-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Ғинуар 2021, 01:10

ИКЕ ДОНЪЯ МӘШӘҠӘТТӘРЕ Хикәйә Беренсе бүлек

Донъяны – донъя, кешене – кеше, хатта япраҡты япраҡ итеп яратҡан ҡөҙрәтле көс бар. Барыһы ла уның ихтыярында. Ул рөхсәт итмәһә, кеше лә тыумаҫ, һандуғастар ҙа һайрамаҫ, ел дә иҫмәҫ, япраҡ та һелкенмәҫ.Ул сабый үҙенең донъяға килерен белмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ине. Ҡараңғылыҡтан ҡапыл яҡты донъяға туп-тумалаҡ сабый килеп сыҡты һәм ҡурҡышынан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Яп-яҡты донъя, ят еҫтәр һәм һалҡынлыҡ. Уны донъяға килтергән ҡыҙ бала тиҙ генә ҡайсыһы менән кендеген ҡырҡты ла, арлы-бирле сепрәккә төрөп, полиэтилен тоҡсайға тығып ҡуйҙы. Сабый көтмәгәйне быны. Ҡурҡышынан тыны ҡыҫылды, хатта илай ҙа алманы. Уны тыуҙырған ҡыҙ, ятағынан сығып, уң яҡҡа ҡайырылды ла сүп-сар һауыты эргәһенән үтеп барышлай ипләп кенә һалды ла китте. Берәү ҙә күрмәне, тип ҡыуанды ул. Күрмәне һиңә, көтөп тор. Юғарыла шундай көс бар: ул өҫтән барыһын да күҙәтеп тора, бер аҙымың да, бер хәрәкәтең дә күҙ уңынан ысҡынмай. Баланы тыуҙырыусы, ауыр йөктән ҡотолған шатлыҡ тойғоһо менән еңел һулап, кешеләр араһына инеп юғалды...

Донъяны – донъя, кешене – кеше, хатта япраҡты япраҡ итеп яратҡан ҡөҙрәтле көс бар. Барыһы ла уның ихтыярында. Ул рөхсәт итмәһә, кеше лә тыумаҫ, һандуғастар ҙа һайрамаҫ, ел дә иҫмәҫ, япраҡ та һелкенмәҫ.
Ул сабый үҙенең донъяға килерен белмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ине. Ҡараңғылыҡтан ҡапыл яҡты донъяға туп-тумалаҡ сабый килеп сыҡты һәм ҡурҡышынан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Яп-яҡты донъя, ят еҫтәр һәм һалҡынлыҡ. Уны донъяға килтергән ҡыҙ бала тиҙ генә ҡайсыһы менән кендеген ҡырҡты ла, арлы-бирле сепрәккә төрөп, полиэтилен тоҡсайға тығып ҡуйҙы. Сабый көтмәгәйне быны. Ҡурҡышынан тыны ҡыҫылды, хатта илай ҙа алманы. Уны тыуҙырған ҡыҙ, ятағынан сығып, уң яҡҡа ҡайырылды ла сүп-сар һауыты эргәһенән үтеп барышлай ипләп кенә һалды ла китте. Берәү ҙә күрмәне, тип ҡыуанды ул. Күрмәне һиңә, көтөп тор. Юғарыла шундай көс бар: ул өҫтән барыһын да күҙәтеп тора, бер аҙымың да, бер хәрәкәтең дә күҙ уңынан ысҡынмай.
Баланы тыуҙырыусы, ауыр йөктән ҡотолған шатлыҡ тойғоһо менән еңел һулап, кешеләр араһына инеп юғалды...
Ул арала булмай, сүп-сар һауыты эргәһендә асарбаҡ күренде. Ул ҡомһоҙ ниәттәр менән өр-яңы полиэтилен тоҡсайҙы һөйрәп алды. Нимә лә булһа теш араһына ҡыҫтырырға өмөт иткән әҙәм тоҡсай эсендәге туҙған халатты аҙ ғына тағатыуға, бәләкәй генә тәпәйҙәр килеп сыҡты, һәм сабый ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң. Был балаға ул ғүмер бүләк итте. “Тиҙ ярҙам”, полиция, уҡыу йортоноң етәкселәре йыйылып китте һәм яңы тыуған сабыйҙы ҡайҙа ҡуйыу, урынлаштырыу, ашатыу һымаҡ мәшәҡәттәрҙе хәл итә башланы. Яңы тыуған ҡыҙ баланың әсәһе өлкән курстан Фәләнбаева булырға тейеш, тигән һығымта яһалды. Уныһы иһә үтәлгән бурыс тойғоһо менән фани донъя киңлектәрендә үҙенең эҙен шаҡтай еңел яҙлыҡтырғайны инде.
Табылған ҡыҙ бала хаҡында телевизорҙан да, интернеттан да, радионан да ишеттерҙеләр, гәзиттәрҙә яҙҙылар. Кешеләр был вәхшилеккә сираттағы тапҡыр ғәжәпләнеп баш сайҡаны, ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Сабыйҙы тыуҙырған ҡатын быларҙың береһен дә ишетмәне. Ул бер нисә сәғәт элек кенә Мәскәү тарафтарына юл алғайны.
Ҡыҙҙың яҙмышы менән шөғөлләнеүселәр исем һайлауға күп көс һалманы. Таңһылыу, 52 сантиметр, 3200 грамм тип яҙып, сабыйҙар йортона тапшырҙы.
Бында ҡыҙ үҙен беренсе тапҡыр кеше итеп тойҙо. Уны ашаттылар, йыуындырҙылар, ҡаҙна йүргәгенә төрҙөләр. Бер аҙна элек байтаҡ ҡына памперс һатып алғайнылар, шуны кейҙереп ҡаранылар һәм был һыу тултыра торған һауытты сабый өсөн әлегә ҙурыраҡ тип таптылар.
Ҡыҙ бала үҙе һымаҡтар менән ике йәшкә тиклем ошо йортта булды. Аҙаҡ уны балалар йортона күсерҙеләр.
Өҫтән барыһы ла күренә, тигәйнек. Был сабый яҙмышы менән бер ғаилә ҡыҙыҡһынды. Уларҙы ирле-ҡатынлы Зәкинә менән Ильяс тип атайыҡ. Дөрөҫ, тәүҙәрәк Ильяс ҡаршы ине. Ҡатыны, алайыҡ та алайыҡ, ҡарайыҡ та ҡарайыҡ, тип ныҡытҡас, ризалашаһы итте. Кеше, ана, эт йә бесәй алам, тиһә, һорашмаған, кәңәшләшмәгән танышы ҡалмай. Ә былар сабый алыуҙы икәү-ара ғына хәл иттеләр. Тәүҙә бер килеп ҡарап киткәйнеләр. Ошо ҡыҙ бала Зәкинәнең төшөнә инеп йөҙәтте. Имеш, был ҡыҙ бала ят түгел, үҙенең теге ваҡыт төшөрткән балаһы, имеш. Ильясҡа был хаҡта һөйләп булмай бит инде. Нимә тип һөйләһен? Һин армияла саҡта күршеләргә һинең дуҫың ҡайтҡайны, шул мине кәләш итеп алам тип, алдаштырып йөрөнө лә, мөхәббәттең һөҙөмтәһе билдәле булғас, шым ғына юғалды, тип һөйләп бирһенме? Ул мөхәббәттең барлыҡ ауырлығы Зәкинәгә төштө, уға барып таҙартырға тура килде.
...Күктәрҙең дә ихтыяры ир менән ҡатын файҙаһына булды. Сабыйҙы үҙҙәренә яҙҙырып, өйҙәренә алып ҡайттылар. Шартына килтереп, тәпәй йыуҙылар. Ҡыҙ бала ауыл өйөндә урын алды.
Ир менән ҡатын ҡыҙ баланы яратып, уға өйрәнгән һымаҡ булғайнылар. Хужа кеше ҡыҙға ҡарап: “Уйланылмаған, теге ваҡыт бының урынына малай алырға булған”, – тип һөйләнгеләп ҡуйҙы. Өҫтән дә күреп торалар шул. Ир менән ҡатындың ғәмәлдәрен хупланылар, элекке гонаһтарын ғәфү итеп, үҙҙәренә сабый бүләк итергә булдылар. Бында Зәкинәнең ялбарыуҙары, доғалар уҡытып, хәйер өләшеүҙәре лә күренмәй ҡалманы, әлбиттә. Ҡатын бер мәл үҙенең балаға уҙғанын һиҙҙе. Дүрт йәше тулған ҡыҙыҡайға ла, һиңә оҙаҡламай ҡусты алып ҡайтабыҙ, һин уның менән уйнарһың, һөйләшергә өйрәтерһең, тип вәғәҙә итте әсәһе.
Ильяс үҙенең балаһы тыуыр-тыумаҫ ҡыҙыҡайҙы ситләтә башланы. Эсеп тә ҡайтты, һуғышып та аҙапланды, тауыш күтәрҙе, үҙенең холоҡһоҙ кеше икәнлеген тамам иҫбатланы. Ә власть ундайҙарға тәрбиәгә бала бирергә рөхсәт итмәй, ғәмәлдәге ҡануниәт ярҙамында бала менән хушлашыуҙы хәл итеүҙе хуплай. Таңһылыу нимә тураһында һүҙ барғанын аңларлыҡ хәлдә түгел ине әле. Әсәй менән атай үҙ-ара нимәгәлер ҡысҡырышалар, Таңһылыуҙы етәкләп, район үҙәгенә йыш йөрөй башланылар. Ҡыҙ аптырай, төшөнөргә тырыша.
Балалар йортонда үткәрелгән көндәр онтолоп бара ине инде. Ләкин үҙе һымаҡ моңһоу ҡарашлы сабыйҙар, иғтибарлы, йомшаҡ күңелле тәрбиәселәр, шыҡһыҙ ҡаҙна йорто күңеленән юйылып бөтмәгәйне әле.
Ауырлы ҡатындың һәм уның ҡырынмаған битле иренең, заман ауырлығына һылтанып, былтыр ғына тәрбиәгә алған ҡыҙҙарын кире тапшырырға тырышыуҙарын аңлап ҡабул иттеләр шикелле. Суд ултырышы оҙаҡ барманы. Оло-оло ағайҙар һәм апайҙар, Таңһылыуҙы яңынан балалар йортона ҡайтарырға, тигән ҡарар ҡабул итте.
Ҡатын бик ауыр айырылышты ҡыҙ менән. Бер-ике тамсы күҙ йәше лә сыҡты. Әлбиттә, иренә һылтаны. Тегеһе, һөмһөрө ҡойолоп, ситтә тәмәке тартып торҙо һәм ҡатынын ҡабаландырҙы. Урамға сыҡҡас, хушлаштылар.
– Йә, ярай, Таңһылыу, һау бул, беҙгә үпкәләмә, – тине ауырлы ҡатын.
– Нимә, кеше ышандырып, хушлашып тораһың? – тине ире, уҫал итеп. – Ул һинең ҡалдырып киткәнеңде ҡайҙан белһен?
Ир менән ҡатын машиналары яғына атланы. Шул ваҡыт Таңһылыу аңланы: уны бит ҡалдырып китәләр. Юҡ, ҡалдырмайҙар, бөтөнләй ташлап китәләр! Ул хәҙер ҡайҙа барыр? Кемгә кәрәк ул? Әсәһе менән атаһы ҡалдырып киткән сабыйҙар нимә эшләргә тейеш? Ҡыҙ бала үҙе лә һиҙмәй ҡалды: күҙҙәренән сөбөрләп йәш аға һәм ул аяныслы тауыш менән: “Әсәй, әсәкәйем! Атай, мин бында ҡаламмы?” – тип ҡысҡырҙы. Улар яғына уҡталып ҡуйҙы.
– Нишләйһең инде, Таңһылыу? Хәҙер беҙгә кире ҡайтаһың, – тине тәрбиәсе. – Бында һине үҙең һымаҡ ҡыҙҙар, малайҙар көтә.
Тегеләр машинаһын тоҡандырыуға улар яғына тартылған ҡыҙ ҡулын тәрбиәсенән тартып алды ла йүгерҙе. Нишләп йүгермәһен? Ана бит, улар ҡуҙғалып китергә тора! Ниңә улар уны ҡалдырып китә!? Юҡ, был дөрөҫ түгел! Һеҙ мине ҡалдырмағыҙ! Мин һеҙгә артыҡ булмам! Мин тыңлап ҡына йөрөйәсәкмен! Нишләп һеҙ, малай алабыҙ тип, минән баш тартаһығыҙ?
Хөкөм йорто алдындағы ҙур күләүекте ҡыҙ урап торманы, туп-тура машинаға ҡарай йүгерҙе. Туфли ғына кейгән тәрбиәсе, ҡоронан урап, ҡыҙҙы ҡыуып еткәнсе, уныһы машина эргәһенә барып етте һәм, кескәй ҡулдары менән үрелеп, тәҙрәгә шаҡыны.
– Әсәй, ас, мине ҡалдырма! Мине үҙең менән алып кит!
Машина ҡапыл артҡа бирҙе, ҡыҙыҡай, ҡулдарын күтәреп, һаман тәҙрәгә әсәһенә ынтылды, ләкин машиналағылар, оялыуҙарынан ситкә ҡарап, ҡыҙҙы күрмәмеш булып, оло юлға боролдо.
Ә өҫтәгеләр барыһын да күреп тора. Ир менән ҡатындың әүәл ҡылған гонаһтарын ярлыҡау өсөн сабый баланы тәрбиәгә алыуҙары юғарыларҙа хуплауға лайыҡ булғайны. Бер нисә айҙан тыуасаҡ малай уларға рәхмәт йөҙөнән бүләк ителгәйне. Хоҙай етемдәрҙе рәнйеткәндәрҙе ғәфү итмәй. Уларҙы үҙенең ҡөҙрәтле ярҙамынан мәхрүм ҡыла. Әлеге ир менән ҡатын да ҡөҙрәтле ярҙамдан мәхрүм булды. Бала тапҡанда ҡатын күп ҡан юғалтыуҙан үлде. Ире шул көндәрҙә ағыулы араҡы эсеп үлеп ҡуйҙы. Улдары тыуғандың икенсе көнөнә үк етемлеккә дусар ителде.
Аҙағы бар.
Читайте нас: