Ҡайһы яҡтан әйләндереп ҡараһаң да, беҙҙең үткән тормош гәзиттә яҙылған мәҡәләләр һымаҡ икән. Кемдер ситтән генә ҡарап торған да быларҙың нимәләр ҡыланғанын яҙып барған кеүек. Үткәндәрҙә нимә булғанын хәтерләр өсөн гәзит биттәрен аҡтарыу ҙа етә, артыңа әйләнеп ҡарамаһаң да була. Ә ентекләп ҡараһаң, ниндәй матур заманды юғалтҡанбыҙ. Кешеләр ихлас, бер-береһенә ярҙамсыл, күңелдәр асыҡ, хатта кейемдәр ҙә бер иштән бит әле.
Теге мөһөрлө генсек тәхеткә килгән йылдар... Рәйләне ниндәйҙер эш менән комсомолдың район комитетына саҡыртып алдылар. Алдарында беренсе секретарь Шакир Вахитов сығыш яһаны. Рәйлә – унынсы класта ғына уҡып йөрөгән ҡыҙ. Шунда тәүге тапҡыр комсомолдың урындағы хужаһын күрҙе. Үҙе йәш, олпат һәм матур. Өҫтөндәге кейеменә тиклем килешеп тора. Шул көндән башланды уларҙың яҡындан аралашыуы. Рәйлә институтҡа уҡырға инде. Шакир менән йышыраҡ осраша башланылар. Мөнәсәбәттәре яҡын, киләсәктәре яҡты һымаҡ ине. Улар өйләнеште. Комсомол туйында бүләк ителгән әйберҙәр, ана, сервантта һаман ултыра әле. Оҙаҡ та үтмәй Рәйләнең әсә булырға йыйынғаны билдәле булды. Нишләптер Шакирҙың әсәһе Рәсимә апай ҡаршы төштө.
– Балаға батырға һеҙгә иртәрәк, ҡабаланмағыҙ, – тип етди күрһәтмә бирҙе ул. Йәштәр шаңҡып ҡалды, шунда Шакир беренсе тапҡыр Рәйләне аптыратты.
– Әсәйҙе тыңламай булмай, – тине ул. – Мин уға ҡаршы төшә алмайым. Әле ваҡыт бар.
Иртәнгә Рәйлә дауаханаға барырға тейеш ине. Ҡәйнәһе һөйләшеп ҡуйғайны. Ләкин барып етергә насип булманы. Бәхеттән, тип әйтәйекме, бәхетһеҙлек ярҙам итте. Шакир эсеп иҫереп колхоздан ҡайтып килгәндә төн уртаһында юлда кеше тапатып киткән. УАЗ-ды йорт ихатаһына ҡуйыу ҙа ярҙам итмәне. Милиция, шау-шыу. Рәйлә берәү менән дә кәңәшләшеп тормайынса, иренә лә, ҡәйнәһенә лә әйтмәйенсә алға сығып баҫты һәм үҙен ҡорбан итте: “Руль артында мин инем”, – тине. Тикшереү ҙә ул һөйләгәнсә китте. Рәйлә, йәнәһе, айныҡ булған. Өҫтәүенә, ауырлы, ҡабаланған. Шулай итеп, Шакир беренсе тапҡыр ҡатынының файҙаһын күрҙе, ысын мәғәнәһендә ҡатыны арҡаһында ғына тороп ҡалды.
– Килен ауырлы, нисек хөкөм итерһегеҙ икән? – тип, ҡәйнәһе партияның район комитетына барып етте.
Шакир ҡотолоп ҡалды. Рәйләне шартлы рәүештә хөкөмгә дусар иттеләр. Шунан һуң күп тә үтмәне, комсомолы ла, партияһы ла тарих сүплегенә осто. Илдә башланған мәшхәр Рәйләнең булмаған енәйәтен тиҙ онотторҙо. Кешеләр мал таба, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, бер-береһен алдай, алдана башланы. Был эшкә Шакир ҙа ылығып китте. Тоҡ-тоҡ аҡсалар, ике кешенең береһе миллионер, нимә генә ҡыйланманылар.
Шакир бизнес менән шөғөлләнгәндә бигүк таҙа алымдар менән эш итмәгән – бер алданһа, биш алдаған, ҡыҫҡаһы, үҙе һымаҡтар араһында ышанысты юғалтҡан.
Шакирҙы ныҡ итеп, имгәткәнсе туҡмап китеүҙәре бүлешмәгән мал, ҡайтармаған бурыс өсөн яза булды. Айҙар буйы дауаханала ятыуы ярҙам итмәне. Рәйлә тәүәккәлләп өйөнә алып ҡайтты ла, халыҡ медицинаһы алымдарына таянып, аҡрынлап дауалай башланы. Шунда күрҙе Рәйлә: ире ҡарап тороуға ғына мөһабәт һәм көслө булған икән. Түшәктә ятҡан сағында уның ихтыярһыҙ, ялҡау һәм баҙнатһыҙ кеше икәнлеге асыҡланды. Трибуналарҙан буш һүҙҙәр һөйләү һәм аныҡ эштәр менән шөғөлләнеү араһында айырма ҙур шул. Шулай ҙа Рәйлә тырышты. Ирен яңынан аяҡҡа баҫтырҙы.
– Әл дә һин бар, ҡәҙерлем, – тине ул, ҡатынын иркәләп. – Мин һинһеҙ бер нәмә лә эшләй алмаҫ инем. Мин һине ғүмерҙә лә онотмаясаҡмын. Һин – минең бәхетем, таянысым, мең-мең рәхмәт һиңә.
Хатта күҙҙәренән йәш атылып сыҡты.
Аҡрынлап донъялар көйләнгән һымаҡ булды. Хәйерселектең дә аяуһыҙлығын татынылар. Бер заман Шакир менән бер осор уҡыған егеттәр күтәрелә башланы. Үҙе һымаҡ иптәштәре, гәзиттә булһынмы, телевизорҙамы, дәүеренә ярашлы һүҙҙәр һөйләнеләр. Сәйәсәт менән мауығыу тормошта ныҡлы урын алды. Шакирҙы ла онотмағандар икән, элекке дуҫтары уны ла кәрәкле тип тапты.
Шакир үҙе бер иҫереп ҡайтҡанында былай тип һөйләне:
– Бына, әсәһе, күрәһеңме, торт, – тине ул ҡатынына, йәнәһе, аңлата. – Ошо тортты бүлергә кәрәк. Ләкин күпме генә тырышма, ғәҙел бүленмәйәсәк. Кемгәлер күберәк, кемгәлер саҡ ҡына әҙерәк. Ләкин, нисек кенә бүлһәләр ҙә, иң мөһим урынды торт үҙе түгел, тортты бүлгеләүсе бысаҡ алып тора. Бына быныһы һиңә, бынауһы миңә, быныһы ҡыҙыбыҙ менән кейәүгә, быныһы улыбыҙ менән киленгә. Ә бына бынауһы иң яратҡан ейәнсәремә. Ә беҙҙең Марат, иң бәләкәй ейәнебеҙ , нишләй әле? Бына быныһы уға. Шулай, һәр берегеҙгә берәр киҫәк, һеҙ ҡәнәғәт. Хәҙер һәр берегеҙ үҙ киҫәктәрегеҙҙе бүлгеләп, яҡындарығыҙға бирәһегеҙ. Улар ҙа ҡоро ҡалмаһын, уларға ла өлөш сыҡһын. Ә бысаҡ кем ҡулында? Бысаҡ минең ҡулда. Ана, күрәһеңме, әсәһе бысаҡты? Уға күпме йоғоп ҡалған? Бына шулай, әсәһе, тортты бүлә торған бысаҡ беҙҙең ҡулда.
Рәйлә, өйгә ара-тирә ҡайтҡан тоҡсай-тоҡсай аҡсаны күреп, шуға төшөндө: Шакир маҡтаған бысаҡ – уның ҡулында. Һәм ул яғылып ҡалған торттың ҡалған өлөшөн кире ҡайтарыу менән, йәғни кемдәр тортты тотторған, шуларҙы бәхилләү өсөн хеҙмәт итә.
Рәйлә өндәшмәне. Уның эше өндәшеү, ирҙе тәрбиәләү түгел. Өр-яңы өс ҡатлы өй төҙөп керҙеләр. Балаларҙың һәр береһенә – фатир. Ҡайҙа ял итергә бараһығыҙ, Төркиәгәме әллә Испанияғамы – һайлау мөмкинлеге бар.
Шакир ошо туҡ йылдар эсендә элекке Шакир Вахитовҡа әйләнде. Һуңғы мода буйынса кейенә, аяғында ныҡ баҫып тора. Хәҙер ул трибуналарҙа йышыраҡ күренә һәм элекке һымаҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй. Ә донъя күтәрелә, тормош яҡшыра. Юлдар, күперҙәр төҙөлә, газ үткәрелә. Район үҙәге һайын яңы мәҙәниәт һарайҙары, спорт залдары асыла, бөтә республика көсөргәнешле эшләй.
Ире көн-төн эш менән, хатта өйөнә ҡайтырға, енән-ейәнсәрҙәрен яратырға ла ваҡыты юҡ. Сабыйҙар менән күберәк өләсәй шөғөлләнә. Ана, олаталары ҡайтты. Руль артында ул, әлбиттә, саҡ ҡына һуҡмыш, ләкин йөҙө етди. Эшләгән, арыған, йонсоған.
– Рәйлә, беседкаға сәй ҡуй әле, – тине ул. Ҡатынының йөрәге шунда уҡ һыңҡ итеп ҡалды – һуңғы йылдарҙа ул беренсе тапҡыр Рәйлә тип өндәште, гел “әсәһе” була торғайны. Хәйер, иң ҡыҙығы шул: өндәшмәне, бойорҙо.
– Ваҡыт үҙгәрҙе, – тине ул, ҡарашын ситкә ташлап. – Мин һинең өсөн бөтәһен дә эшләнем. Үҙеңә нимә кәрәк, барыһын да ала алаһың.
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, – тине Рәйлә, ҡотолғоһоҙ бәлә яҡынлашыуын һиҙеп. – Ниңә был хаҡта әйтергә булдың әле?
– Беҙгә айырылышырға тура килер, – тине Шакир. – Мин бөгөн ғариза ҡалдырып киттем.
Аҙағы бар.