+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Декабрь 2020, 20:40

ҠЫШ БАБАЙ КӨТКӘНДӘ Өсөнсө бүлек Хикәйә

Телеүҙәктәге фатирҙан сығыуға Нәғим Вилдан улы шылтыратты.– Эштәр нисек, ҡайҙа булдың? – тип һораны ул.– Зәки Вәлиди урамы, 2а йорт, 15-се фатирҙан сыҡтым.– Маладис, шәп эшләйһең, – тип маҡтаны ул. – Өҫтәлмә заказ алаһыңмы?– Юл ыңғайы булһа, рәхим итегеҙ, Нәғим Вилданович!– Затон биҫтәһе, Летчиктар урамы.– Бик йыраҡ бит әле, Нәғим Вилданович. Унда барып урау ике сәғәтләп ваҡытты аласаҡ.– Алһын, туйлыҡ аҡсаңды шунда эшләрһең.Әлеге туй. Рәсүлгә туйлыҡ аҡса кәрәклеген белеп ҡалдылар ҙа, хәҙер кем генә уны файҙаланмай! Зөһрәһе, ҡайтып кереү менән, өйләнештек, тигән даныбыҙ сыҡты, ҡасан туй үткәрәбеҙ, ти ҙә тора. Әртис тигәс тә, ҡутарып аҡсаһын ала, аҡса һуға, тиҙәрҙер инде.

Телеүҙәктәге фатирҙан сығыуға Нәғим Вилдан улы шылтыратты.

– Эштәр нисек, ҡайҙа булдың? – тип һораны ул.

– Зәки Вәлиди урамы, 2а йорт, 15-се фатирҙан сыҡтым.

– Маладис, шәп эшләйһең, – тип маҡтаны ул. – Өҫтәлмә заказ алаһыңмы?

– Юл ыңғайы булһа, рәхим итегеҙ, Нәғим Вилданович!

– Затон биҫтәһе, Летчиктар урамы.

– Бик йыраҡ бит әле, Нәғим Вилданович. Унда барып урау ике сәғәтләп ваҡытты аласаҡ.

– Алһын, туйлыҡ аҡсаңды шунда эшләрһең.

Әлеге туй. Рәсүлгә туйлыҡ аҡса кәрәклеген белеп ҡалдылар ҙа, хәҙер кем генә уны файҙаланмай! Зөһрәһе, ҡайтып кереү менән, өйләнештек, тигән даныбыҙ сыҡты, ҡасан туй үткәрәбеҙ, ти ҙә тора. Әртис тигәс тә, ҡутарып аҡсаһын ала, аҡса һуға, тиҙәрҙер инде.

Рәсүлгә, таксиға кереп ултырып, Затонға ҡарай ҡуҙғалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Туйға аҡса кәрәк шул, ризалашырға тура килә. Унда барып, бүләктәрен тапшырыу сәғәт ярымдан артығыраҡ ваҡытты алды. Ағиҙел күперенә барып етеүгә Шәфиев урамындағы йортҡа барырға ҡуштылар. Унан сығып, таксиға ултырыуға Черниковка яғынан заказ килде. Киләһе заказ – Чернышевский урамынан. Унан 7-ләрҙә генә килеп сыҡты Рәсүл. Был урамдағы фатирҙа ҡунаҡтар иҫерешеп бөткән, балалар йоҡлай. Көс-хәл менән бер-икеһен төрткөләп уятты ла, шиғырҙарын тыңлап, бүләктәрен биреп, таксиға сығып ултырҙы. Был фатирҙа уның килеп кергәнен дә, сығып киткәнен дә күрмәй ҡалдылар шикелле.

– Свердлов урамындағы баяғы ятаҡҡа барабыҙ, – тине Рәсүл.

– Һин унда әллә берәйһен таптыңмы? – тине таксист, шарҡылдап көлөп. – Шулай шәпме ни? Бөгөн шунда әллә өсөнсөгә, әллә дүртенсегә барабыҙ.

...Рәсүлгә ишекте байтаҡ шаҡырға тура килде. Әсәһе ҡайтмағандыр ҙа инде. Тағы бер-ике шаҡыны. Эстә хәлһеҙ генә тауыш ишетелде:

– Әсәй, әсәй, һин ҡайттыңмы?

– Юҡ, был мин, Ҡыш бабай.

– Ҡыш бабай? Һин Ҡыш бабаймы? Мине асмын. Ҡыш бабай, һин мине ҡотҡарырһыңмы?

– Мин һине ҡотҡарырға килдем, Айгөл.

– Ҡыш бабай, мине ҡотҡар, мин асыҡтым. Ҡыш бабай, һин минең әсәйемде күрмәнеңме? Нишләп минең әсәйем ҡайтмай ул?

Шул ваҡыт тауыш-тынһыҙ ғына ғифриттең ишеге асылды ла һүгенә-һүгенә бүлмә хужаһы килеп сыҡты.

– Мин һиңә әйттем, ҡустым. Мин һине киҫәттем, башҡа күҙемә салынма, тинем. Әйттемме? Әйттем.

– Ғәфү итегеҙ, бында Айгөл һаман яңғыҙы, ас ултыра, Гуля һаман ҡайтмаған.

– Тәүҙә асыҡлайыҡ, һиңә әсәһе кәрәкме, әллә ҡыҙымы?

– Үҙе һаман ҡайтмаған, бына ҡыҙы Айгөл ас ултыра.

– Һин ниндәй оятһыҙ кеше булып сыҡтың? – тине, ҡатлы-ҡатлы һүгенеп, ғифрит. – Мин һине тәүге күргәндә айныҡ инем. Әлегеләй хәтерләйем, һин, ҡыҙҙың әсәһенең исемен белмәйем, тинең. Хәҙер Гуля тиһең. Бында ниндәй Гуля булһын, бында – Гөлсирә. Гөлсирәнең юҡлығын беләһең, ә киләһең. Әсәһе ҡартайҙы, хәҙер ҡыҙын аңдып йөрөйһөңмө? Гөлсирә һәйбәт ҡыҙ ине. Һинең һымаҡ берәүҙән бала тапты. Ә тегеһе, бала булырын белгәс, ҡасты. Әйт әле, һин шул егет түгелме?

– Ҡайһы егет? – тине ҡалтыранған Рәсүл.

– Гөлсирәгә бала яһап ҡасҡан егет һин түгел инеңме, тим бит.

– Эйе, мин инем ул, мин, тик туҡмамағыҙ берүк, – тип ҡалтыранды Рәсүл.

– Ә-ә, Рәсим, һинме ни? Ҡалай олпатланып киткәнһең. Минең хәтер насар бит, бик кешене танып бармайым.

– Эйе, ағай, мин, мин, Рәсим.

– Ә мин һине шунда уҡ кемгәлер оҡшаттым, – тине ғифрит. – Гуляға әйттем мин, һинең ул егетең ҡайта ул, тинем. Бына бит, ҡайтҡанһың.

– Ә Гөлсирә ҡайҙа икән?

– Гөлсирә бит ҡайҙалыр иҙән йыуа. Баланы ҡарарға кәрәк. Ә ҡыҙыҡайыңды телевизорҙан күргәнең бармы?

– Телевизорҙан күргәнем юҡ, – тине Рәсүл.

Эште Зина боҙҙо. Килеп сыҡты ла:

– Был егет һаман йөрөймө ни? – тине.

– Ниңә, танымайһыңмы ни? Рәсим булған дабаһа, – тине ғифрит.

– Ҡайһы Рәсим? – тине Зина. – Теге, Гуляға килеп йөрөгән егетме?

– Эйе, шул Рәсим.

– Тот, был һине алдай! Был Рәсим түгел, – тип ҡысҡырҙы Зина һәм Ҡыш бабайҙың еләненә йәбеште. Ғифрит күҙ асып йомғансы Ҡыш бабайға ике тапҡыр һуҡты. Уныһы, көнө буйы арып йөрөгән кеше, баҫҡан ерендә бөгөлөп төшөп ҡоланы ла ҡуйҙы.

– Үлтерҙең! – тип һөрәнләне Зина.

– Борсолма, мин уға шаңҡытырлыҡ ҡына итеп һуҡтым. Тиҙ бул, полиция саҡыр! Педофил тоттоҡ, бер ҡыҙ баланы самалай ине, тиң. Тиҙ арала килеп етерҙәр.

Полиция саҡыртыуҙарын Рәсүл ишетмәне, ул, һушын юғалтып, коридорҙа ята ине.

Оҙаҡламай өс полицейский килде, Ҡыш бабайҙың ҡулдарына бығау һалдылар, һәм ошонда уҡ тикшереү эше башланды.

– Һеҙ нишләйһегеҙ? Ошо тимер ишек артында бер бала ас ултыра. Мине бығаулау хаҡында түгел, яңғыҙы ултырған ҡыҙҙы ҡотҡарыу хаҡында уйлайыҡ, – тине Рәсүл көс-хәл менән.

Егеттең түш кеҫәһенән паспортын алдылар.

– Йә, гражданин Яппаров Рәсүл Ғәли улы.

– Исеме нисек? – тип һораны ғифрит.

– Рәсүл Ғәли улы.

– Ә ул, Рәсим, ти.

– Алдаған, Рәсим түгел, Рәсүл исемле был.

– Ах, оятһыҙ! – тип яҫҡынды уға ғифрит. – Мине алдарға иттеңме? Полицейский иптәш, яҙып ҡуйығыҙ, бахыр ҡыҙ бала эргәһендә көнө буйы уралды. Ярай, үҙем уяулыҡ күрһәтеп, тотоп алдым. Ундайҙарҙың урыны төрмәлә. Ныу, төрмәлә кәрәгеңде бирәсәктәр төн һайын!

Рәсүлдең башы әйләнде, ул йығылып китмәҫ өсөн стенаға һөйәлде.

Әгәр һеҙ Айгөлдөң яҙмышы менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, ике сәғәттән henek.rbsmi.ru сайтында тағы осрашырбыҙ. Һеҙҙән лайыҡтар һәм максимум репостар көтәбеҙ. Дуҫтарығыҙҙы, фекерҙәштәрегеҙҙе йәлеп итегеҙ. Айгөлгә бүләген бергә тапшырайыҡ. Ике сәғәттән осрашҡанға тиклем!
Читайте нас: