+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Ғинуар 2021, 02:21

ҠЫЙРАЛЫР-ҠЫЙРАЛМАҪ ЯҘМЫШ Хикәйә

Мин уларҙы күптән беләм һымаҡ. Өлкәнерәк булғас, уларҙың тормошон, яҙмышын ситтән генә күҙәтеп йөрөйөм. Мине үҙҙәре лә яҡын күрҙе. Кәрәк ваҡытта серҙәре һыйҙы, мохтаж саҡтарында ярҙам иткеләп тә ебәрҙем. Иң ҡыҙығы шул: береһе – ҡаланыҡы, икенсеһе – төпкөл ауылдан. Ауылы шул баяғы Бөркөт инде. Мин ошо ике ҡыҙҙың береһенә лә өҫтөнлөк бирмәйем. Хатта маҡсатым уларҙы ярыштырыу, Хоҙай һаҡлаһын, сәкәштереү түгел. Мин беренсе тапҡыр күргәндә Элизаға биш йәш ине.Саңға батҡан, көлгә күмелгән ауыл урамынан сәскә һымаҡ бер ҡыҙ килә. 80-се йылдар башы булһа ла, беҙҙең ауыл халҡы асфальтты ҡалала ғына күрә ине. Элизаны атаһы менән әсәһе, ауыл һауаһын һулаһын тип, Шәмсиәнең ғаиләһенә ҡалдырып китә торғайны. Шәмсиәбеҙгә ул ваҡытта дүрт йәш. Телевизор ҡарай, ҡурсаҡтар менән уйнай, ә бына Элиза апаһының ҡунаҡҡа ҡайтып төшөүе – уларға үҙе бер ҙур байрам. Өләсәләре Хәмдениса инәй ныҡ ҡарай икеһен дә. Көн һайын бутҡаһын да бешерә, ҡатығын да ашата, хатта ара-тирә йомортҡа ла эләгә. Ана, төптә, һике аҫтында, ике бәләкәй генә сумаҙан ултыра. Икеһе лә Элизаныҡы. Береһендә – кейем-һалым, икенсеһендә – ҡаланан ҡайтҡан аҙыҡ-түлек. Был яҡ өсөн бөтөнләй ят һаналған әфлисун егерме дана ине. Элиза иртәле-кисле берәрҙе генә ашай. Айырым тоҡсайҙа – шоколад, икенсеһендә – вафли менән печенье. Асҡысы – кеҫәһендә, килеп аса, күпме кәрәк – ала, ҡыҫҡаһы, Элизабыҙ үҙ аллы донъя көтөргә өйрәнә.

Мин уларҙы күптән беләм һымаҡ. Өлкәнерәк булғас, уларҙың тормошон, яҙмышын ситтән генә күҙәтеп йөрөйөм. Мине үҙҙәре лә яҡын күрҙе. Кәрәк ваҡытта серҙәре һыйҙы, мохтаж саҡтарында ярҙам иткеләп тә ебәрҙем. Иң ҡыҙығы шул: береһе – ҡаланыҡы, икенсеһе – төпкөл ауылдан. Ауылы шул баяғы Бөркөт инде. Мин ошо ике ҡыҙҙың береһенә лә өҫтөнлөк бирмәйем. Хатта маҡсатым уларҙы ярыштырыу, Хоҙай һаҡлаһын, сәкәштереү түгел. Мин беренсе тапҡыр күргәндә Элизаға биш йәш ине.

Саңға батҡан, көлгә күмелгән ауыл урамынан сәскә һымаҡ бер ҡыҙ килә. 80-се йылдар башы булһа ла, беҙҙең ауыл халҡы асфальтты ҡалала ғына күрә ине. Элизаны атаһы менән әсәһе, ауыл һауаһын һулаһын тип, Шәмсиәнең ғаиләһенә ҡалдырып китә торғайны. Шәмсиәбеҙгә ул ваҡытта дүрт йәш. Телевизор ҡарай, ҡурсаҡтар менән уйнай, ә бына Элиза апаһының ҡунаҡҡа ҡайтып төшөүе – уларға үҙе бер ҙур байрам. Өләсәләре Хәмдениса инәй ныҡ ҡарай икеһен дә. Көн һайын бутҡаһын да бешерә, ҡатығын да ашата, хатта ара-тирә йомортҡа ла эләгә. Ана, төптә, һике аҫтында, ике бәләкәй генә сумаҙан ултыра. Икеһе лә Элизаныҡы. Береһендә – кейем-һалым, икенсеһендә – ҡаланан ҡайтҡан аҙыҡ-түлек. Был яҡ өсөн бөтөнләй ят һаналған әфлисун егерме дана ине. Элиза иртәле-кисле берәрҙе генә ашай. Айырым тоҡсайҙа – шоколад, икенсеһендә – вафли менән печенье. Асҡысы – кеҫәһендә, килеп аса, күпме кәрәк – ала, ҡыҫҡаһы, Элизабыҙ үҙ аллы донъя көтөргә өйрәнә.

Был йәһәттән Шәмсиәнең мәшәҡәттәре күпкә әҙерәк. Уйнап арығандан һуң, яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәк һынығын эләктереп ала ла шунда уҡ ултырып ашай. Өләсәһенең күңеле булһа, һөт менән ебетеп ебәрергә лә оҙаҡ һорамай. Ҡаймаҡмы? Уныһы бик эләкмәй, һөттө тамсыһына тиклем көн һайын иртән силсәүит йыйып тора. Уның ҡарауы, Эйек буйында ул еләк, ул бөрлөгән түшәлеп ята. Тәгәрәп ятып йыйырға мөмкин. Шуға күрә Шәмсиәгә сумаҙан кәрәкмәй. Ауыл ерендәге тәбиғәт байлыҡтары мең сумаҙанға һыйырлыҡ. Шулай ҙа Элизаның һап-һары әфлисунды иптләп кенә ултырып әрсеп, берәм-берәм ауыҙына оҙатыуын ҡыҙыҡһынып ҡарай. Ҡара әле, эргәләге йорттарҙа йәшәгән малайҙар һәм ҡыҙҙар себен һымаҡ йыйылып китә бит әле. Элиза уларға ла өлөш сығара. Юҡ, эсендәге емешен түгел, ҡабығын. Ҡалай тәмле, тип сәйнәй былар әфлисундың ҡабығын. Шулай йәй үтә, сумаҙандар бушай. Атаһы бер үтеп барышлай, оло юлдан боролоп кереп, ҡыҙын алып ҡайтып китә.

Байтаҡ йылдар үтте. Йыл һайын, йәй һайын осрашып торған Элиза менән Шәмсиә, киләһе йылға мәктәпте тамамлайбыҙ тигәндә, йәй тағы осраштылар. Теүәллек өсөн әйтәйек, хәҙер инде Элизаға ун алты, Шәмсиәгә ун биш йәш. Шәмсиә колхоздың ырҙын табағында тауҙай өйөлөп ятҡан игенде аҡтара, симәнә һала, дәүләткә иген оҙата. Килеп ҡап-ҡара булып янған, эшем эйәһенә әйләнгән. Элиза менән һөйләшеп ултырырға ла, киске уйынға сығырға ла ваҡыты юҡ. Ә Элизабыҙ үҙенең ҡулынан әфлисун ҡабығы менән һыйланған малайҙарҙың, ҡыҙҙарҙың береһен дә танымай. Уларҙы ниңә таныһын? Ул барыбер ауылға кейәүгә сығырға йыйынмай. Шуға ҡала ҡыҙы Шәмсиә эргәһендә Дамир исемле класташы уралыуына ғәжәпләнеп ҡарай. Уныһы көн аша килә. Егет колхозда көтөү көтә. Элиза аптырай: һеңлеһе ошо көтөүсегә кейәүгә сығыр микән? Ә көтөүсе былай үҙе шәп. Ял иткән көндәрендә айғыры менән саптырып килеп сыға ла, Шәмсиәне үрелеп кенә алып үҙенең эргәһенә ултырта ла, тау-урман араһына китә лә бара. Ә төндәрен Элиза менән Шәмсиә серләшә.

– Дамир менән һин етди йөрөйһөңмө ул? – тип һорай ҡыҙҙан Элиза. – Уға кейәүгә сығырға уйламайһыңдыр ҙа инде?

– Әллә тағы, – тип аптырана Шәмсиә. – Әсәйем менән атайым маҡтай, егәрле, тиҙәр.

– Һин нимә, көтөүсе ҡатыны булырға йыйынаһыңмы?

– Беҙҙең ауылда бөтәһе лә көтөүсе ул, һыйырҙарҙы сиратлап көтәбеҙ. Бер һыйырға – бер көн, башмаҡ булһа, ике көн.

– Һин алға пландар ҡороп йәшәмәйһеңме ни? – тип аптырай Элиза.

– Әлләсе, пландар, маҡсаттар бар инде ул, – тип серен сисергә ынтыла Шәмсиә. – Дамир киләһе йылға армияға китә, мин Өфөгә уҡырға барам. Егетем армиянан ҡайтғҡас, минең эргәгә киләсәк, артабан күҙ күрер. Ә һин нимә планлаштыраһың?

– Минең планда өс егетем бар, – тип әйтеп һалды Элиза. – Береһе матур, ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, спортсмен, һәйбәт уҡый, олимпиадаларҙа еңә, ләкин фатиры бәләкәй. Әсәһе магазинда эшләй, һатыусы, атаһы заводта токарь. Хәҙер мин шуға кейәүгә сығайыммы инде? Әлегә йөрөһөн, артабан күҙ күрер. Икенсеһенең фатиры ҙур, атаһы директор, әсәһе магазин мөдире. Машиналары бар. Ләкин наҙан инде, шыр наҙан. Диктант та яҙа белмәй. Ҡабатлауҙы калькуляторҙан иҫәпләтә. Институтҡа инер ул, мин шикләнмәйем, тик уҡый алыр микән? Өсөнсөһөнөң атаһы горкомда эшләй, әсәһе мәктәп директоры, уҡыуға ла шәп, миңә лә оҡшай, мин уға кейәүгә сығыр инем, ләкин ул мине яратмай. Беләһеңме, ул шул хәтлем яғымлы, шиғырҙар яҙа.

– Һиңә лә яҙғаны бармы? – тип һораны Шәмсиә.

– Юҡ, миңә яҙманы, Нәркәскә яҙған. Ә Нәркәс уны бар тип тә белмәй.

Байтаҡ йылдар үтте. Элиза ла, Шәмсиә лә, үҙҙәренә оҡшаған уҡыу йорттарына инеп, уңышлы ғына тамамлап сыҡтылар. Дамир армиянан йөрөп ҡайтты. Тәүге йылында уҡ нефть институтына уҡырға инде. Шәмсиәгә өйләнде. Һәйбәт уҡығас, Дамирҙы Себергә эшкә саҡырҙылар. Ул, Шәмсиәне ятаҡтан сығарып, фатир яллап, шунда ҡалдырып китте. Ул ваҡытта Шәмсиәгә егреме алты йәш ине. Тимәк, Элизаға егерме ете тигән һүҙ. Шәмсиә һаҡ ҡына атлап йөрөй, сөнки уның йөрәге эргәһендә Дамир менән икеһенең уртаҡ балаһы, мине ҡасан сығараһың, тигән һымаҡ, көнө-төнө тибешә.

Әйткәндәй, беҙҙең һылыуҡай, Элизаны әйтәбеҙ, ни хәлдә йөрөй әле? Ай-һай, ныҡ һайланды был ҡыҙыҡай. Эргәһенән теҙелешеп рота булмаһа ла, бер взвод егет үткәндер. Юҡ-юҡ, берүк насар уйламағыҙ, ул йәһәттән Элизабыҙ тел тейҙергеһеҙ. Күптәре уның ҡулын тотоп ҡарау мөмкинлегенә лә эйә була алманы. Ул аҡ машиналы хан малайын көттө. Әле һаман көтә һәм Шәмсиәнең бәхетле тормошон көнләшеп күҙәтә.

Ә Шәмсиә бик егәрле булып сыҡты. Көнө-төнө дауаханала эшләне. Ҡыҙы менән малайын тәрбиәләргә бер ҡарсыҡты тапты. Ире Дамир Себерҙә байтаҡ мал йыйып, Өфөгә ҡайтты һәм бәләкәй генә предприятие асып ебәрҙе. Бер ниндәй ҙә купи-продай түгел. Себер тарафтарында халыҡ эҙләгән, халыҡ көткән тауар етештерә. Йөҙәр миллиондар менән эш итә. Бик текә япон автомобилендә йөрөй.

Ҡайһы ваҡыт Элиза уларға барып сыға. Дамир менән Шәмсиәнең ике ҡатлы йорто хәҙерге урта синыфтың ысын тормошон сағылдыра. Теге ҡыҙ менән малай күптән үҫте, институтты тамамлап, үҙҙәренә кәрәкле һөнәр һайланы.

Элиза әле лә яңғыҙ. Яратҡан һөнәре бар. Элекке матурлығын әле лә юғалтмаған. Төп ваҡытын эшкә бирә һәм киләсәктең өмөтһөҙ икәнлеген белә. Машинаһы ла, ҙур фатиры ла, аҡсаһы ла бар. Элиза йыш ҡына төшөндә ауылда ял иткән саҡтарын күрә. Ул сағыу ҡыҙыллы-зәңгәрле күлдәген ялпылдатып, бер йәшник менән тултырып әфлисун алып сыға ла, әрсеп, шунда торған ҡыҙҙарға, малайҙарға ҡабығын тарата. Бына ғәжәп, тегеләр ҡабыҡҡа ғына ҡәнәғәт түгел хәҙер. Әфлисундың һутлы өлөштәрен талап итәләр. Ана, береһе нимә ти: “Әфлисун хәҙер беҙҙең магазинда ла һатыла. Беҙ уны күпме үҙебеҙ теләйбеҙ, шул хәтле һатып алабыҙ”. Ана, Шәмсиә менән Дамир ситтән генә ҡарап, көлөшөп торалар. Теге егеттәре лә, уны күрмәк булып, эргәһенән үтеп-һүтеп йөрөйҙәр.

Элиза, ҡырҡты үткәс, бер ынтылып ҡараны, бәхетле булырға теләге ҙур ине. Аш төрләндерәм тип, бер кафеға кереп ашағайны. Шунда эргәһенә шаҡтай таушалған бер ир килеп ултырҙы. Бик тыныс, матур һөйләшә. “Ошоно булһа ла ҡараштырып, өҫ-башын йүнләп, кеше рәүешенә индергәндә, моғайын, бер нәмә сығыр ине”, – тип уйланы Элиза, был ирҙең ҡырынмаған битенә, йыуылмаған сал сәстәренә күҙ ташлап. Ә тегеһе, уның нимә уйлағанын һиҙгән һымаҡ, мин һеҙҙе бәхетле итә алам, әгәр мине күңелегеҙгә индерһәгеҙ, мин һеҙгә ҡол урынына хеҙмәт итәсәкмен, тине.

Бындай һүҙҙәрҙе байтаҡтан ишетмәгән Элиза ышанды, өйөнә алып ҡайтты. Үҙе йәшәреп, йөҙө асылғандай булды. Беренсе тапҡыр үҙен ир ҡатыны итеп тойҙо. Ләкин урамдан табып алып ҡына бәхетле булырға мөмкинме икән? Уныһы ҡыйралыр-ҡыйралмаҫ, сатнар-сатнамаҫ өмөт һымаҡ. Ирен эйәртеп, Шәмсиә менән Дамирға ла алып барып таныштырҙы. Дамир был иргә шунда уҡ “шылғаяҡ” тигән ҡушамат таҡты һәм, бынан бер рәт тә сыҡмаясаҡ, тип юраны. Был ир, исеме Вил тип әйтәйек, танышыу өҫтәлендә аҡыллы һәм матур һүҙҙәр һөйләп ултырҙы. Затлы коньяк менән вискиға боролоп та ҡараманы, тамсы ла эсмәне. Был йәһәттән тәжриәбәһе ҙур булған Дамир, ирҙең самаһыҙ ялтыраған күҙҙәренә ҡарап: “Их, Элиза хаталана. Был бит яңы ғына оҙайлы запойҙан сыҡҡан”, – тигән һығымта яһаны үҙе өсөн.

Ҡунаҡтарын оҙатҡас, йоҡларға ятыр алдынан, Шәмсиә:

– Элиза ҡалай йәтеш кейәү тапҡан, – тип һөйләнеп ҡуйҙы.

– Мин әйтте тиерһең, ул уны тишек кәмәгә ултыртып ҡасасаҡ, – тип юраны ир.

– Бушты һөйләйһең, – тип ҡаршы төштө ҡатыны.

– Ярай, шулай ҙа Элизаға еңелсә киҫәтеп ҡуй, һағыраҡ булһын, ышанмаһын.

Ипле, тыныс Шәмсиә, Элизаға был хаҡта әйтеп, кәйефен төшөрөүҙе кәрәк тип тапманы. Юҡҡа тыңламаны Дамирҙы.

Бер-ике аҙнанан, ир инде Элизаның ышанысын яулағас, тоғролоғон күрһәткәс, әлбиттә, асҡыстарҙың ҡайҙа ятҡанлығын асыҡлағас, хужабикәнең байтаҡ байлығын, арлы-бирле аҡсаһын ҡатыны бүләк иткән арҡаға таҡмалы сумкаһына тултырып, юҡҡа сығасаҡ.


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: