+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Ғинуар 2021, 15:43

ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК Хикәйә Беренсе бүлек

Нәзирә ситкәрәк китте лә, үҙе йәшәгән йорттоң яҡты тәҙрәләренә ҡарап, уйға ҡалды. Былтыр Миратҡа кейәүгә сыҡҡайны. Хәйер, өйләнештеләр, тиһәң, күберәк булыр. Нәзирә эш таба алмай, йәшәр урынһыҙ йөрөй ине, төнгө клубта Мират менән танышты. Саҡырғайны, эйәрҙе лә барҙы. Ә хәҙер, ике йыл була инде, бергә йәшәйҙәр. Никах уҡытыу, яҙылышыу, туй үткәреү хаҡында һүҙ булғаны юҡ. Нәзирә үҙе почтала эшләй, әллә ни ҙур эш хаҡы юҡ. Ә Мираты бизнес менән шөғөлләнә. Нисек шөғөлләнәлер, уныһын ҡатын бик белмәй, ләкин Мираттың көнө-төнө иҫәп-хисап менән булыуын, компьютер артында ултырыуын иҫәпкә алһаң, эшҡыуарлыҡ менәндер. Әсәһе Вәсилә Әхәтовна хәҙер хаҡлы ялда. Элегерәк арыу ғына урындарҙа ла эшләгән шикелле. Ике йыл ир менән ҡатын өсөн аҙ ғүмер түгел. Нәзирәнең эшләгеһе, иргә ярағыһы, бала табып ҡыуандырғыһы килә. Ана, бергә эшләгән иптәштәре лә: – Нимә көтөп йөрөйһөң, бәлки, ирең һинең тәүәккәлләгәнеңде көтәлер. Ҡыуандыр үҙен берәй малай менән, – тип ҡоторта. – Ауырлы икәнемде белеп ҡалып, ҡыуып сығарһа, тип ҡурҡам, – ти Нәзирә. – Әгәр иреңде бала менән үҙеңә бәйләп ҡуймаһаң, барыбер ҡыуып сығарасаҡ, – ти тәжрибәлерәк ҡатындар.


ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК


Хикәйә

Беренсе бүлек


Нәзирә ситкәрәк китте лә, үҙе йәшәгән йорттоң яҡты тәҙрәләренә ҡарап, уйға ҡалды. Былтыр Миратҡа кейәүгә сыҡҡайны. Хәйер, өйләнештеләр, тиһәң, күберәк булыр. Нәзирә эш таба алмай, йәшәр урынһыҙ йөрөй ине, төнгө клубта Мират менән танышты. Саҡырғайны, эйәрҙе лә барҙы. Ә хәҙер, ике йыл була инде, бергә йәшәйҙәр. Никах уҡытыу, яҙылышыу, туй үткәреү хаҡында һүҙ булғаны юҡ. Нәзирә үҙе почтала эшләй, әллә ни ҙур эш хаҡы юҡ. Ә Мираты бизнес менән шөғөлләнә. Нисек шөғөлләнәлер, уныһын ҡатын бик белмәй, ләкин Мираттың көнө-төнө иҫәп-хисап менән булыуын, компьютер артында ултырыуын иҫәпкә алһаң, эшҡыуарлыҡ менәндер. Әсәһе Вәсилә Әхәтовна хәҙер хаҡлы ялда. Элегерәк арыу ғына урындарҙа ла эшләгән шикелле.

Ике йыл ир менән ҡатын өсөн аҙ ғүмер түгел. Нәзирәнең эшләгеһе, иргә ярағыһы, бала табып ҡыуандырғыһы килә. Ана, бергә эшләгән иптәштәре лә:

– Нимә көтөп йөрөйһөң, бәлки, ирең һинең тәүәккәлләгәнеңде көтәлер. Ҡыуандыр үҙен берәй малай менән, – тип ҡоторта.

– Ауырлы икәнемде белеп ҡалып, ҡыуып сығарһа, тип ҡурҡам, – ти Нәзирә.

– Әгәр иреңде бала менән үҙеңә бәйләп ҡуймаһаң, барыбер ҡыуып сығарасаҡ, – ти тәжрибәлерәк ҡатындар.

Ире иһә йәшәй башлағандың тәүге аҙналарында уҡ:

– Мин һинең бала табыуыңды теләйем, тик саҡ ҡына һуңыраҡ. Ваҡыты еткәс, үҙем әйтермен, – тигәйне. Ире үҙ алдына һөйләнгәндәй, ҡосаҡлап, иркәләп, ныҡ итеп яратып, яғымлы итеп әйтте. Башҡа был хаҡта һөйләшмәнеләр. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре бергә йәшәү генә түгел бит әле ул. Балаһын да табырға, үҫтерергә лә кәрәк.

Нәзирә тәүәккәлләне. Тәүге айҙың аҙағында был хаҡта иренә иғлан итергә, үҙенсә бүләк яһарға булды. Яңы йылды ҡаршылар алдынан был хаҡта әйтергә ҡарар итте.

– Мират, йәнем, ни хәл итәйем икән? Ай аҙағы отчет, башым да ҡатып йөрөй ине, һиҙмәй ҡалғанмын, беҙҙең балабыҙ буласаҡ, – тине тотлоға-тотлоға.

– Ысынлапмы? – тине Мират – Һин дөрөҫ әйтәһеңме? Ә һин беҙҙең был хаҡта һөйләшкәнде хәтерләйһеңме?

– Хәтерләйем, – тине ҡатын ҡалтырана-ҡалтырана.

– Нимә, оноттоңмо?

– Онотманым, – тине ҡатын, бышылдап ҡына.

– Ир көнө-төнө эшләй, әҙер фатир, хәҙер бала табам да быны тамам арҡанлайым, тип хыялланаһыңмы? Хаталанаһың, килеп сыҡмаясаҡ.

Мират ҡапыл ярһып китте лә уң ҡулы менән өҫтәлгә шапылдатып һуҡты.

– Аҡсаһын үҙең табаһың, алдырып киләһең!

Нәзирә бәпес хаҡында күпме хыялланды, урамда бала күтәреп йөрөгән кешеләрҙе күрһә, көнләшеп ҡарап ҡала.

– Һиңә кәрәкмәһә, үҙем өсөн табам, – тине ул, әхирәттәре өйрәткәнсә ныҡ итеп әйтергә тырышты.

– Ярай әтеү, үҙең өсөн тап! –тине ир. Шунан аҡрын ғына торҙо ла Нәзирәне ишек яғына һөйрәй башланы.

– Бына итегең, бына пуховигың, бер нәмәңде лә ҡалдырма. Ысҡын, күҙемдән юғал!

– Мират, көтөп тор, һин нимә һөйләйһең, мин ҡайҙа барайым?

– Ә ниңә ҡайҙа барырыңды мине алдар алдынан уйламаның? Миңә алдаҡсы ҡатын кәрәкмәй, ысҡын бынан, юғал күҙемдән!

Нәзирә һаман, ире шаярталыр, тип өмөт итә. Бер аҙ тынысланыр ҙа, ярай, мин риза, һиңә лә күптән бала үҫтерергә ваҡыт, тип әйтер һымаҡ. Юҡ, Мират тынысланырға уйламай. Шифоньерҙы асты ла Нәзирәнең кейемдәрен алып ырғытты.

– Бына, тоҡҡа тултырып ал, – тине ул. Етмәһә, ҡатлап-ҡатлап һүгенә. Ҡатындың ҡото осто, ирен был килеш күргәне юҡ ине әле.

Бына эргәһендә тоғо, иҫке генә сумаҙаны. Телефонын алып, әллә шылтыратып ҡарайым микән, тип уйланы Нәзирә. Әгәр әсәһенә – Вәсилә апайға – шылтыратып ҡараһа? Шылтыратыу менән әсә кеше шунда уҡ яуап бирҙе:

– Тыңлайым, – тине ул һалҡын ғына.

– Һеҙҙең менән, Вәсилә Әхәтовна, осрашып һөйләшергә ине.

– Кем тип әйтәйем икән һеҙгә, һин миңә ни килен, ни ҡыҙым түгелһең. Ярай, ябай ғына итеп, Нәзирә тип өндәшәйем. Минең улым үҙен ҡарарлыҡ өлкән кеше. Һеҙҙең арала нимә булһа ла, мин уның шәхси тормошона ҡыҫылмайым. Ул, тәүге ҡатынынан ике бала таптырып, бик ҙур хата яһаны. Алиментын ауырлыҡ менән түләй. Ул алиментын кем уйлап тапҡандыр... Ҡыҫҡаһы, әгәр улым һеҙгә ҡарата ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткән икән, мин уға башҡа кәңәш бирә алмайым, – тине лә трубканы һалып ҡуйҙы.

Аңлашылды, тимәк, ул алимент түләй. Был яңылыҡ Нәзирәне тамам шаңҡытты. Нәзирәнең эргәһенән бер малай үтеп-һүтеп йөрөй ине. Төн уртаһы етеп килә, ул бында нишләп йөрөй икән? Эргәләге гараж артында малайҙың кем менәндер һөйләшкәне ишетелде.

– Малай, һинең исемең нисек? – тине ир тауышы.

– Рушан.

– О-о, ниндәй матур исем. Әйҙә минең фатирға барайыҡ.

– Ә унда миңә нимә бар? – тине малай.

– Компьютерҙа уйнарһың, фильм ҡарарбыҙ. Мин һиңә шоколад ашатам. Бергә уйнарбыҙ.

– Ә һинең фатирың ҡайҙа һуң?

– Ана, ошонан ике өй аша ғына. Әйҙә, киттекме?

– Белмәйем, – тип икеләнә малай. – Хәҙер атайым ҡайтырға тейеш.

– Атайың Яңы йыл ҡаршылап йөрөйҙөр. Ниңә борсолаһың?

Нәзирә, ниндәйҙер хәүеф һиҙеп:

– Рушан, кем менән һөйләшәһең унда, кил әле бында! – тине. Гараж артына үрелеп ҡарағайны, теге ир, йөҙөн йәшереп, ситкә боролдо ла тиҙ-тиҙ атлап китеп барҙы.

– Рушан, кил бында, – тине Нәзирә. Малай Нәзирә эргәһенә сыҡты.

– Ә һин мине ҡайҙан беләһең?

– Беләм инде. Ә һин мине танымайһыңмы ни? Мин бынауҙа йәшәйем.

– Минең атайым таксист булып эшләй. 12-гә тиклем ҡайтырмын тигәйне, һаман күренмәй бит. Мин ул ҡайтҡансы берәй нәмә бешереп ҡуйырмын тигәйнем. Ә һин, апай, кемде көтәһең?

– Көтмәйем. Минең барыр урыным юҡ.

– Ә ниңә улай? Өйһөҙ ҡалдыңмы?

– Юҡ, минең өйөм юҡ, мин ауылдан килдем.

– Ә һин билмән бешерә беләһеңме?

– Ә мин күп нәмә бешерә беләм.

– О-о, ҡалай шәп! Әйҙә, әтеү беҙгә керәйек.

– Ә атайың ҡайтып, мине ҡыуып сығарһа? Әсәйең ҡайтып керһә?

– Юҡ, атайым ҡыумаҫ, мин һөйләшермен.

– Ә әсәйең ҡайҙа?

– Ул больницала ятты. Бик оҙаҡ ятты. Ҡайтманы.

– Әйҙә улайһа, һиңә керәйек.

Нәзирә бер ҡулына тоғон, икенсеһенә юл сумкаһын тотто ла малай менән өйгә кереп киттеләр.



------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: