+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Декабрь 2020, 23:57

ҠЫШ БАБАЙ КӨТКӘНДӘ Дүртенсе бүлек Хикәйә

Рәсүл кеҫәһенән телефонын алды – кемгә булһа ла шылтыратырға кәрәк. Шылтыратып өлгөрмәне, телефоны үҙе телгә килде.– Алло! Кем ул? – тип һораны ул хәлһеҙ генә тауыш менән.– Кем булһын? Зөһрә шылтырата.– Ниндәй Зөһрә ул тағы? – тине Рәсүл көс-хәл менән. – Ниндәй Зөһрә, тисе, – теге башта аптыранылар. – Әллә һин иҫерекме?– Юҡ, иҫерек түгел, мине туҡманылар.Трубканы полицейскийҙарҙың өлкәне тартып алды.– Хәҙер күрһәтәм мин һиңә туҡмағандарын. Был иҫеректе ябып ҡуйырға кәрәк.

Рәсүл кеҫәһенән телефонын алды – кемгә булһа ла шылтыратырға кәрәк. Шылтыратып өлгөрмәне, телефоны үҙе телгә килде.

– Алло! Кем ул? – тип һораны ул хәлһеҙ генә тауыш менән.

– Кем булһын? Зөһрә шылтырата.

– Ниндәй Зөһрә ул тағы? – тине Рәсүл көс-хәл менән.

– Ниндәй Зөһрә, тисе, – теге башта аптыранылар. – Әллә һин иҫерекме?

– Юҡ, иҫерек түгел, мине туҡманылар.

Трубканы полицейскийҙарҙың өлкәне тартып алды.

– Хәҙер күрһәтәм мин һиңә туҡмағандарын. Был иҫеректе ябып ҡуйырға кәрәк.

Ләкин етенсе ҡаттан төшә башлағансы Рәсүл өндәшеп өлгөрҙө:

– Иптәш лейтенант, – тине ул, наряд етәксеһенә мөрәжәғәт итеп. – Бына 75-се бүлмә. Уның эсендә икенсе тәүлек инде Айгөл исемлек биш йәшлек кенә ҡыҙыҡай асҡа интегә. Уның әсәһе кисә Ҡыш бабайға заказ биргән дә юғалған. Хәҙер тиҙ арала ишекте асырға ла ҡыҙҙы ҡотҡарырға кәрәк. Ул яңғыҙы, ас, ике тәүлектәй ашағаны юҡ.

Полицейский Рәсүлдең һөйләгәненән нимәлер аңланы булһа кәрәк. Ул дәһшәтле итеп:

– Шымығыҙ! – тип ҡысҡырҙы. Һаҡ ҡына ишекте шаҡып ҡараны. Бер тауыш та ишетелмәне.

– Алдай, – тине полицейскийҙарҙың береһе.

– Алдамай, – тине ғифрит. – Бүлмә эсендә ысынлап та Гуляның ҡыҙы бар. Ҡыҙыҡайҙың әсәһенең ике тәүлеккә яҡын өйгә ҡайтмауы ла дөрөҫ. Ләкин егеттең ошо ҡыҙ эргәһендә уралыуы миңә оҡшамай. Нишләп ул бығаса бер күрмәгән ҡыҙҙы хәстәрләп йөрөй?

– Уның әсәһе Ҡыш бабайға заказ бирҙе, – тине Рәсүл. – Бына минең етәксемә шылтыратығыҙ, Нәғим Вилдановичҡа.

Рәсүл Нәғимгә шылтыратыу менән тегеһе асыулана башланы:

– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Һине сәнғәт училищеһы ятағында көтәләр! Директор урынбаҫары ике аҙна элек заказ биреп, аҡса түләп ҡуйғайны.

– Нәғим Вилданович, миндә һеҙҙең ҡайғы юҡ, мине полицейскийҙар тотто, – тип бәйләнеште өҙҙө Рәсүл.

– Һине полиция участкаһына алып барырға тура килә, – тип иғлан итте наряд етәксеһе.

– Алып барһағыҙ, алып бараһығыҙ инде, тик ҡыҙҙың ғүмере өсөн һеҙ яуап бирәсәкһегеҙ, – тине Рәсүл, 75-се бүлмә яғына ымлап.

Был һүҙҙәр полицейскийҙарҙы уйланырға мәжбүр итте. Был егеткә бер нимә лә булмаҫ, ә ҡыҙыҡай өсөн, бер-бер хәл булһа, яуап бирергә тура килмәгәйе.

– Миңә ишек шаҡып ҡарарға рөхсәт итегеҙ, – тине Рәсүл.

– Йә, шаҡып ҡара, – тине лейтенант.

Рәсүл һаҡ ҡына ишекте шаҡыны.

– Әсәй, әсәйем минең, әсәйем, ҡайттыңмы һин, мин һине һағындым! Әсәйем, ҡайт, мин һине тыңлап ҡына йөрөрмөн! Әсәйем, мин асыҡтым!

Полицейский “шымығыҙ” тип ҡулын күтәрҙе һәм:

– МЧС-ты саҡыртырға тура килә. Ишекте асырға кәрәк, – тине.

Ярты сәғәт тә үтмәне, ҡотҡарыусылар кейемендәге ике егет килде һәм бер минут эсендә бүлмә ишеген асты. Лейтенант, Зина һәм Рәсүл бүлмәгә үттеләр. Һыуыҡ, ҡараңғы. Уларҙың күҙ алдына ҡыҙыҡай килеп сыҡты. Ул ҡурҡманы. Ул шаңҡыған һәм ҡурҡыуҙан үткәйне.

– Минең әсәйем ҡайҙа? – тине ул битараф тауыш менән.

– Эй балаҡай, – тине Ҡыш бабай һәм, ҡыҙыҡайҙы күтәреп, ҡосағына алды. Рәсүл ҡыҙҙың ҡалтыранғанын тойҙо.

– Әсәйеңдең исем-фамилияһы нисек?

– Гөлсирә Хажиева, – тип, һорауға Рәсүл яуап бирҙе.

– Һин уны ҡайҙан беләһең? – тине лейтенант, Рәсүлгә ентекләп ҡарап.

– Заказ биреүсе үҙенең исем-фамилияһын яҙып ҡалдырған.

Лейтенант үҙе генә белгән бер телефонға шылтыратты ла:

– Һеҙҙә Гөлсирә Хажиева буйынса мәғлүмәттәр юҡмы? – тип һораны.

Ҡыҙҙы нимә эшләтергә, ҡайҙа ҡуйырға, тип баш ватҡан арала наряд етәксеһенә шылтыраттылар. Лейтенанттың йөҙө күҙ алдында ҡырыҫланды һәм ул бөтәһе лә ишетерлек итеп:

– Дәә, – тип ҡуйҙы. – Үткән төн Достоевский урамынан Аксаков урамына боролған ерҙә ҙур тиҙлек менән барған автомобиль Хажиеваны бәрҙертеп киткән. Әле ул дауаханала комала ята. Хәле бик ауыр. Йәгеҙ, хәл итәйек, баланы ҡайҙа ҡуябыҙ?

Ҡыҙыҡай бер нимә лә белмәй һәм ишетмәй, Ҡыш бабайҙың ҡосағында йоҡлай ине.

– Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, мин үҙемә алып ҡайтам, – тине Рәсүл. – Мине өйҙә кәләшем көтә.

– Бындай осраҡта беҙҙең һиңә рәхмәт әйтеүҙән һәм илтеп ҡуйыуҙан башҡа сарабыҙ юҡ, – тине лейтенант. Зина менән ғифрит тиҙ генә бер нисә пакетҡа Айгөлдөң кейемдәрен йыйҙы. Рәсүл Зөһрәгә шылтыратты.

– Һиңә нимә булды, Рәсүл, ниңә юғалдың ул? – тип аптыранды кәләше.

– Хәҙер ҡайтып етәм, – тип яуап бирҙе Рәсүл. – Тик мин асыҡтым. Мине ашатаһыңмы?

– Әгәр ҡайтһаң, ашарһың, – тине кәләше.

– Тик мин бер үҙем түгел.

– Ә һин кем менән?

– Мин Айгөл менән.

– Тағы ниндәй Айгөл ул?

– Ҡайтҡас күрерһең. Әйткәндәй, мин туйлыҡ аҡса эшләнем, ҡотлай алаһың.

– Әтеү туй буламы?

– Әлбиттә, була. Исемлек төҙөй башла.

Кремль куранттары йылды йылға алыштырған ваҡытта Рәсүл, ҡыҙҙы һаҡ ҡына күтәреп, үҙе йәшәгән фатирға инеп бара ине.

Читайте нас: