+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Декабрь 2020, 17:42

ҠЫШ БАБАЙ КӨТКӘНДӘ Икенсе бүлек Хикәйә

Аграр университетҡа ун минутлап һуңлап барып еттеләр. Заказ биргән хужа аҫҡа төшөп, йәмерәйеп тора ине.– Ниңә һуңланығыҙ? – тине ул иҫәнләшеп тә тормайынса. – Бала әле генә йоҡлап китте.– Ғәфү итегеҙ, ағай, юлда тығындар күп ине.– Мин бер нәмә лә белмәйем, аҡсаһы түләнгән, заказы бирелгән. Һеҙ уны үтәргә тейеш.– Шунан, ағай, ғәфү итерлек сәбәбе бар. Айгөлдө әйтәм, биш йәшлек бер ҡыҙыҡайға ишеген астырып, бүләген тапшыра алманым.– Ә мин бында при чем? Юҡ икән – юҡ. Мин аҡса түләйем, ә һин ниндәйҙер бер баланы көтөп ултыраһың!– Хәҙер нишләрбеҙ икән, ағай?– Теләһәң нимә эшлә, ныу баланы ҡотламайынса китмәйһең! Әйҙә, керәйек, ышанмаһаң, үҙең ҡара – ана, йоҡлап ята.


ҠЫШ БАБАЙ КӨТКӘНДӘ

Икенсе бүлек

Хикәйә



Аграр университетҡа ун минутлап һуңлап барып еттеләр. Заказ биргән хужа аҫҡа төшөп, йәмерәйеп тора ине.

– Ниңә һуңланығыҙ? – тине ул иҫәнләшеп тә тормайынса. – Бала әле генә йоҡлап китте.

– Ғәфү итегеҙ, ағай, юлда тығындар күп ине.

– Мин бер нәмә лә белмәйем, аҡсаһы түләнгән, заказы бирелгән. Һеҙ уны үтәргә тейеш.

– Шунан, ағай, ғәфү итерлек сәбәбе бар. Айгөлдө әйтәм, биш йәшлек бер ҡыҙыҡайға ишеген астырып, бүләген тапшыра алманым.

– Ә мин бында при чем? Юҡ икән – юҡ. Мин аҡса түләйем, ә һин ниндәйҙер бер баланы көтөп ултыраһың!

– Хәҙер нишләрбеҙ икән, ағай?

– Теләһәң нимә эшлә, ныу баланы ҡотламайынса китмәйһең! Әйҙә, керәйек, ышанмаһаң, үҙең ҡара – ана, йоҡлап ята.

Инде кереп, тоғон ултыртып, таяғын стенаға һөйәгәйне, донъя емерелгән һымаҡ булды – таяҡ ауҙы ла китте. Бер секунд үтмәне – ҡысҡырып, бер малай килеп сыҡты. Үкереп иларға иҫәбе бар ине, ярай, Ҡыш бабайҙы күреп ҡалды.

– Ҡыш бабай килгән миңә, Ҡыш бабай! Ух һин, тоғо ла бар, халаты яп-ялтыр!

– Йә, Азат улым, Ҡыш бабайға ниндәй шиғыр ятланың? – тип өндәште Рәсүл.

– Йомшаҡ ҡуян, аҡ ҡуян,

Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,

Ҡолағы ергә тейгән.

Ҡыш бабай образға инеп китте, шыршы тирәләй йүгереп йөрөнө, малайҙы күтәреп тә йөрөттө, йөкмәп тә алды, тоғоноң эсенә ултыртып ҡараны, хатта тәкмәс атты. Уның ыңғайына Азаттың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Ҡыш бабайҙы өҫтәл артына ултырттылар. Хужа кеше бер аҙ тынысланған һымаҡ булды, илле грамдай Рәсүлгә лә ҡойоп бирҙе.

– Миңә ярамай, мин эштә, – тип, Рәсүл рюмканы этеберәк ҡуйҙы.

– Мин ҡушҡас, ярай. Нимә, әллә хужаңа шылтыратҡанды көтәһеңме?

Быныһын күтәреп ҡуйыуға хужа икенсеһен тултырҙы.

– Етте, ағай, миңә ярамай.

– Һыңар ғына етмәй, ҡушты күтәрәһең.

...Азат илап тороп ҡалды, был өйҙән саҡ сығып ысҡынды Рәсүл. Ярай, сираттағы заказ Пархоменко урамында ғына. Барып керһә, өй тулы бала-саға. Бында Урал исемле малайҙың тыуған көнө икән, дуҫтары, ағай-энеләре йыйылған. Хужалар ишек төбөндә көтөп тора ине. Үҙе йөрөй торған квадроциклға сертификат сығарып тотторҙолар, йәнәһе, тоҡтан сертификатты алыуға машина тыштан өйгә килеп инергә тейеш.

– Ап-асыҡ, еренә еткереп әйтегеҙ – утыҙ меңлек сертификат, – тине хужабикә, мөмкин тиклем яҡыныраҡ килеп, һәм ҡапыл тынып ҡалды. Иренә ҡараны.

– Нимә булды? – тине ире.

Хужабикә саҡ ҡына уйланып торҙо ла:

– Ҡыш бабай иҫерек, унан араҡы еҫе килә, – тине.

– Не может быть! – тине лә хужа, аптырғас, үҙе еҫкәп ҡараны. – Был араҡы түгел, егет иҫерек, егет самогон эскән.

– Ғәфү итегеҙ, зинһар, ғәфү итегеҙ, – тине Рәсүл. Теле көрмәләнде, башы әйләнде. – Мин һеҙҙе киләһе йыл килеп ҡотлай алам, ап-айныҡ килеш.

– Тимәк, киләһе йыл! – тине хужа, телефонын алып, бер нисә төймәһенә баҫты.

– Нәғим Вилданович! – тине ул. – Бына, һеҙҙең егетегеҙ килде... Юҡ-юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, бик матур сығыш яһаны. Яҙып ҡуй, беҙ ул егетте киләһе йылға ла көтәбеҙ. Килештекме? Килештек, бик яҡшы.

– Рәхмәт, рәхмәт, ағай, изгелегегеҙҙе бер ҡасан да онотмам.

– Стоять! Хәҙер керәһең, сертификатты тапшыраһың, ҡотлайһың һәм ысҡынаһың! Иҫерек килеш күҙемә күренәһе булма!

Тағы ла бер биш-ун минуттан Ҡыш бабай таксиҙа ултыра һәм эстән генә: “Был эштән ҡотолорға кәрәк”, – тип уйлай ине.

Ҡараңғы ла төшә башланы, юлда машиналар кәмене. Киләһе заказ – Телеүҙәк эргәһендә. Рәсүл таксисҡа боролдо.

– Шеф, әйҙә теге Свердлов урамындағы ятаҡҡа һуғылып китәбеҙ!

– Унда нимә бар?

– Ана, бер бүләкте ҡалдыра алмайым.

Рәсүл тоғона бүләктәрҙе тултырып алды. Теге ғифрит килеп сыҡһа, һин Ҡыш бабай түгел, бүләктәрең юҡ, тип бәйләнеп торор. Айгөлдөң ҡурсағы эргәһенә конструктор, самолет кеүек уйынсыҡтар һыйҙы.

75-се бүлмәнең ишеген ипле генә шаҡыны Рәсүл. Айгөл ишек төбөндә торҙо микән, шунда уҡ тауыш бирҙе:

– Әсәй, әсәкәйем ҡайтты, әсәкәйем, мин һине һағындым!

Бына һиңә мә! Былай булғас, Гуля һаман ҡайтмаған. Был ниндәй бөтмәҫ төнгө смена икән? Әллә берәй бәләгә тарығанмы? Шулай ҙа Рәсүл яғымлы ғына итеп:

– Һаумы, Айгөл, мин Ҡыш бабай, мин һине ҡотларға килдем. Йә әле, Айгөл ҡыҙым, шиғырыңды һөйләп күрһәт. Шиғыр ятланыңмы?

– Һин ысынлап та Ҡыш бабаймы?

– Эйе, ҡыҙым, мин Ҡыш бабай.

– Һаҡалың да бармы?

– Эйе, оҙон көмөш һаҡалым бар.

– Бая ла бер Ҡыш бабай килде, уның һаҡалы аҡ ине.

– Мин, ҡыҙым, шул Ҡыш бабай бит.

– Ә һин ниңә тағы килдең?

– Бына, Ҡыш бабай һиңә бүләк килтерҙе.

– Ә һин алдамайһыңмы? Бая ла Ҡыш бабай килде, уның да бүләге бар ине.

– Ә бүләген алдыңмы һуң?

– Белмәйем, – тине ҡыҙ. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, – мин бүләген күрмәнем, – тип өҫтәне.

Шул ваҡыт эргәләге ишек дөбөр-шатыр килеп асылды, унан баяғы ғифрит һәм, уға эйәреп, бер ҡатын сыҡты.

– Был ниндәй маскарад тағы? – тине ир, еңдәрен һыҙғана-һыҙғана. – Бая берәүҙе туҡмап ебәргәйнем, быныһына тағы ни ҡалған? Ошо ҡыҙға ниңә бәйләнәләрҙер инде? Гуля үҙе ҡайҙа икән?

Ғифрит бер генә һикерҙе лә Рәсүлде эләктереп алды һәм быуа ла башланы.

– Юҡ, мин түгел, мин түгел, – тип ыңғырашты Рәсүл.

– Һин булмағас, бигерәк тә шәп. Зина, арҡанды килтер, бәйләйбеҙ.

– Ғәфү итегеҙ, мин бына Айгөлгә бүләген тапшыра алмай йөрөйөм, – тип, Рәсүл тоғон асып күрһәтте.

Ғифрит бер ҡулы менән Ҡыш бабайҙың боғаҙынан тотоп тора, икенсеһе менән тоҡтоң эсен барлай ине.

– Ә был ниндәй бүләктәр?

– Ата-әсәләр заказ яһай, ниндәй бүләк алырға икәнен әйтә. Ә мин шуларҙы тапшырып сығам.

– Аңлашылды. Бая ла һин килгәйнеңме?

– Эйе, мин килгәйнем.

– Әһә, эләктең! – тине ғифрит ҡыуана-ҡыуана. – Ҡайышты сығар! Бая ҡыуып ебәргән Ҡыш бабайҙың тоғонда бер нәмә лә юҡ ине. Тимәк, һин уныһы түгел, алдарға итәһең, – тип еңелсә һуҡҡылап алды.

Зина килеп сыҡты, ҡайышты тотторҙо.

– Бәлки, ысынлап Ҡыш бабайҙыр, – тине ул, тоҡто ҡапшап. Рәсүлгә бая ни өсөн бер генә бүләк алып менеүен, ағай килеп сыҡһа, ашынмаҫ, тип был юлы башҡа бүләктәрҙе лә һалып алыуын ҡат-ҡат аңлатырға тура килде. Ғифрит шикләнһә лә, Зина ышанды.

– Ҡара уны, – тине ир, оҙон йыуан бармағы менән янап. – Тағы бер күҙемә салынһаң, һуғып үлтерәм. Һин мине ысынлап шикләндерәһең.

– Бәлки, былай итербеҙ, – тине Рәсүл. – Мин һеҙгә ҡурсаҡты ҡалдырам, Гуля ҡайтҡас, һеҙ тапшырырһығыҙ.

– Мөмкин, – тине ғифрит, ирәүәнләнеп, – ҡалдыр ҡурсағыңды.

Ҡарсыға һымаҡ, Зина һикереп сыҡты.

– Теге Гулямы? Уның менән аралашмайһың. Һөйләшеп кенә ҡара, күҙеңде соҡоп алырмын! Гуляға күптән тамшанып йөрөй ине. Юҡ, егет, арабыҙҙы бутама! Һиңә ҡушылған, һиңә түләнгән, үҙең башҡар!

Рәсүл ҡурсаҡты тоғона һалды ла бесәйҙән ҡотолған сысҡан һымаҡ ҡыуана-ҡыуана таксиға йүгерҙе.

Әгәр һеҙ Айгөлдөң яҙмышы менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, ике сәғәттән henek.rbsmi.ru сайтында тағы осрашырбыҙ. Һеҙҙән лайыҡтар һәм максимум репостар көтәбеҙ. Дуҫтарығыҙҙы, фекерҙәштәрегеҙҙе йәлеп итегеҙ. Айгөлгә бүләген бергә тапшырайыҡ. Ике сәғәттән осрашҡанға тиклем!


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: