-һөрәнләшә мөлкәт бүлешкәндәре ишетелмәй ҙә, күренмәй ҙә. Староста Сәми кереп сыҡҡан:
– Һеҙ ни уйлайһығыҙ? Йәй үтеп бара, оҙаҡламай көҙгө ямғырҙар башлана. Барса халыҡ һеҙҙең айырылышҡанығыҙҙы көтә.
Ә улар нимә тигән инде?
– Сәми ағай, беҙ кире уйланыҡ, – тигән, – быйылға ғаиләне тарҡатмаҫҡа булдыҡ.
Аптыраған староста Әхмәҙигә ҡараған. Уныһы нимә тигән? Бер нимә лә әйтмәгән, йылмайып ҡына ҡуйған.
Ә староста – ҙур кеше, ауылда, уның рөхсәтенән башҡа, берәүҙең дә үлергә лә хаҡы юҡ.
– Юҡ инде, – тигән Сәми, – беҙ өҫкә отчет тоттоҡ, һеҙҙе утынға, бесәнгә исемлектән һыҙҙыҡ, һеҙгә, ниәтегеҙҙе тормошҡа ашырыуҙан башҡа, сара ҡалмай.
Аптыраған Гөлйыһан, Сәми ағайҙы өйөнә саҡырған. Бер шешә “Төньяҡ амурҙары”н ултыртҡан.
– Ағай, ағаҡайым, – тигән ҡатын, – беҙгә утыны ла, бесәне лә кәрәкмәй. Нисек тә ҡыш сығырбыҙ, тик һин беҙҙе айырма.
– Улайға китһә, бер шешә менән генә ҡотола алмаҫһың, – тигән староста, – иртәгә кискә сход йыябыҙ. Шунда хәл итербеҙ.
Сход йыйылған, хатта хәл өҫтөндә ятҡан Шәрәфи бабай ҙа килгән. Сығыш яһарға ынтылғас, микрофонды ҡулына ғына килтереп тотторғандар.
– Бына ауылыбыҙҙа йөҙ йыл инде айырылышҡан кешеләр, тарҡалған ғаиләләр юҡ. Һеҙ нисек оялмайынса шул йоланы боҙорға итәһегеҙ? Рөхсәт юҡ һәм булмаясаҡ!
Был һүҙҙәрҙе ишеткән сход дәррәү алҡыштар менән хуплау һүҙҙәре яуҙыра башлаған.
– Йә, хәҙер мине тыңлағыҙ! – тигән Әхмәҙи. – Шәрәфи бабай дөрөҫ әйтә, ауылыбыҙҙың данын һаҡлау маҡсатында, беҙ бергә ҡалырға ниәт иттек. Булһын шундай бер ауыл, исмаһам, ысынбарлыҡта юҡ икән, үҙебеҙҙең уй-ниәттәрҙә, хыялдарҙа йәшәһен!
Шулай тигән Әхмәҙи. Аяҡ тибеп ҡуйған, йоҙороғон һелтәгән, үәт!
Бүкән ауылы ҡайҙа икән? Һеҙҙең ишеткәнегеҙ юҡмы? Булһа, барып, улар хаҡында мәҡәлә яҙыр инек.
Үҙегеҙҙе ғаиләләрҙе тарҡалыуҙан һаҡлау буйынса ҡәҙимге эксперименттың ҡатнашыусыһы тип иҫәпләй алаһығыҙ, әгәр түҙемлегегеҙ етеп, беҙгә ышанып, әлеге хикәйәне аҙағына тиклем уҡыһағыҙ. Кемгә оҡшамай, беҙ ғәйепле түгел, ләкин уларҙан ғәфү үтенәбеҙ.
Р. Ғәлимов
------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в