+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ғинуар 2021, 21:58

ТАҒЫ БЕР ЯҢЫ ЙЫЛ ӘКИӘТЕ... Һуңғыһы түгел Хикәйә I бүлек

Бар ине колхоздың гөрләп торған саҡтары! Кешеләре дәртләнеп эшләй, өй һайын көтөү-көтөү мал, ҡәнәғәт йөҙҙәр. Ауыл туҡһанынсы йылдарҙың аҙағына тиклем йәшәргә тырышты әле. Күрше генә йәшәгән Һаҙый менән Мотаһарҙың ғаиләләрендә бер-бер артлы ҡыҙ менән малай тыуҙы. Һаҙыйҙың ҡыҙы, әсәһе Гөлсирәгә оҡшап, килеп матур, яғымлы, ә Мотаһарҙың Гәүһәре тапҡан Морат бик уйсан, хатта өндәшеп тә бармай. Һаҙый менән Мотаһар бик татыу булдылар. Һәр байрамды бергә ҡаршыланылар, бергә оҙаттылар. Рәсимә менән Мораттың бергә төшкән карточкалары әле лә стенала эленеп тора. Хатта бер мәжлестә, ҡыҙып алғас, мәрәкә итеп ҡыҙ менән малайҙың ҡолаҡтарын тешләттеләр. Йәше тулыр-тулмаҫ, балаларҙы икеһен, кәрттәге һымаҡ валет һалып, күпме генә тырышмаһындар, ике бәпес ҡолаҡтарҙы ялап ятыуҙан башҡаны белмәне. Ә инселәһен өсөн өҙөп алғансы булмаһа ла, илатырлыҡ тешләргә тейеш икән. Һаҙый менән Мотаһар байтаҡ хитланды. Рәсимә менән Моратҡа, нимә талап ителеүен тәки төшөндөрә алманылар. Аҙаҡ Рәсимә илап ҡуйғас: “Булды, булды!” – тип сәпәкәй иттеләр ҙә, эште тамамлап ҡуйҙылар. Сабыйҙарҙың ата-әсәһе донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, был хаҡта онотһа ла, Мотаһарҙың әсәһе онотманы, ваҡыт-ваҡыт хәтерләтеп торҙо.

ТАҒЫ БЕР ЯҢЫ ЙЫЛ ӘКИӘТЕ...
Һуңғыһы түгел
Хикәйә
I бүлек
Бар ине колхоздың гөрләп торған саҡтары! Кешеләре дәртләнеп эшләй, өй һайын көтөү-көтөү мал, ҡәнәғәт йөҙҙәр. Ауыл туҡһанынсы йылдарҙың аҙағына тиклем йәшәргә тырышты әле. Күрше генә йәшәгән Һаҙый менән Мотаһарҙың ғаиләләрендә бер-бер артлы ҡыҙ менән малай тыуҙы. Һаҙыйҙың ҡыҙы, әсәһе Гөлсирәгә оҡшап, килеп матур, яғымлы, ә Мотаһарҙың Гәүһәре тапҡан Морат бик уйсан, хатта өндәшеп тә бармай. Һаҙый менән Мотаһар бик татыу булдылар. Һәр байрамды бергә ҡаршыланылар, бергә оҙаттылар. Рәсимә менән Мораттың бергә төшкән карточкалары әле лә стенала эленеп тора. Хатта бер мәжлестә, ҡыҙып алғас, мәрәкә итеп ҡыҙ менән малайҙың ҡолаҡтарын тешләттеләр. Йәше тулыр-тулмаҫ, балаларҙы икеһен, кәрттәге һымаҡ валет һалып, күпме генә тырышмаһындар, ике бәпес ҡолаҡтарҙы ялап ятыуҙан башҡаны белмәне. Ә инселәһен өсөн өҙөп алғансы булмаһа ла, илатырлыҡ тешләргә тейеш икән. Һаҙый менән Мотаһар байтаҡ хитланды. Рәсимә менән Моратҡа, нимә талап ителеүен тәки төшөндөрә алманылар. Аҙаҡ Рәсимә илап ҡуйғас: “Булды, булды!” – тип сәпәкәй иттеләр ҙә, эште тамамлап ҡуйҙылар. Сабыйҙарҙың ата-әсәһе донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, был хаҡта онотһа ла, Мотаһарҙың әсәһе онотманы, ваҡыт-ваҡыт хәтерләтеп торҙо.
Балаларға ун йәштәр самаһы булғас, Һаҙый, ғаиләһен алып, район үҙәгенә күсеп китте. Хужаһын көткән һымаҡ, өй ике йыллап буш ултырҙы әле. Аҙаҡ, күршеләре менән һөйләшеп тә тормайынса, ҡаланан күсеп килгән берәүҙәргә һатып ебәрҙеләр. Өйҙө һатҡанда, Һаҙыйға эйәреп, ҡыҙы Рәсимә лә ауылға килде. Атаһы менән ҡала кешеһе һатыулашҡан арала, яҡын әхирәттәрен барланы, Моратты ла күреп сыҡты. Морат, шым, тыйнаҡ малай булараҡ, ҡыҙҙың үҙе менән килеп күрешеүенә әллә ни илтифат бирмәне.
– Ә һин минең ҡолағымды тешләгәнһең! – тине Рәсимә.
Морат өндәшмәне. Һиҙҙермәй генә, ҡыҙҙың ҡолағына күҙ ташланы. Тешләгән – өҙөп алған, тигән һүҙ түгел бит әле, тип уйлап алды эстән генә. Тешләһә ни булған, тине шулай ҙа.
– Тешләгәс, мине онотма! – тине Рәсимә.
Ҡайһылай ҡыйыу һөйләшә! Район үҙәгендә өйрәнгәндер инде. Ә Морат өндәшмәй. Шым ғына ҡыҙҙы күҙәтә.
Морат мәктәпте тамамлағансы, Рәсимә ауылда ҡалған яҡын туғандарына килгеләп йөрөнө әле. Килгән һайын, Моратты күрергә, уның менән һөйләшергә тырышты. Морат инде үҫеп килә, көҙгә уға – армияға. Ҡолаҡ тураһында белә һәм хәтерләй. Шулай армиянан да йөрөп ҡайтты. Рәсимә институтҡа уҡырға инде. Хәҙер ҡолаҡ түгел, уҡыу кимәле мөһимгә әйләнде. Морат атаһы менән бергә ауылда фермер хужалығы ойоштороп ебәрҙе. Ә күршеләге йорт һаман буш тора әле. Теге кеше һатып алды, ләкин күсенеп торманы, хатта йәйен дә килеп күргәне юҡ. Йорт кешеһеҙ торғас, туҙа бит. Ҡарағура баҫа, алма ағастары ҡырағайланды. Һаҙый бер ҡайтҡайны, Мотаһар өндәшеп ҡараны:
– Өйөң буш тора, туҙа бит, – тине.
– Һорауың миңә түгел, хужаһына бар! – тине һауалы ғына.
Мотаһарҙың ҡыҙыҡһыныуының сере шунда, Моратты өйләндеререгә кәрәк. Күрше генә, картуф баҡсаһы ҙур, һыйырҙары егермегә етте, ә урын тар. Ҡалаға барып, эҙләп тә ҡараны, таба алманы. Бик ныҡ байыған, ҡайҙалыр күсеп киткән, тинеләр. Олоғара донъяны ташлап китерлек булғас, самаһыҙ байығандыр инде. Ауыл хакимиәте менән һөйләште лә, Мотаһар картуфлығын кәртәләп алды. Хужаһы килеп сыҡһа, аҡсаһын түләр, йә һатып алыр. Мотаһарҙы башҡа мәшәҡәттәр ҙә ныҡ борсой. Моратты өйләндерергә кәрәк.
Рәсимәне кейәүгә биреү ата-әсәһен борсомай. Бөгөндән һоратыусылар бар, Һомғол буйлы, нескә билле ҡыҙға күптәр күҙ ташлай. Ә Морат, уҡымаһа ла, компьютерҙы яҡшы белә. Буш ваҡытын шунда үткәрә. Эҙләй-юллай торғас, Рәсимәнең сайтына барып сыҡты. Әһә, мәктәптә уҡыта, әһә, кейәүгә сығырға теләй. Бер түгел, ике танышлыҡ сайтында ултыра һәм кейәү көтә.
Морат ҡолаҡ тураһында хәтерләй әле. Тик ҙур өмөт бағламай. Сөнки Рәсимәнең ихтыяждары бик ҙур. Уның буласаҡ кейәүе үҙе һымаҡ оҙон буйлы, матур һәм, иң мөһиме, бай булырға тейеш. Рәсимәң, баҡтиһәң, ябай ғына ҡыҙ түгел, уға һин давай сит ил косметикаһы! Быныһы инде ваҡыт-ваҡыт сәсен мунсала эркет һыуы менән генә йыуып өйрәнгән Морат өсөн бигерәк ят. Тун кейеп төшкән фотоһы бар. Тун ғынаһы ла шәшкенән бит әле! Ә автомобилдәрҙән талабы – “Матиз” һәм “Жигули”ҙан башҡа, бөтәһенә лә ярай. Ә Морат уға нимә тәҡдим итә ала? Егерме быуаҙ һыйырынмы? Әллә һигеҙ атынмы? Утыҙлап һарығынмы? Бына, мәҫәлән, йөҙ ҡаҙ. Уларҙы таҙарта-таҙарта ҡулың ҡалмаҫ, бармаҡтарың өҙөлөп төшөр. Шәшке тунда автоледи булып йөрөгән Рәсимә ни эшләп һинең ҡаҙҙарыңдың йөнөнә күмелеп ултырһын?
Танышлыҡ сайтына ышаныс юҡ, тигәндәре дөрөҫ түгел икән. Рәсимәнең хыялы тормошҡа ашты, геүләтеп, туй үткәреп, ҙур ҡалаға күсеп китте. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тигән мәҡәлде бөтәһе лә белһә лә, тәүҙәрәк кейәүҙе бик маҡтағандар. Ул – эшҡыуар, ул – бай, джипта ғына елдерә. Рәсимә менән баҫып та, ултырып та, бер-береһен ҡосаҡлап та төшкән фотолары күҙҙең яуын алып тора. Шулай матур ғына йәшәп яталар ине, бер көн сайтты барлап ҡараһа, Морат бер һүрәт тә, бер нәмә лә тапманы. Оҙаҡламай сайтҡа түгел, ҡағыҙға яҙмаҫлыҡ хәбәрҙәр ишетелә башланы. Ул “хәтәр шәп” кейәү Рәсимәгә өсөнсөгәме, дүртенсегәме өйләнгән, имеш. Ҡатын ул тапҡас та, ҡул күтәргән, күҙен күгәрткән, өйҙән сығыуҙан тамам тыйған икән. Морат бындай хәбәрҙәргә бик иғтибар итмәне. Кеше ҡатыны, уныҡы түгел, нисек тә аңлашырҙар әле. Аңлашмағандар. Рәсимә, айырылып, атаһы йортона әйләнеп ҡайтҡан. Был хаҡта бәлки Мотаһар Һаҙыйҙың үҙен күреп һөйләшмәһә, белмәй ҙә ҡалырҙар ине. Һаҙый бер көн килеп сыҡты, элекке өйөн ҡараны, хужаһын да эҙләштергән, әлбиттә, таба алмаған. Ни булһа ла булыр әле, тип Һаҙый ауылға әйләнде лә ҡайтты. Күп тә үтмәне, өйҙөң тәҙрәләрендә ут тоҡанды, күршеләр менән дә, электән татыу йәшәгәс, уртаҡ тел таптылар. Бер көн Рәсимә лә килеп сыҡты. Үҙгәргән ҡатын. Элекке ут сығарып, тормоштоң уртаһында ҡайнаған Рәсимә түгел инде. Өҫтөндә ябай ғына дубленка, төлкө кәпәсе лә үҙенә килешеп тора. Морат менән һөйләшеп торҙолар. Морат тегенән дә, бынан да кәләш эҙләп ҡарай, уның егерме һыйыры, йылҡылары, һарыҡтары өҫтөнә кем килһен инде. Дөрөҫөн әйтәргә кәрәк. Морат ҡаланан берәүҙе алып ҡайтҡайны. Донъяһын да күрһәтеп сыҡҡайны, ҡатын шым ғына, өндәшмәй генә ҡарап сыҡты, баш сайҡап байтаҡ уйланып торҙо.
– Һыйырҙарыңды кем һауасаҡ? – тине ул туп-тура.
– Мин һиңә әхирәт алып бирәм, – тине Морат.
– Әхирәтең булғас, мин һиңә нимәгә кәрәк? – тигән ҡатын. – Уға ялсы булып йөрөйһөм юҡ.
Һуңынан Морат үкенгән дә бит. Әхирәт тигәне һыйыр һауа торған агрегат, тип әйтергә булған. Бәлки теге ҡатын икенсе бисәлеккә алалыр, тип уйлағандыр. Ә Рәсимә үҙе һаман нескә буйлы бит әле. Һыйыр һауырлыҡҡа бер ҙә оҡшамаған. Уға бер түгел, ике әхирәт алһаң да, риза булмаҫ һымаҡ.
Килеп төшөү, Моратты күреү менән, Рәсимә уны ҡосаҡлап алды:
– Ә һин минең ҡолағымды тешләгәнеңде беләһеңме? – тине ул егеткә ҡыйыу ғына.
– Беләм, нисек белмәҫкә! – тине Морат. – Минең ҡолағым әле лә ауыртып тора.
– Уның ҡарауы, минең ҡолағым ауыртмай, – тине Рәсимә күңелһеҙ генә, – ишеткәнһеңдер, мин кейәүҙән айырылдым бит. Ә һин һаман өйләнмәнеңме?
– Юҡ шул, миңә кем килһен, – тип уйынлы-ысынлы һөйләнде Морат. Ә үҙе һоҡланып, Рәсимәгә ҡарай.
– Ә һин минең ҡолағымды тешләнең, һин миңә өйләнергә тейеш! – тине Рәсимә.
– Ә ниңә, мин һиңә өйләнергә риза! – тине Морат.
– Ә мин һиңә кейәүгә сығырға риза! – тине Рәсимә. – Тик һиңә бер шартым бар.
– Ниндәй шарт? Мин уны үтәргә әҙер, – тине Морат, урынынан ҡуҙғалды.
– Минең теге ирем улымды алып ҡалды. Улым Иҙелде барып алып килергә кәрәк. Ҡаланан. Әгәр шуны алып килһәң, мин һиңә шунда уҡ кейәүгә сығам.
Морат иҫке генә “Жигули”йына күҙ ташлап ҡуйҙы.
– Уның менән улыңды түгел, үҙеңде лә урларға ризамын, – тине ул, – ҡасан, ҡайҙарн барып алырға?
– Хәҙер һөйләшәбеҙ.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: