+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Ғинуар 2021, 16:42

ӘЙЛӘНЕП ҠАРА – УНДА НИҘӘР БАР? II бүлек Хикәйә

Ҡатын бындай етди һөйләшеүҙе көтә ине. Иренең аҡрынлап үҙгәргәне өсөн түгел – хәҙер заман бөтөнләй үҙгәрҙе. Тормоштоң уртаһында ҡайнағас, унан ҡотолоп булмай. Нимә тураһында һүҙ барғанын Рәйлә тиҙ аңланы. Тауыш күтәреп, үпкәләп, рәнйеп торманы.– Тағы нимә булды? – тине битараф ҡына.– Шулай кәрәк, – тине ире ҡоро ғына.Бындай осраҡта Рәйлә алданыраҡ атлап өйрәнгән, сөнки етди үҙгәрештәрҙе үҙе лә алдан тоҫмаллай ине.– Дөрөҫ аңлаһам, һине Өфөгә алалар, – тине ул.– Эйе, – тине шаңҡып ҡалған ир, сөнки был хаҡта һүҙ өйҙә беренсе тапҡыр сыҡты һәм быны республикала бер нисә кеше генә белә ине.

Ҡатын бындай етди һөйләшеүҙе көтә ине. Иренең аҡрынлап үҙгәргәне өсөн түгел – хәҙер заман бөтөнләй үҙгәрҙе. Тормоштоң уртаһында ҡайнағас, унан ҡотолоп булмай. Нимә тураһында һүҙ барғанын Рәйлә тиҙ аңланы. Тауыш күтәреп, үпкәләп, рәнйеп торманы.

– Тағы нимә булды? – тине битараф ҡына.

– Шулай кәрәк, – тине ире ҡоро ғына.

Бындай осраҡта Рәйлә алданыраҡ атлап өйрәнгән, сөнки етди үҙгәрештәрҙе үҙе лә алдан тоҫмаллай ине.

– Дөрөҫ аңлаһам, һине Өфөгә алалар, – тине ул.

– Эйе, – тине шаңҡып ҡалған ир, сөнки был хаҡта һүҙ өйҙә беренсе тапҡыр сыҡты һәм быны республикала бер нисә кеше генә белә ине.

– Тимәк, мин бында ҡалам?

– Эйе, шулай тура килә. Һин үпкәләмә инде, Рәйлә, беҙ һинең менән байтаҡ йәшәнек, байтаҡ күрҙек, байтаҡ кисерҙек, – тине ире уңайһыҙланып ҡына.

Рәйлә аңлауынса, ире уның яҡшылыҡтарын, фиҙакәрлеген онотмауына ишаралай.

– Белмәйем, нимә хаҡында һөйләйһеңдер. Беҙҙең иҫкә алырлыҡ нимәләр булды һуң әле ул?

– Нисек булмаһын? Һин теге ваҡыт мине төрмәнән алып ҡалдың. Аҙаҡ туҡмалып ятҡанда аяҡҡа баҫтырҙың. Мин һинең яҡшылыҡтарыңды ғүмерҙә онотмаясаҡмын.

– Рәхмәт, онотмағанһың икән, – тип көлөмһөрәне Рәйлә. – Нисәмә йыл ваҡыт ваҡыт үтте, һин һаман аңламағанһың икән.

– Аңлатып һөйлә, нимәне аңламағанмын? – тине ир, һиҫкәнеп.

– Ҡыҙыҡ кеше һин, Шакир. Һин кеше тапап, мин һине ҡотҡарып ҡалдым буламы?

– Эйе, ул ваҡыт һин мин көтмәгән батырлыҡты ҡылдың.

– Шуны бел, Шакир: ул осраҡта мин һине түгел, үҙебеҙҙең тыуасаҡ сабыйыбыҙҙы ҡотҡарып ҡалдым. Сөнки алда ике генә юл бар ине: һин ҡотолоп ҡалһа да, төрмәгә ултырһаң да, ҡәйнәм мәрхүмә мине дауаханаға ҡыуа ине. Ә былай йәтеш килеп сыҡты, һин енәйәт ҡылдың, мин өҫтөмә алдым, сабыйҙы ла ҡотҡарып ҡалдым.

Шакир ентекләп ҡатынына ҡараны. Юҡ, был ҡатын ябайҙарҙан түгел. Ана, ҡара, нисек тыныс һәм ипле һөйләшә.

– Һинең миңә тағы һорауҙарың бар шикелле, – тине Рәйлә. – Тартынма, минән яҡын һинең тағы кемең бар? Аңлауымса, һине Өфөлә кемдер көтә. Белмәйем, берәү түгел, бәлки, бер нисәүҙер... Һин ҡайһыһына туҡталырға белмәй баш ватаһың шикелле.

Ҡайҙан ҡатыны бөтәһен дә белеп тора? Әллә еткереп тороусыһы бар микән?

– Һиңә был хаҡта кем һөйләне?

Рәйлә тыйнаҡ ҡына итеп көлдө.

– Һин хәҙер ғәйеплеләрҙе эҙләй башлаясаҡһың? Бәлки, табып та ҡуйырһың. Һуң, көҙгөлә үҙеңдең йөҙөңә бер генә ҡара әле. Унда барыһы ла яҙылған бит.

– Нимә тип яҙылған һуң?

Ир йөнтәҫ ҡулдары менән битен һыпырғылап ҡараны.

– Унда барыһы ла яҙылған, – тине ҡатын, иренә ныҡлы ҡарап. – Бына, мәҫәлән, нимә тип яҙылған: мин тормоштан уңдым, бөтәһе лә минеке, нимә теләһәм дә, нимә әйтһәм дә, тормошҡа ашасаҡ, ә һеҙ ваҡ-төйәк, әкәм-төкәм. Миңә ҡарап һоҡланырға тейешһегеҙ. Хәҙер барыһы ла беҙҙең ҡулда, барыһына ла беҙ хужа. Һин...

– Етди! – тине Шакир, дорфа ғына итеп. – Һин әллә нәмәләр уйлап табырһың.

– Йә, улайһа мине нимәгә саҡырҙың? Ундағы ҡатындарыңдың ҡайһыһна туҡталырға белмәй баш ватаһыңмы? Шулай ҙа яуап бир, һин ниңә мине ҡалдырырға булдың?

– Үҙең күреп тораһың, мин яңы тормош башлайым. Мин һине унда күрмәйем, – тине ире.

– Дөрөҫ эшләйһең, миңә унда урын юҡ, – тине ҡатыны. – Ләкин шуны онотма: һәр кеше юғарыраҡ күтәрелгән һайын, эргәһендәгеләрҙе барлап, уларҙы эйәртеп барырға тейеш. Кире төшкән йәки ҡолаған сағында үҙенә күтәрелергә ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтер өсөн.

– Ишараңды аңланым, – тине Шаикр. – Миңә улай уҡ ҡара яҙмыш юрама. Һин юрағандарҙың береһе лә булмаҫ. Һәр хәлдә эскән килеш руль артына ултырыу йә башҡа алйотлоҡҡа юл ҡуйыу башҡа булмаясаҡ. Мин һине хөрмәт итәм, баһалайым. Улыбыҙҙың, ҡыҙыбыҙҙың ғаиләләре өсөн хәҙер һин яуап бирәһең. Бәйләнеште өҙөү, ярҙамдан мәхрүм итеү хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ, нимә кәрәкһә, шуны алырһығыҙ, – тине ире ышаныслы итеп.

– Ярай, – тине ҡатыны күндәм генә. – Хәҙер мин кисермәгәндәрҙән ошо ғына ҡалғайны. Хатта кеше араһында “Рәйлә ҡайҙа?” тип һораһалар, тартынып торма, “Ул ғаилә усағын һаҡлай, Өфөнө яратмай, шуға баш ҡалаға күсеүҙән баш тартты”, – тип әйтә алаһың.

Шакир тамам шаңҡыны. Ҡатыны унан да көслөрәк булып сыҡты түгелме һуң? Үҙен борсорған барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙе, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ һәм мәшәҡәтһеҙ киләсәкте хәл итте.

– Миңә үпкәләмәйһеңме? – тине Шакир, йөҙөнә тәүфиҡлы ҡиәфәт сығарып.

– Бергә йәшәй башлауыбыҙға оҙаҡламай дүрт тиҫтә йыл була. Ә мин һиңә берәй тапҡыр үпкәләрлек йәки шикләнерлек сәбәпкә юл ҡуйҙыммы?

– Юҡ, тине Шакир. – Һин миңә һәр ваҡыт таяныс булдың.

– Шулай килешәйек: һин, юғары үрләнем дә түбәндәгеләрҙе оноттом, тип уйлама, сөнки һинең һәр аҙымың беҙҙең күҙ алдында буласаҡ. Һөйләшеүебеҙсә, мин, ғаилә усағын һаҡлап, бында ҡалам. Донъя хәлен белеп булмай. Күңелем һиҙә, һинең менән бергәләп был усаҡтың утын артабан да дөрләтергә тура килмәгәйе.

– Ярай, һинеңсә булһын, – тине ире. – Мин ошо аҙнала күсенәм, ваҡ-төйәк әйберҙәремде төйнәштереп ҡуй.

– Тик ипле йөрө, үҙеңде ҡара, – тине ҡатыны. – Бер власть та мәңгелек түгел. Иң ныҡ тип иҫәпләнгәндәренең дә емерелеп төшә торған һәм ярсыҡтары менән иң яҡындарҙы күмә торған ғәҙәте бар.

– Төшөндөм, – тине ире, кинәйәне ҡабул итте. – Әлегә барыһы ла мин теләгәнсә барһын.

Рәйлә был юлы ла бик аҙ хаталанды. Иң юғары даирәләрҙә үҙгәртеүҙәрҙең сираттағы шауҡымын башлау хаҡында кәңәш-төңәш яңы төҫмөрләнә генә ине әле.

Аҙағы бар.

Читайте нас: