+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Ғинуар 2021, 23:21

ӘЙЛӘНЕП ҠАРА – УНДА НИҘӘР БАР? Хикәйә III бүлек

Шакир нисек өйөнән сығып китһә, шулай эшкә күмелде. Уның хаҡында, шунда барған, шуны һөйләгән, шулай тип әйткән, тигән хәбәрҙәр генә ишетелгеләп ҡалды. Рәйлә, бер нәмәгә ҡарамай, үҙенең донъяһы менән булды, ҡыҙы менән улына балалар үҫтерергә ярҙам итте.Ауылдағы өс ҡатлы фатирының төпкө бүлмәһендә сейф тора ине. Ирҙән рөхсәт булмағас, ҡатын ул бүлмәгә инмәне лә, сейфҡа ла күҙ һалманы. Ә бер көн Шакирҙың бында ҡалған водителе килде һәм Рәйләгә асҡыс тотторҙо.– Ағай сейфтан мылтығын алып, оҙатып ҡуйырға ҡушты, – тине водитель Әҙһәм, ҡабаланып ҡына.– Ә ниңә үҙе килмәй? – тип аптыранды Рәйлә.– Әле ағай килеп етмәгән, бөгөн көтмәйҙәр, иртәгә иртән килеп төшөүе ихтимал.– Ә нимә менән килә?– Билдәле инде, ҡабалан ғына йөрөй, – тип, водитель һауаға ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе, вертолет менән.

Шакир нисек өйөнән сығып китһә, шулай эшкә күмелде. Уның хаҡында, шунда барған, шуны һөйләгән, шулай тип әйткән, тигән хәбәрҙәр генә ишетелгеләп ҡалды. Рәйлә, бер нәмәгә ҡарамай, үҙенең донъяһы менән булды, ҡыҙы менән улына балалар үҫтерергә ярҙам итте.

Ауылдағы өс ҡатлы фатирының төпкө бүлмәһендә сейф тора ине. Ирҙән рөхсәт булмағас, ҡатын ул бүлмәгә инмәне лә, сейфҡа ла күҙ һалманы. Ә бер көн Шакирҙың бында ҡалған водителе килде һәм Рәйләгә асҡыс тотторҙо.

– Ағай сейфтан мылтығын алып, оҙатып ҡуйырға ҡушты, – тине водитель Әҙһәм, ҡабаланып ҡына.

– Ә ниңә үҙе килмәй? – тип аптыранды Рәйлә.

– Әле ағай килеп етмәгән, бөгөн көтмәйҙәр, иртәгә иртән килеп төшөүе ихтимал.

– Ә нимә менән килә?

– Билдәле инде, ҡабалан ғына йөрөй, – тип, водитель һауаға ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе, вертолет менән.

Рәйлә төпкө бүлмәгә үтте, сейфҡа асҡысты ҡуйҙы һәм асып ебәрҙе. Сейф эсендә бер карабин, хатта ике пистолет күренде. Иң ғәжәпләндергәне тоҡсайҙар булды. “Ә-ә, бына икән теге тортты бүлгәндә бысаҡ йөҙөнә яғылып ҡалған киҫәктәр”.

Ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәй, һорашмай мылтыҡты сығарып бирҙе.

– Асҡысты алаһыңмы? – тине ул.

– Юҡ, алмайым, асҡысты еңгәңә ҡалдыр, тип ҡушылды.

– Ярай, ҡалһын.

Шакирҙың килеп-китеүе тураһында бер хәбәр ҙә артыҡ ишетелмәне. Аҙаҡтан ғына бойондороҡһоҙ сайттарҙа, Мәскәү ҡунаҡтарын оҙатып, урындағы түрәләр һунарға килгән, һунарсылар айыуын да, мышыһын да, ҡабанын да алғандар, имеш, тип яҙҙылар. Дөрөҫ тә булды шикелле. Һауала бер-бер артлы ике вертолет осҡаны күренеп ҡалды.

Ваҡыт үтә торҙо, заманалар ҙа аҡрынлап үҙгәреүгә ауышҡандай тойолдо. Шулар китә икән, былар килә икән, тип, ара-тирә Шакирҙың да фамилияһын телгә алдылар.

Күпте башынан кисергән Рәйлә бындай ғына хәбәрҙәргә иғтибар итмәне, сөнки юғары даирәләрҙә нимә булырын алдан билдәләүе ҡыйын, һәр хәлдә әллә ни ҡәтғи үҙгәрештәр булмаҫ һымаҡ ине.

Йәй баштарында Әҙһәм тағы ла керәһе итте. Сәй эстеләр, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп ултырҙылар. Һүҙ араһында ғына водитель былай тине:

– Ағайҙы осраттым, еңгәйең мине юғалтҡандыр инде, онотмаһын, төпкө бүлмәне таҙартып, йыйыштырып ҡуйһын әле, тип һораны.

Төшөндө Рәйлә. Ишекте асып, елләтеп, тоҡсайҙарын, ҡоралдарын йыйып ҡуйҙы.

Ике аҙна ла үтмәне, ҡара тонировкалы ике машина килеп туҡтаны, унан унлап хәрби төштө, иң тәүҙә өйҙө уратып алдылар, хужабикә менән бик матур итеп һөйләштеләр һәм төпкө бүлмәләге сейфты күрһәтеүен һоранылар. Рәйлә ыһ та итмәне, асҡысты сығарып бирҙе. Күршеләрҙән ике пүнәтәй эйәрттеләр. Сейфты асып ҡаранылар. Унда, әлбиттә, ел уйнап тора ине.

Шул кистә үк барлыҡ мәғлүмәт сараларында властағы үҙгәрештәр хаҡында бер-бер артлы хәбәрҙәр күренә башланы. Вазифаһын ҡалдырыусылар араһында Шакир ҙа бар ине. Ғәҙәттәгесә ҙур шау-шыу менән элек эшләгәндәрҙең эшенә баһа бирҙеләр. Ул, әлбиттә, кире ине. Шакирҙың өйөндә тентеү булыуы, тентегәндә тоҡ-тоҡ аҡса, хатта автомат табылыуы хаҡында төрлө уйҙырмалар таратылды.

Оҙаҡламай Шакир үҙе лә өйгә ҡайтып төштө.

– Мин ҡайттым, кертәһеңме? – тине ул, һаран ғына йылмайып.

– Ҡайтһаң, өйөңә керәһең инде, – тине Рәйлә. Нимә тиһен инде, үҙенеке бит.

– Һинең әйткәндәрең тулыһынса раҫҡа сыҡты, – тине ире. – Әллә һин шулай булырын теләнеңме?

– Барыһы ла минең теләктән генә торһасы, – тине ҡатыны. – Мин, ҡулымдан килһә, ерҙәге барлыҡ ғәҙелһеҙлекте бөтөрөр инем.

– Мә, кәрәге тейер, – тине Рәйлә, Шакирға сейф асҡысын һоноп.

Шакир, ауыр атлап, төпкө бүлмәгә үтте, шым ғына сейфты асты. Мылтығы, пистолеттары, тоҡсайҙар – бөтәһе лә урынында ята. Бер һүҙ өндәшмәне, шым ғына асҡысты кире бороп, кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Хәҙер ул пенсионер, ҡартлыҡ көнөндә ярап ҡалыр әле. Тик күңелендә бер ҙә ҡыуаныс юҡ – нимәһендер юғалтҡан кеше һымаҡ. Шул ваҡыт үҙе лә һиҙмәй ҡалды, ҡурҡырға ла өлгөрмәне, нисек баҫып торһа, шулай гөрһөлдәп ҡоланы ла ҡуйҙы. Рәйләһе йүгереп менгәндә ул тере һымаҡ ине әле. Ҡабаланып, “тиҙ ярҙам” саҡырып килтерҙеләр, ләкин һуң ине. Икенсе көнөнә тауыш-тынһыҙ ғына ерләп тә ҡуйҙылар.

– Ҡуй инде, – тип аптыранды ҡатыны. – Һис тә китеп барыр һымаҡ түгел ине. Ғүмер буйы баҡса үҫтерергә хыялланды. Быйыл көҙ ағастар ултыртам, тип дәртләнгәйне, булманы инде. Үҙемдән һуң ағастар үҫһен, тип теләй ине...

Читайте нас: