+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Ғинуар 2021, 14:11

ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ Хикәйә Икенсе бүлек

Оҙаҡламай Фәрүәз йортҡа килеп инде. Тәскирә уны ниндәйҙер бер йылы ихласлыҡ менән өҫтәлгә саҡырҙы. Шулай итеп, ике ир был юлы уртаҡ өҫтәл артында осрашты. Тәскирә үҙенең бында өҫтөнлөклө хужа икәнен йәшереп торманы. Фәрүәзгә аш һалып бирҙе, ҡалаҡ ҡуйҙы, шым ғына ашай башланылар. – Йә, Фәрүәз, әйт әле, һиңә бында оҡшаймы? – тине Тәскирә. – Юғиһә, бына Фаршат ҡустың борсола, һиңә бында оҡшаймы икән, ти. – Ифрат оҡшай, бында йәшәргә мөмкин, – тине Фәрүәз. – Тимәк, һин бында йәшәргә риза? – тине Тәскирә. – Эйе, үҙем теләп килдем бит, – тине Фәрүәз. – Бына Фаршат, ҡайтам, ти бит әле, өйгә кертәйекме?



ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ


Хикәйә

Икенсе бүлек



Оҙаҡламай Фәрүәз йортҡа килеп инде. Тәскирә уны ниндәйҙер бер йылы ихласлыҡ менән өҫтәлгә саҡырҙы. Шулай итеп, ике ир был юлы уртаҡ өҫтәл артында осрашты.

Тәскирә үҙенең бында өҫтөнлөклө хужа икәнен йәшереп торманы. Фәрүәзгә аш һалып бирҙе, ҡалаҡ ҡуйҙы, шым ғына ашай башланылар.

– Йә, Фәрүәз, әйт әле, һиңә бында оҡшаймы? – тине Тәскирә. – Юғиһә, бына Фаршат ҡустың борсола, һиңә бында оҡшаймы икән, ти.

– Ифрат оҡшай, бында йәшәргә мөмкин, – тине Фәрүәз.

– Тимәк, һин бында йәшәргә риза? – тине Тәскирә.

– Эйе, үҙем теләп килдем бит, – тине Фәрүәз.

– Бына Фаршат, ҡайтам, ти бит әле, өйгә кертәйекме?

Фәрүәз, был һорауға нимә тип яуап бирергә белмәйенсә, бер Фаршатҡа, бер Тәскирәгә күҙ һалды һәм ҡатындың йылмайыуын күреп:

– Әллә тағы, бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыйырмы икән? Ай-һай, бик күп булыр ул.

– Мин дә шулай уйлайым, – тине Тәскирә. – Ике иргә бер хеҙмәтсе тура килә. Мин бер үҙем.

Фәрүәз һаман уйын ҡағиҙәләрен ҡабул итергә тырыша:

– Беҙ инде бөгөн бар, иртәгә юҡ, ә һин бында хужабикә. Һин нисек әйтһәң, шулай буласаҡ.

Фаршат уларға уҫал ғына ҡарап алды.

– Күҙеңдең ағын әйләндермә, – тине Тәскирә. – Һин һаман шул элекке Фаршат икән. Мин һинең ҡайтыуыңа риза түгел. Бер йыл үтеп китте, мин күндем. Иҫеңә төшһә, сығып китәһең йә ҡайтып керәһең. Улай булмай. Ир була бел! – тине Тәскирә һәм үҙе шым ғына Фәрүәзгә күҙ ҡыҫты.

– Йә, Тәскирә, әйт, бына икәү ултырабыҙ, ҡайһыбыҙҙы һайлар инең? – тине Фәрүәз.

Был уйын Тәскирәнең үҙенә лә оҡшай башланы, хатта көлөп ебәрҙе.

– Мин бер ваҡытта ла һайланып йөрөмәнем, ундай мөмкинлегем дә булманы. Икегеҙҙе лә аҙмы-күпме беләм, мин, Фәрүәз, һине һайлайым һәм һиңә ҡалырға ҡушам.

Фаршат, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, үрһәләнде, ҡара янды, хатта үҙенән-үҙе йоҙроҡтары төйнәлде: ҡара, уны бит кәмһетәләр, ситкә тибәләр! Алдан уҡ һөйләшеп ҡуйғандар былар. Юҡ, бөгөн ҡыҙырға ярамай – Фаршат үҙен тынысландыра. Әгәр кәрәк булһа инде, ул көрәшергә әҙер.

Икәүләшеп урамға сыҡтылар. Фаршат Фәрүәзгә терәлеп тигәндәй боролдо:

– Кискә ҡайтам, бында эҙең дә булмаһын! Мин ике ҡат һөйләп тормайым.

– Минең өсөн борсолма. Үҙеңә урын эҙлә һәм тап, ҡустым. Әле генә ишеттең: хужабикә миңә ҡалырға ҡушты.

Фаршат киҙәнеп һуғырға уйлағайны, Тәскирәнең сығып килгәне күренде. Асыуланған ир машинаһына ултырҙы ла ҡала яғына ыңғайланы.

Тәскирә Фәрүәз эргәһенә килде:

– Һин, Фәрүәз, ҡыйыу икәнһең, бирешеп торманың, рәхмәт һиңә, миңә бик ныҡ ярҙам иттең, – тине. – Әллә кем булып йөрөмәһен әле. Бүлмәңдә нисек, йәйге йорт оҡшанымы? Нисек урынлаштың? Әйҙә әле, ҡарайыҡ. Серәкәйҙәр мәшәҡәтләмәнеме?

Бәләкәй өйҙөң ҡунаҡ бүлмәһенә үттеләр. Унда һалҡынса ғына икән.

– Бында йәшәргә була, – тине Фәрүәз, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулдары Тәскирәне ҡосаҡлап алғандай булды. Тегеһе һабыр ғына йылмайҙы, юҡ, йылмаймай, яҡшылап ҡара – ул бит һине саҡыра, арбай. Юҡ, был ябай ғына арбау түгел – ҡатын мөхәббәткә, һөйөүгә сарсаған, мәшәҡәтле тормоштан арыған, үҙен яратыусы, яратылыусы гүзәл зат итеп тойорға теләй. Ә күҙҙәре эргәлә генә, утлы ирендәре уның һутлы ҡарашын һурып алырлыҡ. Аһ, Тәскирә, нишләйһең тағы, йотолаһың бит! Нимә көтәһең, Фәрүәз! Ул үҙе лә һиҙмәҫтән Тәскирәгә тағы ла яҡынайҙы. Ир кешегә ярай, уларға рөхсәт ителә.

Ҡатындың йәне көйә башланы: нимә көтәһең тағы, ҡыйыуыраҡ! Тәскирәнең мөлдөрәмә һөйөү тулы ҡарашы түгелгәндәй булды. Юҡ, әлегә сайпылды ғына. Фәрүәз һаҡ ҡына үбә, Тәскирә тамам онотолдо, икеһе бергә осоп киткәндәй булды.

Әллә алыҫтан, әллә эргәлә генә улы Раяндың “Әсәй!” тип шым ғына өндәшкәне ишетелде.

Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: