+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Ғинуар 2021, 16:06

ТАҒЫ БЕР ЯҢЫ ЙЫЛ ӘКИӘТЕ... Һуңғыһы түгел Хикәйә II бүлек

Морат менән Рәсимә тыныс ҡына һөйләшеп тора. Рәсимәгә кейәүгә сығырға, Моратҡа өйләнергә, ә Иҙелде өйгә алып ҡайтырға кәрәк. – Бөгөн алып ҡайтаһың – бөгөн мин һинеке. Кис алып ҡайтаһың – иртән мин һинеке булып уянам, – тине Рәсимә, тәүәккәлләп. – Бында һатыулашыу урынһыҙ, – тине Морат. Кәпәсен систе, яңынан кейҙе. – Иҙел Яңы йылға өйөңдә буласаҡ. Тик һин миңә ваҡыт бир. Был егет менән ҡатын никахлашыр, ахыры, тип фараз ҡылды уларҙы күргәндәр. Никахлашмай торһондар әле. Морат ҡалаға күсеп китте, тинеләр. Бына һиңә мә! Рәсимә тағы ултырып ҡалды була инде. Морат ҡалаға ысынлап та килде, урам ҡыҙырып, байтаҡ йөрөнө. Рәсимә элек йәшәп киткән, хәҙер Иҙел булырға тейеш йортто ҡараны. Көн һайын матур итеп, галстуктар тағып сыға ла тегеләй үтә, былай үтә. Кис спорт кейемендә йүгереп йөрөй.

ТАҒЫ БЕР ЯҢЫ ЙЫЛ ӘКИӘТЕ...
Һуңғыһы түгел
Хикәйә
II бүлек


Морат менән Рәсимә тыныс ҡына һөйләшеп тора. Рәсимәгә кейәүгә сығырға, Моратҡа өйләнергә, ә Иҙелде өйгә алып ҡайтырға кәрәк.

– Бөгөн алып ҡайтаһың – бөгөн мин һинеке. Кис алып ҡайтаһың – иртән мин һинеке булып уянам, – тине Рәсимә, тәүәккәлләп.

– Бында һатыулашыу урынһыҙ, – тине Морат. Кәпәсен систе, яңынан кейҙе. – Иҙел Яңы йылға өйөңдә буласаҡ. Тик һин миңә ваҡыт бир.

Был егет менән ҡатын никахлашыр, ахыры, тип фараз ҡылды уларҙы күргәндәр. Никахлашмай торһондар әле. Морат ҡалаға күсеп китте, тинеләр. Бына һиңә мә! Рәсимә тағы ултырып ҡалды була инде.

Морат ҡалаға ысынлап та килде, урам ҡыҙырып, байтаҡ йөрөнө. Рәсимә элек йәшәп киткән, хәҙер Иҙел булырға тейеш йортто ҡараны. Көн һайын матур итеп, галстуктар тағып сыға ла тегеләй үтә, былай үтә. Кис спорт кейемендә йүгереп йөрөй.

Ә ҡала Яңы йылға әҙерләнә. Эргәлә генә боҙ майҙансығы яһайҙар. Морат шунда эшкә ялланды. Хатта ауылдаштары күреп бөттө. Морат һүҙ бирҙе – Морат эшләргә тейеш.

Ике-өс көндә шул асыҡланды: Иҙелде балалар баҡсаһына йөрөтмәйҙәр. Үҙенең тәрбиәсеһе бар. Көн һайын иртәле-кисле йөрөп киләләр, боҙ майҙансығын да урап үтмәйҙәр.

Морат, әгәр бер үҙе генә тотонһа, аҙаҡ тотолһа, кеше урлауҙа ғәйепләп, төрмәгә ултыртыуҙары ла ихтимал. Бында Рәсимәнән башҡа булмай. Баланы ҡарау хоҡуғы әсәһенә бирелгән. Лектор әйтмешләй, мәсьәләне хоҡуҡи киңлек сиктәрендә хәл итергә мөмкин.

Морат алдан күҙаллауынса, ике-өс егет яллап, төрлө яҡтан килеп сығып, ҡамап алып, һауаға булһа ла бер-ике тапҡыр атып, Рәсимә ҡарап торғанда Морат етәкселегендә Иҙелде ҡотҡарғанда шәп булыр ине. Юҡ, бөтәһе лә тәртипле һәм ипле булырға тейеш.

Морат Рәсимәгә шылтыратты.

– Ҡулдан килгәндең барыһын да асыҡланым. Иҙелде көн һайын тәрбиәсеһе урамға алып сыға. Тауҙан шыуалар. Һин киләһең, машинала ултырып тораһың, ә шул арала Иҙелде алабыҙ ҙа ҡуҙғалабыҙ.

Рәсимә айырылып ҡайтҡанда “Тойота”һын алып ҡайтҡайны. Ире ара-тирә шылтырата, машинаны килтер йә аҡсаһын түлә, ти. “Машинаң кәрәкһә, килеп ал”, – тип ныҡыша Рәсимә. Теге килмәй, тимәк, ҡурҡа. Рәсимә “Тойота”һы менән килде лә парковкаға машинаһын йәшереп ҡуйҙы. Аҙаҡ Морат менән икәүләп боҙ ҡаласығы эргәһенән тегеләй ҙә үттеләр, былай ҙа үттеләр, тегеләй ҙә ҡаранылар, былай ҙа ҡаранылар. Иҙелде алып китер өсөн ошонан да ҡулай урын табылманы.

Шул тиклем еңел урланылар. Бер ҡыҙығы ла булманы, хатта йоҡоғоҙ килер инде ошо юлдарҙы уҡығанда.

Бына тәрбиәсеһе Иҙелде эйәртеп килеп сыҡты. Аҡрынлап боҙ ҡаласығы эргәһенә йүнәлделәр. Малай кеше тик тора белмәй бит: тегеләй ҙә йүгерә, былай ҙа йүгерә. Бер ваҡыт “Тойота”ла әсәһе килеп сыҡты ла малайҙың эргәһенә генә туҡтағайны, тегеһе “әсәй!” тип йүгереп килде лә машинаға ултырҙы. Эргәлә ултырған Морат боролоп ҡарағанда тәрбиәсе телефондан шылтырата ғына ине әле.

Иҙелдең атаһының йоғонтоһо ҙур. Бер шылтыратыу менән ҡаланан сығыр юлдарҙы ҡамап алдылар. Ә был ваҡытта Мораттың “Жигули”йында ултырған Рәсимә менән Иҙел күптән инде оло юлдан ауыл яғына ыңғайлағайны. Байтаҡ киткәс, Рәсимә иренә шылтыратты.

– “Тойота”ң өсөн рәхмәт. Ул машина “Спектр” күңел асыу-сауҙа комплексының парковкаһында ултыра. Асҡысы ла үҙендә. Барып ал, урлап ҡуймаһындар. Ә Иҙел минең менән. Һин уны теләгән ваҡытта күрә алаһың. Суд ҡарарына ярашлы.

Геүләтеп ауылға ҡайтып та еттеләр. Иҙелдең атаһынан башҡа хәбәр ишетелмәне.

Яңы йыл төнөндә Мораттарҙың йортонда бәләкәй генә мәжлес асҡайнылар, күңелле генә итеп йырлаша-бейешә тоғрас, һауаға уттар атҡас, үҙенә күрә туйға әйләнде лә китте.

Ҡарағыҙ әле, Рәсимә менән Морат нисек күңелле ултыралар. Иҙел дә ҡәнәғәт. Әлеге мажаралар уның өсөн бигерәк күңелле булды.

– Ҡолағыңдың йәрпеһе ауыртмаймы? – тип һораны Рәсимә.

– Ауыртмай ине. Хәҙер ауырта башланы, – тине Морат.

– Борсолма, – тине ҡатын, – ауыртаһы алда әле, – тине һәм өҫтәл аҫтында ҡулын ныҡ итеп ҡыҫты. – Һин әхирәттәрем бар тигәйнеңме әле?

– Әлбиттә, бар.

– Күрһәт әле миңә шуларҙы.


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: