+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ғинуар 2021, 12:17

ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ Хикәйә III бүлек

Рифат, аҡрын ғына атлап, кемделер эҙләгән ҡиәфәт менән йортто бер урап сыҡты. Телефонына ҡарап уйланып торҙо, бер шылтыратып алған булды. Шунан үҙе һиҙҙермәй генә Гөлиә ҡарсыҡҡа яҡынайҙы. – Йортон таптым, бына эргәһендә торам. Хәҙер фатирын асыҡлайһы ғына ҡалды. Былай тыныс, матур урын. Юҡ, шеф, тапмайынса, ҡайтмайым, – тип телефонын һүндерҙе һәм нимәлер эҙләгәндәй, тирә-яғын тағы ла байҡаны. Рифаттың нимәлер эҙләгәнен һиҙеп ҡалған Гөлиә ҡарсыҡ уға яҡынайҙы.


ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ
Хикәйә
III бүлек
Рифат, аҡрын ғына атлап, кемделер эҙләгән ҡиәфәт менән йортто бер урап сыҡты. Телефонына ҡарап уйланып торҙо, бер шылтыратып алған булды. Шунан үҙе һиҙҙермәй генә Гөлиә ҡарсыҡҡа яҡынайҙы.
– Йортон таптым, бына эргәһендә торам. Хәҙер фатирын асыҡлайһы ғына ҡалды. Былай тыныс, матур урын. Юҡ, шеф, тапмайынса, ҡайтмайым, – тип телефонын һүндерҙе һәм нимәлер эҙләгәндәй, тирә-яғын тағы ла байҡаны.
Рифаттың нимәлер эҙләгәнен һиҙеп ҡалған Гөлиә ҡарсыҡ уға яҡынайҙы.
– Кемде эҙләйһегеҙ? Әллә һеҙгә берәйһе кәрәкме? – тип һораны ҡарсыҡ Рифаттан.
Рифат шунда уҡ яуап бирмәне, телефонын алып, тағы бер шылтыратҡан булды, тирә-яғын байҡаны:
– Машинаһы күренмәй, моғайын, гараждалыр, – тигән булды кемгәлер. Шунан һуң ғына ҡарсыҡҡа мөрәжәғәт итте. – Һаумыһығыҙ, инәй, һеҙ ошо йортта йәшәйһегеҙме?
– Эйе, мин ошонда йәшәйем. Әллә берәйһен эҙләйһегеҙме? Кем кәрәк ине? – тип һораны ҡарсыҡ.
– Һеҙ уны беләһегеҙме икән, ул һәр ваҡыт командировкаға йөрөй.
– Беҙҙең йортта командировкаға йөрөмәгән кеше юҡ. Хәҙер кругом – вахтовик. Исемен беләһегеҙме?
– Ғәлинурмы, Нурғәлеме исемле кеше бармы?
– Был йортта Нурғәле юҡ, ә Ғәлинур бар. Шофёр.
– Во! – тип ҡыуанды Рифат. – Миңә шул шофёр Ғәлинур кәрәк!
– Таптым, тип иҫәпләгеҙ. Ул ошонда йәшәй.
– Бик яҡшы, инәй, бик яҡшы! Һеҙ уны күптән беләһегеҙме?
– Күптәнме, тип... Ошонда ун йыллап йәшәй инде. Ә һеҙ уны ниңә эҙләйһегеҙ?
– Мин уны эҙләмәйем, ул мине эҙләгән. Һеҙ уның ҡайһы фатирҙа йәшәгәнен беләһегеҙме?
– Беләм, әлбиттә! Ул минән өҫкө ҡатта – тап минең өҫтә йәшәй.
– Улай булһа, һеҙ, инәй, миңә бик кәрәк!
– Ниңә улай бик кәрәк булды әле ул?
– Миңә ул фатирын һата, тип әйткәйнеләр.
– Бәй-бәй, тәүге тапҡыр ишетәм, – тине ҡарсыҡ, – ниңә һатырға булды икән?
– Бик белеп бөтмәйем, минең эшем дә түгел. Ғаиләһе менән нимәлер булған, шикелле. Нурғәленең фатиры нисәнсе ҡатта тинегеҙ әле?
– Ниндәй Нурғәле? Ғәлинур! Ғә-ли-нур! – тине ҡарсыҡ. – Ана, уның фатиры, бишенсе ҡатта. Ә унан аҫта – минеке.
– Дә, бишенсе ҡат бейегерәк! Миңә саҡ ҡына түбәнерәк булһа, һәйбәт булыр ине.
– Улайһа, минекен ҡарамайһыңмы? – тип эләктереп алды ҡарсыҡ. – Беҙ үҙемә ике бүлмә ҙур, күп түләтәләр.
– Әллә тағы, миңә Нурғәленең фатиры ышаныслы булыр, тигәйнеләр.
– Ғәлинур! Бында Нурғәле юҡ! Уның фатирының ҡыйығынан һыу аға.
– Һыу аҡһа, нимәһе бар, яматабыҙ! – тине Рифат эре генә.
– Әллә, улым, ямата алырһыңмы икән, беҙҙең домуправты әйтһәң. Уларҙың өйө тулы тас, һауыт ултыра, өҫтән тама.
Рифат һаман да ризалашмай, ҡарсыҡты инәлтеүен дауам итте.
– Ярай, – тине ул, – һеҙҙекен ҡарайым, ләкин вәғәҙә итмәйем.
Кеҫәһенән рулонлы метр килтереп сығарҙы.
– Уныһы нимәгә тағы? – тине ҡарсыҡ.
– Үткәнендә бер фатирҙы ҡарағайным, – тип һөйләп алып китте Рифат, – кухняһы ете квадрат, тиҙәр. Ә мин тоттом да, үлсәп ҡараным. Ярты квадрат етмәне. Әйтәм: “Алдарға иткәйнегеҙме? Мин һеҙгә, ике бүлмәле фатир өсөн дүрт миллион һум түләргә итәм, ә һеҙ мине алдарға йыйынғанһығыҙ!”
– Дүрт миллион һум – ике бүлмәгә?
– Эйе, ике бүлмәгә дүрт миллион түләй яҙҙым.
– Аҡсаң да бармы, улым?
– Аҡсам булмаһа, йөрөр инемме, нисек уйлайһығыҙ?
– Әйҙә, улым, минекен ҡара. Минеке йылы, таҙа, яҡты.
Икәүләшеп дүртенсе ҡатҡа күтәрелделәр. Һүҙ юҡ, фатир ҙур, яҡты, йылы икән. Рифат ҡабаланмай ғына иң тәүҙә аш бүлмәһен үлсәп сыҡты, ҡағыҙ, ҡәләм алып, яҙып ҡуйҙы. Ентекләп, йыуыныу бүлмәһе менән бәҙрәфте үлсәне. Ҡарсыҡ, бер аҙым ҡалмай, артынан эйәреп йөрөй.
– Һыуһатты, инәй, һыу эсер әле, – тине Рифат.
– Сәй, сәй эсерәм мин һиңә, улым, хәҙер сәй ҡуям, – тип газын тоҡандырып та ебәрҙе.
Рифат розетка эргәһендә ҡарсыҡтың телефоны ятҡанын күрҙе. Ҡарсыҡ өҫтәл яраштырған арала, икеләнеп тормай, телефонды алып, кеҫәһенә төшөрҙө һәм һыу ғына һорап эсте лә, йүгерә-атлай тигәндәй, сығып та юғалды.
Ғәлинур төҙөлөшкә ник барҙым, тигән көнгә төштө. Дөрөҫ, аҡсаһын байтаҡ түләйҙәр. Ярҙамсы ғына булып йөрөһә лә, һәр эше иҫәпле, ҡайтҡанда уҡ, күпме эшләгәнһең, шул хәтле тоттороп ебәрәләр. Ғәлинур ялҡау түгел, һәр эшкә ихлас тотона. Әлбиттә, аҡса түләһәләр. Ләкин төҙөлөштә эшләү уның мөмкинлектәрен сикләгән һымаҡ. Үҙеңдең американыңда юғарыла ултырып, оҙон-оҙон юлдар аша донъя гиҙеү түгел инде. Унда күргән юлдар һәм мажаралар! Ҡалалар һәм ауылдар үҙенә ылыҡтырып тора! “Мине юлдар, юлдар саҡыра!” тип юҡҡа йырламайҙар бит. Тик бер яғы бар: ҡатынын, ҡыҙын ҡалдырып китергә тура килә. Уның ҡарауы, һағынып ҡайтыу үҙе ни тора! Бөгөн килеп, Ғәлинурҙан һораһалар, ҡайҙа эшләргә теләйһең, төҙөлөштәме, әллә водитель булыпмы, тиһәләр, ул юлдарҙы һайлар ине. Юҡ, һис юғы, еңел автомобилдә булһа ла, такси хеҙмәтен үтәп булһа ла, йөрөр, Тик бына ғаиләһенең юҡҡа сығыуы ғына уны борсой. Кем белә, бәлки көн һайын эргәһендә булһа, бөгөн ғаиләһендә булыр ине.
Ҡолағына шылтыратыусы ҡатындың аҫтыртын тауышы ишетелә: “Һин киттең дә, юғалдың. Ә ҡатының кемдәргә ҡалды? Ана, уға көн дә ике-өс ир килә”. Кисә ошо хаҡта Рифат менән дә һөйләшеп ултырғайнылар. Рифат бәлки дөрөҫ әйтәлер, был ҡатынды үҙенең эргәһенән эҙләргә кәрәктер. Улай тиһәң, Гөлиә инәйҙән дә яҡын кеше юҡ. Уға ниңә шылтыратып, ҡатыны менән араларын боҙорға кәрәк булды икән? Рифат дөрөҫ әйтә ул. Ул кешеләр менән бик самалап ҡына аралаша, бөтәһен дә эргәһенә ебәрмәй. Әллә инәйҙең үҙе менән һөйләшеп ҡарайһымы икән?
Сәйҙә эшкә килде. Квартал отчетын тиҙ генә тапшырҙы, директорҙың секретаршаһы шылтыратты:
– Үтегеҙ, һеҙҙе көтә, – тине секретарша, аҫтыртын ғына йылмайып.
– Ултыр! – тине директор тупаҫ ҡына. – Һинең хатаң беҙгә бик ҡиммәткә төшә яҙҙы. Һиңә бер ниндәй ҙә аҡлау юҡ, һин беҙҙең ышанысты юғалттың. Ләкин һин хатаңды төҙәтә алаһың. Мәскәүҙән беҙҙең партнерҙар килде, кискә ошонда бәләкәй генә мәжлес ҡорабыҙ, һин уларҙы һыйларға ярҙам итерһең.
– Минең бурысым нимәнән ғибәрәт буласаҡ?
– Аш-һыу өҫтәле өсөн яуап бирәһең, аҙаҡтан ҡунаҡтарҙың ҡайһы бер шәхси үтенестәре лә булыуы мөмкин.
– Аңлашылды, Лерон Наилович, – тине Сәйҙә, – мин унынсы класс уҡыусыһы түгел, нимә тураһында һүҙ барғанын беләм. Ләкин мин һеҙҙә ирҙәрҙе хеҙмәтләндереүсе түгел, ә бухгалтер булып эшләйем. Белеүемсә, ҡалала экскорт хеҙмәте бар. Унда үҙ һөнәренең оҫталары йыйылған. Ниңә шуларға ғына мөрәжәғәт итмәйһегеҙ, Лерон Наилович?
– Һин беҙҙе өйрәтәһеңме, әллә кәңәш бирәһеңме?
– Өйрәтмәйем, кәңәш тә бирмәйем. Мин баш тартам.
– Баш тартаһың? Улай булһа, ғаризаңды яҙ ҙа, күҙемдән юғал!
– Мин сығып китә алам, эшен дә табырмын, - тине Сәйҙә ныҡ итеп, – ләкин һеҙ мине былай ғына эштән ебәрә алмайһығыҙ. Сөнки, һеҙҙең предприятиеның эшмәкәрлегенә бәйле, табышты йәшереү, һалым түләү һәм башҡалар буйынса фашлаусы дәлилдәр миндә етерлек.
Был һүҙҙәрҙе әйткәс, директор үҙенең ҡәнәфиенә һеңеп, бәләкәсәйә барған һымаҡ тойолдо. Ул оҙаҡ ҡына бер нөктәгә ҡарап ултырҙы.
– Ә миңә һине, алты йыл элек эшкә тәҡдим иткәндә, күндәм, тыңлаусан, хәйләһеҙ һәм намыҫлы, тигәйнеләр. Улар хаталандымы икән?
– Бәлки хаталанғандарҙыр, – тине Сәйҙә, – һеҙҙең фирма насарҙар иҫәбендә түгел. Шуны онотмағыҙ, Лерон Наилович! Мин һеҙгә ярҙам иттем, һеҙгә байырға мөмкинлек бирҙем. Ә һеҙ мине бөтөнләй башҡа маҡсатта файҙаланырға итәһегеҙ.
– Әгәр һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк булһа?
– Юҡ, мин бындай ярҙамдан баш тартам, – тине Сәйҙә, – һеҙ мине мәжбүр итә алмайһығыҙ.
– Ярай, аңлашылды. Беҙҙең һөйләшеү килеп сыҡманы һәм беҙ уны булманы, тип иҫәпләйек.
– Рәхмәт! – тине Сәйҙә. – Мин һеҙгә үҙемдең һүҙемде әйтә алдым.
– Ярай, үҙеңде еңдем, тип иҫәпләй алаһың.
– Юҡ, Лерон Наилович. Мин еңдем, тип иҫәпләмәйем. Мин һеҙгә аңлата алған һымаҡ булдым. Һеҙҙең мине аңлауығыҙ мөһимерәк. Өҫтәлегеҙҙе ҡорорға, ҡунаҡтарығыҙҙы һыйларға ярҙам итә алам, ләкин башҡаһы – юҡ.
Директор уйға ҡалды. Был ҡатында ниндәйҙер көс бар. Ул көс ғәҙеллеккә нигеҙләнгән. Әгәр уның бухгелтерияһы аша үткән мутлашыуҙарҙың бер бәләкәй генә өлөшө кәрәкле өҫтәлгә барып ятһа, фирманың аҫтын-өҫкә килтерәсәктәр. Уның үҙенә ҡарата енәйәт эше асасаҡтар. Был берәүгә лә кәрәкмәй. Ә инде өҫтәлгә килгәндә, был ҡатында ныҡлыҡ бар, ул бирешмәйәсәк. Хатта өҫтәл тирәһендә ишетелгән юҡ-бар хәбәр ҙә уның теге дәлилдәре эргәһенә барып ятыр, аҙаҡ уға ҡаршы атмаҫ, тип кем гарантия бирә ала?
– Ярай, эшләгеҙ, – тине ауыр ғына итеп директор, – беҙҙең был һөйләшеүҙе булманы, тип иҫәпләгеҙ һәм онотоғоҙ.
– Рәхмәт! – тине Сәйҙә һәм еңел генә тороп, хушлашты ла, кабинеттан сығып китте.
Директор шунда уҡ үҙенең урынбаҫарын саҡыртып алды:
– Бухгалтер менән килеп сыҡманы, – тине Лерон Наил улы, – һин уның өй адресын асыҡла, фатирын бел, планировкаһын тап.
– Уныһы нимәгә кәрәк? – тине урынбаҫар.
– Әле генә әйтте, бухгалтер, беҙҙең операциялар менән бәйле, бөтә мәғлүмәтте үҙенә йыйып барған. Уларҙы башына һуҡҡан-теләгән ваҡытта һалым органдарына илтеп һалыуы бар. Яҡын арала фатирында бер кем дә юҡ ваҡытта тентеп сығырға, һис юғы, компьютерҙарын алырға кәрәк.
– Бухгалтерҙың мәғлүмәттәрҙе йәшереүе ихтимал. Был эш яҡын арала хәл ителергә тейеш, – тине урынбаҫар.
– Яҡын арала түгел. Бөгөн булмаһа, иртәгә, йә иртәгә һуң.
Рифат, Ғәлинур килеп инеү менән, Гөлиә ҡарсыҡтың телефонын сығарып, алдына һалды.
– Был нимә? – тине Ғәлинур.
– Телефон. Гөлиә ҡарсыҡтың телефоны.
– Ә ул миңә нимәгә кәрәк?
– Нисек нимәгә кәрәк, кем шылтыратты, тип? Бына ҡара, мин теймәнем.
Ғәлинур үҙенең телефонын алып, шылтыратҡан кешенең номерын, ваҡытын ҡараны. Шунан һуң ҡарсыҡтың телефонын алды. Тағы бер аҙҙан әбейҙең телефонын ырғытып уҡ ҡуйҙы:
– Үәт, ҡара йылан! – тине.
– Шулмы?
– Шул шылтыратҡан! Бына бит, ваҡыты ла тура килеп тора, – тине Ғәлинур, – ҡара әле, юйҙыртып та ҡуймаған бит әле!
– Наҙан ҡарсыҡ уныһын ҡайҙан белһен инде.
– Наҙан, тиһең. Шылтыратырға башы еткән бит әле. Этлеккә аҡыл кәрәкмәй шул. Хәҙер нимә эшләргә ҡала? – тине Ғәлинур.
– Үҙең ҡара. Һин, телефонды тотоп барып: “Гөлиә иинәй, бына – дәлилдәр, һеҙ минең ғаиләмде тартҡаттығыҙ”, – тип әйтә алаһың. Бында полиция ярҙам итә алмай. Үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлау, тип әйтәсәктәр.
Рифат тынып ҡалды һәм бер аҙ уйланып ултырҙы. Әйтергәме, юҡмы.
– Мин кисә Сәйҙә менән Наҙгөлдө күрҙем, – тине Рифат.
– Ҡайҙа күрҙең? Ни эшләйҙәр ине? – тип һикереп үк торҙо Ғәлинур.
– Кафеға китеп баралар ине. Улар һине бар, тип белде, ти.
– Эргәләрендә берәйһе бар инеме?
– Юҡ, икәү генә.
– Айгөл ҡайҙа икән?
– Берәйһенә ҡалдырғандарҙыр инде.
– Хәҙер иркенгә сыҡтылар! – тип уфтанып ҡуйҙы Ғәлинур.
Бая ғына фатирына ҡайтырға, Гөлиә ҡарсыҡты күрергә, ҡатынын алып килергә теләге бар ине, кире уйланы. Хәҙер барыһы ла билдәле, шулай булғас, ниңә инәлеп йөрөргә?
Ғәлинур һиҙҙе: аралар яҡынайманы, киреһенсә, йырағайған һымаҡ тойолдо. Ул хатта йоҙороҡлап өҫтәлгә һуғып ҡуйҙы.
– Йә, йә, мебелде ватырға һөйләшмәнек...
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе


Читайте нас: