НИҢӘ ҺУҢЛАП КИЛДЕҢ, МӨХӘББӘТЕМ?
Етмешенсе йылар башы булдымы икән, нисәнсе класталыр, Биктимер хәҙер үҙе лә хәтерләмәй, уларға бер ҡыҙ килеп ҡушылды. Ул осор Биктимер Салауат менән ултырған Фәниәне оҡшатып йөрөй ине. Сөнки Фәниә үҙе лә тәртипһеҙ Салауатты өнәп бөтмәй, күндәм һәм йыуаш Биктимер яғына ҡарап-ҡарап ҡуя торғайны. Уҡытыусы Сәүиә апай Яңы йыл алдынан бер ҡыҙҙы эйәртеп килеп керҙе. Исеме – Ғәшиә. Магазин урамынан Заһирйән бабайҙың ҡыҙы Зәйнәп иренән айырылып ҡайтҡан. Яңы килгән матур ҡыҙыҡай шул Зәйнәп апайҙыҡы икән. Ул йылды Биктимер бер үҙе генә ултыра ине, “Һин, егет – тәртипле, ят ҡыҙыҡайҙы рәнйетмәҫһең, һинең менән ултырһын”, – тип Биктимергә тапшырып та ҡуйҙы. Бер ике-өс ай ултырҙылармы, юҡмы, яңы ҡыҙыҡайҙың эргәһендә Салауат урала башланы. Хатта бер көн ҡараңғы мөйөштә Биктимерҙе эләктереп алып:
– Һин, “Һыңар кәртәле” (Биктимерҙәрҙең нәҫел ҡушаматы), Фәниә эргәһенә күсәһең! – тип бойорҙо.
– Ә ниңә мин күсергә тейеш? – тип аптыранды Биктимер.
– Сөнки Фәниә һине оҡшата, һиҙмәйһеңме ни? Ә Ғәшиә миңә математиканан ярҙам итһен.
Ризалашманы Биктимер, баш тартты. Хатта бер-ике тапҡыр Ғәшиәнең өйөнә барып, математиканан өйрәнгән булды. Сыҡһа, әлеге Слауат йөрөп ята: “Тағы бер күрһәм, муйыныңды бороп ҡайтарам!” – тип ҡурҡытырға итә үҙе.
Хатта бер тапҡыр клуб артында Ғәшиә өсөн икәүләшеп һуғыштылар. Салауат көслө шул, атаһы һабантуйҙа батыр исемен алған кеше. Ҡушаматтары ла – “Айыу” бит. Һуғыш, тип әллә ни ҙур һуғыш та булманы инде. “Айыу” Биктимерҙе тәгәрәтә һуғып торҙо, тегеһе шым ғына бер ҡулы менән күҙ йәштәрен, икенсеһе менән ҡанаған танауын һөртә-һөртә, килә лә тора, килә лә тора. Баяғы, Ғәшиә өсөн һуғышҡандар икән. Салауат Ғәшиәгә барып: “Минең янға күсеп ултыр”, – тип әйткән икән, тегеһе әсәһенең ҡыҙы бит: “Миңә Тимер һинең янға күсергә рөхсәт итмәй”, – тип әйткәнме шул. “Айыу” тәки юлын тапты. Күҙ бәйләнә башлау менән, Ғәшиәләрҙең эргәһенә килә лә етә.
Мәктәпте тамамлаған йылды Биктимерҙе һорап Ғәшиә өйөнә килде: “Күрше, әйҙә әле, мине бер ергә алып бар”, – тип өндәште.
Ҡыҙ, егет сығыу менән, үҙен ҡултыҡлап алды һәм ҡолағына: “Әйҙә әле, мине бер ергә алып бар”, – тип бышлданы. Киттеләр. Ауылдың иң осона сыҡҡас, тағы ла ҡолағына:
– Бында Салауаттың олатаһының, Шәрәфетдин бабайҙың, өйө ҡайҙа ул? – тине.
– Бына тора ул! – тине Биктимер, йәне көйөп.
Шул ваҡыт, кесерткән араһынан, әһә, минең класташтар килгән, тип “Айыу” үҙе килеп сыҡты. Килеп тә сыҡты, Ғәшиәне ҡосаҡлап та алды:
– Ярай, класташ, эшең бөттө, ҡайтһаң да була! – тине.
– Туҡта, ниңә уны ҡыуаһың? – тине Ғәшиә, боролоп. – Биктимер, һин ҡайтмай тор, мине бер аҙ көт, бергә ҡайтырбыҙ, – тине.
Икәүләшеп баҫҡыстан күтәрелделәр ҙә, мал һарайының икенсе ҡатындағы бесәнлеккә юҡ булдылар.
Көтөргә ҡушҡас, Биктимер ҡайҙа барһын инде, көттө. Шул тиклем оҙаҡ көттө, көнсығышта таң аллана башланы, кемуҙарҙан әтәстәр ҡысҡырырға тотондо, Шәрәфетдин ҡарттың баҡсаһы башында һандуғастар һайрай. Ә Биктимер һаман Ғәшиәһен көтөп ултыра. Бына “Айыу”ҙың мөңгөрҙәгәне ишетелде, Ғәшиә лә баҫҡыстан төшә башланы.
– Бәй, һин ҡайтманыңмы ни? – тине ҡыҙ, Биктимерҙе күргәс.
– Үҙең ҡайтмаҫҡа ҡуштың, бергә ҡайтырбыҙ, тинең бит.
Уларҙың һөйләшкәнен ишетеп, бесәнлектән Салауаттың башы күренде:
– Ҡара уны, бәйләнмә! Әгәр ялыу итһә, кәрәгеңде бирәм! – тип янап тороп ҡалды.
Йәй аҙағына Ғәшиәнең Салауаттан ауырлы икәнлеге мәғлүм булды. Ҡыҙ был хаҡта Биктимергә илай-илай һөйләне. Икәүләшеп Шәрәфетдин ҡарттың бесәнлегенә тағы барҙылар. Саҡырып та, һыҙғырып та ҡаранылар, теге, Салауат, өндәшмәне. Биктимер хатта өҫкә үк менеп йөрөп сыҡты, түшәктәре лә юҡ ине.
– Ғәшиә, әйҙә былай итәйек, – тине уға егет, ҡалтырана-ҡалтырана, – Һин миңә кейәүгә сыҡ, беҙ өйләшербеҙ, ә балаңды минән, тип әйтербеҙ.
– Салауат миңә өйләнергә риза булғайны, хәҙер – алдап ҡасты. Мин уның балаһын ниңә табырға тейеш? Төшөртәм мин уны! – тине, асыуланып.
Ауылда Ғәшиәне дауаханала күргәндәр. Әллә Салауаттан, әллә Биктимерҙән ауырын төшөрткән, тигән хәбәрҙәр генә ишетелеп ҡалды.
Стәрлетамаҡта Машина төҙөүселәр заводы барлыҡҡа килде. Ғәшиә шунда уҡырға китте. Ә Биктимер ҡайҙа уҡырға инеү хаҡында уйлап та торманы, үҙенең документтарын Ғәшиә уҡыған училищеға илте лә бирҙе. Ҡыҙ тәүге кәндәрҙә үк егетте күргәс, ғәжәпләнмәне лә: “Ярай, күрше, бергә ҡайтып йөрөрбөҙ!” – тине. Бергә ҡайтып йөрөнөләр. Көн һайын осрашып, күрешеп торалар, ауылға бергә ҡайталар, ҡалаға бергә китәләр. Ә бер көн Салауат килеп сыҡты. Һаҡал-мыйыҡ ебәргән, тәмәкеһен ҡырын ҡапҡан, киң балаҡлы салбар кейгән. Әллә ҡайҙан йылмайып килеп сыҡты ла, Ғәшиәне ҡосаҡлап алыуға, тегеһе этеп ебәрҙе лә, сәп иттереп сикәһенә сабып та ебәрҙе.
– Бына һиңә, алдыҡсы! – тине ҡыҙ. – Мине ышандырып йөрөнөң!
Әллә тағы ике-өс һуҡты, тегеһенә, боролоп ҡасыуҙан башҡа сара ҡалманы. Биктимер был хәлде эргәһендә ҡарап торғас, көлөмһөрәп ҡуйҙы. Ҡара әле, Айыуҙы ла ҡурҡытыр көс бар икән! Ғәшиә менән Биктимер матур ғына уҡып йөрөйҙәр ине. Егет хәҙер уҡыу йортоноң отличнигы, фотоһы почет таҡтаһында тора. Ә Ғәшиә – йырлай. Уларҙың төркөмөнөң мастеры ҡыҙға, күрәһең, электән күңел һалып йөрөгәндер, Ғәшиәне йырлатам, тигән һылтау менән, әллә ҡасан ташлаған баянын килтереп сығарған. Икәүләп училищеның клубында репетициялар ойошторғандар. Ҡала ҙур түгел бит, бер-береһен белеп торалар. Йырсы ҡыҙыҡай менән баянсының эштән һуң репитиция үткәреүҙәре бик тиҙ күренгән һәм был хәбәр йыр-моң оҫтаһының, баянсының, ҡатынына ла барып еткән. Уныһы иһә, ике уйлап тормай, ситтән генә һағалап йөрөгән дә, тегеләр утты һүндергәс кенә, баҫып кергән. Ҙур шау-шыу булған. Баянсының ҡатыны – донъя күргән, ныҡ бисә, көндәшен сәсенән һөйрәп йөрөткән, тинеләр. Был хаҡта Биктимер һуңынан ишетте. Сөнки бер аҙна элек кенә уны армияға алғайнылар.
Биктимер Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтыуға, донъя тамам үҙгәргәйне. Үҙйөрөшлө 158 миллиметрлы артиллерия установкалары хәҙер берәүгә лә кәрәкмәй, завод тимер-томорҙан нимә етештергәнен дә белмәй, кешеләр аҡсаһыҙ интегә. Шулай ҙа Биктимерҙе эшкә ҡабул иттеләр. Армиянан ҡайтҡан бит, нисек баш тартһындар? Ә Биктимер әлеге Ғәшиәне юллап килгәйне. Бер көн Гоголь урамы буйлап китеп бара ине, кемдер: “Биктимер, был һинме?” – тип өндәште. Бынауы иҫке, емерелергә торған балалар коляскаһын һөйрәп китеп барыусы күҙе күгәргән, иҫке кейемдәге ҡатын уға өндәшмәйҙер ҙә инде? “Эх, Биктимер, мине танымайһыңдыр шул!” – тине ул ҡыҙғаныс тауыш менән. Бәй, был бит Ғәшиә! Һаумы, һаумы! Биктимер ҡатынды ҡосаҡлап алырҙай булды. Ике йылдан ашыу күрешкәндәре юҡ. Һағындырған ауылдаш, класташ.
– Ҡуй, Биктимер, миңә бик ныҡ ҡарама. Ирем эсә, эсә лә, туҡмай.
– Ә ниңә милицияға әйтмәйһең?
– Эргәләге бүлмәлә милиционер йәшәй, бергә эсәләр бит.
– Берәй ерҙә эшләйме һуң?
– Ҡайҙан эшләһен? Эскән кеше кемгә кәрәк инде?
Эргәләге беседкала һыра һаталар. Икәүләп шунда килеп ултырҙылар.
– Һыра алайыҡмы? – тине Биктимер.
– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй, миңә эсергә ярамай, – тине Ғәшиә.
Байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар, класташтарҙы иҫкә алдылар.
– Малайың ҡайһылай тыныс, тауышы ла сыҡмай! – тине Биктимер.
– Ҡуй, Биктимер, илаһа, ҡыуаныр инем, сабыйым илай ҙа алмай шул.
Биктимер Ғәшиәне, оҙаҡламай, оҙатып ҡуйҙы. Төнө буйы йоҡлай алманы егет. Нимә генә уйлаһа ла, күҙ алдына ябай ғына кейем кейгән, хәсрәтле йөҙлө Ғәшиә килә лә баҫа. Хатта үҙен ғәйепле һымаҡ тоя. Ҡыҙ Биктимерҙе яҡын күрә, уға серҙәрен һөйләй, хатта илап та ала торғайны. Ни эшләп шунда Биктимер уны ҡосаҡлап алып йыуатманы, йылы һүҙҙәрен тапманы, яратыуын әйтмәне икән? Әле лә ҡатындың хәҙерге тормошо, улының ҡайғыһы тураһында ишеткәс, шаңғыны ла ҡуйҙы. Исмаһам, бер һүҙ әйтмәне.
Байтаҡ йылдар үтте, Биктимер ситтән тороп Мәскәүҙә Политехник институт тамамаланы. Тамам таралып бөткән завод эргәһендә тимерҙән төрлө продукция етештереүсе шәхси предприятие асып ебәрҙе. Машиналар төҙөү заводтарының юҡҡа сығыуын бизесын үҫтереү өсөн бик оҫта файҙаланды Биктимер. Юҡҡа сыҡҡан элекке заводтың иң оҫта токарҙарын, тимер ҡырыусыларын, станоксыларын үҙенә эшкә алды һәм бөтә Рәсәй буйлап запчастар эшләү буйынса махсуслашты. Тормошон да шуға бағышланы. Бер көн иртән эшкә килһә, ҡабул итеү бүлмәһендә Ғәшиә ултыра:
– Иремде, ҡарауылсы итеп булһа ла, эшкә ал, ә үҙем токарь булып эшләй алам, – тине ул. Элекке Ғәшиә түгел инде. Бик ныҡ ҡартайған.
– Малайың нисек? – тине Биктимер.
– Улым үлде, – тине ҡатын хәсрәтле генә итеп.
– Һинең иреңә мин заводта ышанып эш тапшыра алмайым, – тине Биктимер, – үҙеңде лә токарь итеп эшкә алғым килмәй. Адресыңды бир, мин һиңә кискә килермен.
Сәғәт алтынан һуң ятаҡ ишеге алдында бер “Газель” килеп туҡтаны. Унан, ике эшсеһен эйәртеп, Биктимер килеп төштө. Ғәшиә ире менән йәшәгән ятаҡтың 36-сы бүлмәһенә үттеләр.
– Әйҙә, Ғәшиә, мин һине алырға килдем, – тине Биктимер.
– Миңә барабыҙ. Һин өйҙө ҡарарһың, ашарға бешеререһең.
– Һиңә анһат, минең ирем бар бит.
– Бынау иҫереп ятҡан кешене ир тип һанайһыңмы?
– Ә мин ҡайҙа барырға тейеш?
– Миңә киләһең, мин һиңә өйләнәм.
– Эй, Биктимер, һуңламаныңмы икән?
– Һуңламаныҡ, алда ғүмер бар әле.
– Ә миңә һин мәктәпте бөткәс, ошонда уҡырға килгәс өйләнә алмай инеңме ни? Ниңә мине саҡырманың?
– Хәҙер үҙем дә белмәйем, ниңә өйләнмәнем икән? Мин бит һине ярата инем,
– Ә мин дә һине яраттым. Ә һин мине егеттәремә килтереп, ҡалдырып китә торғайның. Һуң, Биктимер, һуңланың һин.
– Әйҙә, кейемдәреңде ал, Ғәшиә, ғүмеребеҙҙең аҙағында, исмаһам, бергә йәшәйек.
– Белмәйем, Биктимер. Эх, бер утыҙ йылға йәшәреп булһа!
– Ҡалғаны ла етәр. Ниһайәт, һин минеке.
– Белмәйем инде белмәйем!.. Әйҙә һуң, йәшәп ҡарайыҡ!
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"