+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Ғинуар 2021, 09:00

ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ Хикәйә Өсөнсө бүлек

Тәскирә ниндәйҙер гонаһ ҡыла яҙып, тотолоуҙан ҡотолған ҡиәфәттә йүгереп, урамға сыҡты. Сыҡмай ни, берҙән-бере – улы саҡыра бит. Раян йәйге беседкала аптыранып, тирә-яҡты байҡап ултыра. – Улыҡайым уянған бит! – тип әсәһе Раяндың арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйҙө. Раянға ул ғына етәме һуң инде? – Әсәй, мин асыҡтым, – тине һуҙып ҡына. Тәскирә улын, етәкләп, эскә алып керҙе. Ашарға нимә кәрәк, алдына теҙеп ултыртты. Кәнфиттрен ситккә алып ҡуйҙы. Тағы тәмле-татлыға йәбешеп, аппетитын бөтөрөп ҡуймаһын. Кисә атаһы менән ашау бик эләкмәгән, күрәһең, малай ҡалаҡҡа ныҡлап тотондо.


ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ

Хикәйә

Өсөнсө бүлек
Тәскирә ниндәйҙер гонаһ ҡыла яҙып, тотолоуҙан ҡотолған ҡиәфәттә йүгереп, урамға сыҡты. Сыҡмай ни, берҙән-бере – улы саҡыра бит. Раян йәйге беседкала аптыранып, тирә-яҡты байҡап ултыра.
– Улыҡайым уянған бит! – тип әсәһе Раяндың арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйҙө.
Раянға ул ғына етәме һуң инде?
– Әсәй, мин асыҡтым, – тине һуҙып ҡына.
Тәскирә улын, етәкләп, эскә алып керҙе. Ашарға нимә кәрәк, алдына теҙеп ултыртты. Кәнфиттрен ситккә алып ҡуйҙы. Тағы тәмле-татлыға йәбешеп, аппетитын бөтөрөп ҡуймаһын. Кисә атаһы менән ашау бик эләкмәгән, күрәһең, малай ҡалаҡҡа ныҡлап тотондо.
Урамда ярылған утын тейәлгән бер машина үтеп китте. Алыҫ та китмәне, кире боролоп, ҡапҡа алдына ултырҙы һәм сигнал бирә башланы. Тәскирә тәҙрәнән үрелеп ҡараны, утын тейәлгән машина ултыра, кем ебәрҙе икән? Бәлки берәйһен эҙләйҙер? Икенсе тәҙрәгә һонолоп, утын ярып йөрөгән Фәрүәзгә өндәште:
– Фәрүәз, ҡара әле, унда кемдер килгән, шикелле, сигнал бирә.
Ул арала булмай, утын тейәгән “Газель” мунса эргәһенә килде һәм йөгөн бушатып, сығырға йыйынды. Фәрүәз ҡапҡаны япты ла, өйгә керҙе.
– Нимә бар? – тип аптыранды Тәскирә, күҙҙәрен ситкә алып.
– Утын килтерҙеләр.
– Утын? Кем ебәргән?
– Адресын яҙған: “Үҙәк урам, 14-се һанлы йорт, Вәлиев”.
Фамилияһын әйткәс кенә, Тәскирәгә барып етте: утын өсөн бая Фаршатты әрләгәйне, моғайын, шул ебәргәндер. Ярай, урамға килеп ингән утынды өйөп ҡуйырға ғына кәрәк.
– Мин утынды өйә торам, – тине Фәрүәз.
– Ярай, беҙ ҙә сығырбыҙ хәҙер, ярҙам итербеҙ.
Өсәүләшеп, утын өйөргә тотондолар. Фәрүәз утындарҙы икешәрләп тә, өсәрләп тә ала ла, урынына теҙә бара. Үҙе бая Тәскирә менән булған хәлде уйлай. “Ныҡ ҡатын, әсә кеше шул. Улы саҡырыу менән, һыпырылып, сыҡты ла китте”. Күңелендә Тәскирәгә ҡарата хөрмәт тойғоһо нығынды. Фәрүәз ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙҙы аңлай алманы. Әлеге осраҡ уны тағы бер уйланырға мәжбүр итте. Тәбиғи теләктән әсәлек инстинкты күпкә юғарыраҡ икән. Ана, улын ҡайһылай иркәләп, утын ташырға өйрәтә:
– Улым, көсөң етмәҫ, – ти әсәһе, – берәмләп кенә ал. Ошонда килтер ҙә, эргәһен һалып ҡуй, буйың етмәҫ.
“Газель”ға утын күп һыямы ни инде, бер сәғәт тә булманы, тәҫләп өйөп тә ҡуйҙылар. Ярай, ҡышҡылыҡҡа артыҡ булмаҫ. Фәрүәз ҡалған утынды ярып ҡалды, Раян менән Тәскирә өйгә кереп киттеләр. Бер аҙҙан ҡатын кире сыҡты. Көрөшкә менән ҡымыҙ тотҡан.
– Фәрүәз, мә, ҡымыҙ ҡойҙом, эс, – тине ул.
– Эсһәм, ҡыҙып китәм бит, ни эшләрһең икән? – тине Фәрүәз, шаяртып.
– Ҡыҙғаныңды ла күрергә яҙҙы, – тип шаян йылмайҙы Тәскирә, – ярай улым саҡырып өлгөрҙө.
– Ә беҙ уны ҡабатлай алабыҙ, – тине ир, өй яғына күҙ ташлап.
– Өлгөрөрбөҙ, ҡабаланмайыҡ. – тине ҡатын, һаран ғына йылмайып. – Ә үҙең ҡатын-ҡыҙҙың башын әйләндерергә оҫта икәнһең! Кискә, ярармы?
– Бер аҙна көттөм, кискә тиклем түҙербеҙ, – тине Фәрүәз, йылмайып, – тик кискә мин булырмынмы икән?
– Ниңә, ҡайтырға итәһеңме ни?
– Бая ғына мин бик ҡиммәтле күрһәтмә алдым. “Кискә эҙең дә булмаһын”, тинеләр.
– Кем әйтте? Фаршатмы?
– Ну, аныҡлап тормайым, һәр хәлдә, шул тирәнән. Тик мине унан ҡурҡты, тип уйлама.
– Бында мин – хужабикә. Минең күрһәтмәләр генә үҙ көсөнә эйә. Шулай булғас, һин уның һүҙҙәрен инҡар итә алаһың. Ана келәттә йоҙаҡ тора. Алып, урам ҡапҡаһын бикләп ҡуй. Кис ҡайтып, кем бикләне, тип тауыш күтәрһә, миңә һылтан. Ә асҡысын үҙең түгел, мин дә белмәгән ергә йәшереп ҡуй.
– Ә машинаһын ҡалдырып, ҡойма аша килеп керһә?
– Ҡалдырмаясаҡ. Сөнки бер нисә йыл элек урамда ҡалғайны машинаһы, дүрт тәгәрмәсен дә тишеп киттеләр. Шунан бирле, урамда ҡалдырырға ҡурҡа.
– Да, кемделер, дүрт тәгәрмәсте тишерлек итеп үпкәләтергә лә кәрәк бит әле.
– Заманында ҡыйланды инде, – тип көлөп ҡуйҙы Тәскирә, – урамға сыға ла, үҙенең түрә икәнлеген күрһәтеп, тәртип урынлаштырып йөрөргә ярата ине. Иҫереп күренһәләр, шым ғына йөрөһәләр ҙә, милицияға, йә полицияға оҙатһынмы.
– Мине лә шулайтырмы икән? – тине Фәрүәз.
– Булмаҫ, тимә... Әллә һин унан ҡурҡаһыңмы?
– Эй, Тәскирә, мин ҡурҡыр йәштән үткәнмен инде. Вахтала йөрөүселәр араһында кемдәр генә юҡ. Ҡуйынында бысаҡ йөрөткәндәре лә бар, ҡайһы кеше, “травматик”һыҙ, урамға сыҡмай. Ә мин ҡорал яратмайым. Күп мәсьәләне ҡоралһыҙ ғына хәл итергә мөмкин.
– Ә мин кис булғанын көтәм, – тине Тәскирә, мут йылмайып, – тик һин ҡурҡып торма, ныҡ бул!
– Бирешмәм, тип уйлайым, – тине Фәрүәз, – ошо йәштә ҡатын-ҡыҙ өсөн көрәшеп йөрөүе – үҙе бер бәхет!
– Ысынлапмы? – тип яңғыратып көлдө Тәскирә. – Яңыраҡ әхирәттәр менән мунсаға барғайным, шунда, һүҙ артынан һүҙ сығып, кем өсөн нисә тапҡыр һуғышҡандары хаҡында маҡтаныштыҡ. Дөрөҫ булһа, Йәмилә менән Мәрйәм өсөн дөмбәҫләшеп тә, бысаҡлашып та, атышып та бөткәндәр. Ә минең өсөн, исмаһам, бер сәкәләшһәләр... Хатта уңайһыҙ булып китте.
– Һин бигерәк дөрөҫ юлдан атлай торған ҡатын-ҡыҙ шул. Шулай булмаһа, береһенә ҡылыс тоттороп, икенсеһенә хәнйәр биреп, “һуғыштырып” булмай инеме ни?
– Кем белә, бәлки алдағандарҙыр? Мин инде бушты бар, тип һөйләй алманым.
– Ярай, әҙерлән. Бөгөн был бушлыҡты ла тултырасаҡбыҙ. Исмаһам, емерелгән танауҙарыбыҙҙы күрерһең.
– Әллә һин, ысынлап та, һуғышырға итәһеңме? – тип аптыраны Тәскирә.
– Үҙең, минең өсөн һуғышҡандары юҡ, тип дәртләндереп тораһың дабаһа. Әллә үҙеңде ир-егеттәр бер-береһе менән көс һынашырлыҡ түгелмен, тип иҫәпләмәйһеңдер?
Тәскирә тағы яңғыратып көлдө. Хатта күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Ҡулъяулыҡ алып, битен-күҙен һөртә-һөртә саҡ тынысланды.
– Йә, ярай, аңлаштыҡ, – тине ул, – тик, ҡара уны, бирешә башлаһаң, мин, һине яҡлап, күҫәккә тотонасаҡмын!
– Ә Раян кемде яҡлаясаҡ? – тине Фәрүәз.
– Ул ҡыҫылмаһын. Мин уны йоҡларға һалырмын.
Фәрүәз ҡулына таҫтамалын алды:
– Әйҙә, Раянды саҡыр, һыу инеп киләйек.
Һыу буйына төштөләр. Ҡала яҡын булғас, бында кеше лә күп шул. Тирәктәр күләгәһендә усаҡ яғып, ит ҡурыусылдар күренә башланы, төрлө төҫтәге палаткалар ултыра, сатырҙар ҙа ҡалҡа.
Фәрүәз төшөп, бер-ике сумып сыҡты.
– Ә Раян ниңә төшөргә икеләнеп тора? Кил, мин һине йөҙөргә өйрәтәм.
Фәрүәз малайҙы һаҡ ҡына уртағараҡ алып, бер-нисә күнекмә күрһәтте. Раян үҙе отҡор икән, күп тә үтмәне, һыуҙа иркен сумып күрһәтте. Шулай ҙа, әсәһе улы өсөн борсола, һайыраҡ тәңгәлгә сығарҙылар. Йөҙөүҙең бер тәмен белеп алғас, туҡтай буламы һуң инде? Сумып та китә, йөҙөп тә килеп сыға. Яр ситендәге тирәк күләгәһенә ултырып, ҡымыҙ эстеләр, ҡомға төшөп, ҡыҙындылар. Киске алтыларҙан һуң яңынан өйгә ҡайттылар.
Көтөүҙән дә ауыр эш юҡ бит инде ул. Машина үткән һайын, Фәрүәз урамға ҡарай. Быға Тәскирә лә иғтибар итте.
– Көтәһеңме? – тине ул Фәрүәзгә ҡарап.
– Көтәм.
– Тулҡынланаһыңмы?
– Тулҡынланмайым.
– Дөрөҫ эшләйһең. Тулҡынланырлыҡ бер нимә лә юҡ. Көтөп, үҙеңде борсома. Ул һуң ҡайтасаҡ. Мәҫәлән, киске туғыҙҙарҙан һуң.
Өсәүләшеп ултырып, киске ашты ашанылар. Фәрүәз шуға иғтибар итте: ҡатын, бер тәрилкә ашты айырып, һыуытҡысҡа ултырытып ҡуйҙы. Фаршатҡа – киске аш. Хәстәрлекле икән. Үҙе ситкә ҡыуһа ла, ашынан мәхрүм итмәй. Ас ҡайтыр, ас йөрөмәһен, тиҙер инде.
Ҡойма артында бер джип туҡтаны һәм сигнал биргәне ишетелде.
Фәрүәз шунда уҡ улар эргәһенә сыҡты. Иҫке генә джип, унан өс егет төштө.
– Ниндәй проблемағыҙ бар, егеттәр? – тине Фәрүәз.
– Һин Вәлиевмы? Фаршатмы? – тине егеттәрҙең йыуанырағы.
– Мин Фаршат та, Вәлиев та түгел, – тине Фәрүәз.
– Ә ул ҡайҙа? Бар, саҡыр, сыҡһын.
– Ул ҡайтып етмәне әле.
– Алдамайһыңмы? – тине теге “”Йыуан”. – бәлки ул өйҙә боҫоп яталыр?
– Ә ул бында йәшәмәй.
– Йәшәмәй? Ә кисә машинаһы ошонда булған!
– Иртән ҡалаға китте ул.
– Һин нимә башты әйләндерәһең? – тине теге “Йыуан”.
Фәрүәз бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ихата эсенә кире кереп китте һәм ҡапҡаны, шартлатып, бикләп ҡуйҙы. Тегеләр ҡапҡаны шаҡый башланылар.
Фәрүәз кеҫәһенән телефон алды һәм тегеләр ишетһен өсөн, ап-асыҡ итеп: “Майор Мостафин борсой. Шатлыҡ ауылы, Үҙәк урам, 14-се йорт. Ниндәйҙер бандиттар ҡоторона. Наряд ебәрә алаһыңмы?” – тип әйтеүгә, урамдағы джиптың, асфальтты сыйылдатып, сығып киткәне генә тойолдо. Ярты сәғәт тә үтмәне, өс полицейский менән бер “Форд” килеп тә туҡтаны.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: