+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Ғинуар 2021, 00:58

БЕР СЫНАЯҠ СӘЙ Хикәйә

Рәшиҙә менән Фәриҙә – әхирәттәр. Ауылдан бергә килделәр, бер бүлмәлә йәшәп, бер факультетта уҡып, бер фирмаға эшкә ҡалдылар. Рәшиҙә генераль директорҙың ярҙамсыһы булһа, әхирәте офистағы тәртипте күҙәтеп, хужалыҡ эштәре өсөн яуап биреп йөрөй. Бер көн керҙе лә Рәшиҙәне ҡосаҡлап алды.– Һине туйға саҡырабыҙ, кейәүгә сығам, – тине.Рәшиҙәне был хәбәр шаҡ ҡатырҙы. “Ҡара һин уны, комендант тиһәң, комендант түгел, завхоз тиһәң, завхоз түгел. Иҙән йыуҙыртып, тәҙрә таҙарттырып йөрөй ине, кейәүгә лә сығырға өлгөргән. Ә бында иң ҙур хужаның ярҙамсыһы булып йөрөгән Рәшиҙәнең етәкләп йөрөрлөк егете лә юҡ”.– Нисек улай бик тиҙ? – тип аптыранды ул, көнләшеүен саҡ-саҡ йәшереп.– Һинең арҡала, әхирәткәйем, – тине Фәриҙә. – Һин таныштырҙың бит.– Нисек мин таныштырҙым, – тине Рәшиҙә. – Мин һине берәү менән дә таныштырғаным юҡ.– Һуң, үткәнендә бер шофер килгәйне. Һин уға һыу эсереп ебәрҙең. Аҙаҡ миңә сәй эсерергә ҡуштың.

Рәшиҙә менән Фәриҙә – әхирәттәр. Ауылдан бергә килделәр, бер бүлмәлә йәшәп, бер факультетта уҡып, бер фирмаға эшкә ҡалдылар. Рәшиҙә генераль директорҙың ярҙамсыһы булһа, әхирәте офистағы тәртипте күҙәтеп, хужалыҡ эштәре өсөн яуап биреп йөрөй. Бер көн керҙе лә Рәшиҙәне ҡосаҡлап алды.

– Һине туйға саҡырабыҙ, кейәүгә сығам, – тине.

Рәшиҙәне был хәбәр шаҡ ҡатырҙы. “Ҡара һин уны, комендант тиһәң, комендант түгел, завхоз тиһәң, завхоз түгел. Иҙән йыуҙыртып, тәҙрә таҙарттырып йөрөй ине, кейәүгә лә сығырға өлгөргән. Ә бында иң ҙур хужаның ярҙамсыһы булып йөрөгән Рәшиҙәнең етәкләп йөрөрлөк егете лә юҡ”.

– Нисек улай бик тиҙ? – тип аптыранды ул, көнләшеүен саҡ-саҡ йәшереп.

– Һинең арҡала, әхирәткәйем, – тине Фәриҙә. – Һин таныштырҙың бит.

– Нисек мин таныштырҙым, – тине Рәшиҙә. – Мин һине берәү менән дә таныштырғаным юҡ.

– Һуң, үткәнендә бер шофер килгәйне. Һин уға һыу эсереп ебәрҙең. Аҙаҡ миңә сәй эсерергә ҡуштың.

Ҡасан булды икән был хәл? Рәшиҙә күпме генә иҫенә төшөрөргә тырышмаһын, күҙ алдына килтерә алманы. Бында ни, кеше күп йөрөй. Килгән береһенә һыу эсерә, сәй ҡуя башлаһаң, тик шуның менән генә шөғөлләнергә ҡала.

Ике ай самаһы элек микән, эш кейемендә, ҡырынмаған, ботинкаһын да таҙартмаған бер егет килеп ингәйне. Шул егет ниндәйҙер проект документтарын алып китте.

– Мин яңғыҙмын, һинең менән танышырға мөмкинме? – тип, Рәшиҙәгә ҡармаҡ һалып маташҡайны, ҡыҙ уның тәҡдимен һауалы ғына итеп кире ҡаҡты.

– Эх, һыуһатты бит әле, – тип ике-өс тапҡыр әйткәндер. Аптырағас, Рәшиҙә һыуытҡыстан алып, һыу тултырылған стакан тотторҙо. Ҡабаланмай, һаман ултыра был. Һыуын эстең, ҡағыҙыңды алдың. Тағы нимә ҡарап ултыраһың? Ҡабул итеү бүлмәһендә былай ҙа кеше күп.

Шул ваҡыт Фәриҙә килеп инде. Рәшиҙә уны күреп ҡалыу менән:

– Бына Беренсе төҙөлөш компанияһынан килгәндәр, ваҡытың бармы? Шул ағайға сәй генә эсереп ебәр әле, – тип һораны.

Рәшиҙә вазифа буйынса Фәриҙәнән юғарыраҡ тора, эш хаҡы ла артығыраҡ. Шулай булғас, әхирәтенең уның ҡушҡанын күндәм генә үтәренә шиге юҡ.

Әллә шул водителгә кейәүгә сығып йөрөй микән? Тапҡан кейәүҙе! Хәйер, Фәриҙәнең ни, машина йөрөтөүсенән артыҡҡа өмөтө лә юҡтыр инде, сыҡһа, сыға ла ҡуя. Ауылда ишетһәләр, аптырашырҙар инде. Атаһы колхозда водитель, ҡалалағы ҡыҙы ла атаһы һымаҡ шоферға кейәүгә сыҡҡан, тиерҙәр. Ә туйына барырға кәрәк. Бына, берәй йәтеш кенә егет табып, үҙенә лә кейәүгә сыҡҡанда һәйбәт булыр ине. Юҡ, ҡала ҙур, кеше күп, тиһәләр ҙә, кейәүлеккә дәғүә итеүселәр бағана һайын теҙелеп тормай шул.

Уф, бынау Фәриҙә, кейәүгә сыҡтым тип, кәйефен төшөрҙө. Ул арала булмай, телефон аша директор шылтыратты:

– Хәҙер Беренсе төҙөлөш компанияһының етәксеһе килә. Килеү менән миңә үткәрегеҙ!

Бер заман ҡабул итеү бүлмәһе ишегендә теге ваҡыт килгән водитель күренде.

– Һаумыһығыҙ, – тип өндәште ул, ипле генә итеп. – Миңә директорға инергә мөмкинме?

– Көтөп тороғоҙ, – тине Рәшиҙә ҡоро ғына. – Директорҙың эше күп, ул бик мөһим осрашыуға әҙерләнә.

Водитель мөйөштәге ултырғысҡа күндәм генә барып ултырҙы. Рәшиҙә күҙ ҡырыйы менән генә уны күҙәтә: ай-һай, бөгөн кейенеп-яһанып алған булған! Костюмы ҡалай килешеп тора, ботинкаһын да ялтыратҡан булған. Шофер кешегә кейендең ни ҙә кейенмәнең ни. Шул ваҡыт Фәриҙә килеп инде лә, водителде күреп ҡалып, эргәһенә килде. Уныһы, һикереп тороп, ҡыҙҙы еңелсә генә ҡосаҡлап алмаһынмы! “Ҡара-ҡара, был әхирәт нимә ҡылана?” – тип уйлап өлгөрмәне Рәшиҙә, кабинетынан атылып тигәндәй директор килеп сыҡты.

– Рәшит Сафуанович, рәхим итегеҙ, үтегеҙ.

– Хәҙер үтәбеҙ, бына, мин һеҙҙе туйға саҡырырға килдем. Һеҙҙең хеҙмәткәрегеҙ Фәриҙә менән өйләнешәбеҙ, – тип иғлан итте ир һәм саҡырыу ҡағыҙын тотторҙо. – Мин үҙемдең бәхетемде ошонда таптым. Әгәр һеҙҙең ярҙамсығыҙ Рәшиҙә мине Фәриҙә менән таныштырмаһа, әле лә өйләнмәй йөрөгән булыр инем.

Быны ишеткән Рәшиҙә телһеҙ ҡалды, сөнки водитель тип уйлаған кешеһе Беренсе төҙөлөш компанияһының генераль директоры йәки Фәриҙәнең кейәүе булып сыҡты.

Читайте нас: