+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Ғинуар 2021, 11:01

Хат – 2. Хикәйә

Зөбәйҙә ҡарсыҡҡа Сибайҙан килгән хат тураһында ауыл һәм ауыҙ тултырып бер-ике көн һөйләнеләр ҙә, онттолар. Мәғлүмәт майҙанында башҡа хәбәрҙәр өҫтәнлөк итә башланы. Мәҫәләнме? Мәҫәлән, Фәниә: “Почтаға килгән бер хатты ла уҡығаным юҡ, Зөбәйҙә инәй был хәбәрҙе үҙе уйлап сығарған”, – тип әйткән. Килһә, ауылға ике-өс хат киләлер, ләкин Сибайҙан килгән хат үҙенең эҙен ҡалдырып өлгөргәйне инде. Сөнки Зөбәйҙә ҡарсыҡ, Әнүр ҡоҙаһы әйткәнсә, әйберҙәрен төйнәштерә башлағайны. Хатта шәшке тундың ниндәйе үҙенә йәтеш икәнлеген дә асыҡлап ҡуйҙы. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, 56-сы үлсәм уның өсөн генә тегелә икән.


ХАТ – 2
Хикәйә
Зөбәйҙә ҡарсыҡҡа Сибайҙан килгән хат тураһында ауыл һәм ауыҙ тултырып бер-ике көн һөйләнеләр ҙә, онттолар. Мәғлүмәт майҙанында башҡа хәбәрҙәр өҫтәнлөк итә башланы. Мәҫәләнме? Мәҫәлән, Фәниә: “Почтаға килгән бер хатты ла уҡығаным юҡ, Зөбәйҙә инәй был хәбәрҙе үҙе уйлап сығарған”, – тип әйткән. Килһә, ауылға ике-өс хат киләлер, ләкин Сибайҙан килгән хат үҙенең эҙен ҡалдырып өлгөргәйне инде. Сөнки Зөбәйҙә ҡарсыҡ, Әнүр ҡоҙаһы әйткәнсә, әйберҙәрен төйнәштерә башлағайны. Хатта шәшке тундың ниндәйе үҙенә йәтеш икәнлеген дә асыҡлап ҡуйҙы. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, 56-сы үлсәм уның өсөн генә тегелә икән.
Ләкин бөгөн иртән тәҙрәһенән үрелеп ҡараһа, ҡабалана-ҡабалана, улар яғына Бибинур ҡарсыҡ килә ята. Уға нимә ҡалмаған, тип уйлап өлгөрмәне, Зөбәйҙә ҡарсыҡтың ҡапҡаһына килеп һуғылды. Әйҙүкләп, ҡаршылауҙан башҡа, бер сараһы ла ҡалманы. Дөрөҫ эшләмәне, юҡҡа саҡырҙы. Шунда уҡ бороп ебәрергә, өмөтөн өҙөргә кәрәк ине. Юғиһә, алданыраҡ ишетһә, тәғәйен яуабын да әҙерләп ҡуйыр ине.
– Ике-өс көн урамға сыҡманым, йүтәлләп торғайным, – тип башланы һүҙен Бибинур, – саҡ ҡына күҙ яҙлыҡтырһаң, нимәлер булырға тора инде.
– Ә нимә булған һуң? – тип аптыранды Зөбәйҙә ҡарсыҡ.
Тегеһе, ысынын һөйләйһеңме ул, тигән мәғәнәлә ҡат-ҡат ҡарсыҡҡа һынап ҡарап алды.
– Ниңә, белмәй, тигәйнеңме? Хат килгән бит һиңә, хатта минең турала ала һүҙ бар, ти.
– Ниндәй хат? Һине нимә тип яҙғандар, ти? – Зөбәйҙә ҡарсыҡ тамам ғәжәпкә ҡалды.
– Әнүәр ҡоҙа һиңә хат яҙған. Һине саҡырғанмы, саҡырырға иткәнме, белмәйем. Хатта минең хаҡта ла һүҙ булған.
– Йә, һине нимә тип яҙғандар инде?
– Әнүәр ҡоҙа һине әбейлеккә саҡырған. Әгәр баш тартаһың икән, Бибинурға өндәш, тип әйткән. Бына шул хәбәрҙе юллап йөрөйөм дә инде. Нимә тип... Мин – риза шәшке туны ла еткән! Берәй пуховик алып бирһә, шул еткән. Һикһән тулып барғанда, шәшке тун нимәгә кәрәк инде миңә?
Зөбәйҙәнең йәне көйөп китте. Был бит хаҡты бесә, күрәләтә төшөрә. Был нәмә, аңды-тоңдо белмәй, барыһын да бутап ебәреүе бик ихтимал. Шуға Зөбәйҙә ҡарсыҡ бәхәскә етди генә үҙгәрештәр индерергә булды:
– Тәки аңламаным, хатты, кемдән килде, тинең ул?
– Әнүәр ҡоҙанан.

– Әнүәр ҡоҙанан? Ә һин Әнүәр ҡоҙаңды беләһеңме?
– Беләмме, тип, ишеткәнем бар инде, һөйләгәйнеләр.
– Беренсенән! – тине Зөбәйҙә ҡарсыҡ,тауышына тантана өҫтәп. – Хатты бер ниндәй ҙә Әнүәр яҙманы.
– Әтеү хатты...
– Көтөп тор, һин күп һөйләнең, хәҙер мине тыңла! Хат Әнүр ҡоҙанан килде. Икенсенән, шуны бел, Бибинур, хатта һинең хаҡта “Б” хәрефе лә юҡ! Шуға киҫәтеп ҡуям, Әнүр ҡоҙа хатты миңә төбәп яҙған һәм, яҡшылап әйтәм, уға иҫәп тотма!
Күҙ алдында Бибинур ҡарсыҡ ҡалтыранып китте, ярҙам эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡаранды, ыҡ-мыҡ итте, урынында тапанды һәм шундай һүҙҙәр әйтте:
– Һуң, Зөбәйҙә, мине лә тыңла әле. Мин электән һөйләнеп йөрөнөм, берәй йәтеш кенә бабай килеп сыҡһа, миңә әйтегеҙ, тинем. Барамын, ҡарайым, бер эштән дә баш тартмайым, тинем. Әгәр кәрәк була ҡалһа, тип массаж яһарға өйрәтә торған китап та һатып алдым. Ул массажының бер нимәһе лә юҡ икән. Миңә, ғүмер буйы һыйыр һауған кешегә, һыйыр елене тарттың ни, массаж яһаның ни, барыбер.
– Бигерәк тә шәп! Массаж кәрәк инде ул, – тип эләктереп алды Зөбәйҙә ҡарсыҡ. Ә Әнүр ҡоҙа, Әнүр ҡоҙа минән бер ҙә массаж талап итмәй, килеп, уның менән донъя көтөүемде генә һорай. Әгәр килһәң, шәшке тун алып бирәм, тигән. Силсәүит Мәрзиәнеке һымаҡ. 100 мең һум. Размерын мин яҙып ебәрҙем инде: 56-сы размер.
– Һуң, улайға китһә, минеке лә 56-сы размер ҙа ул. Бәлки саҡ ҡына иркенерәк булыр. Хәйер, мин ул хаҡта түгел.
– Нимә хаҡында? Шәшке тун кәрәкмәй, миңә дубленка ла ярай, тиһеңме?
– Миңә пуховигы ла ярай! – тине өҙөп, Бибинур ҡарсыҡ. – Эйе, пу-хо-вигы ла! Эй, күпме генә йәшәргә ҡалған... Бик ныҡышһа, шәшке тунына ла риза булыр инем. Зөбәйҙә, үҙең бер ҙә өмөтләндермәйһең бит әле. Һинең донъяң ҡараулы, балаларың ҡайтып йөрөй. Бабайың да яңыраҡ ҡына мәрхүм булды. Ә мин ғүмер буйы яңғыҙ ҙа яңғыҙ. Ә һин, партийный булғас, президиумдарҙа ла ултырҙың.
– Тел тейҙермәгеҙ шул партиябыҙға! – тип ҡыҙып китте Зөбәйҙә. – Бер нәмә булһа, Сталин менән партия ғәйепле! Һинең яңғыҙ йәшәүеңдә партияның бер ғәйебе лә юҡ! Белгең килһә, мин взносына тиклем, ваҡытында түләп барҙым!
– Әтеү мин ҡайтайыммы? – тине Бибинуры, өмөтөн өҙгән һымаҡ.
– Ҡайтмай, ҡайҙа бараһың инде? Туҡта әле! Әйҙә, ҡоролай ҡайтармайым, сәй булһа ла, эсәйек.
– Сәй эсәйек һуң...
Икәүләшеп, өйгә инделәр. Сәй эскән арала, Бибинур, өмөтһөҙ генә итеп:
– Сибай яғына ҡасан юлланаһың һуң? – тине.
Зөбәйҙә уйланып алды: әйтергәме, юҡмы?
– Ярай, әйтһәм, әйтәйем инде, Бибинур, һинән серем юҡ. Беҙҙең Иҫке Сибайҙағы ҡоҙаның кеме генәлер Сибайҙың үҙендә йәшәй икән. Шул был ҡарт тураһында ишеткәнме, күргәнме, әллә мәсеттә намаҙҙа осрашҡандармы? Дөрөҫөн әйткәндә, ҡартты бик маҡтамайҙар.
– Уф, Хоҙайым! Миңә булһа, шулай тура килер инде! – тип иламһырап алып китте Бибинур. Нимәләр? Әллә төрмәлә ултырып ҡайтҡанмы?
– Белмәйем, маҡтамайҙар, – тине Зөбәйҙә, – ултырғанмы, ултыртып өлгөрмәгәндәрме, уныһын да белмәйем. Башкиҫәр бер бәндә, ти. Тәмәкеһен тарта, эсеп тә ебәрә, ти.
– Тәүбә! Әстәғәфирулла тәүбә! – тине Бибинур. – Уф, Хоҙай әрсәләгәндер, ярай, сығып китмәнем.
– Ҡатын-ҡыҙға бик әүәҫ икән, – тип тә әйттеләр.
– Уф, Хоҙайым! Берәй маньякка барып эләгерһең!
Зөбәйҙә Бибинурҙың ҡолағына яҡыныраҡ килде.
– Ә быныһын мин бел дә, һин бел, кеше араһында һөйләп йөрөмә, – тип нимәлер бышылданы.
– Һаманмы? Һикһән йәштәме? – тип хатта ауыҙын яулығы менән ҡаплайһы итте.
– Эйе, һаман да, һикһән йәштә лә. Нәфсеһе шул тиклем ҙур, хатта берәү генә лә етмәй икән. “Икәү, миңә өсәү кәрәк”, – тип таптыра, ти.
– Йә, Хоҙа! Тәүбә! Тәүбә! Әлдә һиңә килгәнмен, әлдә кәңәшләшкәнмен. Ҡуй, ҡуй, Зөбәйҙә, ас тамағым, тыныс ҡолағым, үҙеңә генә булһын!
Бибинур сығып китеүгә, хәле бөтөп, сумкаһын күтәреп, Зифа килеп инде.
– Ҡыҙым, әллә тағы хат бармы? – тип һикереп төштө Зөбәйҙә әбей.
– Юҡ, бөгөнгә хат юҡ. Әбей, әле һиңә хатты яҙалар. Йыйынаһыңмы икән, тип хәл белешергә генә индем.
– Йыйынам! Белеп булмай: килеп тә керер, сығарып ултыртыр ҙа, алып та китер. Ана, алаһы әйберҙәрем вис кенә төйнәлеп ҡуйылған.
– Һәйбәт кенә кеше булһа ярар ине ул бабайың, – тине Зифа, әбейҙе арҡаһынан һөйөп.
– Һәйбәттер. Һәйбәт булырға тейеш. Миңә булһа, даланым бар минең.
– Белештеңме? Үҙе хаҡында берәй хәбәр бармы? – тип ҡыҙыҡһынды Зифа.
– Бар, бар! Булмай һуң, береһенән-береһе матурыраҡ хәбәрҙәр килә. Эсмәй, тартмай, намаҙға йөрөй. Хатта килеп инсафлы мәсет ҡарты, тик күп ашай икән. Күп эшләй, күп ашай. Бер ултырһа, бер тәрилкә етмәй, икәү-өсәү итә лә ҡуя, ти.
– Уй, әбекәйем! Уға ашарға нисек еткерерһең икән?
– Ниә, нейткән дә инде, башмаҡ һуйған. Бер көн – билмән, бер көн – бишбармаҡ, бер көн – ҡуллама. Еткерербеҙ әле! “Тун алып бирәм”, – тигән.
– Уныһын ишеттем мин, Зөбәйҙә әбей, мин бит үҙем уҡып ишеттерҙем, тун алам, тигән.
– Эйе шул, миңә тун алам, тигән.
– Зөбәйҙә әбей, үҙең уйлап ҡара: һин уға ашнаҡсы булып, ялланып бараһыңмы ни? Ҡартайған көнөңдә, мынауындай яҡты, бейек донъяңда тыныс ҡына йәшәп ятаһы урынға, бер белмәгән, бер күрмәгән мәсет ҡартына ашнаҡсы булып йөрөргә итәһеңме?
– Әллә тағы, саҡырған бит.
– Саҡырған бит?! Һәр саҡырған ергә барһаң, һинән нимә ҡала? Уйлап ҡара әле, бәлки...
– Нимә бәлки?
– Бармаҫһың?
– Кемде ебәрергә итәһең? Бибинурҙымы?
– Бибинурға-а ҡалған! Уға ищү! Ә ниңә, үҙем барам!
– Һин, ҡыҙым, бигерәк йәш тә инде!
– Әллә мине, йәш, тип ҡыуып сығарыр, тип ҡурҡаһыңмы?
– Һин бик эшкә юҡ бит: пуштыңды ла аҙнаһына бер генә таратаһың. Аш-һыуға ла бик юҡ икән, тип ишеткәнем бар.
– Кем әйтә? Буш һүҙ! Көнләшеп әйтәләр! Ә мин Сибайҙа һауа бик насар, тип ишеттем. Эйе, һауа насар икән.
Әбей бик оҙаҡ итеп Зифаға ҡарап торҙо. Уйланды, икеләнде һәм былай тине:
– Башым әйләнеп китте, саҡ ҡына ял итәйем әле.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: