БӘХЕТ ӨСӨН КӨРӘШЕРГӘ КӘРӘК ИКӘН
Яңы йылдан һуң башланған оҙайлы ял көндәре уҡыусыларыбыҙҙы башҡа мәшәҡәттәр менән күмер, тип уйлаһаҡ, рәхмәт төшкөрөләр, улар бәйләнеш сараларынан айырылырға ашыҡмай. Яҙылыусыларыбыҙ арта, көн һайын бер нисә мең кеше яҙғандарыбыҙҙы уҡый һәм лайыҡтар ҡуя, рәхмәт әйтә. Донъяла насарлыҡтар былай ҙа күп, беҙ яҡшыһын, ыңғайын табырға һәм яҙырға, ғаилә ҡиммәттәренә өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ. Сөнки быны уҡыусыларыбыҙ һорай. Әйҙәгеҙ, киләсәктә лә бер-беребеҙҙе матур хәбәрҙәр, йылы ваҡиғалар менән ҡыуандырып торайыҡ. Беҙ киләсәктә лә яҡты яҙмышлы кешеләрҙең һөйләгәндәрен яҙып алырға һәм башҡаларға еткерергә тырышасаҡбыҙ. Ошо ял көндәрендә бер уҡыусыбыҙҙың һөйләгәндәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Бына нимәләр һөйләне ул.
Шулай тура килде: ҡырҡым тулыр-тулмаҫ яңғыҙ ҡалдым. Ирем тип, ун йыллап ышанып йөрөгән кешем ялҡау булды, эсте, эштән эшкә йөрөнө, һуғышты. Шундай йәшәү рәүешендә мине ғәйепләне. Аҙаҡ килеп, икенсегә әүрәп, уға йөрөй башлағас, ҡыуып сығарырға тура килде.
Тормош шулай булалыр, тип, күнеп бөткәйнем инде. Кем белә, бәлки, миңә генә шулай тура килгәндер. Йылдан артыҡ кеше араһына сығыуҙы, театрға, киноға йөрөүҙе онотоп торҙом.
Бер көн әхирәтем ҡустыһының тыуған көнөнә саҡырҙы. Аш яраштырырға, йыйыштырырға, ҡунаҡтарын ҡарашырға була инде. Яңғыҙ ҡалғас, аҡсам да йыйылғайны. Беренсе тапҡыр кейендем, төҙәндем, биҙәндем. Ошо әхирәтемдән башҡа артыҡ аралашҡан, йөрөшкән кешем дә юҡ. Барҙым. Табынды асҡас, ошоно ҡараштырып тор, ул да яңғыҙ, тип, берәүҙең эргәһенә ултыртылар. Шунда уҡ һиҙҙем: бының менән эш сыҡмаҫ, ахыры, сөнки ике-өс рюмканы ла күтәрә алманы, шыуышып тигәндәй сығып, юҡ булды. Аҙаҡ күрҙем, икенсе бүлмәгә сығып ҡолаған, етмәһә, мине саҡырып ята. Ҡуй-ҡуй, мин әйтәм, ас тамағым, тыныс ҡолағым. Хәҙер исемен дә хәтерләмәйем инде.
Икенсеһе эргәмә үҙе килеп ултырҙы. Таныштыҡ, аралаштыҡ. Йәшереп торманы, барыһын да һөйләне. Эскән, дауаланған. Хәҙер ете йыл ауыҙына ла алғаны юҡ икән. Нурулла икән исеме. Өйөмә килде. Элекке ҡатыны ошонда йәшәй, ҡабат кейәүгә сыҡҡан. Улы ғаиләһе менән Себерҙә йәшәй. Буйға бер сама, баһадир түгел. Артыҡ матур тип тә әйтә алмайым.
Егәрле, эшләй. Донъя көтөргә теләге бар, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә. Донъяма ир ҡулы тейгәне һиҙелде. Үҙемдең дә өйгә ҡайтҡы килеп тора. Бик ҡыҫтағас, яҡындарыбыҙҙы саҡырып, никах уҡыттыҡ, туй һымаҡ мәжлес үткәрҙек. Кәрәкмәй тип торам, туй күлдәген үҙе алып бирҙе. Хәҙер мөмкин бит, күп итеп фотоға төштөк. Шул һүрәттәрҙе йыш ҡына алып ҡарайым. Бәхетле икәнем йөҙөмә сыҡҡан. Яңғыҙ ҡатынға күп кәрәкме инде? Хәҙер үҙем шуны юғалтыуҙан ҡурҡам. Көтөлмәгән нәмә килеп сығыр ҙа барыһы ла юҡ булыр һымаҡ.
Ирем фатирҙы киңәйтеү, машина һатып алыу хаҡында һәйләй. Ә минең хыялым ҙурыраҡ, әйтергә уңайһыҙ, буй етмәҫлек һымаҡ. Өндәшмәйем, ваҡыт үҙе күрһәтер әле. Ә булғанын юғалтҡы килмәй, сөнки күңелем һиҙә: нимәлер килеп сығыр һымаҡ. Тап шулай булды ла.
Тауыш-тынһыҙ ғына йәшәп ята инек, үҙен юллап, тәүге ҡатыны килеп керҙе. Икенсе ирен ҡыуған, минекен дә күҙ уңынан ысҡындырмаған. Эсмәгәс, эшләгәс, кире ҡайтарып алырға ҡарар иткән. “Ҡайтаһың, – тип ул ныҡ тора. – Улым да ҡушылыуыбыҙҙы теләй”, – ти.
Нурулла өндәшмәй. Ни әйтерһең, тигән һымаҡ, миңә ҡарап-ҡарап ала. “Әйберҙәреңде әҙерлә, иртәгә килеп алам”, – тип сығып китте. Ҙур Газель менән килгән ищщеү.
– Ниңә минең өсөн көрәшмәйһең? – тигән була Нурулла.
– Көрәшәм, тип, һуғышайыммы ни? – тинем.
– Әйт, бер ҡайҙа ла бармай, ебәрмәйем, икенсене тап, тип, ныҡ тор, – ти.
Былай ҙа саҡ йөрөй инем, кисерештәрҙән ауырып киттем. Ҡан баҫымым күтәрелде, Нурулла “тиҙ ярҙам” саҡырҙы, дауаханаға алып киттеләр. Унда барып, комиссия үткәйнем, тормошом күҙ алдымда 180 градусҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.
Бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп алдылар ҙа шуны асыҡланылар: мин ауырлы икәнмен. Табип, борсолорға урын юҡ, биш аҙнанан үтеп киткән, тине. Ауырлы булыу – ауырыу түгел бит, өйгә ҡайтарып ебәрҙеләр. Кис, Нурулла ҡайтҡас, яңылыҡты уға еткерҙем – ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикерҙе, хатта мине күтәреп алды. Ул арала булмай, теге ҡатыны шылтырата: “Әйберҙәрең менән төш, алып китәм”, – ти. Нурулла аңлатып бирҙе, үҙем дә телефонды алдым да ныҡ ҡына итеп әйттем. “Бер ҡайҙа ла бармай, балабыҙ була, бәпес үҫтерергә килерһең”, – тинем.
Минең йәштә, ҡырҡҡа етеп барғанда, беренсе тапҡыр бала табыу еңелдән түгел икән. Үҙемдең теләгем ҙур, Нурулла ла ярҙам итте. Ике тапҡыр дауаханала ятып сыҡтым.
Ул көн килеп етте. Бына мин сабыйымды ҡулыма алдым. Шунда күрҙем: ирем изге йөрәкле, йомшаҡ күңелле кеше икән. Ләкин тормош еңел генә түгел, алда беҙҙе яңы һынауҙар көткән.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"