ҠЫШ БАБАЙ МЕНӘН ЙӘШЕНМӘК УЙНАҒАНДА
Был Яңы йылдан Сара менән Рәмзил бер ниндәй ҙә мөғжизә көтмәгәйнеләр. “Улыңды бүләкһеҙ ҡалдырма инде”, – тине ҡатыны иренә, улдары Айнурға ҡарап. Етенсе класта уҡыған малайға нимә бүләк итәһең инде? Заманса телефон алып бирергә булдылар.
Аҡса Сарала булһа ла, был эште еренә еткереүҙе Рәмзил үҙ өҫтөнә алды. Инде бүләк эҙләй башлағайны, халыҡтың матди хәленең яҡшырыуы асыҡланды. Ҡыш бабайҙарға заказ 5 ғинуарҙың кисенә генә ҡалған икән. Ярай, 31 декабрь булмаһа ни, иҫкесә Яңы йылға тиклем ваҡыт байтаҡ бит әле.
Яңы йыл үтеп тә китте. Бына өйҙә бүләк тотоп киләсәк Ҡыш бабайҙы көтәләр. Бик сәйер Ҡыш бабай булды ул. Тәүҙә килеп ишекте шаҡыны ла юғалды ла ҡуйҙы. Сара былай түҙемле ҡатын, өндәшмәй, ә Рәмзилдең йәне көйҙө. “Ниңә йәшенмәк уйнап йөрөргә?” – тине ул асыуланып. Заказды алдылар, аҡсаһын түләнеләр. Шулай булғас, бүләгеңде килтереп ҡалдыр ҙа баланы ҡыуандыр.
Үҙҙәре лә аптыраны: Ҡыш бабай балкондан килеп инде. Ғәҙәт буйынса Айнур тәүҙә шиғыр һөйләп ишеттерҙе, шунан Ҡыш бабай малайға айфонын сығарып тотторҙо. Тағы ғәжәпкә ҡалдылар: Ҡыш бабай сығып китергә ашыҡмай.
– Ә башҡаларға тигән бүләкте ҡасан бирәбеҙ? – тине ул, фатир хужаһына ҡарап.
– Ә тағы ла бүләк бармы ни? – тип аптыраны Рәмзил.
– Эйе, хужабикәгә лә бүләк ебәрҙеләр, – тине Ҡыш бабай.
Сара ла үҙенең шиғырын һөйләп күрһәтте.
– Сараға нимә бүләк итәбеҙ? – тине Ҡыш бабай.
– Ә нимә ебәрҙеләр һуң уға? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе Рәмзил.
– Мә, Сара, үҙең ҡарап ал, – тине Ҡыш бабай, тоғон уның эргәһенә килтереп. Аптыранған Сара Ҡыш бабайҙың тоғонан тун килтереп сығарҙы. Уның күптәнге хыялы, шәшке тун!
– Ҡарағыҙ әле, уның үлсәме генә, үҙенә тап-таман!
Рәмзил һаман аңлай алмай, был тиклем ҡиммәтле бүләкте кем алды икән, тип баш вата. Ә Ҡыш бабай сығып китергә ҡабаланмай.
– Йә, Рәмзил, һинең шиғырыңды тыңлайыҡ.
– Миңә лә бүләк бармы? – тип аптыраны хужа.
– Миңә лә тун түгелдер инде, күп булһа, сәғәттер? – тине Рәмзил һәм шиғыр һөйләне:
Ҡыш бабай бушап ҡалған тоҡтоң төбөндә байтаҡ эҙләне бүләген. Ниһайәт, тапты шикелле. Усына ғына һыйып тора, нимә икәнлеге күренмәй. Ҡыш бабай хәйләкәр – ҡабаланмай. Усын ҡыҫып тотҡан, һәм нимә һөйләй?
– Борон башҡорттар үҙҙәре хөрмәт иткән кешегә ат бүләк итер булһалар, йүгән тотторғандар. Өйө эргәһенә килеп, йүгәнде һелкетеп-сылтыратып ҡарарға ҡушҡандар. Ҡайһы ат боролоп ҡарай, шуны һайлап алырға мөмкин булған. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән балконға сығабыҙ, – тине Ҡыш бабай, серле генә итеп.
Дүртәүләшеп балконға сыҡтылар.
– Ә ҡайҙа ат? – тине Айнур.
– Беҙҙән аҫта тиҫтәләрсә ат йөрөй ана, – тине Ҡыш бабай, автомобилдәргә күрһәтеп. – Бына һиңә йүгән, – тип, автомобиль асҡысын тотторҙо. – Бынау төймәһенә баҫып ҡара, ҡайһы машинаның уты яна, шул һинеке.
Рәмзил асҡыстың төймәһенә баҫыуға, аҫта торған иномарканың береһе, уттарын ялпылдатып, сәләм бирҙе. Ҡыш бабай, Рәмзил, Айнур күмәкләшеп аҫҡа төшөп киттеләр. Өйҙә Сара ғына ҡалды. Шулай итеп, Рәмзил дә бүләкле булды. Төшкәс, түҙмәне, машинаны йөрөтөп ҡараны, йорт тирәләй бер урап килде. Ул урап килгәнсе Ҡыш бабай юҡ та булды. Тегеләй барҙылар – юҡ, былай ҡаранылар – юҡ, күренмәй Ҡыш бабай. Ҡыш бабай тигәндәре нисек килеп керһә, шулай юҡҡа сыҡты.
Ә Рәмзилдең башында береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ һорауҙар барлыҡҡа килде. Һәм ул ҡабаланып фатирға керҙе. Был һорауҙарға яуапты Сара ғына бирә ала. Ул, ҡатынына етди итеп ҡарап:
– Йә, асыҡлайыҡ, был тиклем байлыҡ ҡайҙан килде? – тип һорауҙарын яуҙыра башланы.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"