+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Ғинуар 2021, 00:09

ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК Хикәйә Икенсе бүлек

Рушан менән Нәзирә өсөнсө ҡатта урынлашҡан ике бүлмәле фатирға керҙеләр. Ҙур булмаған йыйнаҡ ҡына фатир, тәртип яғы, әлбиттә, самалы. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәне күренеп тора. Нәзирә Мираттың фатирын иҫкә төшөрҙө. Һәр әйбер үҙ урынында, ҡаты тәртип. Уның фатиры буйлап йөрөп, көн һайын йыйыштырып, әйберҙәрен тәртипкә килтереп сыҡмаһа, күңеле булмай торғайны Нәзирәнең. Нәзирә Рушан менән яҡындан танышты. Рушан йүгереп тәҙрәгә барҙы, шул ыңғай һыуытҡысты асты, туралған ит сығарҙы. “Бында нимәгә килдең?” – тигән һымаҡ, Нәзирәгә ҡарап: – Билмән буламы? – тип һораны. – Хәҙер эшләрбеҙ, – тине Нәзирә һәм еңдәрен һыҙғанды. Һурпа ҡайнатырға һөйәк һалды, ҡамыр әҙер булғас, Рушанды билмән яһарға саҡырҙы. – Һин минең әсәй һымаҡ, – тине Рушан. – Ул да шулай тәмле итеп бешерә торғайны. Малай һуңғы һүҙҙәрен һағыш менән, моңһоу ғына әйтеп ҡуйҙы. Күп тә үтмәне, йорт хужаһы ҡайтып керҙе.



ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК


Хикәйә

Икенсе бүлек


Рушан менән Нәзирә өсөнсө ҡатта урынлашҡан ике бүлмәле фатирға керҙеләр. Ҙур булмаған йыйнаҡ ҡына фатир, тәртип яғы, әлбиттә, самалы. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәне күренеп тора. Нәзирә Мираттың фатирын иҫкә төшөрҙө. Һәр әйбер үҙ урынында, ҡаты тәртип. Уның фатиры буйлап йөрөп, көн һайын йыйыштырып, әйберҙәрен тәртипкә килтереп сыҡмаһа, күңеле булмай торғайны Нәзирәнең. Нәзирә Рушан менән яҡындан танышты. Рушан йүгереп тәҙрәгә барҙы, шул ыңғай һыуытҡысты асты, туралған ит сығарҙы. “Бында нимәгә килдең?” – тигән һымаҡ, Нәзирәгә ҡарап:

– Билмән буламы? – тип һораны.

– Хәҙер эшләрбеҙ, – тине Нәзирә һәм еңдәрен һыҙғанды. Һурпа ҡайнатырға һөйәк һалды, ҡамыр әҙер булғас, Рушанды билмән яһарға саҡырҙы.

– Һин минең әсәй һымаҡ, – тине Рушан. – Ул да шулай тәмле итеп бешерә торғайны.

Малай һуңғы һүҙҙәрен һағыш менән, моңһоу ғына әйтеп ҡуйҙы. Күп тә үтмәне, йорт хужаһы ҡайтып керҙе.

– Тәмле еҫтәр сыҡҡан фатирҙа, – тине ул ишек төбөнән үк. – Улым, берәйһе килдеме әллә?

– Нәзирә апай килде, – тип, малай йүгереп атаһына ҡаршы сыҡты.

– Юнир, – тип таныштырҙы ул үҙен. – Рөхсәт итһәгеҙ, ошо фатирҙың хужаһы булам.

Нәзирә ҡыҫҡа ғына итеп үҙенең бында нисек килеп кереүен һөйләп бирҙе.

– Яҡшы булған, – тине Юнир. – Ана, теге бүлмә буш, шунда йәшәп тороғоҙ, оҡшаһа, бәлки, ҡалырһығыҙ.

Нимәһе яҡшы булһын инде? Берәүҙән ҡыуылып сыҡ та икенсеһенә тамаҡ хаҡына ялланып йөрө инде. Бәләкәй генә аш өҫтәленең өс яғына ултырып, өндәшмәй генә ашанылар.

– Атай, билмәнгә “бишле” ҡуям, – тине малай икенсе тәрилкәне ашаған сағында.

– Ә мин “плюс бишле” ҡуям, – тине атаһы. – Эх, Яңы йыл хөрмәтенә бер йөҙ грамм да булғанда...

– Ниндәй йөҙ грамм? – Малай атаһына етди итеп ҡараны. – Һиңә ярамай. Әсәйем һиңә нимә тип әйтте? Эсмәйһең, Рушанды ҡарайһың, тине.

– Ярай, шулай булһын, – тине атаһы күңелһеҙ генә.

Яңы йылды сәй менән ҡаршы алдылар. Урамда мөйөш һайын күккә фейерверктар осто, ҡала сағыу уттарҙан һәм шартлаған тауыштарҙан ҡайнап торҙо. Бер аҙ телевизор ҡаранылар, оҙаҡламай Рушандың йоҡлап киткәне беленде. Атаһы, малайҙы алып, урынына илтеп һалды. Икәүләшеп шым ғына телевизор ҡаранылар.

– Ә мин билмән өсөн рәхмәт әйтергә онотҡанмын, – тине фатир хужаһы.

– Ә улығыҙ әсәһен дауаханала тигәйне.

– Дауаханала ине. Оҙаҡ ауырыны, үлде ул. Ярты йыл була инде.

– Ә Рушан уның үлгәне хаҡында белмәйме ни?

– Бала тиҙ өйрәнә бит. Вафатына тиклем оҙаҡ ҡына дауаханала ятҡайны, шуға әсәһенең юҡлығына күнде шикелле. Ә һеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек?

Нәзирә үҙенең хәлен һөйләп бирҙе.

– Ошонда йәшәй алаһығыҙ, – тине Юнир. – Күпме кәрәк, нисек оҡшай, шулай йәшәгеҙ. Аҡса һорарға уйым юҡ, донъябыҙҙы ҡарап, малайҙы уҡырға йөрөтөп, ярҙам итһәгеҙ, шул еткән. Артабан үҙегеҙ ҡарарһығыҙ.

– Рәхмәт, – тине Нәзирә. – Бында бик тыныс түгел икән.

Ул Рушандың бая бер ир менән һөйләшеп тороуы хаҡында һөйләп бирҙе.

– Ана бит, – тип аптыраны ир. – Ҡала ҙур, кеме генә юҡ. Үҙем дә өлгөрмәй ҡуям ҡайһы берҙә. Фатир өсөн кредит алғайныҡ, шуны ла түләп бөтөп булмай. Көнө-төнө сабырға тура килә.

Шулай итеп, Нәзирәнең бында килеп юлығыуына ике айҙан ашыу ваҡыт үтте. Юнир уға иғтибар иткән икән. Бер көн:

– Һеҙ декретҡа йыйынаһығыҙмы? – тип һораны.

– Эйе, – тине Нәзирә һәм айырылышыуының сәбәбен аңлатып бирҙе.

– Һеҙ мине сығарып ебәрерһегеҙме икән? – тип һораны Нәзирә.

– Мажаралар эҙләп, ҡыҙ күҙләп йөрөр йәштән үткәнмен, – тине Юнир. – Әгәр риза булһаң, өйләнешер ҙә ҡуйыр инек.

Шулай килештеләр. Тик Нәзирәнең бер генә үтенесе бар ине: кеше араһында уңайһыҙ , никах булһа ла уҡытайыҡ, тине ул, әллә ни ҙурға өмөт итмәй генә.

– Мин ҡаршы түгел, – тине Юнир. – Никах ҡына етмәҫ, әйҙә, загсҡа ла барайыҡ, мөнәсәбәттәребеҙҙе рәсмиләштереп ҡуяйыҡ.

Шулай күңелле генә йөрөгән ваҡытта көтмәгәндә Мират шылтыратты.

– Үҙебеҙҙең яҡта һине күргеләп ҡалам, – тине ул бошонҡо ғына тауыш менән. – Миңә ҡайтыуҙан өмөт өҙмәгәнһең икән һаман. Әгәр минең талапты үтәгән булһаң, ҡайта алаһың.

– Әгәр үтәмәгән булһам?

– Уныһы икенсе мәсьәлә. Һәр хәлдә баланың атаһы мин тип иғлан итергә ҡабаланма.

– Ул һинеке түгел, ул минең бала, – тине Нәзирә ҡаты итеп. – Минең өсөн уның тере ҡалыуы, йәшәүе һиңә ҡарағанда күпкә мөһимерәк.

– Ҡайһылай уҫаллашырға өйрәнгәнһең, – тип әсе телләнде Мират.

– Кинола нимә тине әле? Өйрәтеүселәре яҡшы булды, тинеме?

Нәзирә телефонды һүндерҙе.

Ә бер нисә көндән Вәсилә Әхәтовна шылтыратты. Баҡтиһәң, Мираттың әсәһе улынан Нәзирәгә өйләнеүҙе талап иткән, уларға бәхет теләгән икән. Хатта, ошо ҡатындан да арыуын таба алмаҫһың, эҙләп тап, өйөңә алып ҡайт, тип әйткән.

– Һуң инде, Вәсилә Әхәтовна, – тине Нәзирә. – Мин бит кейәүгә сыҡтым. Мине бик һәйбәт ҡабул иттеләр, һис тә үкенмәйем.

Йәй аҙаҡтары. Күҙемә бер таныш малай салынып ҡалды. Бәй, был бит Рушан. Мәктәпкә китеп бара. Уға кемдәр эйәргән, тиһегеҙме? Коляска этеп, атаһы, уның эргәһендә Нәзирә, хәҙер уны Рушан әсәй тип йөрөтә, ҡалай күңелле итеп китеп баралар.

Мират, таныш ҡатынды һәм коляска этеп барған ирҙе күргәс, күңелендә үҙе бығаса кисермәгән хис-тойғоларға тарығандай тойолдо. Балалар арбаһында йоҡлап ятҡан сабый уныҡы ине бит. Ул үҙе баш тартты. Улар үтеп китте, ә Мират көнләшеүҙән тештәрен ҡыҫты һәм үҙен беренсе тапҡыр бәхетһеҙ итеп тойҙо.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: