+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Ғинуар 2021, 23:33

БӘХЕТ ӨСӨН КӨРӘШЕРГӘ КӘРӘК ИКӘН Хикәйә Икенсе өлөш

Үҙемде бәхетле тоям. Көн һайын сабыйымды урамға йөрөргә алып сығам. Ял көндәрендә өсәүләшеп эргәләге паркҡа барабыҙ. Таныштар минең менән иҫәнләшеп, хәлемде һорашып китә. Хатта бер көн тәүге ирем дә күренеп ҡалды.– Бәй, бына, минән ҡалғас, балаға батып йөрөйһөң, сығарып ебәрмәһәң, иркенләп йәшәр инек әле, – тигән була.– Һинән ҡотолғас, балалы булыу бәхетенә ирештем. Хәҙер үҙемде бик бәхетле тоям, – тигәйнем, оҡшатманы, йөҙө боҙолоп китте. Ә үҙенең сәстәре ҡойолоп, олоғайып киткән, ҡартайған, бигерәк ныҡ эсәлер, тип уйланым.

БӘХЕТ ӨСӨН КӨРӘШЕРГӘ КӘРӘК ИКӘН


Хикәйә

Икенсе өлөш

Үҙемде бәхетле тоям. Көн һайын сабыйымды урамға йөрөргә алып сығам. Ял көндәрендә өсәүләшеп эргәләге паркҡа барабыҙ. Таныштар минең менән иҫәнләшеп, хәлемде һорашып китә. Хатта бер көн тәүге ирем дә күренеп ҡалды.

– Бәй, бына, минән ҡалғас, балаға батып йөрөйһөң, сығарып ебәрмәһәң, иркенләп йәшәр инек әле, – тигән була.

– Һинән ҡотолғас, балалы булыу бәхетенә ирештем. Хәҙер үҙемде бик бәхетле тоям, – тигәйнем, оҡшатманы, йөҙө боҙолоп китте. Ә үҙенең сәстәре ҡойолоп, олоғайып киткән, ҡартайған, бигерәк ныҡ эсәлер, тип уйланым.

Ҡыҙыбыҙға ете ай булғас, ауырып китте. Дауаханаға ятырға тура килде. Беҙҙең дауаханаларҙы үҙегеҙ беләһегеҙ, яҡшыһы ла, насары ла бар, ғөмүмән, түҙерлек. Эшһеҙ ултырырға яратмайым, санитарҙарға ла ярҙам иттем. Эргәләге бер бүлмәлә һигеҙ айлыҡ бер малай үткән-һүткәнгә геүләп, иғтибар талап иткән һымаҡ ҡарап ҡала. Шундағы шәфҡәт туташы һөйләне: был Юлай исемле малайҙың әсәһе етем булған, аҙып-туҙып йөрөп, бала тапҡан да, балаһын ҡалдырып, фатирын бикләп, сығып киткән. Ике көн буйы бала илағас, күршеләре, полицияға әйтеп, “тиҙ ярҙам” саҡырып, баланы бында килтереп урынлаштырғандар. Был ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, сабыйҙы балалар йортона ебәргәндәр. Юлай өйҙә яңғыҙы ятҡан сағында бик ныҡ асыҡҡан, хәҙер бахырҙы туйындырып ала алмайҙар икән. Кем күренһә лә, ҡулын һуҙып, ашарға һорап тик тора. Шул балаға эйәләшеп алдым. Эх, мин әйтәм, ҡыҙыбыҙ эргәһендә бер малай ҙа булһа, Нурулла ҡалай ҡыуаныр ине, тип уйлайым. Әйләнгән һайын кереп йөрөй торғас, Юлай миңә эйәләште лә китте. Мине күреү менән, ике ҡулын һоноп, алыуымды көтөп тик тора. Ун көн яттыҡ, дауахананан ҡайттыҡ. Ҡайтҡас, бер ҙә кәйефем юҡ, ашай ҙа алмайым. Быға Нурулла ла иғтибар итте: “Әллә һиңә бер нәмә булдымы?” – ти. Юлай тураһында үҙем һөйләп бирҙем. Иртәгәһе шәмбе ине, ирем ял итә. “Юлайҙы бик матур итеп һөйләнең, минең дә барып күргем килә”, – ти. Иртән 10-дарҙан һуң өсәүләшеп йыйындыҡ та дауаханаға ҡуҙғалдыҡ. Унда мине танып торалар. Бахилдарын да бирҙеләр, халатын да кейҙерҙеләр.

Дауахананан сығып киткәнемдә Юлай нисек ҡалһа, шул килеш ҡулдарын һоноп тора. Беҙҙе күргәс тә һикереп-һикереп, ҡулға ынтыла инде сабый. Иң ҡыҙығы шул: Юлай миңә түгел, ҡулдарын һоноп, Нуруллаға ынтыла.

– Йә, Юлай, кил әле бында, Юлай, матур малай Юлай, – тип, ирем малайҙы күтәреп алғайны, сабый бер өн сығармай муйынынан ҡосаҡлап алды ла тынды ла ҡуйҙы. Нурулла бәпесте нисек күтәреп алды, шул ыңғай өндәшмәҫ булды. Ниңә тынды икән, тип ҡараһам, күҙҙәренән йәшен ағыҙып, илап тора.

– Нимә булды, ниңә илайһың? – тим мин уға.

– Үҙемде йәлләп илайым, – ти ирем. – Мин бит атайһыҙ үҫтем. Атайһыҙ балалыҡтың нисек ауыр икәнлеген үҙ елкәмдә татыным. Уны ла минең яҙмышым көтә бит, шуға илайым.

– Нишләйһең инде, нисек ярҙам итергә лә белмәйем, – тинем.

– Юҡ, – ти Нурулла. – Был малайҙы беҙ тәрбиәгә алайыҡ. Яҙмыш ҡосағына ташлап китһәм, мин үҙемде ғүмер буйы ғәфү итмәм.

Инде баланы ашатып, йыуындырып, кейемдәрен алыштырғас, ҡайтабыҙ, тиһәк, сабый беҙҙе ебәрмәй ҙә ҡуя бит. Үҙебеҙҙең дә ҡайтҡы килмәй, баланы ҡалдырырға йәлләйбеҙ. Дежур табипты саҡырҙыҡ, медсестра килде.

– Былай килеп, баланы ҡотортоп йөрөмәгеҙ. Ул былай ҙа стресты күп кисергән. Һуңынан психикаһына зыян килеүе ихтимал, – тип киҫәтеп ҡуйҙы.

– Ә беҙ уны үҙебеҙгә алырға теләйбеҙ, – ти Нурулла.

Ә уныһы дауаханала хәл ителмәй, балалар йорто аша ғына эшләнә икән. Юлайҙы ҡалдырып, саҡ ҡайттыҡ. Икенсе көнөнә Нурулла ике аҙналыҡ отпуск алды, отгулдары ла булған икән, шуны ла файҙаланды. Беҙҙәге бюрократияны, волокитаны үҙегеҙ беләһегеҙ бит. Һәр хәлдә уллыҡҡа алыу еңел булманы. Шулай ҙа осона сыҡтыҡ. Юлайҙы кейендереп, балалар йортонан өйөбөҙгә ҡайтҡан ваҡыт иң бәхетле көнөбөҙ булғандыр.

Бығаса балалар карауатынан, дүрт стенанан һәм түшәмдән башҡа бер нәмә күрмәгән сабый донъяны үҙе өсөн өр-яңынан асты. Белеп торам, уны йәшәргә өйрәтеп алыу еңел булмаҫ. Ләкин беҙҙе ауырлыҡтар ҡурҡытмай, сөнки беҙ Нурулла менән икәүбеҙ. Хәйер, ниңә икәүбеҙ, беҙ бит дүртәү. Дүртәүләшеп бәхет өсөн көрәшеү еңелерәк булыр.


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: