+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ғинуар 2021, 12:33

ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ Хикәйә I бүлек

Был фатирҙа бөгөн һәр көн була торған байрам һымаҡ. Өй йыйыштырылған, иҙән йыуылған, хатта тәҙрәләге шаршауҙар ҙа асылған. Ә аш бүлмәһенән сыҡҡан тәмле еҫтәр тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Был байрам көҫәү шатлығын хатта бесәй ҙә һиҙә һәм үҙенә аш һалғандарын түҙемле генә көтә. Сәйҙә күңелле генә итеп көйләп, һалма ҡырҡа. Шул арала ҡайнаған ашына күҙ һалырға,ишек ҡыңғырауын тыңларға ла өлгөрә. Ә инде ун йәшлек ҡыҙҙары Айгөл хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ире бая ғына: “Ҡалаға яҡынлашып киләм. Машинаны гаражға ҡуям да, туп –тура – өйгә”, – тип ҡыуанып шылтыратты. Ғәлинур, ҡыуанмай ни, аҙнанан ашыу командировкала булды бит. Сәйҙә күңеленән генә ире йөрөгән маршрутты ҡабатлай. М-5 трассаһынан Шаҡшаға боролһа, бер сәғәттән гаражына ҡайтып етә, аҙаҡ бер сәғәт – бында, бына-бына килеп инергә тейеш. Ул арала булмай, еңел генә итеп ишек асылды һәм Ғәлинур килеп инде. – Әйләнеп ҡайтыуҙарың менән, батырым минең! – тип Сәйҙәһе ҡосаҡлап алыуға Айгөлө килеп йәбеште. Тик Ғәлинур кәйефһеҙ, йөҙө бик арыған. Бая ғына күңелле итеп шылтыратҡан иренә нимә булған ул? Үҙгәреште ҡатынының йөрәге шунда уҡ һиҙҙе. – Мин арыным, – тине Ғәлинур. Ҡыҙын бер күтәреп яратты ла, ваннаға инеп китте. Сәйҙә аптыранды. Ун йыл йәшәйҙәр, үҙен ун ике йылдан ашыу белә, иренең холҡона һаман да төшөнә алмай. Ярай, йыуынам ти икән, йыуынһын. Бына ҙур таҫтамал менән һөртөнөп килеп сыҡты, ә үҙе ҡатынына ла, ҡыҙына ла әйләнеп тә ҡарамай. Холҡон күрһәтәме икән? Һәр ваҡыт Ғәлинур өйөнә ашҡынып, һағынып ҡайта торғайны. Күҙ менән ҡаш араһында, нимәлер булды. Үҙе, йөҙө боҙолоп, ваҡыт-ваҡыт телефонына ҡарап ҡуя. – Йәшермә, әйт, һиңә нимәлер булған, – тине Сәйҙә, – әллә яҡындарыңдан берәй хәбәр бармы? – Юҡ, булһа ла, һин ярҙам итә алмаясаҡһың, – тине Ғәлинур. Бер һүҙ өндәшмәйенсә, шым ғына ашанылар. Бәлеште лә ауыҙ иттеләр, тик маҡтаусы табылманы. Аҙаҡтан Ғәлинур ауыр итеп уфтанды ла: – Сәйҙә, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, – тине. Был шартлы ишараны Сәйҙә ире командировканан ҡайтҡан һайын ишетә. Ябай ғына аңлатһаҡ, ошо һүҙҙәр – Айгөлдө урамға ебәреп тор, тигән һүҙ. Сәйҙәнең күңеле күтәрелде, ул иренә мут ҡына ҡараш ташланы. Тәҙрәнән балалар майҙансығына күҙ һалды. Көн матур, унда уйнаусылар етерлек. Ана, балаларҙы йыйып, Гөлиә инәй нимәлер өйрәтә. Әлдә шул әбей бар, бөтәһенә күҙ-ҡолаҡ булып тора. – Айгөл, ҡыҙым, урамда уйнарға теләмәйһеңме? – тине әсәһе. – Ә мин атайымды күреп тә өлгөрмәнем, – тип һылтау табырға тырышты ҡыҙы. – Өлгөрөрһөң, ҡыҙым, әле ул бер аҙна буласаҡ. Ҡыҙҙары уйынсығын алды ла, урамға ашыҡты. Айгөл урамға сығыуға, уның эргәһенә Гөлиә инәйе килде: – Айгөл, ҡыҙым, әсәйең сыҡмаймы ни? – Атайым ҡайтты, әсәйем уның менән һөйләшә, – тине хәйләһеҙ ҡыҙ. – Аңлашылды, – тине ҡарсыҡ, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы.



ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ
Хикәйә
I бүлек
Был фатирҙа бөгөн һәр көн була торған байрам һымаҡ. Өй йыйыштырылған, иҙән йыуылған, хатта тәҙрәләге шаршауҙар ҙа асылған. Ә аш бүлмәһенән сыҡҡан тәмле еҫтәр тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Был байрам көҫәү шатлығын хатта бесәй ҙә һиҙә һәм үҙенә аш һалғандарын түҙемле генә көтә.
Сәйҙә күңелле генә итеп көйләп, һалма ҡырҡа. Шул арала ҡайнаған ашына күҙ һалырға,ишек ҡыңғырауын тыңларға ла өлгөрә. Ә инде ун йәшлек ҡыҙҙары Айгөл хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ире бая ғына: “Ҡалаға яҡынлашып киләм. Машинаны гаражға ҡуям да, туп –тура – өйгә”, – тип ҡыуанып шылтыратты. Ғәлинур, ҡыуанмай ни, аҙнанан ашыу командировкала булды бит. Сәйҙә күңеленән генә ире йөрөгән маршрутты ҡабатлай. М-5 трассаһынан Шаҡшаға боролһа, бер сәғәттән гаражына ҡайтып етә, аҙаҡ бер сәғәт – бында, бына-бына килеп инергә тейеш. Ул арала булмай, еңел генә итеп ишек асылды һәм Ғәлинур килеп инде.
– Әйләнеп ҡайтыуҙарың менән, батырым минең! – тип Сәйҙәһе ҡосаҡлап алыуға Айгөлө килеп йәбеште.
Тик Ғәлинур кәйефһеҙ, йөҙө бик арыған. Бая ғына күңелле итеп шылтыратҡан иренә нимә булған ул? Үҙгәреште ҡатынының йөрәге шунда уҡ һиҙҙе.
– Мин арыным, – тине Ғәлинур. Ҡыҙын бер күтәреп яратты ла, ваннаға инеп китте.
Сәйҙә аптыранды. Ун йыл йәшәйҙәр, үҙен ун ике йылдан ашыу белә, иренең холҡона һаман да төшөнә алмай. Ярай, йыуынам ти икән, йыуынһын. Бына ҙур таҫтамал менән һөртөнөп килеп сыҡты, ә үҙе ҡатынына ла, ҡыҙына ла әйләнеп тә ҡарамай. Холҡон күрһәтәме икән?
Һәр ваҡыт Ғәлинур өйөнә ашҡынып, һағынып ҡайта торғайны. Күҙ менән ҡаш араһында, нимәлер булды. Үҙе, йөҙө боҙолоп, ваҡыт-ваҡыт телефонына ҡарап ҡуя.
– Йәшермә, әйт, һиңә нимәлер булған, – тине Сәйҙә, – әллә яҡындарыңдан берәй хәбәр бармы?
– Юҡ, булһа ла, һин ярҙам итә алмаясаҡһың, – тине Ғәлинур.
Бер һүҙ өндәшмәйенсә, шым ғына ашанылар. Бәлеште лә ауыҙ иттеләр, тик маҡтаусы табылманы. Аҙаҡтан Ғәлинур ауыр итеп уфтанды ла:
– Сәйҙә, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, – тине.
Был шартлы ишараны Сәйҙә ире командировканан ҡайтҡан һайын ишетә. Ябай ғына аңлатһаҡ, ошо һүҙҙәр – Айгөлдө урамға ебәреп тор, тигән һүҙ. Сәйҙәнең күңеле күтәрелде, ул иренә мут ҡына ҡараш ташланы. Тәҙрәнән балалар майҙансығына күҙ һалды. Көн матур, унда уйнаусылар етерлек. Ана, балаларҙы йыйып, Гөлиә инәй нимәлер өйрәтә. Әлдә шул әбей бар, бөтәһенә күҙ-ҡолаҡ булып тора.
– Айгөл, ҡыҙым, урамда уйнарға теләмәйһеңме? – тине әсәһе.
– Ә мин атайымды күреп тә өлгөрмәнем, – тип һылтау табырға тырышты ҡыҙы.
– Өлгөрөрһөң, ҡыҙым, әле ул бер аҙна буласаҡ.
Ҡыҙҙары уйынсығын алды ла, урамға ашыҡты. Айгөл урамға сығыуға, уның эргәһенә Гөлиә инәйе килде:
– Айгөл, ҡыҙым, әсәйең сыҡмаймы ни?
– Атайым ҡайтты, әсәйем уның менән һөйләшә, – тине хәйләһеҙ ҡыҙ.
– Аңлашылды, – тине ҡарсыҡ, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы.
Сәйҙә шифоньерҙы асыты, өр-яңы, үтә күренмәле халатын кейеп, килеп тә сыҡты. Мут йылмайып, ире эргәһенә килгәйне, уныһы баһалау түгел, боролоп та тормай:
– Ҡабаланма, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, – тине.
Ҡатындың йөҙө етдиләнде:
– Нимә хаҡында? Һин мине ҡайтҡаны бирле аптыратаһың.
– Беҙгә айырылышырға тура киләсәк.
Был хәбәр ҡатынды йыға һуҡҡан һымаҡ булды. Ул хатта ултыра төштө:
– Әллә бер-бер хәл булдымы? – тине ул шомланып.
– Әйттем бит, бер нимә лә булманы. Мин өйҙән сығып китергә булдым.
– Әллә һинең берәйһе бармы?
– Булмаһа, һөйләп тә тормаҫ инем! – тине ире һауалы ғына.
– Кем ул? Минән йәшерәкме, матурыраҡмы?
– Йәшме, матурмы, һинең өсөн барыбер түгелме ни?
– Балағыҙ бармы?
– Буласаҡ.
– Мин һине аңламайым. Бая ғына телефон аша матур ғына итеп һөйләштек, мин ҡайтып киләм, һағындым, тинең. Әле килеп, сығып китәм, тиһең. Ә мин һине ебәрмәһәм?
– Бәйләп ҡуяһыңмы? – тине ире.
– Ниңә сығып китеүеңде аңламайым. Айгөлгә нимә тип әйтәйем?
– Ул һинең менән ҡала, нимә теләйһең, шуны әйт. Бына һиңә бер нисә вариант: айырылды, ташлап китте, ҡасты, йә оҙайлы командировкаға ебәрҙеләр. Үҙең һайлап ал. Йә, хуш, башымды ҡатырма!
– Ышанмайым! Һиңә кемдер нимәлер әйткән! – тип өтәләнде ҡатын. – Әллә берәйһе ғәйбәт һөйләнеме?
Ир тынып ҡалды, өндәшмәй байтаҡ торҙо.
– Һөйләгәнме, һөйләмәгәнме, хәҙер һуң инде. Беҙ бер-беребеҙҙе юғалттыҡ. Был хаҡта элегерәк уйларға кәрәк ине. Минең дә ғәйеп бар. Аҡса эшләйем, тип аҙналар, айҙар буйы йөрөмәҫкә ине. Йә, ярай, миңә үпкәләмә. Алиментын алырһың, кәрәкһә,ярҙам итермен. Ә әлегә мине юҡ, тип иҫәплә.
– Һин еңел генә әйтәһең, яратҡанымды беләһең. Айгөл һине шул тиклем ярата! Ә һин ҡапылда сығып китәһең...
– Һөйләштек бит. Айырылышҡандар беҙ генәме ни? Өйрәнербеҙ.
– Юҡ! Мин һине ебәрмәйем! – Ҡатын килеп, ирен ҡосаҡлап алды. – Мин һине берәүгә лә бирмәйем!
– Кит, Сәйҙә, ни эшләйһең ул? – ире уны этеп ҡараны.
– Юҡ, мин һине сығармайым. Ни эшләп мин һине сығарырға тейеш? Кәрәк булһа, мин һинең өсөн көрәшергә лә әҙер. Ташлама беҙҙе, Ғәлинур! Беҙ бит һине яратабыҙ! – тип ҡатын тубыҡланды ла, ирҙең аяҡтарынан ҡосаҡланы.
– Һуң, Сәйҙә, һуңланыҡ. Элегерәк мөмкинлек бар ине, ә хәҙер – юҡ. Һин был хаҡта элегерәк уйларға, хәстәрләргә тейеш инең.
– Эйе, минең ғәйебем бар. Мин башҡалар һымаҡ етеш, бай йәшәүебеҙҙе теләнем. Һинең аҙна һайын күп итеп аҡса алып ҡайтыуың оҡшай ине. Мин – риза. Хәҙергә ял ит, берәй эш табырбыҙ. Мин һине башҡа йөрөтмәйем! Онот командировкаларыңды!
– Һуң, Сәйҙә, һуң, һуңланың! – ире ҡатынын тупаҫ итеп этеп ебәрҙе лә, ишек төбөндә генә торған юл сумаҙанын эләктереп, сығып та китте.
Иҙәндә илап Сәйҙә ятып ҡалды.
Ғәлинур сумаҙанын һөйрәп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, тышҡа атланы. Подъезд алдында ултырған Гөлиә ҡарсыҡтың: “Ғәлинур, әле генә ҡайттың, тағы ла командировкаға йыйындыңмы?” – тип һорауына ла иғтибар итмәне. Телефонынан таксиға шылтыратты. Шунан һуң ғына Гөлиә ҡрсыҡҡа иғтибар итте:
– Хәлдәрең нисек, Гөлиә инәй?
– Ҡарттарса инде беҙҙең, ҡарттарса. Әле генә ҡайттың, буғай, инде тағы ла командировкаға ҡуҙғалдыңмы?
– Эйе, шулай тура килде, – тине Ғәлинур кәйефһеҙ генә. Шунан, нимәлер иҫенә төшкән һымаҡ, Гөлиәгә ҡарап-ҡарап ҡуйҙы. Был тауышты ҡасан ишеткән һымаҡ булды әле? Ул арала булмай, такси водителе шылтыратты. Ғәлинур дуҫы Рифаттың адресын әйтте.
Иҫе китеп байтаҡ ятты Сәйҙә. Ҡыҙы ҡайтып, ишекте шаҡығас ҡына, иҫенә килде.
– Атайым ҡайҙа? Беҙ бөгөн паркка барабыҙмы? – тине ул бүлмәләрҙе байҡап.
– Юҡ, ҡыҙым, паркка барып булмаҫ, – тине әсәһе ауыр итеп.
– Ә нимә булды? Атайым ҡайҙа?
– Атайыңды ҡапыл саҡыртып алдылар. Уға тағы ла командировкаға китергә тура килде.
– Ә мин паркка алып барыр, тип уйлағайным.
– Паркка барырбыҙ, икәүләп барырбыҙ, ҡыҙым.
Сәйҙә бер предприятиела бухгалтер булып эшләй, күп эштәрен өйҙә башҡара. Ҡыҙын ҡарарға ла, ирен ҡаршыларға ла, оҙатып ҡуйырға ла йәтеш. Әле лә директор күрһәтмәләр биреүгә, кәрәкле ҡағыҙҙарын электрон почта аша ебәреп тә ҡуйҙы. тик ҡатындың башында – бөтөнләй башҡа уйҙар. Ҡараһа, директор яңынан шылтырата. Ҡағыҙҙарҙы дөрөҫ яҙмаған, адрестарҙы бутаған. Етәкселәре – уҫал ғына кеше – асыуланып, бер нисә һүҙ ҙә әйтеп өлгөрҙө. Сәйҙә иҫенә килеп, тиҙ генә хаталарын төҙәтеп ҡуйҙы.
Эшен тамамлағас, әхирәте Наҙгөлгә шылтыратырға булды. Бер-береһен байтаҡтан бирле беләләр, Сәйҙәне ауылдашы Ғәлинур менән Наҙгөл таныштырғайны. Иң ауыр ваҡытта уға мөрәжәғәт итергә, ярҙам алырға мөмкин.
– Иртәгә беҙгә килеп сыға алмайһыңмы? – тине Сәйҙә.
– Әллә бер-бер хәл булдымы? – тине ул шунда уҡ борсолоп.
– Бөтәһе лә яҡшы булһа, мин һине борсоп тораммы һуң инде? – тине.
– Нимә булды?
– Кил, килгәс, күрерһең, ишетерһең.
Сәйҙә күңеле менән һиҙә: Ғәлинурҙың ҡапыл сығып китеүе тиктәҫкә түгел. Сөнки уның кемелер булыуына ышанмай. Ғәлинурҙың һәр сәғәте иҫәпле, командировканан ҡайтыу менән, ҡатыны менән ҡыҙынан башҡа, бер аҙым ситкә атлағаны юҡ. Шулай булғас, ҡасан өлгөрҙө, тип уйлайһың? Ә бына телефон аша кемдеңдер ниндәйҙер ғәйбәт ишеттереүе бар. Ул төп эштәрен өйөндә башҡарғас, бик һирәк сыға. Сыҡҡан осраҡта ла, алдын-артын ҡарап йөрөй. Мәҫәлән, уны кәрәк ваҡытта эштән машина килеп ала. Ниңә уны, артыҡ һүҙ сығарып, подъезд төбөнә тиклем килтерергә? Туҡталышта, йә ана, аҙыҡ-түлек магазины янына саҡырырға мөмкин. Әлбиттә, кемдеңдер күреп ҡалыуы ла, хәбәр таратып ебәреүе лә бик ихтимал. Ошо хаҡта Наҙгөл менән кәңәшләшергә кәрәк. Ул – күпте күргән әхрәте, моғайын, яуабын таба алыр.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: