+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Ғинуар 2021, 08:00

ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ Хикәйә Дүртенсе бүлек

Полицейскийҙар оҙаҡ торманы. Фәрүәз менән ипле генә һөйләштеләр ҙә, теге джиптың номерын яҙып алдылар.– Бөгөн таңға тиклем шылтырата алаһығыҙ, беҙ ошо юлда дежурҙа, – тине төркөмдөң етәксеһе, лейтенант.– Юҡ, әллә ни мәшәҡәттәр көтөлмәй, – тине Фәрүәз, – шулай ҙа белеп булмай, ярҙам кәрәкһә, мин һеҙгә мөрәжәғәт итермен. Полицейскийҙар киткәс тә, Фәрүәз Тәскирә эргәһенә килде.Фәрүәздең башына икеле-микеле уйҙар килә. Шикләнмәйенсә булмай шул, ул әле булһа, үҙенең хоҡуҡтарының ҡайҙа башланыуын һәм ҡайҙа бөтөүен белмәй. Ярай, Тәскирә менән уртаҡ тел таптылар, бергә донъя көтә башланылар, ти. Раяндың да улар менән йәшәүенә ризалашырға мөмкин. Малай Фәрүәзгә оҡшай – ул бик ихлас һәм ирәбе. Ә инде Тәскирәгә килгәндә, шәп-шәп атлап, һәр эште еренә еткереп башҡарып өйрәнһә лә, үҙенең ысын асылын асып бөтмәгән һымаҡ. Ярай. Фаршат сығып китте, мөлкәтте бүлеште, ти. Ана бит ҡайтып керергә лә күп һораманы. Ә инде уның Фәрүәзде ҡурҡытырға, бынан ҡыуырға самалауы бөтөнләй ғәмәлгә һыймай. Кис көнө ашап алғас, Раян өй алдында уйнарға сыҡты, ә Фәрүәз Тәскирә менән һөйләшергә теләп, ултырып ҡалды.– Һин һаман үҙеңдең яҙмышыңды уйлайһың, шикелле, – тине Тәскирә көлөмһөрәп. – Мин һине бында юҡҡа алып килмәнем. Һин – минең ирем. Шуға, Фәрүәз, баҙнатһыҙ ғына йөрөүеңде ташла.– Күреп торам, һин бик тәүәккәл ҡатын, – тине Фәрүәз, – ләкин мин бында килгәнсе, һинең иреңдең ниндәй уй-ниәттәр менән йөрөүен белмәй инем. Әле ул, бына, ҡайтам, ти бит инде.– Һин тағы икеләнәһең, миңә был оҡшамай. Мин һиңә ҙур өмөттәр бағлағайным, – тине Тәскирә, күңеле төшкән һымаҡ.– Юҡ, мин һинең дә хәлеңде аңлайым. Мин ҡаршы түгел, хатта мин риза. Шулай булғас, беҙгә Фаршаттан ҡотолорға ла, бергә донъя көтә башларға кәрәк.

ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ

Хикәйә

Дүртенсе бүлек
Полицейскийҙар оҙаҡ торманы. Фәрүәз менән ипле генә һөйләштеләр ҙә, теге джиптың номерын яҙып алдылар.
– Бөгөн таңға тиклем шылтырата алаһығыҙ, беҙ ошо юлда дежурҙа, – тине төркөмдөң етәксеһе, лейтенант.
– Юҡ, әллә ни мәшәҡәттәр көтөлмәй, – тине Фәрүәз, – шулай ҙа белеп булмай, ярҙам кәрәкһә, мин һеҙгә мөрәжәғәт итермен. Полицейскийҙар киткәс тә, Фәрүәз Тәскирә эргәһенә килде.
Фәрүәздең башына икеле-микеле уйҙар килә. Шикләнмәйенсә булмай шул, ул әле булһа, үҙенең хоҡуҡтарының ҡайҙа башланыуын һәм ҡайҙа бөтөүен белмәй. Ярай, Тәскирә менән уртаҡ тел таптылар, бергә донъя көтә башланылар, ти. Раяндың да улар менән йәшәүенә ризалашырға мөмкин. Малай Фәрүәзгә оҡшай – ул бик ихлас һәм ирәбе. Ә инде Тәскирәгә килгәндә, шәп-шәп атлап, һәр эште еренә еткереп башҡарып өйрәнһә лә, үҙенең ысын асылын асып бөтмәгән һымаҡ. Ярай. Фаршат сығып китте, мөлкәтте бүлеште, ти. Ана бит ҡайтып керергә лә күп һораманы. Ә инде уның Фәрүәзде ҡурҡытырға, бынан ҡыуырға самалауы бөтөнләй ғәмәлгә һыймай.
Кис көнө ашап алғас, Раян өй алдында уйнарға сыҡты, ә Фәрүәз Тәскирә менән һөйләшергә теләп, ултырып ҡалды.
– Һин һаман үҙеңдең яҙмышыңды уйлайһың, шикелле, – тине Тәскирә көлөмһөрәп. – Мин һине бында юҡҡа алып килмәнем. Һин – минең ирем. Шуға, Фәрүәз, баҙнатһыҙ ғына йөрөүеңде ташла.
– Күреп торам, һин бик тәүәккәл ҡатын, – тине Фәрүәз, – ләкин мин бында килгәнсе, һинең иреңдең ниндәй уй-ниәттәр менән йөрөүен белмәй инем. Әле ул, бына, ҡайтам, ти бит инде.
– Һин тағы икеләнәһең, миңә был оҡшамай. Мин һиңә ҙур өмөттәр бағлағайным, – тине Тәскирә, күңеле төшкән һымаҡ.
– Юҡ, мин һинең дә хәлеңде аңлайым. Мин ҡаршы түгел, хатта мин риза. Шулай булғас, беҙгә Фаршаттан ҡотолорға ла, бергә донъя көтә башларға кәрәк.
– Дөрөҫ әйтәһең, беҙ бергә буласаҡбыҙ. Фаршатты һин бөтөнләй онот. Ул юҡ, булманы һәм булмаясаҡ та. Элекке ирем үҙ ихтыяры менән сығып китте, ләкин, минең рөхсәтемдән башҡа, ҡайтмаясаҡ.
– Тәскирә, ә һинең атайың менән әсәйең тормошоңдо беләме?
– Әлбиттә, белә. Ләкин уларҙың да үҙ талаптары бар. Әсәйем, мәҫәлән: “Никах уҡытмайынса, ЗАГС-ҡа бармайынса, беҙҙең фатиханы алмайынса, бергә йәшәй башларға ашыҡмағыҙ”, – ти.
– Ярай, никахын уҡытмаһаҡ та, ЗАГС-ҡа барып, ғариза бирәйек? Мин һинең менән бергә йәшәргә теләйем, бер-беребеҙҙе байтаҡтан бирле беләбеҙ.
– Мин инде ризалығымды ҡат-ҡат әйттем, – тип көлдө Тәскирә, – тик әсәйем, ЗАГС-тан бигерәк, никах уҡытыуҙы мөһим, тип иҫәпләй. Ул намаҙ уҡый, беҙҙең өйҙә дини йолалар теүәл һаҡлана, мин уларға ҡаршы бара алмайым.
– Ә ниңә ҡаршы барырға? Улар – риза, мин, мәҫәлән, уларҙың фекере менән килешәм, – тине Фәрүәз.
– Һинең тағы ниндәй тәҡдимең бар?
– Әйҙә, йома көндө, үҙебеҙҙең генә кешеләрҙе йыйып, никах уҡытабыҙ. Мин мулла алып килермен, – тине Фәрүәз.
– Ысынлапмы? – тип ҡыуанып китте Тәскирә. – Шәп булыр ине. Тик тағы биш көн түҙерһеңме һуң?
– Ҡарарбыҙ.
– Ярай, ҡарарбыҙ. Хәҙер инде һин, сығып китәм, тиһәң дә, мин ебәрмәйәсәкмен, – тине Тәскирә.
– Улайһа, исемлек төҙө, нимәләр алабыҙ – яҙ. Киләһе йома сәғәт өстә никах уҡытабыҙ!
Ул арала булмай, ҡараңғы төштө. Раян килеп керҙе:
– Әсәй, мин ҡайҙа йоҡлайым? – тине.
– Әйҙә өйгә инәйекме? – тип әсәһе улын эскә алып кереп китте.
Бер ярты әсғәт тә үтмәне, Тәскирә яңынан сыҡты.
– Раянды әйтәм, арыған, ахыры, йоҡлап та китте.
– Арымай ни, күпме утын ташыны, һыу индек.
Улар икәүләшеп ағастар араһындағы эскәмйәгә барып ултырҙылар. Тирә-яҡты яҡтыртып, ай ҡалҡты. Төрлө урында музыка тауыштары ишетелә.
Фәрүәз ҡатынды ҡосаҡлап алды ла, ипләп кенә үбә башланы.
– Ҡуй, көтөп тор, ҡабаланма, – тип бышылданы ҡатын.
Фәрүәз, баяғы, һөйләшеүҙе иҫкә төшөрөп:
– Ярай, һин теләгәнсә булһын, – тип тынды, – ә никахҡа нисә кеше саҡырабыҙ?
– Бик яҡындарҙы саҡырабыҙ, тиһәк – унау, дуҫ-иште тиһәк, егермеләп йыйыла инде.
– Бәй, улай күп булмаһа, кафеға ла барып ултырырға мөмкин.
– Миңә бында нығыраҡ оҡшай. Теләгәндәр – ҡуныр, мунса яғырбыҙ, һыу инербеҙ.
– Күңелгә ҡайһылай рәхәт, йылы. Саф һауа. Тап ауылдағы һымаҡ бит әле! Беҙҙең ауылда ошолай була торғайны, – тине Фәрүәз, – тып-тыныс, һауа шундай таҙа.
– Беҙҙең ауылда ла шулай, – тип бышылданы Тәскирә, – һин миңә үпкәләмә. Үҙемде йәп-йәш, ауылда егетемдең ҡосағында итеп тоямын.
– Ә ниңә, шулай түгелме ни? Мин бит – һинең егетең.
– Күңелем һиҙә һәм хаталанмайым һымаҡ – һинең менән йәшәргә була, Фәрүәз.
– Мин дә шулай уйлайым.
– Ә былтыр, Фаршат ташлап киткәс, мин бик ауыр хәлдә ҡалғайным. Ҡайҙа барһам да, нимә эшләһәм дә, ул алдыма килеп сығыр һымаҡ. Бер айға һуҙылды ошо яза. Ҡайтыуын шул хәтлем теләй инем. Әллә яраттыммы икән? Көн һайын төшөмә кереп йөҙәтте. Ҡатын-ҡыҙ күнә икән. Ана, үҙең күрҙең, ҡайтып йығылды, ә минең күрәһем дә килмәй уны.
Байтаҡ ултырҙылар. Икеһенә лә иртәгә эшкә түгел. Бер-береңә иҙрәп, таңға тиклем ултырырға мөмкин.
Шул ваҡыт бер машина килеп, уларҙың ҡапҡаһына боролдо һәм туҡтаны.
– Уф, тәки ҡайтты, – тине Тәскирә кәйефһеҙ генә.
– Кем ҡайтты? Фаршатмы?
– Шул булмай, кем ҡайтһын инде? Да, бынан ҡотолоуы ауыр буласаҡ.
Фаршат булды, ахыры, ҡапҡаны шаҡыны. Тәүҙә еңелсә генә, аҙаҡ нығыраҡ һуҡты. Хатта күрше Ғәзизә инәйҙең эте өрә башланы. Ҡарсыҡ үҙе килеп сыҡты, урам яғында мөңгөрҙәгәне ишетелде. Ҡапыл, баяғы, джип булдымы икән, геүләп, килеп сыҡты һәм туҡтаны. Кемдәрҙер йүгерешеп төштө, шикелле. Тегеләр ҡысҡырышыуға, тын һауаны ярып, кемдер атты. Фәрүәз ирҙәр дөмбәҫләшкән ергә йүгереп барыуға, тегеләр ҡуҙғалып та китте. Тыш яҡта, ҡапҡа эргәһендә, берәүҙең ыңғырашҡаны ишетелде.
Тәскирә, йүгереп кереп, өйҙән асҡысты алып сыҡты, Фәрүәз патруль машинаһына, саҡырып, шылтырата һалды. Сыҡһалар, ҡапҡа алдында ғына, Фаршат ята. Ул уң яҡ ҡабырғаһын тотҡан да, туҡтауһыҙ ыңғыраша. Ә машинаһы ҡайҙа? Машинаһы күренмәй. Тимәк, бая килгән бандиттар уның машинаһын тартып алыу өсөн эҙләгәндәр һәм әле алып та киткәндәр.
Полиция патруле килеп етте. Машинаһының номерын белергә тырышалар, ләкин ярым һушһыҙ ятҡан Фаршат нимә тураһында һүҙ барғанын аңламай ҙа ҡуя. Полицейскийҙарҙың өлкәне рация аша ике машинаны туҡтатырға кәрәклеге хаҡында әйтте һәм шунда уҡ “тиҙ ярҙам” машинаһы саҡырҙы.
Өтәләнеп, Тәскирә килеп сыҡты һәм яралы ятҡан Фаршатты танып, йөрәгенә тотондо.
– Кемдең эше икән?! – тип Ғәзизә ҡарсыҡ аһылданы.
Фаршат аҙға ғына һушына килде, башын күтәрҙе һәм күҙенә Фәрүәз салынды:
– Һин, һинең генә эшең был! Мине атып үлтерерлек, ниндәй зыян килтерҙем мин һиңә? Һин, һин, – тине һәм тағы ла һушын юғалтты.
– Фәрүәз тәүҙә Тәскирәнең элекке иренең яҫҡыныуына бик иғтибар итмәгәйне. Яралы кеше нимә генә һөйләмәҫ. Тик Фаршаттың хаталаныуының үҙе өсөн бик ҡиммәткә төшәсәген ул һуңынан ғына аңланы.
Полиция саҡыртҡас, “тиҙ ярҙам” да тиҙ йөрөй икән. Ярты сәғәт тә үтмәне, медицина ярҙамы килеп етте һәм һушһыҙ ятҡан Фаршатты һуҙып һалып, ҡала яғына уҡталды. Полиция нарядының етәксеһе Фәрүәз эргәһенә килеп: “Һеҙҙең менән беҙгә эске эштәр бүлегенә барырға тура килә”, – тип иғлан итте.
Фәрүәз аптыраны. Уны ниңә алып китәләр? Ул үҙен алда нимә көтөрөн белмәй ине.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: