+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ғинуар 2021, 21:37

ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ Хикәйә II бүлек

Ғәлинур иҙәндәге матрацҡа һуҙылып ятҡан да, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, түшәмгә ҡарап, уйҙарына батҡан. Ул бит ҡатынына ышына ине. Нисек былай килеп сыҡты һуң әле? Инде ғаиләһен һағынып, хәҙер, ҡайтыу менән, ваннала йыуынып, ашап алып, кәләшенең ҡосағына сумам ғына тигәйне, телефон шылтыраны. Ә тыңламай, бер сараһы ла юҡ. Күпме әйткәндәре булды, ят номер булһа, яуап бирмә, тип. Ишетәһе шул булғандыр инде. Ниндәйҙер ят, ерәнгес тауышлы ҡатын Ғәлинурҙан көлдө, Сәйҙәһен мәсхәрәләне, әллә ниндәй дәлилдәр килтерҙе. Ҡыҫҡаһы, ирҙе тамам юҡҡа сығарҙы. Әгәр был ҡатынға ышанһаң, Ғәлинур сәфәргә сығыр-сыҡмаҫ, Сәйҙә эргәһенә барлыҡ ҡаланан ирҙәр йыйыла. Иномарка менән алып китәләр, йөрөтәләр ҙә, тағы килтереп, төшөрөп ҡалдыралар. Шундай хәбәрҙән һуң нисек йәшәйһең дә, нисек эшләйһең? Башы ҡатҡан. Ғәлинур тәүҙә ҡатынын ғәйепләргә, айырылышыуҙың төп сәбәпсеһе итеп уны күрһәтергә теләгәйне. Аҙаҡ кире уйланы. Төп ауырлыҡты үҙенә алды. Булмаған ғәйебен таныны. Ә ҡатыны ышанды буғай. Уның күҙҙәре, ҡалтыранған ҡулдары әле лә хәтерендә. Шул тиклем дә бөтөрөнөр икән.


ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ
Хикәйә
II бүлек
Ғәлинур иҙәндәге матрацҡа һуҙылып ятҡан да, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, түшәмгә ҡарап, уйҙарына батҡан. Ул бит ҡатынына ышына ине. Нисек былай килеп сыҡты һуң әле? Инде ғаиләһен һағынып, хәҙер, ҡайтыу менән, ваннала йыуынып, ашап алып, кәләшенең ҡосағына сумам ғына тигәйне, телефон шылтыраны. Ә тыңламай, бер сараһы ла юҡ. Күпме әйткәндәре булды, ят номер булһа, яуап бирмә, тип. Ишетәһе шул булғандыр инде. Ниндәйҙер ят, ерәнгес тауышлы ҡатын Ғәлинурҙан көлдө, Сәйҙәһен мәсхәрәләне, әллә ниндәй дәлилдәр килтерҙе. Ҡыҫҡаһы, ирҙе тамам юҡҡа сығарҙы. Әгәр был ҡатынға ышанһаң, Ғәлинур сәфәргә сығыр-сыҡмаҫ, Сәйҙә эргәһенә барлыҡ ҡаланан ирҙәр йыйыла. Иномарка менән алып китәләр, йөрөтәләр ҙә, тағы килтереп, төшөрөп ҡалдыралар. Шундай хәбәрҙән һуң нисек йәшәйһең дә, нисек эшләйһең? Башы ҡатҡан. Ғәлинур тәүҙә ҡатынын ғәйепләргә, айырылышыуҙың төп сәбәпсеһе итеп уны күрһәтергә теләгәйне. Аҙаҡ кире уйланы. Төп ауырлыҡты үҙенә алды. Булмаған ғәйебен таныны. Ә ҡатыны ышанды буғай. Уның күҙҙәре, ҡалтыранған ҡулдары әле лә хәтерендә. Шул тиклем дә бөтөрөнөр икән.
Әле бына эргәһендә Рифат ултыра. Бәлки еңелерәк булыр, тип араҡы ла алып килгәйне, Ғәлинур бер шәшке өҫтө тултырып эсергә уйлағайны, ҡулынан килмәне, еҫенән үк күңеле болғанды.
– Мә, дуҫ, күҙеңде йом да, күтәр ҙә ҡуй.
– Булмай, ҡыҫтама! Хәлдән килмәй. Хыянатты араҡы менән генә йыуып булмай. Һиңә рәхәт, өйләнмәйенсә, дөрөҫ эшләгәнһең. Әгәр шулай килеп сығырын белһәм, ун йыл элек мин дә өйләнмәҫ инем!
– Ғәлинур, ни эшләп ҡарарбыҙ икән? – тине Рифат.
– Гаражға шылтыратҡайным, әлегә рейс көтөлмәй икән. Йәйгеһен эштәр бик булмай бит. Былай эшһеҙ ятып йонсоном, берәй урынға эшкә төшөргә ине. Ваҡытлыса булһа ла. Таш ташырға, кирбес һалырға.
– Әйҙә атыу минең менән еҙнәләргә ярҙамға барабыҙ, – тине Рифат.
– Ҡасан барабыҙ?
– Иртәгә иртүк ҡуҙғалабыҙ.
Сәйҙә менән әхирәте Наҙгөл дә шул хаҡта һөйләшә:
– Һин һөйләгәндәрҙән сығып, шундай фекергә киләм, – тине ул әхирәтенә, – һеҙҙең никах ун йылдан һуң тәүге тапҡыр етди һынауға дусар булды. Һеҙ уны еңел генә үткәреп ебәрмәйәсәкһегеҙ. Үткәргән осраҡта, тағы бер егерме йыл йәшәйәсәкһегеҙ әле!
– Егерме йыл? – тип аптыранды Сәйҙә. – Миңә ҡалһа, егерме түгел, ике йылы ла етер һымаҡ. Хәҙер шундай фекергә киләм, мин иремдең ҡәҙерен белмәгәнмен икән, – тине лә Сәйҙә, үкереп, илай башланы.
– Йә, йә, илама, етте һиңә, тип Наҙгөл уны туҡтатырға тырышты.
Наҙгөл менән Ғәлинур икеһе бер ауылдан булғас, бер-береһен бик яҡшы беләләр, Наҙгөл уның нәҫел-ырыуын да бик маҡтап һөйләне:
– Эш өсөн генә тыуған әҙәмдәр инде! Уларға, эш булһа, ашарға ла, эсергә лә кәрәкмәй, ауылда уларҙы хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Ана бит, һинең менән нисек матур һөйләшкән: “Беҙ, аҡса, тип алданып, бер-беребеҙҙе юғалттыҡ”, – тигән. Бындай һығымта минең башҡа килмәҫ ине.
– Наҙгөл, әхирәткәйем! Һин бит уларҙы беләһең. Юлын тап, ҡайтар миңә иремде! Барлыҡ өмөтөм һиндә...
– Ә үҙең ниңә уны сығарып ебәрҙең һуң? Ҡайтҡан булған бит.
– Бер-ике сәғәт элек кенә шылтыратҡанында шул хәтлем шат, ыңғай һөйләште, мин һине һағындым, ҡайтҡас, мин һине яратырмын, тине. Ә килеп ингәндә бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгәйне. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ашын да ашаны. Мин, анауы, үтә күренмәле халатымды кейеп сыҡҡан булдым. Йәнәһе, ирҙе таң ҡалдырам, тип тырышам инде. Уф! Ят та, үл! Ул боролоп ҡына ла ҡараманы! Һелкенмәне лә!
– Мин дә аптырайым. Ҡайтып кергән ирҙе күрәләтә сығарып ебәр инде! Үҙең нисек уйлайһың, нимә булды икән?
– Икенсе ҡатыным бар, оҙаҡламай, балабыҙ буласаҡ, тине.
– Һин ышандыңмы?
– Һуң, нимә тип әйтәйем... Ул бит уйын һүҙҙәр һөйләмәй, яңы йәш ҡатыным бар, балам буласаҡ, ти
– Тик ултырырға ярамай, – тине Наҙгөл, – хәҙер ҡайҙа икәнлеген асыҡлау мөһим. Берәйһендә эсеп ятамы икән?
– Белмәйем, быға тиклем араҡыға битараф булды, аптыраныуҙан тоноуы ла бик мөмкин.
– Эх, үҙем булһам! – тип яҫҡынды Наҙгөл. – Бер ҡайҙа сығармаҫ инем. Хәҙер эҙлә инде бесән күбәһенән энәне. Нисек уйлайһың, бәлки Рифатҡа барып ятманымы икән? Ул килгәне бармы? Күренәме? – тип һораны Наҙгөл.
Наҙгөлдөң ҡыҙыҡһыныуының үҙ сәбәбе бар, сөнки элегерәк ул Рифат менән байтаҡ ҡына аралашҡайны. Хәйер, аралашҡайны, тиһәң артығыраҡ булыр. Рифат, Афғанстанда һуғышып ҡайтҡан яугир булараҡ, сиратһыҙ фатир алды, шунда бергә йәшәп ҡарайыҡ әле, тип Наҙгөлдө саҡырған булғайны, уныһы: “Тәүҙә, кеше һымаҡ, һорат, никах уҡыт, туй үткәр, шунан һуң мин килермен, хатта ҡыуып та сығара алмаҫһың”, – тигән булғайны. Ҡыҫҡаһы, элекке яугир һалдатҡа Наҙгөлдөң өйләнешмәҫ борон уҡ ҡәтғи талаптар ҡуйып, үҙенә буйһондорорға тырышыуы оҡшаманы.
Наҙгөл егете менән йәрәшкәндәр, туйға әҙерләнәләр, тигән хәбәр сыҡҡас, ата-әсәһе йыйнала ла башлағайны, был ғаилә тыуыр-тыумаҫ юҡҡа сыҡты. Уның ҡарауы, Наҙгөлдөң хәҙер Рифатты иҫкә төшөрмәгән көнө юҡ. Әле лә, уның исемен ишетеү менән, үҙен күргән һымаҡ, күңеле күтәрелеп ҡалды. Кем белә, бәлки Сәйҙәне ташлап китеүен файҙаланып, Рифатҡа яҡынайыу мөмкин булыр? Наҙгөл Рифатты күҙ уңынан ысҡындырғаны юҡ. Кем менән аралаша, ҡайҙа йөрөй, кем күргән, барыһын да белеп тора.
– Әйҙә, бергәләп үҙенә барып киләйек, – тине Сәйҙә.
– Кемгә? Рифатҡамы?
– Эйе, Рифатҡа инде.
– Ул Рифат тураһында һуҙ сыҡһа, минең шунда уҡ ҡаным ҡайнай башлай, – тине Наҙгөл һауалы ғына. – Шуны, әҙәмгә һанап, хәтеремә төшөрөп торма инде! Тапҡанһың кеше! Йәнәһе, мин унан никах уҡыт, туй үткәр, тип талап иткәнмен. Никахһыҙ ҙа бик матур йәшәп була!
– Ҡуй, әрләмә Рифатты, – тине Сәйҙә, – үҙеңде алдама. Һин бит уны барыбер яратаһың.
– Яратыу менәнме ни? Өйләнешеүҙән алда, мине үҙ ыңғайына йөрөтөргә самалай, – тине Наҙгөл, – ҡаршы түгелмен, һәйбәт егет. Әйҙә, үҙе теләгәс, йөрөһөн. Минең уға инәләһем юҡ!
Шул ваҡыт Сәйҙәнең телефоны шылтыраны. Ҡараһа, директоры Лерон Наилович шылтырата.
– Тыңлайым һеҙҙе, Лерон Наилович, – тине Сәйҙә, трубканы алыу менән.
– Һаумы, Сәйҙә. Һинең хәлдәрең нисек әле?
– Һәйбәт, Лерон Наилович! Бына квартал отчетты менән ултырам.
– Ҡасан тамамлайһың?
– Иртәгә төштән һуң әҙер булыр, тип уйлайым.
– Яҡшы. Тимәк, иртәгә төштән һуң базаға киләһең?
– Эйе, ҡыҙымды алам да, төштән һуң базаға киләм.
– Ҡыҙыңды алаһың? – директор аптыранды.
– Эйе, минең ҡыҙымды ҡалдырыр кешем юҡ.
– Ҡыҫҡаһы, шул: бер үҙең киләһең! – тип ҡәтғи талап ҡуйҙы директор. – Ҡалғанын, килгәс, һөйләшербеҙ.
– Ә нимә эшләргә, Лерон Наилович?
– Ҡайһылай һорауҙарҙы күп бирәһең! – тип ҡаты ғына өндәште директор. Кисәге хаталарың беҙҙе бөлдөрә яҙҙы. Һин әле улар өсөн яуап бирмәнең.
– Мин һеҙҙән ғәфү үтендем, Лерон Наилович. Шул етмәйме?
– Ике миллион ярым һумлыҡ хата өсөн бер ғәфү үтенеү? Һин беҙҙе бигерәк арзан баһалайһың.
– Ярай, килермен. Тик нимә эшләргә? Алдан уҡ әйтегеҙ.
– Һин, беҙҙең йомартлыҡтан файҙаланып, үҙеңдең әлеге вазифаңдан тыш төп тәғәйенләнешеңде онотоп бараһың, шикелле. Иртәгә хәтереңә төшөрөрбөҙ.
Директор, хушлашып та тормайынса, бәйләнеште өҙҙө.
– Аңламаным, – тине Сәйҙә, – быға нимә кәрәк тағы?
– Нисек нимә кәрәк, шуны ла аңламайһыңмы? Ир-атҡа ҡатын-ҡыҙҙан иң тәүҙә мөхәббәт кәрәк.
Сәйҙә һиҫкәнде:
– Һин, ысынлап та, шулай уйлайһыңмы?
– Уйламайым, шулай икәнлеген беләм.
– Сүп өҫтөнә – сүмәлә, тигән һымаҡ, тура килеүен әйт. Ҡыҙымды һин ҡарап торорһоңмо икән, Наҙгөл?
– Ҡыҙыңды ҡалдырырға ҡуштымы?
– Эйе. Һин ҡарап тора алмаҫһыңмы икән?
– Ай, донъялар! – тип аптыранды Наҙгөл. – Һин риза ла булдыңмы?
– Нисек риза булайым, әле мин ул хаҡта өндәшмәнем, – тип аҡланды Сәйҙә, – ҡыҙымды бәлки һин ҡарап торорһоң, тип кенә әйттем.
– Әгәр һин ҡыҙыңды ҡалдыраһың икән, тимәк, һин ризалашаһың. Шуны аңлайһыңмы? Әле иреңде нисек ҡайтарырға белмәй баш ватаһың. Ярай, ул ҡайтып керҙе, ти. Һин – юҡ. Ҡайҙа икәнлегеңде берәү ҙә белмәй. Һиңә шул кәрәкме?
– Кәрәкмәй, Наҙгөл. Минең тоғро ҡатын икәнлегемде һинән лә яҡшы белгән кеше юҡ. Мин әле бик ауыр ваҡыт кисерәм. Миңә һинең ярҙамың бик кәрәк. Нимә генә булмаһын, мин ғаиләмде һаҡлап ҡалырға теләнем.
– Улайһа, әйҙә, Рифатҡа барып киләйек, – тине Наҙгөл. Моғайын, Гәлинурың шунда боҫоп яталыр. Бер ыңғай Рифатты ла күрербеҙ. Тик матур итеп кейен. Ғәлинурың, һине күргәс тә, кире уйларлыҡ булһын, үкенһен. Ни эшләп мин бик шәп ҡатынды юғалттым әле, тип уйлаһын.
– Белмәйем, матур күлдәккә генә иҫе китә торған кеше түгел ул. Әле уйлап торам шул хаҡта. Аҫтыртын түгел, ләкин бик йомоҡ кеше ине. Күҙенә ҡарап, нимә уйлағанын да аңлап булмай. Йылмайып, ихлас ҡына өндәшһә, барыһы ла аңлашыла. Шул кешене нисек йомоҡ, аҫтыртын тип әйтәһең? Эсендәге – тышында.
Сәйҙә менән Наҙгөл, Ғәлинурҙы эҙләп, Рифаттың фатирына киттеләр. Сәйҙә үҙенең ҡайҙа барғанын да белмәй. Шуға мөмкин тиклем матурыраҡ һәм сағыуыраҡ кейенергә тырышты. Наҙгөл дөрөҫ әйтә: ҡораһын, һоҡланһын, уйлаһын. Бәлки нимәнән мәхрүм ҡалғанын аңлар.
Әхирәттәр инде килеп, Рифаттың фатиры урынлашҡан йортҡа боролғайнылар, ҡаршыларына үҙе килде лә сыҡты. Кем булһын, шул – Рифат инде. Әхирәттәрҙе күргәс, егеттең күҙҙәре маңлайына менде:
– Ҡайҙа китеп бараһығыҙ? – тине ул, шикләнгән тауыш менән.
– Һәр хәлдә, һиңә түгел инде! – тине Наҙгөл, һауалы ғына.
– Йә, бушты һөйләмә! – тине Сәйҙәһе. Әйт, сауҙа үҙәгенә барабыҙ, кейем-һалым ҡарарға. Эйе, бәлки кафеға ла кереп ултырырбыҙ.
– Байығанһығыҙ икән, – тине кинәйәле генә итеп Рифат, – Эх, Ғәлинур дуҫым ошонда булһа, һеҙгә эйәрер ҙә китер инек.
– Әйткәндәй, дуҫың ҡайҙа һуң әле? – тине Наҙгөл. – Ниңә бөгөн яңғыҙың?
Рифат Ғәлинурҙың төҙөлөшкә эшкә төшөүен әйтмәҫкә булды. Әллә нимә уйламаһындар тағы.
– Ғәлинурҙы кисә күреп ҡалғайным, ҡайҙа йөрөйҙөр, белмәйем.
– Ярай, күрһәң, сәләм әйт, – тине Сәйҙәһе. Бик матур кейенгәндәр, кәйефтәре һәйбәт, тиген.
– Ярай, әйтербеҙ, – тине Рифат.
Рифат тегеләрҙең артынан тәки ҡарап тороп ҡалды. Ҡуй инде, был ҡатын-ҡыҙға бер ышаныс юҡ. Ана, сыҡ ҡына ҡулдан ысҡынғайны, мажара эҙләп, сығып та киттеләр. Ғәлинурға әйтергәме, юҡмы? Ишетһә, ҡайғырыр инде. Ярар, юҡ-бар һөйләп, башын әйләндермәһен инде. Ай-һай! Ҡатын менән йәшәү еңелдән түгел икән! Әлдә үҙе теге ваҡыт өйләнмәҫлек көс тапты, Наҙгөлө лә уҫал бит! Һоратып кил, никах уҡыт, туй үткәр, тигәнме? Юҡ, шулай ҙа, Наҙгөл – ипле, тәртипле, уға өйләнергә була. Тик уға тарыһаң, ирекле тормош хаҡында оноторға тура килә инде. Һыра ла эсмәйәсәк, эштән ваҡытында ҡайтасаҡ, Театрға ла, киноға ла бергә генә йөрөйөсәсәктәр. Ә ундай тормош һиңә оҡшаймы? Оҡшаһа, рәхим ит. Ана, Наҙгөлө һаман көтөп йөрөй.
Әлегә Рифатты Ғәлинурҙың яҙмышы борсой. Шуның өсөн ул Ғәлинур йәшәгән йорт эргәһенә килде. Уға ҡалһа, дуҫының ғаиләһенең тарҡалыуының сере шунда, аяҡ аҫтында ғына ята һымаҡ. Кеше нимә һөйләй икән, һораштырып ҡараһын әле. Ана бер инәй йөрөй, Гөлиә инәй, тигәндәре шул түгелме икән?
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе

Читайте нас: