-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Ғинуар 2021, 19:14

ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ Хикәйә IV бүлек (аҙағы)

...Ғәлинурҙың американы алға елдерә. Юлдарының тигеҙлеген әйт! Эргәһендә Сәйҙәһе менән ҡыҙы йоҡомһорап килә. Теләһәләр, артҡа күсеп ятырҙар. Кабинаның артында өс кешелек йоҡо урыны бар. Улар ярашты, үпкәләшеү тураһында оноттолар, Сәйҙәнең дә бер ғәйебе лә юҡ. Айгөл иһә икеһенә ҡарағанда ла ҡыуанып китеп бара был сәфәргә. Ошо Америкала эшләнгән ышаныслы техника өлгөһөн нисә йыл йөрөтә, ғаиләһен, ҡатыны менән ҡыҙын була инде, беренсе тапҡыр алып сыға. Күрһендәр, белһендәр, атай тапҡан икмәк еңелдән бирелмәй. Шулай итеп, ҡәнәғәт ҡиәфәт менән машинаһын алға ҡыуа Ғәлинур. Юл оҙон, тип-тигеҙ, анауы автопилот тигәндәрен индерһәләр, нисек булыр икән, дөрөҫ булһа, бер иш автомобилдәр, поезд һымаҡ, теҙелешеп, бара ла бара икән. Ғәлинур ваҡыт-ваҡыт ҡатынына күҙ һалып ала. Уныһы арыған, ләкин ҡәнәғәт. Көтмәгәндә кеҫә телефоны шылтырай башланы. Ҡайҙа һуң әле уның телефоны? Әллә онотоп ҡалдырҙымы? Бәлки был ишек ҡыңғырауылыр? Автомобилдә ишек ҡыңғырауы ҡайҙан булһын инде? Ниһайәт, Ғәлинур уянып китте. Ҡатыны ла, ҡыҙы ла, хатта американы ла үҙе менән түгел. Мендәр аҫтынан телефонын килтереп сығарҙы. Кем шылтыратҡанын ҡарағайны, бәй, ҡатыны бит, Сәйҙә шылтырата! Ул төймәһенә баҫты ла, ҡоро ғына итеп: – Тыңлайым. – тине. – Һаумы, Ғәлинур, һин ҡайҙа? – тине ҡатыны. Ир иң тәүҙә сәғәткә күҙ һалды. Ун бер тулып үткән. Төн уртаһында нимә булды икән? Хәйер, төн уртаһы тиһәң дә, йәйге оҙон көн, тышта яҡты әле. – Мин бында, – тине Ғәлинур. – Тиҙ генә килеп етә алаһыңмы?

ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ

Хикәйә

I
V бүлек (аҙағы)
...Ғәлинурҙың американы алға елдерә. Юлдарының тигеҙлеген әйт! Эргәһендә Сәйҙәһе менән ҡыҙы йоҡомһорап килә. Теләһәләр, артҡа күсеп ятырҙар. Кабинаның артында өс кешелек йоҡо урыны бар. Улар ярашты, үпкәләшеү тураһында оноттолар, Сәйҙәнең дә бер ғәйебе лә юҡ. Айгөл иһә икеһенә ҡарағанда ла ҡыуанып китеп бара был сәфәргә. Ошо Америкала эшләнгән ышаныслы техника өлгөһөн нисә йыл йөрөтә, ғаиләһен, ҡатыны менән ҡыҙын була инде, беренсе тапҡыр алып сыға. Күрһендәр, белһендәр, атай тапҡан икмәк еңелдән бирелмәй. Шулай итеп, ҡәнәғәт ҡиәфәт менән машинаһын алға ҡыуа Ғәлинур. Юл оҙон, тип-тигеҙ, анауы автопилот тигәндәрен индерһәләр, нисек булыр икән, дөрөҫ булһа, бер иш автомобилдәр, поезд һымаҡ, теҙелешеп, бара ла бара икән. Ғәлинур ваҡыт-ваҡыт ҡатынына күҙ һалып ала. Уныһы арыған, ләкин ҡәнәғәт.
Көтмәгәндә кеҫә телефоны шылтырай башланы. Ҡайҙа һуң әле уның телефоны? Әллә онотоп ҡалдырҙымы? Бәлки был ишек ҡыңғырауылыр? Автомобилдә ишек ҡыңғырауы ҡайҙан булһын инде? Ниһайәт, Ғәлинур уянып китте. Ҡатыны ла, ҡыҙы ла, хатта американы ла үҙе менән түгел. Мендәр аҫтынан телефонын килтереп сығарҙы. Кем шылтыратҡанын ҡарағайны, бәй, ҡатыны бит, Сәйҙә шылтырата! Ул төймәһенә баҫты ла, ҡоро ғына итеп:
– Тыңлайым. – тине.
– Һаумы, Ғәлинур, һин ҡайҙа? – тине ҡатыны.
Ир иң тәүҙә сәғәткә күҙ һалды. Ун бер тулып үткән. Төн уртаһында нимә булды икән? Хәйер, төн уртаһы тиһәң дә, йәйге оҙон көн, тышта яҡты әле.
– Мин бында, – тине Ғәлинур.
– Тиҙ генә килеп етә алаһыңмы?
– Нимә булды?
– Беҙҙең фатирҙы талағандар...
– Фатирҙы талағандар? – тип һораны ла, уйға ҡалды.
– Эйе, талағандар. Ниңә тындың?
– Уйлайым, иҫкә төшөрөргә тырышам...
– Нимәне?
– Беҙҙең урларлыҡ нимә бар икән?
– Өйҙөң аҫтын-өҫкә килтергәндәр, бар нәмә иҙәндә ята. Минең ҡайтҡанды аңдып торғандар, күрәһең, Айгөл менән ҡайтып килгәндә подъезд алдында ҡарсыҡтар менән һөйләшеп торғайныҡ, ике бәндә йүгерә-атлай сығып китте. Гөлиә инәй әйтә: “Һеҙҙе һораштылар”, – ти.
– Бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмағыҙ, хәҙер киләм.
Ғәлинур килеп еткәнсе, Сәйҙә Лерон Наиловичҡа шылтыратты. Тегеһе тәүҙә байтаҡ ҡына алманы. Бер ун минуттан йоҡоло-уяулы тауышы ишетелде:
– Нимә кәрәк? – тине ул уҫал итеп.
– Миңә бер нимә лә кәрәкмәй. Һеҙгә рәхмәт әйтергә генә шылтыратам.
– Нимә өсөн?
– Һеҙҙең ике кешегеҙ, минең фатирымды тентеп, бар әйберемдең аҫтын-өҫкә килтереп, сығып киткән. Шуның өсөн рәхмәт! Теге мәғлүмәттәр яҙылған дискыны таба алмағандары өсөн рәхмәт!
– Һин нимә һөйләйһең? Минең бер ғәйебем дә юҡ!
– Уныһын полиция тикшерер. Минән һоранылар инде, шикләнгән кешең бармы, тинеләр. Бар, тинем. Билдәле булғас, нимә тип әйтәйем?
– Бәлки беҙгә осрашып, һөйләшергә кәрәктер? – тине директор.
– Осрашыу һеҙгә кәрәктер, миңә – кәрәкмәй. Хатта мин һеҙгә осрашыу урынын тәғәйенләй алам. Иртәгә иртәнге сәғәт унда минең фатирҙа.
– Унда миңә нимә ҡалмаған? – тине Лерон Наил улы. Ҡыҫҡаһы, һеҙ таба алмағанға, мин ғәйепле түгел. Яҡшыраҡ эҙләһәгеҙ, табыр инегеҙ. Эҙләй белмәгәнһегеҙ. Күҙ алдында торған нәмәне кеше шифоньерҙан эҙләйеме ни?
– Һин, ҡыҙыҡай, беҙҙе ҡурҡытма! Полицияға әйткәнһең икән, полиция эҙләһен! Был енәйәткә минең бер мөнәсәбәтем дә юҡ!
– Ярай, ышанды, тип иҫәпләгеҙ. Быны раҫлар өсөн, мииңә бер генә юл ҡала. Әгәр иртәгә унға килеп, фатирҙы йыйыштырып сыҡмаһағыҙ, мин һеҙҙе фашлаусы мәғлүмәттәрҙең күсермәһен Иҡтисади енәйәттәр менән көрәш бүлегенә тапшырам. Күсермәһен тапшырам.
Тынлыҡ бик оҙаҡҡа һуҙылды. Директор хатта бер-ике тапҡыр һиҙелер-һиҙелмәҫ көрһөнөп ҡуйҙы.
– Уфтанғас, хәлегеҙ яҡшынан түгел. – тине Сәйҙә. – Ярай, хушығыҙ! Мин һеҙҙең шылтыратҡанығыҙҙы көтәм.
Фатирға Ғәлинур килеп инде. Айгөл, уны күреү менән, атаһының ҡосағына ташланды: “Атай, атай ҡайтҡан! Минең атайым ҡайтҡан!”
Ғәлинур бүлмәне ҡарап сыҡҡас, һыҙғырып ҡуйҙы.
– Шулай беҙҙе бай тип уйланылармы икән? – тине ул, ҡатынына ҡарап.
– Ә ниңә, бай түгелме ни? Америкала эшләнгән автомобилдә аҙна һайын йөк ташыйһың. Ҡатының – етди фирмала бухгалтер, йыл һайын Талҡаҫ буйында ял итәбеҙ, Иҫәндә йәйге йорт һатып алырға йыйынабыҙ,
– Ҡыңғырау шылтырап ҡуйҙы һәм ишек шаҡынылар.
– Мөмкинме? Инергә яраймы? – тип Гөлиә ҡарсыҡтың тауышы ишетелде.
– Нельзя! Ярамай! – тип ҡысҡырҙы Ғәлинур һәм шапылдатып, ишекте ябып та ҡуйҙы. – Ошо убырлы ҡарсыҡтың ҡыҫылмаған ере юҡ!
– Ниңә ул тиклем тупаҫ ҡыйланаһың? – тине Сәйҙә. – Әллә бер-бер хәл булдымы? Оло кеше менән улай һөйләшергә ярамай.
– Кеше түгел! Убырлы ҡарсыҡ ул!
– Әсәй, әсәй, Гөлиә инәй убырлы ҡарсыҡ буламы? – тип һораны ҡыҙҙары.
– Сеү, ҡыҙым, өндәшмә! – тип тыйҙы уны әсәһе.
– Һиңә әйтмәм, тигәйнем, әйтергә тура килә инде, – тине Ғәлинур, – теге ваҡыт шуға асыуландым бит мин, бер кемем дә юҡ минең ҡырҙа. Ошо ҡарсыҡ миңә, тауышын үҙгәртеп, әҙәм ышанмаҫлыҡ ғәйбәт һөйләне.
– Кем хаҡында һөйләне?
– Ныу, һинең хаҡта, минең хаҡта. Шунан Рифат килеп, һатып алырға фатир эҙләгән булып, алдаштырып, өйөнә кереп, телефонын алып сыҡты. “Убырлы” ҡарсыҡ ошо телефондан миңә шылтыратҡан. Полицияға әйтһәм, йәл – оло кеше. Тауыш баҫылғас, үҙебеҙ һөйләшербеҙ. Гөлиә ҡарсыҡ ҡайғыһы юҡ әле. Һиңә эш күп була инде, өйҙө йыйыштырырға кәрәк.
– Юҡ инде, йыйыштырып йонсомаясаҡмын. Кем туҙҙырған, шул ҡараһын.
– Ә кем тип уйлайһың? Билдәле инде, беҙҙең директор.
– Һинән детектив сыға, улай булһа! – тине Ғәлинур. – Ә ни өсөн беҙҙең өйҙө туҙҙырған?
– Сәбәбе бар инде. Әгәр аҡылы етһә, хәҙер шылтыратырға тейеш. Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ.
Тыныс ҡына, ипле генә һөйләшеп, сәй эсергә ултырҙылар. Оҙаҡ көттөрмәне, телефон да шылтыраны.
Сәйҙә бер һүҙ ҙә өндәшмәне, оҙаҡ ҡына тыңланы һәм телефонды һүндерҙе.
– Булды. Иртәгә директор өс кешеһе менән үҙе килә, – тине.
Иртәгәһен ундарҙа тегеләр килгәс, Сәйҙә улар менән ҡала, ә Ғәлинур менән ҡыҙы паркка сығып киләсәк. Йоҡларға ятырға әҙерләнгәс, Ғәлинурҙың иҫенә төштө:
– Мин һеҙҙе үҙем менән киләһе командировкаға бергә сығырға саҡырам, – тине.
Айгөл сәпәкәй итеп, “ура!” ҡысҡырҙы, Сәйҙәнең дә йөҙө асылғандай булды:
– Ниңә, барып килергә мөмкин! – тине. – Ә был фекер һинең нисек башыңа килде ул?
– Килде һиңә! Мин был фекерҙе төштә күрҙем. Өсәүләшеп ултырып, беҙҙең американец менән Мәскәүгә китеп барабыҙ икән, тим.
– Әсәй, беҙ Ҡыҙыл Майҙанды күрәсәкбеҙме? – тип ҡыҙы эләктереп алды.
– Ҡайһылай шәп төш күргәнһең! – тине ҡатыны.
Йоҡларға өлгөрмәнеләр, һаҡ ҡына ишек шаҡығандары ишетелде. Ғәлинур асып ҡараһа, тегендә Наҙгөл менән Рифат тора. Рифатты саҡ таныны: бейсболкаһын батырып кейгән, ҡара күҙлек эләктергән, футболка менән шортыҙа ғына. Кәйефтәре күтәренке.
– Баянан бирле шылтыратам, трубкаңды алмайһың, – тине Рифат, – борсолдом дә киттем.
– Ә мин өй эргәһенән үтеп бара инем, ҡабаланып, Рифат килеп сыҡты. Мин дә аптырап китем: бер-бер хәл булмағайы, – тим.
– Булды шул, – тине күңелһеҙ генә итеп Сәйҙә.
– Булғаны яҡшы! – тине Рифат. Юғиһә, ошо көнгә тиклем Наҙгөлдө тура килтереп, икәүләп кенә урам буйлап йөрөгәнебеҙ юҡ.
– Серҙәрегеҙ берекһен! – тип теләне Сәйҙә.
Дүртәүләшеп ҡайһы бер туҙҙырылған әйберҙәрҙе йыйыштырып ҡуйҙылар.
Рифат менән Наҙгөл, эшебеҙ бар, тип ҡайтып киттеләр. Иртәнсәк директор, хәҙер килеп етәбеҙ, тип шылтыратҡас, Ғәлинур ҡыҙы менән паркка йыйынды. Тышта көн матур, йылы, аяҙ. Айгөл түҙәме һуң инде, иң алдан, рюкзагын эләктереп, сығып та йүгерҙе, артынан яйлап ҡына Ғәлинур ҡуҙғалды. Ишекте ябыр алдынан, иҫенә төштө: теге ҡарсыҡ аҫта торалыр, телефонын тапшырырға кәрәк. Ғәлинур аҡрын ғына төшөп килә. Подъезд тупһаһына етер алдынан ғына, ҡыҙының кемгәлер һөләгәнен ишетеп, туҡтап ҡалды:
– Атайым менән әсәйем бергә йоҡланылар. Ниндәйҙер бер убырлы ҡарсыҡ атайыма, ғәйбәт һөйләп, шылтыратҡан...
– Шунан, шунан? – тигәне ишетелдле, Гөлиә ҡарсыҡтың.
– Убырлы ҡарсыҡтың кем икәнлеген атайым белеп ҡалған!
– Кем ул, нисек белгән? – ҡарсыҡ һаман тынмай.
– Атайым әйтә, эйе, әсәйемә әйтте, Гөлиә инәйең, убырлы ҡарсыҡ булып шылтыраты, ти.
– Ә ҡайҙан белгән?
– Белмәгән, телефоны вис һөйләп биргән!
Ғәлинур шым ғына тыңлап тороуҙан уңайһыҙланды һәм сыҡты ла:
– Йә, Гөлиә инәй, һаумы! Һеҙ телефонығыҙҙы юғалтманығыҙмы? – тине.
Ҡарсыҡ тәүҙә бик оҙаҡ Ғәлинурға ҡарап торҙо.
– Юғалттым шул, әллә һин таптыңмы? – тине ул бошонҡо ғына ҡиәфәт менән,
– Ошонда таптым, анауында, үлән араһында ята ине, – тине Ғәлинур, балалар майҙансығы яғына күрһәтеп, – тик һинең бер нисә көн элек миңә шылтыратыңды, тауышыңды үҙгәртеп, ғәбйт һөйләргә тырышыуыңды аңламаным. Һеҙ бит, инәй, – оло кеше. Ни эшләп улай, бала-саға һымаҡ, бер ғәйепһеҙ кешеләргә яла яғаһығыҙ?
– Ғәфү итегеҙ инде, улым! Сәйҙә киленгә лә әйт, – тине Гөлиә, – шаяртып ҡына шылтыратҡайным, уйнатып ҡына һөйләшермен, тигәйнем, үҙем дә һиҙәй ҡалдым, әллә нимәләр һөйләнем дә ҡуйҙым. Ҡуй инде, мине, ҡарсыҡ кеше, минең йәштә кеше намаҙ ғына уҡып ултыра, дин юлында йөрөй, ә миңә аҡыл һаман кермәй. Ғәфү итә күрегеҙ инде, бынау сабый алдында ла уңайһыҙ.
– Ярай, беҙ оноторбоҙ, үҙең онота алырһыңмы икән?
– Белмәйем инде, белмәйем, балам. Үҙемә шул хәтле уңайһыҙ.
– Һеҙҙең арҡала, беҙҙең ғаилә тарҡала яҙҙы! – тип асыуланды Ғәлинур. – Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, инәй.
– Ярай, мин һеҙҙең менән булышмайым. Ғәфү итегеҙ! Кешегә, берүк, һөйләп йөрөмәгеҙ инде! Ғәлинур уны башҡа тыңлап торманы, телефонын эскәмйәгә һалды ла, ҡыҙын етәкләп, парк яғына атланы. Парк яғына ҡуҙғалғайны, ҡаршыһына бер иномарка килеп туҡтаны. Унан бер ир менән өс ҡатын төштө һәм подъездға инеп киттеләр. “Әһә, өйҙө йыйыштырыусылар килде”, – тип уйлап ҡуйҙы Ғәлинур.
– Фатир һатып алырға эҙләйһегеҙме? – тип уларҙың ҡаршыһына Гөлиә инәй сыҡты.
Тегеләр, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ҡарсыҡҡа уҫал ҡарап, подъездға инеп китте.
Ғәлинур телефонын алды: Рифат ни хәлдә икән? Ә дуҫының кәйефе бик һәйбәт!
– Ниҙәр ҡыйратаһың, Рифат дуҫ!? – тине Ғәлинур.
– Бер нимә лә ҡыйратмайым, өйләнеп йөрөйөм.
– Нисек?
– Шулай! Бына Наҙгөл бик ҡәнәғәт ултыра. Шуны билдәләп алырға ине. Төшкө ашҡа рәхим итегеҙ!
– Бик шәп! Хуплайым! – тине Ғәлинур. – Күптән кәрәк ине! Әле беҙ Айгөл менән – паркта, бер-ике сәғәттән ҡайтабыҙ ҙа, сәғәт берҙәргә килербеҙ.
Ғәлинур, ҡояшҡа ҡарап: “Ниндәй шәп көн!” – тип ҡыуанып ҡуйҙы.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе


Читайте нас: