+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Ғинуар 2021, 20:19

ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ Хикәйә

Тәскирә бөгөн төндә әллә ниндәй төштәр күреп йоҡланы. Аҙ ғына ойоп китһә, анауы, элекке ире килә лә керә. Шул, Фаршаты инде. Уға тағы нимә ҡалмағандыр, тип әйтер ине, ошонда йөрөй, улымды һағынам, ти ҙә, килә лә етә. Килмәй, сараһы юҡ, берҙән-бер балаһы бит. Йома көн кис инеп алғайны, кисә, йәкшәмбе, индерергә тейеш ине. Килмәне. Бер-ике шылтыратып ҡараны, “абонент ҡырҙа йөрөй”, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Тәскирә үрелеп кенә видеокамераларының мониторнына күҙ һалды. Өфө һымаҡ ҙур мегаполис эргәһендә йәшәгәс, һаҡланыу сараларын күрмәй, булмай. Камераларҙы күрһәләр, насар ниәтле кешеләрҙең урап үтеренә лә шикләнмәй Тәскирә. Болдорға сыҡһа, ихата эсендә Фаршаттың машинаһы ултыра. Бәй, ҡасан килеп керҙе икән? Шулай ҡаты йоҡланымы икән, элекке иренең улы менән ҡайтып кереүен дә ишетмәгән бит әле. Моғайын, бәләкәй өйҙә йоҡлайҙарҙыр.


ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ
Хикәйә
Тәскирә бөгөн төндә әллә ниндәй төштәр күреп йоҡланы. Аҙ ғына ойоп китһә, анауы, элекке ире килә лә керә. Шул, Фаршаты инде. Уға тағы нимә ҡалмағандыр, тип әйтер ине, ошонда йөрөй, улымды һағынам, ти ҙә, килә лә етә. Килмәй, сараһы юҡ, берҙән-бер балаһы бит. Йома көн кис инеп алғайны, кисә, йәкшәмбе, индерергә тейеш ине. Килмәне. Бер-ике шылтыратып ҡараны, “абонент ҡырҙа йөрөй”, тинеләр ҙә ҡуйҙылар.
Тәскирә үрелеп кенә видеокамераларының мониторнына күҙ һалды. Өфө һымаҡ ҙур мегаполис эргәһендә йәшәгәс, һаҡланыу сараларын күрмәй, булмай. Камераларҙы күрһәләр, насар ниәтле кешеләрҙең урап үтеренә лә шикләнмәй Тәскирә. Болдорға сыҡһа, ихата эсендә Фаршаттың машинаһы ултыра. Бәй, ҡасан килеп керҙе икән? Шулай ҡаты йоҡланымы икән, элекке иренең улы менән ҡайтып кереүен дә ишетмәгән бит әле. Моғайын, бәләкәй өйҙә йоҡлайҙарҙыр. Тәскирә иң тәүҙә иренең “Тойота”һының салонына күҙ һалды. Унда берәү ҙә күренмәй. Бәләкәй өйгә, тип атлағайны, күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалды, йәйге беседканың һикеһендә ире Фаршат менән улы Раян йоҡлап ята. Уятмайбыҙ, тигәндәрҙер, өйгә кермәгәндәр. Фаршат һиҙгер йоҡлай, Тәскирә күренеү менән, һикереп тә торҙо:
– Ҡасан килдегеҙ? Ишетмәнем, – тине ҡатын һалҡын ғына. Икеләр тирәһе ине. Бәләкәй өйгә керәйек, тиһәк, бикле.
Тәскирәнең иҫенә төштө:
– Эйе, бикле. Бикле булырға тейеш.
– Унда кем йоҡлай?
Тәскирә өндәшмәне. Элекке ире булһа ла, нимә әйтергә хәл итмәгәйне. Ҡатын тос ҡына яуап уйлаған арала, бәләкәй йортоң ишеге шағырҙап асылды һәм унан Фәрүәз күренде.
– Хәйерле иртә, Фәрүәз! – тип өндәште Тәскирә. – Нисек йоҡланың?
– Бик һәйбәт йоҡланым, рәхмәт! – тине теге ир.
– Фәрүәз! – тип аҡыллы ғына өндәште Тәскирә. – Бына, таныш бул, минең улымдың атаһы. Элекке ирем, була инде.
Ике ир, һөҙөшөргә әҙерләнгән ике үгеҙ һымаҡ, бер-береһен күҙҙәре менән ҡапшаны һәм баһаланы.
– Ярай, мин эш менән булайым, – тине Фәрүәз, балтаһын тотоп, мунса эргәһенә үтте.
– Әллә сәй эскәнсе, һыу инеп киләбеҙме? – тине Тәскирә, Фәрүәзгә ҡарап.
Теге ир, әллә миңә әйтәләрме, тигән ҡиәфәт менән ҡатынға боролдо. Тәскирәнең йыш-йыш күҙ ҡыҫыуын күреп:
– Ниңә, мөмкин, кисә бик шәп булғайны, – тип уйынға инеп китте.
– Һин ҡасан ҡуҙғалаһың? – тине Тәскирә, Фаршатҡа ҡарап.
Ябай һүҙгә әйләндергәндә, был һүҙ “ҡасан күҙемдән юғалаһың” тигәнде аңлата ине.
– Минме? Мин Раян менән балыҡ тотормон, тигәйнем.
– Ай-һай, һиңә тигән балыҡ бармы икән? – тине Тәскирә.
Ҡатын, яуапты көтөп тормай, тиҙ генә өйгә инеп, халатын кейеп, таҫтамал тотоп килеп сыҡты. Баҡса артында ғына ағып үткән йылғаға барып еткеләгәнсе, Тәскирә Фәрүәзгә: “Минең һүҙҙәремде йөплөп тор”, – тип бышылдап өлгөрҙө.
Үҙ биләмәһендә ят ирҙе күреү Фаршатты сығарынан сығарҙы: кем бында хужа булып йөрөй ул? Теге икәү ярҙан юғалыу менән, тиҙ генә күршеләге Ғәзизә инәйгә ҡойма аша ҡараны. Уныһы һуған түтәле утап аҙаплана ине.
– Хәлдәр нисек, Ғәзизә инәй? – тине Фаршат, мөмкин тиклем йомшаҡ тауыш менән.
Ҡарсыҡ шунда уҡ ҡойма төбөнә килде:
– Һаумы, улым, һаумы!
– Һин белмәйһеңме, минең бисә нимә ҡыйлана ул? – тине ир аптыранып.
– Һорашма инде, улым. Былай ҙа этем-һүтем йәшәп ятҡан ергә, ят һөйәк килеп ҡыҫылды.
– Ҡасан килде? Әллә дүшәмбе, әллә шишәмбе иртән ошонда йөрөй ине. Һораштым, өндәшимәй. Тәскирәне әйтәм, көлә лә ҡуя.
– Полицияға өндәшмәнегеҙме?
– Кисә участковый Сәфәров күренде, нимә һөйләшкәндәрҙер, белмәйем. Былай дәғүәһе тойолманы.
Исеме нисек икән? – тине ир.
– Фәрүәз, тине, шикелле.
– Фамилияһы?
– Юҡ, фамилияһын белмәйем...
Оҙаҡламай, теге икәүҙең, көлөшә-көлөшә, һыу буйынан ҡайтып килгәне ишетелде.
Фәрүәз үҙен һаман да хужа итеп тоя, шуға ул иң алдан атлап, өйгә инде. Уға эйәрә биреп килгән Тәскирә, артҡа боролоп: “Фәрүәз, әйҙә, кер, иртәнге ашты ашайыҡ”, – тине.
– Тәскирә, һин эшкә бармайһыңмы ни? – тине Фаршат.
– Мин отпускы алдым, – тине Тәскирәһе, – ял итергә хоҡуғым бар.
– Ә ниңә мин был хаҡта беренсе тапҡыр ишетәм? – тине Фаршат.
– Мин һиңә был хаҡта әйтергә тейеш түгелмен! – тине ҡәтғи генә Тәскирә.
Фаршат ҡыҙып китергә самалағайны, тиҙ генә һүрелә һалды. Аңды-тоңдо белмәйенсә, низағлашмай торһон әле. Тәскирәнең бәйләнештәре бар, йә полиция саҡырта башлар. Ә был йорт уның исемендә. Былтыр, айырылышҡас, мөлкәт бүлешеү тураһында һүҙ сыҡҡас, Тәскирә ҡалалағы өс бүлмәле фатирынан баш тартып, ошо өйҙө һайланы. Фаршат тәүҙә ҡатынын отолдо, тип уйлағайны. Бер йыл йөрөгәндән һуң, киреһенсә, үҙенең байтаҡ ҡына юғалтыуына төшөндө. Сәй эсеүгә, Фәрүәз, рәхмәт әйтеп, сығып та китте һәм утын ярғаны ишетелә башланы.
– Быны ҡайҙан таптың? –тине Фаршат. – Документы-маҙар бармы?
– Тапҡанмы, тапмағанмы, лотерейға отҡанмы – уныһы минең эш. Шуға күрә, мөмкин булһа, минең тормошома ҡыҫылма.
– Ни тиһәң дә, мин – һинең улыңдың атаһы. Тимәк, беҙҙе уртаҡ яҙмыш берләштерә. Мин улым менән бер өйҙә кемдең йәшәүен белергә тейешмен.
– Улайһа, белеп тор: Фәрүәз Себерҙән ҡайтты. Менделеев урамында фатиры бар. Бында уға оҡшай. Минең менән булған тормошо ҡәнәғәтләндерә. Тағы ниндәй һорауҙарың бар?
– Һорауҙар юҡ. Минең әйтер һүҙем бар ине...
– Һөйлә, мин һине тыңларға әҙер, тик минең тормошома ҡыҫыла торған һүҙҙәр булмаһын.
– Һинең тормош... Ҡыҫҡаһы, мин һиңә кире ҡайтырға булдым.
– Һа! Һин ҡартаяһың, хәтерең насарланған. Былтыр нимәләр ҡыйланып сығып киткәнеңде онотманыңмы? Иҫеңә төшөрәйемме?
– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй. Күргем дә, хәтерләгем дә килмәй.
– Юҡ инде, мин һинең хәтереңде яңыртып алырға тейешмен.
Тәскирә телефонын килтереп сығарҙы ла, видеоһын асты. Унда сәстәре туҙған Фаршат пәйҙә булды һәм ҡулдарын болғай-болғай һөйләй башланы: “Һин минең тормошомдо харап иттең, *****! Хәҙер мин нисек йәшәргә лә белмәйем, *****!
– Етәр, мине язалама, – тине Фаршат, – ошоноң менән бәйле, үҙемдең үкенеүемде белдерәм һәм һин мине ғәфү ит!
– Нисек ғәфү ит? Мин һинең тормошоңдо харап итәм? Һәм мин һине ғәфү итәмме?
– Шулай килеп сыға инде, – тип күнде Фаршат.
– Ә мин риза түгел, – тине Тәскирә, – әле мин һине ғәфү итергә уйламайым да! Шулай булғаса, һин үҙеңдең “ирекле” статусын һаҡлай алаһың. Ә йәш бисәңде нисек ҡалдырырға уйлайһың?
– Уның менән минең проблемалар юҡ.
– Нисек проблемалар юҡ? Уның балаһы бар.
– Эйе, УНЫҢ балаһы бар. Ул бала минеке түгел.
– Улайһа, һин мине лә алданың килеп сығамы инде?
– Нисек оҡшай, шулай аңла, Тәскирә. Минең ул балаға мөнәсәбәтем юҡ.
– Бик ауыр хәлдә ҡалғанһың икән. Бала һинеке түгел, мин һинең менән йәшәргә теләмәйем, йәш ҡатының һине яҡын ебәрмәй. Һуң, исмаһам, фатирыңды һаҡлап ҡалдыңмы һуң?
– Мөмкинме, был хаҡта һуңыраҡ?
– Әһә, аңлашылды, – тине ҡатын, – йә фатирҙы һин уға биргәнһең, йә бүлешкәнһең.
– Тәскирә, мин, унан ҡотолоу өсөн, өҫтәп, аҡса бирергә лә әҙер инем Аңлауамса, һинең йәшәргә урының юҡ һәм һин миндә туҡталырға булдың?
– Эйе, хәлемде аңла, Тәскирә.
– Аңлайым. Еңел түгел. Ә был көнгә һине кем төшөрҙө? Бары тик үҙең. Ә мин һиңә күпме һөйләнем: аҡылыңа кил, ғаиләңде тарҡатма. Улың һине ярата, һағына, тинем, һин тыңламаның.
– Хәҙер бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға яҡшыраҡ булыр.
– Фаршат, шуны бел: хәҙер минең трансфер хаҡы күтәрелде. Ә һинеке, киреһенсә, төштө. Һин бындағы түшәккә дәғүә итә алмайһың. Уның хужаһы бар. Ана, ишетәһеңме,”туҡ” та “туҡ” утын яра. Ә ул утынды былтыр уҡ һин ярырға тейеш инең. Һинең өсөн ул яра, һинең урыныңды ла ул алды. Шулай булғас, бында килеп, башымды әйдләндереп, тормошомдо боҙоп, Фәрүәздең йәнен көйҙөрөп йөрөмә!
– Ҡабаланма, Тәскирә! Мин әлегә өмөтөмдө өҙмәйем. Уның һымаҡ, үткенсе ир күп булыр. Ә мин, барыбер, һыналған кеше.
– Эйе, һыналған кеше. Кире яҡтан баһа алған кеше һин.
Тәскирә мунса яҡ тәҙрәне асты ла:
– Фәрүәз, бында ин әле, һөйләшеп алайыҡ, – тип өндәште.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: