-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Ғинуар 2021, 09:53

ХАТ-3 Хикәйә

Зөбәйҙә ҡарсыҡ киске йоҡоға әҙерләнә башланы. Белгән доғаларын уҡып, намаҙын еренә еткергәс, инде мендәренә, түшәк-яҫтығына күмелеп, юрғанын бөркәнәйем генә тигәйне, һаҡ ҡына тәҙрә сирттеләр.

-1- -2- -3- -4-

ХАТ-3
Хикәйә
Зөбәйҙә ҡарсыҡ киске йоҡоға әҙерләнә башланы. Белгән доғаларын уҡып, намаҙын еренә еткергәс, инде мендәренә, түшәк-яҫтығына күмелеп, юрғанын бөркәнәйем генә тигәйне, һаҡ ҡына тәҙрә сирттеләр. Әбейгә, һикереп тороп, ишеген асыуҙан башҡа, сара ҡалманы. Төн убыры һымаҡ, кем йөрөй, тиһегеҙ инде? Кем булһын, быға тиклем нимә ҡарап ятҡандыр, урындағы башлыҡ Мәрзиә Хәйҙәр ҡыҙы икән. Килеп инеү менән, итектәрен сисеп, мөйөшкә ултыртты ла, тәҙрә ҡорғандарын ябып ҡуйҙы. Өйҙөң ҡараңғы яғына сығып, диванға боҫоп, ауыҙға-ауыҙ терәп, шым ғына һөйләштеләр. Мәрзиә, былай ҙа дәртле ҡатын, тимерҙе ҡыҙыуында һуғыуҙы кәрәк тип тапты:
– Зөбәйҙә Хәлиулловна, тип өндәшһәм, ғәжәпләнмә, инәй. – тине ул, бәхәсләшергә урын ҡалдырмаған тон менән. – Хәҙер заманаһы шулай, бөтәһе лә бер-береһенә хөрмәт һәм ихтирам менән өндәшә. Һинең Сибайға ҡоҙаң янына барыуҙан баш тартыуыңды ауылда бик күптәр көтә. Шуға, Зөбәйҙә Хәлиулловна, берүк бармайым, баш тартам, тип әйтеп ҡуймағыҙ. Әнүр ҡоҙа, тигәнегеҙ һеҙгә лә, беҙгә лә эләкмәҫ. Әнүр бабай менән һеҙҙең мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ кенә файҙаланһаҡ, ауылдың туризм үҙәге булараҡ ылыҡтырғыслығын күтәреү өсөн ҙур ғына этәргес буласаҡ. Хәҙер ошо хаҡта күп һөйләйҙәр. Һеҙҙе күрәбеҙ, тип килгән туристар өсөн бер-ике ҡунаҡхана төҙөп, хатта бәләкәйерәк аэропорт төҙөгәндә лә, йәтеш булыр ине. Инвесторҙар таба алмаҫбыҙ һымаҡ. Шуға бәләкәйерәк бер-ике вертолет төшә торған урын эшләрбеҙ. Ә балалар кәмеү сәбәпле, ябылыу кимәленә еткән мәктәпте отель итеп, үҙгәртеп ҡоробоҙ. Шунан һуң, теге шәшке тун мәсьәләһендә лә кәңәшләшеп алырға кәрәк булыр. Үҙең беләһең, Зөбәйҙә Хәлиулловна, минең әле кейеп йөрөгән туным иҫкерҙе. Мин уны һиңә кейҙерәм. Ә Әнүр ҡоҙаң һиңә тип хәстәрләгән 56-сы размерлы тун, миңә тарыраҡ булыу сәбәпле, уның параметрҙарын 60-сы размерға тиклем ҙурайтыуҙы үҙ өҫтөмә алам.
Мәрзиә яңынан-яңы тәҡдимдәр индергән һайын, талаптарын әйткән ыңғайы, Зөбәйҙә ҡарсыҡ үҙенең бәләкәсәйә барыуын һиҙҙе. “Их, һин, оятһыҙ! – тип эстән генә һыҙланды ул Мәрзиәнең зәп-зәңгәр күҙҙәренә ҡарап. – Үҙ ғүмеремдә миңә беренсе тапҡыр бәхет йылмайҙы. Ҡартайған көнөмдә минең менән 40-50 йыл күрмәгән кеше ҡыҙыҡһынды. Хәҙер шуны, власыңа таянып, тартып алырға һәм мине мәхрүм итергә самалайһыңмы?”
Мәрзиә һөйләгән һайын, бәләкәсәйә барған ҡарсыҡ инде юҡ булдым, тигәндә генә ауыҙын асты һәм былай тине:
– Ауылдың киләсәге өсөн үҙеңде ҡорбан итергә әҙерләүең, Мәрзиә, миңә оҡшай. Үҙ ауылын яратҡан кеше шулай булырға тейештер ҙә. Мин дә һине хуплайым. Анауы, һөрөлмәй ятҡан баҫыуҙарҙы эшкәртеп, иген үҫтереп һәм башҡа файҙалы эштәр менән шөғөлләнеп, ауылды, беҙҙән башҡа, кем күтәрһен инде? Ләкин Әнүр ҡоҙа мине Сибайына саҡырған бит әле. Бында нисек әүрәтеп килтерербеҙ икән?
– Уныһы – беҙҙең эш. Мин ҡартты ҡулға төшөрөүҙе үҙ өҫтөмә алам. Бының бер ауырлығы ла юҡ. Ул үҙенең килеп эләгеүен һәм ҡайта алмай мәңгегә ошонда тороп ҡаласағын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ. Был эштә ҡыйыулыҡ кәрәк. Киләсәктә минең Әнүр ҡарт яҙған хатты балаларға уҡытыу, шуның нигеҙендә тәрбиә эшен яҡшыртыу буйынса береһенән-береһе ҙурыраҡ тәҡдимдәрем бар. Беҙгә бит юғарынан шундай талаптар ҡуялар. Тимәк, шул талаптарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу – беҙҙең өсөн изге бурыс.
Ниһайәт, Зөбәйҙә ҡарсыҡ иҫенә килде һәм үҙен яҡлап, һүҙ әйтергә тейешлегенә төшөндө. Хат кемгә килгән? Уға килгән. Был власть әһеле, ҡарсыҡтың йомшшаҡлығынан файҙаланып, үҙен уның яҡлаусыһы итеп күрһәтергә теләй һәм бабайҙы һалдырып алырға самалай. Зөбәйҙә ҡарсыҡ уйлағандарын бер-бер артлы, береһенән-береһе тосораҡ күҫәк һымаҡ, Мәрзиәгә ауҙарырға теләгәйне, һаҡ ҡына тәҙрә сирттеләр.
– Сеү! – тип бышылданы Мәрзиә. Хатта өй нигеҙенә тиклем һелкенеп ҡуйғандай тойолдо. – Кем йөрөй? Әллә берәйһен көтәһеңме?
– Юҡ, берәүҙе лә көтмәйеи. Почта Фәниә генә, хат-мәҙәр килһә, кереп сығырмын, тигәйне. Бәлки шулдыр.
– Хәҙер былай итәбеҙ, – тине Мәрзиә, – мин бынау бүлмәгә йәшенәм, ә һин уны саҡыр.
Ысынлап та, Фәниә килгән икән. Бер үҙе түгел, хат менән.
– Һөйөнсө, Зөбәйҙә әбей! Бейемәйсә, бирмәйем! Бына – хат, – тип ялпылдатып күрһәтте Фәниә.
Зөбәйҙә ҡарсыҡҡа, кәүҙәһен еңел генә йөрөтөп, бейеп күрһәтергә тура килде. Конвертты тотторғас, Фәниә былай тине:
– Мине хат уҡый, тип һөйләйҙәр икән. Уҡымайым. Бына, үҙең күр, конвертың теп-теүәл.
– Мин күҙлек менән дә хәреф танымайым, – тине Зөбәйҙә, – булмаһа, үҙең уҡып күрһәт.
“Сәләм-хат.
Хат башы, яҙ ҡаршы!
Һаумы, Зөбәйҙә ҡоҙағый! Тәүге хатым һиңә барып юлығып, бер аҙна ла үтмәне, мин бөтөнләй көтөлмәлгән хәл-ваҡиғалар булды. Мәҫәлән, һеҙҙең ауылдың хакимиәт башлығы килеп төштө һәм минән һиңә тип алырға йыйынған тунды күрһәтеүемде талап итте. Бынан тыш,тағы ике-өс машина килде. Миңә һеҙҙең ауыл халҡының дәртле һәм берҙәм булыуы оҡшаны. Мин һиңә атап яҙған хатымдың Ташһуярҙа шундай ҙа шау-шыу тыуҙырыр, тип һис көтмәгәйнем. Һеҙҙең хакимиәт башлығы бик күҙәтеүсән кеше икән. Ҡоҙағый, һинең хаҡта һөйләмәгән һүҙ ҡалдырманы. Һине һаман да араҡы эсә, тәмәке тарта, тип яманатыңды һатты. Йәш саҡта ирҙән-иргә йөрөүеңде лә ономаған. Хатта һинең менән түшәк бүлешкәндәрҙең һанын әллә ун икегә, әллә ун бишкә еткергән. Мин унан, быларҙы ҡайҙан беләһең, ул йылдарҙа һин бит тыумаған да булғанһың, тип әйткәйнем, силсәүиттә бөтәһе лә яҙылған. Уның мажараларын хәтерләгән кешеләр иҫән әле, тип яуап бирҙе.
Шуға ҡарамаҫтан, мин һине килеп алыу маҡсатынан баш тартмайым һәм ошо арала юлға сығырға йыйынам. Һиңә һағынышлы сәләмдәр менән, Әнүр ҡоҙаң”.
– Бына шундай хат – һиңә, – тине Фәниә.
– Ниңә уйға баттың?
– Был Мәрзиә шаштырған икән. Минең ғүмер буйы бер бабай менән көн итеүемде ун бишкә еткергән, үҙенең тәмәке тартыуын, араҡы эсеүен миңә һылтаған.
– Шулай шул! – тип һүҙгә яңынан ҡушылды Фәниә. – Унан башҡа, ауылда эскән, тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙ юҡ.
– Мәрзиә, үҙең был хаҡта нимә уйлайһың? – тип тауышын күтәрә биреберәк өндәште Зөбәйҙә ҡарсыҡ.
– Мин быны һиңә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсаттында эшләнем, – тине ул, күҙен дә йоммай. – Юғиһә, һинең менән йәшәүе, инәй, бик күңелһеҙ булыр ине. Ғәфү ит, Зөбәйҙә Хәлиулловна, – тине Мәрзиә, әбейҙең ҡулынан тотоп. – Үҙем дә һиҙҙем, артығыраҡ булған. Әнүр бабайҙы әйтәм, үҙе лә өҫтәп ебәрмәнеме икән?
– Өҫтәһә, өҫтәгәндер инде, – тине Зөбәйҙә ҡарсыҡ, – үҙе киләм тигән, килһен, һорашырбыҙ, белешербеҙ, асыҡларбыҙ. Ә хәҙер мине тыңлағыҙ! Мин бер ҡайҙа ла бармайым! Теләһәгеҙ, үҙегеҙ барығыҙ! Әнүр ҡоҙаның үҙенә лә әйтәм. Теләһәң, тим, үҙең дә ошонда ҡал, тип әйтермен. Ғүмер буйы ошонда йәшәп, ни эшләп мин бер белмәгән кешегә эйәреп китергә тейеш? Хаты килмәһә, әбей эҙләмәһә, мин ҡоҙамдың иҫән-һау икәнлеген дә белмәҫ инем.
Зөбәйҙә ҡарсыҡ бер Мәрзиәгә, бер Фәниәгә текләп ҡараны ла:
– Ә һеҙгә нимә ҡалмаған инде? Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр хат алдым, ғүмерҙә ишетмәгән һүҙҙәр ишеттем, үҙемде бәхетле өләсәй итеп тойҙом, мин быларҙың барыһына ла үҙемдең лайыҡлы икәнлегемде беләм. Ләкин, барыбер, мине бәхетһеҙ итергә тырышыуғыҙҙы аңламайым. Ниндәй кешеләр беҙ? Әллә бер-беребеҙҙе яманлап һөйләүҙән башҡа, һөнәребеҙ юҡмы? Беҙ бит заманында таш һуйған халыҡ. Беҙ һуйған таштарҙан ниндәй ҡалалар төҙөлгән, улар әле лә Рәсәйҙең иң матур ҡалаларын биҙәй. Ниңә, беҙ уларҙан мираҫ булып ҡалған данға лайыҡ түгелме?
– Һин, ҡарсыҡ, йәғни Зөбәйҙә Хәлиулловна, беҙ ишетергә түгел, уйларға ла ҡурҡҡан һүҙҙәрҙе һөйләй башланың. Бындай һүҙҙәрең өсөн яуап бирергә тура килмәгәйе. Беҙҙә закон бар. Бындай һүҙҙәр өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Зөбәйҙә ҡарсыҡ көлөмһөрәп Мәрзиәгә ҡарап торҙо ла:
– Ҡыш һайын шәшке тундар алыштырып ҡына, тормошто матурлап, аҡылды тәрәнәйтеп булмай шул. Законды мин һеҙҙән башҡа ла беләм. Тик ҡурҡытмағыҙ мине. Мин ҡурҡыуҙан үткәнмен инде.
Инде бәхәс иң юғары нөктәһенә етте генә тигәндә, хужабикә ҡулын күтәрҙе һәм былай тине:
– Беҙҙең бәхәсте хәл итер өсөн, бер самауыр сәй эсмәйенсә, булмай! – тип белдерҙе.
Ул арала булмай, шажлап, утын тоҡандырҙылар, күмерен төшөрҙөләр, самауыры ҡайнап та сыҡты.
– Уйлап-уйлап торам да, һәр һүҙеңдең дөрөҫлөгөнә ышанам, – тине Мәрзиә, тирләп-бешеп сәй эскәндә. – Зөбәйлә Хәлиулловна, ундай аҡыллы фекерҙәр һинең башыңа нисек килә ул? Ә мин бына, уйлағаным бар, уйлай барам, ҡойолоп ҡала бара.
Иртәгә Силсәүиттә йыйылышып, ошо хаҡта тағы һөйләшергә ҡарар иттеләр. Улар өсөһө лә иртәгә һөйләшеүҙең нисек булырын күҙ алдына ла килтермәйҙәр ине.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: