-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Декабрь 2020, 16:07

ҠЫШ БАБАЙ КӨТКӘНДӘ

Хикәйә Рәсүл тертләп уянып китте. – Сәғәт нисә? Суҡынып ҡына китәйем, сәғәт бер булып бара! Ул һикереп торҙо, үтеп барған ыңғайы кәләше Зөһрәне төрткөләп китте. – Зөһрә, тор! Мин йоҡлап ҡалғанмын! Уныһы һелкенеп кенә ҡуйҙы ла юрғанын башына ҡапланы. Рәсүл шул ыңғай Ҡыш бабай кейемдәрен кейә башланы. Үҙе телефонын эҙләй. Такси, такси саҡыра һалырға кәрәк! Ул арала булмай Нәғим Вилданович шылтырата: – Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Йоҡлап ҡалдыңмы ни? Һуңлайһың бит! – Хәҙер, Нәғим Вилданович, хәҙер! Ярай, кисә үк бүләктәр тултырылған тоҡто алып ҡайтып ҡуйғайны. 31 декабргә Ҡыш бабайға заказ биргән байҙарын әйтер инем инде! Ярай, такси килеп етте. Инде тоғон ултыртҡайны, иҫенә төштө – таяғы тороп ҡалған. Йүгереп менһә, асҡысын таба алмай, ишеге бикле. Ишекте емерерҙәй булып дөбөрләтеүгә Зөһрәһе килеп сыҡты. – Таяҡты бир! Театр артисы Рәсүл быйыл да, Ҡыш бабай булып, бай ғаиләләрҙе хеҙмәтләндерергә ялланғайны. Өсөнсө көн инде шул эштән арынғаны юҡ. Эше ауыр, тип әйтмәҫ ине, аҡсаһы ла мул төшә. Яңы өйләнгән кәләше Зөһрәгә туй вәғәҙә иткәйне. Шуға тырыша инде.


ҠЫШ БАБАЙ КӨТКӘНДӘ

Беренсе бүлек

Хикәйә

Рәсүл тертләп уянып китте.

– Сәғәт нисә? Суҡынып ҡына китәйем, сәғәт бер булып бара!

Ул һикереп торҙо, үтеп барған ыңғайы кәләше Зөһрәне төрткөләп китте.

– Зөһрә, тор! Мин йоҡлап ҡалғанмын!

Уныһы һелкенеп кенә ҡуйҙы ла юрғанын башына ҡапланы.

Рәсүл шул ыңғай Ҡыш бабай кейемдәрен кейә башланы. Үҙе телефонын эҙләй. Такси, такси саҡыра һалырға кәрәк! Ул арала булмай Нәғим Вилданович шылтырата:

– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Йоҡлап ҡалдыңмы ни? Һуңлайһың бит!

– Хәҙер, Нәғим Вилданович, хәҙер!

Ярай, кисә үк бүләктәр тултырылған тоҡто алып ҡайтып ҡуйғайны. 31 декабргә Ҡыш бабайға заказ биргән байҙарын әйтер инем инде! Ярай, такси килеп етте. Инде тоғон ултыртҡайны, иҫенә төштө – таяғы тороп ҡалған. Йүгереп менһә, асҡысын таба алмай, ишеге бикле. Ишекте емерерҙәй булып дөбөрләтеүгә Зөһрәһе килеп сыҡты.

– Таяҡты бир!

Театр артисы Рәсүл быйыл да, Ҡыш бабай булып, бай ғаиләләрҙе хеҙмәтләндерергә ялланғайны. Өсөнсө көн инде шул эштән арынғаны юҡ. Эше ауыр, тип әйтмәҫ ине, аҡсаһы ла мул төшә. Яңы өйләнгән кәләше Зөһрәгә туй вәғәҙә иткәйне. Шуға тырыша инде.

Беренсе заказ былай еңел генә үтеп китте. Өйҙәге ике балаға ла бүләктәрен тоттороп, шиғырҙарын һөйләтеп, үҙе һөйләп күңелдәрен асыуға ошо ғаиләгә бүленгән утыҙ минут үтеп тә китте. Киләһе заказ – “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу үҙәге эргәһендә. Унда 10 минутҡа һуңланы. Юлдағы тығындарҙы иҫәпкә алғанда – түҙерлек. Ә сәғәт 2-гә Свердлов һәм Аксаков урамдары сатындағы ятаҡҡа барып етергә кәрәк. Бер ҡатын биш йәшлек ҡыҙына Ҡыш бабай күрһәтергә теләй икән. Биш йәшлек сабыйға Ҡыш бабай саҡырырлыҡ булғас, етмәһә, ятаҡта йәшәгәс, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсойҙор инде. Ә “Ирәмәл”дәге хужалар Ҡыш бабайҙы ебәрергә ашыҡмай. Мул ғына табын ҡорғандар, шунда саҡыралар. Ә Рәсүл ҡабалана. Ҡабаланмай, ҡайҙа барһын, тегендә көтәләр бит, тағы ялыу яҙып ҡуйырҙар микән.

Көс-хәл менән сығып китте. Дуҫлыҡ монументы эргәһенән үтеп барғанда Нәғим Вилданович шылтырата:

– Һин нимә, ҡустым, хужалар ҡушҡанды үтәмәгәнһең, һиңә штраф түләргә тура киләсәк.

– Рәхмәт, Нәғим Вилданович, шуның өсөн тырышҡайным... Улар мине эсергә ҡыҫтаны.

– Ниңә, шунда бер йөҙ грамм кәкһәң, уҡаң ҡойолор инеме?

– Тегендә йөҙ грамм, бында йөҙ грамм. Алда, ана, яңғыҙ ҡатын көтөп ултыра. Уның менән нимә эшләргә ҡушаһығыҙ?

– Әгәр аҡсаһын түләгән икән, теләһәләр, тәкмәс тә атаһың, туңҡайып та тораһың.

– Юҡ инде, Нәғим Вилданович!. Уныһы минән булмаясаҡ. Мин өлкәндәр өсөн түгел, балалар өсөн йөрөйөм.

Свердлов урамы 54-се йорт янына килеп туҡтанылар. Трамвай юлы боролошондағы ятаҡ икән. Етенсе ҡатҡа менеп етергә кәрәк бит әле, тоғоңдо күтәреп. Лифт бындай боронғо ятаҡтарҙа бар, әлбиттә, ләкин эшләмәй. Бына 75-се бүлмә, тимер ишек. Ҡыңғырауы күренмәй. Рәсүл һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Ишек артынан тауыш ишетелде:

– Әсәй, әсәй, әсәкәйем ҡайтты, ур-ра, минең әсәйем ҡайтты! Тиҙерәк бул, әсәй, кер, мин һине һағындым!

– Һаумы, ҡыҙым! Һине Яңы йыл менән ҡотларға килдем! – тине Рәсүл, тауышын мөмкин тиклем яғымлыраҡ итергә тырышып. – Мин Ҡыш бабай, бына һиңә бүләк килтерҙем. Ас ишегеңде.

Бүлмә эсендә тынлыҡ урынлашты.

– Унда кем бар? – тине ҡыҙыҡай ишетелер-ишетелмәҫ кенә.

– Һаумы, Айгөл ҡыҙым! Мин Ҡыш бабай. Һине ҡотларға килдем. Ишегеңде асаһыңмы? Әсәйең ҡайҙа?

– Әсәйем эштә, – тине ҡыҙ оҙаҡ ҡына көттөргәндән һуң.

– Әсәйең ҡасан ҡайта?

– Белмәйем.

– Ә ҡасан эшкә китте?

– Әйтмәне. Кисә сыҡты, бөгөн ҡайтманы.

– Бына, Айгөл ҡыҙым, һиңә бүләк. Ҡыш бабай бүләге.

– Ә минең Айгөл икәнде һин, Ҡыш бабай, ҡайҙан беләһең?

– Әсәйең әйтте. Бына яҙып ҡайған, Свердлов урамында йәшәйем, Айгөл исемле ҡыҙым бар, тигән.

– Әсәйем бөгөн ҡайтамы? – тине бала өмөт менән. – Һин уны күрҙеңме? Әсәйем ҡайтам тинеме?

– Юҡ, мин һинең әсәйеңде күрмәнем, мин ҡотларға ғына килдем.

Рәсүл сәғәткә ҡарап алды: ах, ваҡыт үтеп бара, ишек бикле, заказ үтәлмәгән!

– Ярай, ҡыҙым, һау булып тор!

– Юҡ, юҡ, – тип ҡысҡырҙы ҡыҙыҡай. – Мин ҡурҡам! Китмә, берүк китмә, Ҡыш бабай! Мин ҡурҡам, Ҡыш бабай, бер үҙем, әсәйем өйҙә юҡ!

– Өйөң йылымы? Ашарыңа бармы? – тип һораны Рәсүл.

– Белмәйем, мин һыу эстем.

– Һиңә нисә йәш? – тип һораны Рәсүл.

– Бына миңә ошо хәтле, – тине ҡыҙыҡай. Күрәһең, бармаҡтарын күрһәтәлер.

– Әсәйеңдең исеме нисек?

– Әсәйемдең исеме әсәй.

– Фамилияң нисек, ҡыҙым?

– Фамилиям Хажиева.

– Атайыңдың исеме нисек?

– Атайымдың исеме юҡ.

– Әсәйеңә берәйһе килергә тейешме?

– Юҡ, ул миңә бер нәмә лә әйтмәне, эшкә китте.

– Ишек аса беләһеңме?

– Ишекте аса белмәйем, асҡысым юҡ.

Шул ваҡытта ҡаршы яҡтан эргәләге ишектәрҙең береһе шатыр-шотор итеп асылды ла оҙон буйлы, баһадир кәүҙәле берәү күренде.

– Һин нимә, бәләкәй ҡыҙҙар аулап йөрөйһөңмө әллә? Хәҙер мин һине...

– Юҡ-юҡ, ғәфү итегеҙ, мин Ҡыш бабай булам, бына заказ, мин ҡыҙыҡайға бүләк ҡалдырырға тейеш.

– Ниндәй Ҡыш бабай? Кил әле бында яҡтыға! Таяҡ һиңә нимәгә?

– Һуң, таяҡһыҙ Ҡыш бабай буламы?

– Ярай, ышандым, ти. Гуля үҙе өйҙә юҡмы ни?

– Бында йәшәгән ҡатындың исеме Гулямы?

– Кем белһен уны? Гуля тиҙәр инде. Ауылдан киләләр ҙә исемдәрен алыштырып алалар. Ҡара уны, егет, әгәр ул балаға һөжүм итер булһаң, мин йәлләп тормаясаҡмын. Ундайҙарҙы яратмайым! Бик шикле күренәһең. Хәҙер тәҙрәнән ырғытам да ҡуям юғиһә.

– Мин ниндәй боҙоҡ кеше булайым инде? Бына, мин – Ҡыш бабай!

– Ярай, һин – Ҡыш бабай. Ана үткәнендә бер начальник йөрөнө. Өҫтөндә арыу костюм-салбар, аяғында ялтыр ботинка, галстук таҡҡан булған. Уҡырға китеп барған ҡыҙ баланы гараждар араһына һөйрәкләгән. Күрһәт әле тоғоңдо!

Рәсүл күндәм генә тоғон асты, Айгөлгә тигән бүләкте сығарҙы.

– Бына ҡыҙыҡайға бүләк.

– Ярай, ә ниңә берәү генә? Ҡыш бабайҙың тоғо тулы бүләк булырға тейеш, ә һинеке берәү генә.

– Ағай, лифт эшләмәй, етенсе ҡат, йәйәү мендем, бөтә бүләкте ташып йөрөйөммө ни? Ана, таксиҙа бөтә бүләк.

– Барыбер шикле күренәһең. Оҡшамайһың һин миңә, – тип һөйләнә-һөйләнә теге ир бүлмәһенә кереп китте.

Рәсүл нимә эшләргә белмәй тағы ла ишек шаҡыны.

– Әсәй, әсәй, әсәкәйем ҡайтты. Мин бер үҙем ҡурҡам, әсәй!

– Ҡыҙым, Айгөл ҡыҙым! Һин әҙ генә көт. Мин әлегә бүләгеңде алып китәм. Һуңынан килтереп ҡалдырырмын. Мин килгәнсе әсәйең дә ҡайтыр.

– Ҡыш бабай, китмә, Ҡыш бабай! Мин ҡурҡам. Минең әсәйем өйҙә юҡ, мин яңғыҙмын, ҡурҡам, Ҡыш бабай!

– Мин көтә алмайым, Айгөл. Мин хәҙер икенсе фатирҙарға барырға тейешмен. Мине башҡа балалар ҙа көтә.

– Китмә, китмә, Ҡыш бабай!

Инде һуңлап бара. Рәсүл такси менән ун биш минуттан Аграр университет туҡталышына барып етергә тейеш. Такси алға ынтылды.

Әгәр һеҙ Айгөлдөң яҙмышы менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, ике сәғәттән henek.rbsmi.ru сайтында осрашырбыҙ. Һеҙҙән лайыҡтар һәм максимум репостар көтәбеҙ. Дуҫтарығыҙҙы, фекерҙәштәрегеҙҙе йәлеп итегеҙ. Айгөлгә бүләген бергә тапшырайыҡ. Ике сәғәттән осрашҡанға тиклем!



------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: