+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Ғинуар 2021, 02:11

ҠЫШ БАБАЙ МЕНӘН ЙӘШЕНМӘК УЙНАҒАНДА Хикәйә Икенсе бүлек

– Йә, ҡәҙерлем, – тине ул, ҡатынына талапсан ҡарап. Айфон буйынса минең һорауҙарым юҡ. Айнурға беҙ уны күптән вәғәҙә иткәйнек. Һинең туның да бик ғәжәпләндермәй. 50-60 мең уның хаҡы. Уны ғына һатып алырлыҡбыҙ. Етмәһә, мин һине уға күптән лайыҡһың, тип иҫәпләйем. Ә бына иномарка Солярис буйынса һорауҙарым бар, сөнки уйынсыҡ машина йә тотонолған номарка түгел. Үҙең беләһең, хаҡы байтаҡ. Хәҙер һин миңә ентекләп һөйләп бирергә тейешһең. Аҡсаһын ҡайҙан таптың? Ниндәй юлдар менән эшләп алдың?


ҠЫШ БАБАЙ МЕНӘН ЙӘШЕНМӘК УЙНАҒАНДА


Хикәйә

Икенсе бүлек

– Йә, ҡәҙерлем, – тине ул, ҡатынына талапсан ҡарап. Айфон буйынса минең һорауҙарым юҡ. Айнурға беҙ уны күптән вәғәҙә иткәйнек. Һинең туның да бик ғәжәпләндермәй. 50-60 мең уның хаҡы. Уны ғына һатып алырлыҡбыҙ. Етмәһә, мин һине уға күптән лайыҡһың, тип иҫәпләйем. Ә бына иномарка Солярис буйынса һорауҙарым бар, сөнки уйынсыҡ машина йә тотонолған номарка түгел. Үҙең беләһең, хаҡы байтаҡ. Хәҙер һин миңә ентекләп һөйләп бирергә тейешһең. Аҡсаһын ҡайҙан таптың? Ниндәй юлдар менән эшләп алдың?
Был һорауҙар Сараны һағайырға һәм ҡурҡып ҡалырға мәжбүр итте. Шулай ҙа бер аҙ уйланып торғандан һуң былай тине:
– Һин, Рәмзил, мине баһалап еткермәйһең. Минең эшләүемде, эш хаҡы алыуымды онотма. Икенсенән, ауылда әсәйем менән атайым үҙҙәренең фермер хужалығын да асып ебәрҙе. Ун ике һыйырҙан килгән һөт-ҡаймаҡты көн һайын ҡалаға илтеп һатыуҙан байтаҡ табыш алалар.
– Ә ҡайным менән ҡәйнәмдең табышына беҙҙең ниндәй мөнәсәбәтебеҙ бар? – тип ныҡышты һаман Рәмзил.
– Ә һин иғтибар иткәнең бармы, Рәмзил? Беҙ ярты йыл инде ауылға ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Ни өсөн тиһеңме? Сөнки һинең тутығып бөткән алтылы Жигулийың атайым менән әсәйемде оялырға мәжбүр итә. Хатта ҡәйнештәрең дә ауылға ҡайтҡан һайын: “Апай, еҙнәйгә әйт әле, ошо шалтырауығы менән йөрөмәһен, кеше араһында оят”, – тип зарланалар. Бер көн атайым шылтыратты ла: “Һеҙгә һәйбәт кенә бүләк алырлыҡ мөмкинлегебеҙ бар. Нимә алып бирәйек?” – тип һораны. Мин инде тәүҙә бик оҙаҡ баш тарттым. Аҙаҡ ризалашырға мәжбүр булдым. Ниңә мин яҡындарым үҙемдең ғаиләмә бүләк иткән автомобилдән баш тартырға тейеш?
Рәмзил, асҡысты ҡулында уйнатып, бер аҙ уйланып ултырҙы:
– Ә мин әллә нәмәләр уйлап бөттөм, – тине ул. – Ә былай миңә оҡшаны. Машина шәп. Хәҙер оялмайынса ауылға ла ҡайтып йөрөргә мөмкин. Дөрөҫөн әйткәндә, мин иҫке машина менән йөрөргә үҙем дә ғәрләнә инем. Ауылығыҙға ҡайтып керһәм, бөтәһе лә бармаҡ төртөп, бынау байҙарҙың кейәүе оялмайынса тутығып бөткән арбаһында йөрөй бит әле, тип көлә төҫлө. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай тос бүләкте алырға ла уңайһыҙланам.
– Шулай шул, беҙҙең ауыл халҡы бик һынсыл. Ә уңайһыҙланһаң, машинаны кире ҡайтарабыҙ, – тине Сара.
– Ҡабаланма, ҡайтармай тор. Бүләк беҙҙең ғаиләгә алынған. Өс көн ял бар, әллә иртәгә ҡайтып киләйекме?
– Өлгөрмәнек, – тине Сара. – Бына-бына үҙҙәре килеп инергә тейеш.
Ул арала булмай, домофондан шылтыраттылар һәм, күстәнәстәрен күтәреп, ишектә ауылдан килгән ҡунаҡтар күренде. Шунда уҡ бик матур табын ҡороп ебәрҙеләр. Бер ыңғай айфонды ла, тунды ла, иномарканы ла “йыуҙылар”. Ағын да, ҡыҙылын да асһалар ҙа, рюмкаға үрелеүсе булманы.
Бына шулай йәшәй хәҙер замана фермерҙары. Ҡайһы ауылда, ҡайһы ҡалала булды был шатлыҡлы ваҡиғалар, тип һорайһығыҙмы? Әлбиттә, һеҙҙең ауылда ла булыуы бик ихтимал. Ә яҙғандарым бер ҙә әкиәт түгел. Булмаҫ та ул тиклем, тимәгеҙ.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: