+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Ғинуар 2021, 02:58

ХАТ Хикәйә

Әбей кешенең ниндәй эше булһын инде – көндәр буйы тәҙрәнән үткән-һүткәнде ҡарап барлап ултыра. Зөбәйҙә инәй яңғыҙ. Берәү ҙә кермәй, берәү ҙә сыҡмай. Ана, почтальон килә. Гәзит булһа, Зифа шунда ҡыҫтырып китер әле. Юҡ, ишекте шаҡып тора. Ул арала булмай, йоҡа ғына сумкаһын күтәреп, Зифа килеп тә инде. – Зөбәйҙә инәй, һиңә хат бар. – Хат? Һалымдыр инде, һалымдыр. – Һалымдыҡы икенсе төрлө була, был кеше яҙған хат. Конвертты алып, ҡарсыҡ бик ентекләп ҡараны – хат был, хат, кеше ҡулы менән яҙылған. – Күҙем бик күрмәй, ҡыҙым, уҡып бирмәһәң, булмаҫ. Почтальондың ҡабаланыр урыны юҡ, сумкаһын ултыртты, өҫтөн систе, ултырғыстан урын алды.


ХАТ

Хикәйә

Әбей кешенең ниндәй эше булһын инде – көндәр буйы тәҙрәнән үткән-һүткәнде ҡарап барлап ултыра. Зөбәйҙә инәй яңғыҙ. Берәү ҙә кермәй, берәү ҙә сыҡмай. Ана, почтальон килә. Гәзит булһа, Зифа шунда ҡыҫтырып китер әле. Юҡ, ишекте шаҡып тора. Ул арала булмай, йоҡа ғына сумкаһын күтәреп, Зифа килеп тә инде.

– Зөбәйҙә инәй, һиңә хат бар.

– Хат? Һалымдыр инде, һалымдыр.

– Һалымдыҡы икенсе төрлө була, был кеше яҙған хат.

Конвертты алып, ҡарсыҡ бик ентекләп ҡараны – хат был, хат, кеше ҡулы менән яҙылған.

– Күҙем бик күрмәй, ҡыҙым, уҡып бирмәһәң, булмаҫ.

Почтальондың ҡабаланыр урыны юҡ, сумкаһын ултыртты, өҫтөн систе, ултырғыстан урын алды.

– Йә, ҡыҙым, уҡып күрһәт.

– Сәләм, хат. Хат башы, яҙ ҡаршы. Һаумы, Зөбәйҙә ҡоҙағый! Һиңә Сибайҙан Әнүр ҡоҙаң хат яҙа. Ишеткәнһеңдер, ҡарсығым үлеп китте. Алтмыш йыл йәшәгән һымаҡ та булманыҡ. Бер үҙемә бик ҡыйын. Әбейем менән әйләнгән һайын һине иҫкә төшөрә торғайныҡ, уңған, егәрле, йырлай, бейей, тип. Хәҙер яңғыҙ булғас, әбейем дә, һин дә көн дә иҫемә төшәһегеҙ. Пенсиям 16 мең. Быйыл башмаҡ һуйҙым. Тегеләй-былай йөрөргә атым бар. Ныу, яңғыҙ булғас, ҡыйын инде, ҡоҙағый, үҙең беләһең, ҡыйын. Әбейем дә үлер алдынан әйткеләне: бик ҡыйын булһа, Зөбәйҙәгә хат яҙ, риза булһа, барып ал. Һиңә әбейлеккә ҡоҙағый таман булыр, тине.

– Туҡта-туҡта, әбейлеккә кил, тигәнме?

– Әбейлеккә кил, тигән.

– Шулай шул, был бит мине саҡырған, был бит... Исеме кем булды әле ул? Ә-ә, Әнүр ҡоҙа. Әнүр ҡоҙа бит?

– Инәй, һине килеп алам, тигән бит.

– Ана, берәү әбейлеккә китеп бара, миндер ул, тот ҡапсығыңды! Һикһәнде үткәс, әҙәм аптыратып, бабай эҙләп йөрөмәйем инде.

– Юҡ, бабай эҙләргә түгел, бабай үҙе, һине эҙләп киләм, тигән.

– Шулай тигәнме?

– Шулай тигән. Артабан уҡыйыммы?

– Бәләкәс кенә көтөп тор. – Инәй, етеҙ-етеҙ генә атлап, арыу кейемдәрен кейеп алды, самауырын һөйрәп сығарҙы, һыу ҡойоп, самауыр ҡуя һалды. Ҙур көҙгөгә ҡараны, ике ҡуллап сәсен һыпырҙы. Кире килеп ултырҙы.

– Артабан уҡы, ҡыҙым.

– Өйөмә утын яғырға түгел, газ үткән, сәйҙе лә электр сәйнүге менән генә ҡайнатам, шәкәрем дә, икмәгем дә, сәйем дә етерлек. Ҡоҙағый, һиңә ҙур үтенес, кил инде һин миңә әбейлеккә.

– Туҡта, ҡыҙым, туҡта. Саҡырғанмы? Тағы саҡырғанмы?

– Эйе, инәй, саҡырған. Тағы саҡырған. Һинһеҙ йәшәй алмайым, тигән, инәй.

– Артабан уҡыйһыңмы, ҡыҙым?

– Ошо көндәрҙә көтөп тор, машина яллайым да килеп алып китәм. Әйберҙәреңде төйнәштерә тор, кейем күп алма. Ҡоҙағыйыңдыҡылар шул килеш тора. Әгәр килер булһаң, йыйынтыҡ аҡсам бар, Зөбәйҙә ҡоҙағый, үҙеңә шәшке тун алып бирәм.

– Шәшке тун?! Ыста, шәшке тун алып бирәм, тигәнме?

– Эйе, инәй, шәшке тун алып бирәм, тигән. Йыйынтыҡ аҡсам бар, тигән.

– Ул ни хаҡ тора ул, шәшке тун?

– Йөҙ мең.

– Йөҙ мең!?

– Эйе, силсәүит Мәрзиәнеке бар, йөҙ мең, ти.

– Мәрзиәгә килешер ҙә ул, миңә килешерме икән? Ҡыҙым, артабан уҡыйһыңмы?

– Уҡыйым. Йәшәгән хәтле йәшәрбеҙ, үҙеңде ҡәҙерләп кенә тотормон, ауыр эш ҡушмам. Картуфты әҙ генә ултыртырбыҙ, баҡсаны ла үҙем утармын. Һине һағынып көтөп ҡалам. Әнүр ҡоҙаң.

– Ҡуй инде, һағынып көтөп ҡалам, тигән бит әле. Ауылда кеше ишетһә, көлөр инде. Ҡыҙым, был хатты берәү ҙә белмәйҙер ул?

– Юҡ, ҡайҙан кем белһен?

– Берәүгә лә һөйләнеп йөрөмәнеңме?

– Юҡ, һөйләнмәнем, инәй.

– Почтала кем эшләй әле ул беҙҙең, Фәниәме?

– Эйе, Фәниә.

– Эй, ул Фәниәгә эләкһә... Әсәһенә оҡшаһа, ауылды тултырғандыр инде.

– Нисек тултырһын? Ул бит хатта нимә яҙылғанын белмәй.

– Уҡығандыр, уҡымай ҡалмаҫ, Фәниәме һуң инде хат уҡымай торған кеше?

– Юҡтыр, уҡымағандыр.

– Уҡыһа ни, уҡыһын. Артыҡ әллә нәмә яҙылмаған, мине әбейлеккә саҡырғандар. Әле кемде Сибайҙың Сибайынан саҡырып яталар әле?

– Шулай шул. Инәй, хәҙер Сибайға китәһеңме инде?

– Эй, ҡыҙым, әбейлеккә саҡырғандар, тип, йүгереп сығып китер саҡтарҙы үткәнмен инде.

– Әтеү бармайһыңмы инде, Зөбәйҙә инәй?

– Ю-уҡ, бармайым, тип әйтмәнем әле, уйлайым әле, уйлайым. Һин, ҡыҙым, был хат тураһында кешегә-маҙар һөйләнмәгәнһеңдер ул?

– Нимә тип һөйләнәйем инде? Хатты әле генә уҡыныҡ.

– Шулай шул. Ю-уҡ, кеше белер, кеше белмәй ҡалмаҫ.

– Кем белһен ул хатты?

– Нисек белһен? Бына һин белдең, мин беләм, Фәниә күргән, почта Фәниәне әйтәм.

– Әтеү, Зөбәйҙә инәй, берәү ҙә белмәһенме?

– Юҡ инде, ҡыҙым, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, белһә, белерҙәр. Кеше белһә, нимә һөйләгән булыр икән? Ҡыҙым, нисек уйлайһың?

– Нимә һөйләһен, Зөбәйҙә инәйҙе әбейлеккә саҡырып хат килгән, тип һөйләрҙәр инде.

– Ҡайһылай шәп булыр ине, – тине ҡарсыҡ. – Һин үҙең дә һөйләштер әйҙә.

– Нимә тип һөйләйем, инәй?

– Зөбәйҙә инәйгә хат кереттем, хат уҡыным, тип әйт. Нимә яҙғандар, тип һорарҙар. Ә һин әйт, Әнүр ҡоҙаһы әбейлеккә саҡырған, тиң, ун ете мең пинсиәһе, башмаҡ һуйып көтөп тора икән, тиң.

– Бая ғына пенсияһы ун алты мең тип яҙылғайны.

– Яҙылһа ни, пинсиә арта бит ул, оҙаҡламай егерме лә булыр әле.

– Шулай шул, артһын шул пенсияһы.

– Ҡуй, Зифа, һин был хаҡта берәүгә лә һөйләп йөрөмә инде.

– Ярай әтеү, һөйләмәм, Зөбәйҙә инәй.

– Һөйләмәм, тип инде, оят хәбәр түгел дә һуң... Яйы сыҡһа, Фәниәгә һөйләнеп ал. Оят хәбәр түгел, Зөбәйҙә инәйбеҙ Сибайға китер микән, тигән бул. Сибайҙы беҙ йәш саҡта, туйға барғанда күргәйнек.

Ул арала булмай самауыр ҡайнап сыҡты. Яйлап ултырып сәй эстеләр. Сәй эсеп бөткәс, Зөбәйҙә ҡарсыҡ хатты тағы бер ҡат тыңларға теләк белдерҙе. Һәр һүҙен иғтибарлап, бирелеп тыңланы ул.

– Эх, йәш сағым булһа... Ике лә уйлап тормаҫ инем. Күтәренеп сығыр ҙа китер инем. Ҡартайылды шул, Зифа ҡыҙым, ҡартайылды.

– Әтеү бармайһыңмы ни инде, Зөбәйҙә инәй?

– Бармаһам, нишләр инең? Үҙең бараһыңмы?

– Ю-уҡ, ундай бабай миңә нимәгә? Миңә ҡырҡ, уға һикһән.

– Әллә берәйһен димләргә итәһеңме? – тине ҡарсыҡ.

– Юҡ та. Үҙең, бармайым, тиһең бит. Анау Бибинур инәй һөйләнеп торғайны, берәй ҡарт булһа, барыр инем, ҡарар инем, тигәйне.

– Шуға әйтәйек, тиһеңме?

– Эйе шул. Бабай, яңғыҙыма зерә ҡыйын, тигән бит. Әйтәйемме?

– Юҡ, әйтәһе булма. Берүк әйтмә! Улмы һуң инде бабай ҡарай торған кеше?! Үҙенең Ғарифын да йүнләп ҡараманы. Ямаулы ойоҡ, ямаулы салбар менән йөрөттө. Уға ищеү бабай.

– Ярай, Зөбәйҙә инәй, мин киттем, гәзиттәрҙе таратып бөтөргә кәрәк.

– Ярай, хуш булып тор... Ҡыҙым, туҡтале.

– Нимә бар, Зөбәйҙә инәй?

– Был хаҡта кеше белһә, миңә уңайһыҙ булмаҫмы икән?

– Бер уңайһыҙы ла юҡ, һине онотмағандар, һине яраталар, һине көтәләр, Зөбәйҙә инәй.

– Шулай шул, көтәм, тигән шул. Әтеү..

– Нимә әтеү?

– Теге, баяғы, кеше-маҙар һораһа, әйт тә ҡуй. Төйнәлеп йөрөй, әбейлеккә бара икән, тип әйт тә ҡуй.

– Ә белмәһәләр, һорашмаһалар?

– Нисек белмәй? Нишләп һорашмай? Әйт, аҡрынлап ҡына төшөндөр.

– Нимә тип әйтәйем һуң?

– Һуң, хатҡа нимә яҙылған – шуны әйт. Хатты үҙең уҡының бит. Сибайҙан Әнүр ҡоҙаһы әбейлеккә саҡырған, пинсиәһе егерме бер мең тәңкә икән тип әйт.

– Ярай, улайһа, әйтермен. Ярар, әбей, сәйең өсөн рәхмәт. Хуш, һау булып тор.

...Зөбәйҙә ҡарсыҡ, үрһәләнеп, теге тәҙрәгә лә бара, был тәҙрәгә лә бара. Почтальондың кире үткәне һаман күренмәй. Аптырағас, урам яғына сығып көтөп торҙо. Бер сәғәт үттеме-юҡмы, Зифа яңынан күренде.

– Зифа ҡыҙым, көтөп тор әле, көтөп тор. Анау бер хат килтергәйнең бит, шуны тағы бер уҡып сыҡ әле, тағы бер уҡы.

Зифа ҡабалана ине, шулай ҙа хатты уҡып сығырға биш минут ваҡыт тапты.

– Рәхмәт, ҡыҙым. Был хәбәрҙе ни, халыҡ белеп бөткәндер инде? – тине ҡарсыҡ.

– Белгәне беләлер, Зөбәйҙә инәй, белмәгәне юҡтыр. Мин ҡабаланам бит әле.

– Нисек белмәгәне белмәйҙер? Бөтәһе лә белергә тейеш. Миңә ғүмер эсендә бер хат килә. Әбейлеккә мине көн дә саҡырмайҙар. Белһендәр, бөтәһенә лә һөйләп бир, ҡыҙым.

– Нимә тип һөйләйем һуң?

– Хат килде, Әнүр ҡоҙаһы әбейлеккә саҡырған, башмаҡ һуйып, көтөп тора, шәшке тун алып бирә, пинсиәһе егерме биш мең булмаһа, тун алып бирә алмаҫ ине, тиң. Зөбәйҙә инәй әйберҙәрен төйнәп бөткән, бабайының килгәнен генә көтә, тип әйт.

– Ярай, әйтермен, бөтәһе лә белер.

– Шунан, ҡыҙым, теге Бибинурға бер нәмә лә әйтмә, белмәһен. Уға ышаныс бармы? Торор ҙа сығыр ҙа китер. Хәҙер бит кеше кешенекен һыпырып алырға тора. Белмәһен. Иртәгә кире үткәндә инерһең. Аш бешереп торормон. Ҡаҙ түшкәһе бар, шунан аш һалам. Үҙең буш ҡул килмә, кеше нимә һөйләй – шуны вис кенә белеп кил.

Шулай килештеләр.

Дауамы: ХАТ-2
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: