-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Ғинуар 2021, 23:52

НИМӘ ЭШЛӘЙҺЕҢ УЛ, АТАЙ?! Хикәйә

Ләйсән, ике ҡуллап башын тотоп, өҫтәлгә эйелеп ултырҙы ла ҡуйҙы.– Нимә булды? Әллә берәй хәбәр килдеме? – тип Зариф үрелеп сәсенән һыйпаны.Ләйсән өндәшмәне, башын нығыраҡ эйҙе. Иртән генә кәйефе ниндәй һәйбәт ине. Атаһы, етмәһә, оҙатып сыҡты.– Кискә байрам итербеҙ, иртәрәк ҡайтырға тырыш, – тип ҡалған булды.Юҡ, яҙмаған икән шул. Ҡыҙҙың арҡаһынан һөйөп, сикәһенән үбеп ҡалған булды бит әле. Их, атай! Һин нишләнең ул?Ҡыҙ ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөрттө лә Зариф аша үрелеп ҡараны һәм былай тип бышылданы: – Һин шым ултыр. Өндәшмә, боролма! Артыңда минең бер бик яҡын кешем ултыра, – тине Ләйсән.Аптыранған Зариф борола башлағайны:– Һиңә боролма тинем, тик ултыр, үтенеп һорайым, – тип инәлде ҡыҙ.

Ләйсән, ике ҡуллап башын тотоп, өҫтәлгә эйелеп ултырҙы ла ҡуйҙы.

– Нимә булды? Әллә берәй хәбәр килдеме? – тип Зариф үрелеп сәсенән һыйпаны.

Ләйсән өндәшмәне, башын нығыраҡ эйҙе. Иртән генә кәйефе ниндәй һәйбәт ине. Атаһы, етмәһә, оҙатып сыҡты.

– Кискә байрам итербеҙ, иртәрәк ҡайтырға тырыш, – тип ҡалған булды.

Юҡ, яҙмаған икән шул. Ҡыҙҙың арҡаһынан һөйөп, сикәһенән үбеп ҡалған булды бит әле. Их, атай! Һин нишләнең ул?

Ҡыҙ ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөрттө лә Зариф аша үрелеп ҡараны һәм былай тип бышылданы:

– Һин шым ултыр. Өндәшмә, боролма! Артыңда минең бер бик яҡын кешем ултыра, – тине Ләйсән.

Аптыранған Зариф борола башлағайны:

– Һиңә боролма тинем, тик ултыр, үтенеп һорайым, – тип инәлде ҡыҙ.

Ләйсән менән Зариф был кафеға осраҡлы ғына килеп инделәр. Дәрестәр бөткәс, Ләйсән өйгә ҡайтырға тейеш ине. Сәғәт 4-кә консультация билдәләнеләр. Шуға ҡалырға мәжбүр булды.

– Әллә ҡайтып ҡына китәһе инде, – тип һөйләнде ул үҙ алдына.

Ләйсән ипләп кенә тағы үрелеп ҡараны. Атаһының эргәһендә Ләйсәнгә арҡаһы менән йәш кенә бер ҡатын ултыра. Ҡап-ҡара сәстәрен ҡабартып, прическа яһаған! Етмәһә, әллә кем булып ваҡыт-ваҡыт сәсен һуҡҡылап алған була, көҙгөгә ҡарай. Өҫтөндә зәңгәр күлдәк. Атаһы уға яҡынайып ултырҙы ла, ҡулдарынан тотоп, бармаҡтарын ҡат-ҡат үпкән була. “Уф, таныштар ғына күреп ҡалмаһа ярар ине”.

Ләйсән туҙынып эргәләренә барырға йыйынғайны, икеләнеп туҡтап ҡалды. Атаһы эш ваҡытында кафела ҡыҙҙар менән осрашып йөрөйҙөр тип, һис уйламай ине. Әсәһенә был хаҡта әйтергәме, юҡмы? Юҡ, әйтә алмаҫ. Теле бармаҫ. Нисек инде, атайымдың йәп-йәш ҡатыны бар, тип әйтеп торһон? Әсәһе былай ҙа ауырыҡһынып тора. Сәстәре ағарып бөттө. Күпме әйтте, әйҙә, сәсеңде буяйыҡ, тип. “Миңә нимәгә ул?” – тип ҡул һелтәй ҙә ҡуя. Ана, атаһы ҡап-ҡара сәслене тапҡан. Нисек оялмай серләшеп ултыралар? Әллә барырға ла баҫырғамы эргәләренә? Юҡ, атаһының күҙенә ҡарай алмаҫ. Нимә генә эшләмәһен, атай бит ул. Өйҙә ял иткән сағында ла әсәһе ҡурсалап ҡына тора: “Атайығыҙҙың эше ауыр, уны борсомағыҙ, ял итһен”, – ти.

– Йә, һөйөклөм, әйт, нимә булды, ниңә илайһың? – Зариф ныҡыта.

Әйтергәме, юҡмы? Әгәр, атайым һинең артыңда бер ҡыҙ менән төшкө аш ашап ултыра, тип әйтһә, бик уңайһыҙ булыр һымаҡ. Сығып ҡына китерҙәр ине, күреп ҡалыр һымаҡ.

Ҡара-ҡара, нимә эшләйҙәр! Курьер килеп инде һәм өҫтәлгә ҙур раузалар гөлләмәһе ҡуйҙы. Атаһы ҡағыҙға ҡул ҡуйҙы ла, һикереп тороп, гөлләмәне ҡулына алды һәм ҡатынға тотторҙо. Теге ҡатындың ҡыуаныуын әйт әле.

Күптән түгел генә киске аш ашап ултырғанда атаһы Ләйсәнде кейәүгә биреү хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡайны. “Мин үҙемә кейәү тапманым әле. Атай, мин иремдең һинең һымаҡ булыуын, һиңә оҡшауын теләйем. Яғымлы, иғтибарлы, матур кейәү кәрәк миңә. Әгәр һинең кеүек булмаһа, атай, кейәүгә сығып та тормаясаҡмын.

Ҡыҙ, асыуы килеп, Зарифҡа ҡараны. Атайыма оҡшаған булһын, тип тырышҡайны, бына нимә килеп сыҡты. Эргәләренә барырғамы, юҡмы? Ә егете һаман боршаңлай, нисек тә артына боролорға итә.

– Боролма, тик ултыр! – тип бойорҙо ҡыҙ.

Атаһы менән теге ҡатын ашауҙы ла онотто, үҙ-ара нимәлер сөкөрҙәшәләр. Бына атаһы киң итеп йылмайҙы, кеҫәһенән ҡып-ҡыҙыл балдаҡ һауыты сығарҙы, баҫты һәм ҡатындың бармағына балдаҡ кейҙерҙе. Эх, атай, һин нишләйһең, әллә өйләнеп йөрөйһөңмө?!

Шул ваҡыт Ләйсәндәрҙең өҫтәленә ике һауыт алма һуты менән торт киҫәктәре килтерҙеләр.

Ләйсәндең асыуҙан һәм нәфрәттән күҙ алдары ҡараңғыланды. Ул һикереп торғанын, ике һут һауытын ике ҡулына тотоп, атаһы менән ҡатын ултырған өҫтәлгә уҡтай ынтылғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Һин нишләйһең, атай?! – тип өндәште лә һуттарҙы икеһенә һибәм тип күтәргәйне, аптырауҙан ҡатып ҡалды: алдында сәстәрен буятҡан, матур итеп кейенгән әсәһе ултыра ине.

Бер һауыт һут Ләйсәндең ҡулынан төшөп китте, икенсеһен ул көс-хәл менән өҫтәлгә ултыртты ла, әсәһен ҡосаҡлап, үкереп илай башланы.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: