-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Ғинуар 2021, 13:05

ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ Хикәйә Бишенсе бүлек (аҙағы)

Фәрүәз арлы-бирле ҡаранғансы, күҙҙәре менән Тәскирәне тапҡансы, уны полиция машинаһының артҡы бысыраҡ бүлегенә тыҡтылар ҙа, бикләп тә ҡуйҙылар. Аптыранған ир нимә булғанын төшөнөрләк хәлдә түгел ине. Ярҙамға өмөт иткән һымаҡ, тоноҡ ҡына тәҙрә аша тағы халыҡ яғына күҙ ташланы. Тәскирә уның яғына бөтөнләй ҡарамай. Арты менән баҫҡан да, эргәһендә торған оҙон буйлы бер ир менән көлә-көлә нимә хаҡындалыр һөйләшә. Фәрүәз Тәскирәнең иғтибарын йәлеп итергә тырышып, тәҙрәгә шаҡып ҡараны. Ләкин, күпме генә шаҡымаһын, уға иғтибар итеүсе булманы.– Нимә тауышланаһың? – тип бер полицейский тимер ишекте асты. Икенсеһе киҙәнеп-киҙәнеп Фәрүәзгә һуҡты ла, ҡулдарына бығау һалды.Тәскирәне эҙләп, тағы ла ҡаранырға мәжбүр булды. Был юлы ул эҙләгән ҡатын бөтөнләй күренмәне.


ИКЕ ИРГӘ – БЕР ХЕҘМӘТСЕ

Хикәйә

Бишенсе бүлек (аҙағы)
Фәрүәз арлы-бирле ҡаранғансы, күҙҙәре менән Тәскирәне тапҡансы, уны полиция машинаһының артҡы бысыраҡ бүлегенә тыҡтылар ҙа, бикләп тә ҡуйҙылар. Аптыранған ир нимә булғанын төшөнөрләк хәлдә түгел ине. Ярҙамға өмөт иткән һымаҡ, тоноҡ ҡына тәҙрә аша тағы халыҡ яғына күҙ ташланы. Тәскирә уның яғына бөтөнләй ҡарамай. Арты менән баҫҡан да, эргәһендә торған оҙон буйлы бер ир менән көлә-көлә нимә хаҡындалыр һөйләшә. Фәрүәз Тәскирәнең иғтибарын йәлеп итергә тырышып, тәҙрәгә шаҡып ҡараны. Ләкин, күпме генә шаҡымаһын, уға иғтибар итеүсе булманы.
– Нимә тауышланаһың? – тип бер полицейский тимер ишекте асты. Икенсеһе киҙәнеп-киҙәнеп Фәрүәзгә һуҡты ла, ҡулдарына бығау һалды.
Тәскирәне эҙләп, тағы ла ҡаранырға мәжбүр булды. Был юлы ул эҙләгән ҡатын бөтөнләй күренмәне.
Машина ҡала яғына ыңғайланы һәм төн уртыһында полиция бүлексәһенә килеп туҡтаны. Полицейскийҙар машинанан төштө, ҡабаланмай ғына, нимә хаҡындалыр бик күңелле итеп һөйләштеләр, хахылдашып көлөштөләр. Фәрүәз үҙенең хоҡуҡтарын аҙмы-күпме белә, шуға күрә донъяла үҙенең барлығын белдереп, “оя”һында һелкенеп ҡуйҙы. Ләкин полицейскийҙар араһында уға иғтибар итеүсе табылманы. Бер аҙҙан тегеләр яңынан, машинаға тейәлеп, ҡыҙыллы-зәңгәрле уттарын ялпылдата-ялпылдата алға ынтылды. Оҙаҡламай, бер төнгө клуб эргәһендә туҡталдылар. Күҫәктәрен һөйрәп алып, үҙҙәренең коллегаларына ҡушылдылар. Икәүһе клуб эсенән берәүҙе һөйрәп алып сыҡтылар ҙа, Фәрүәз эргәһенә ырғыттылар. Теге әллә иҫергән, әллә наркотик ҡулланған, тәүҙә бер нимәгә иғтибар итмәй, иҙәнгә бөгәрләнеп ятты. Урын тар булғас, Фәрүәзгә мөйөшкә күсеп ултырырға тура килде. Иҙәндә ятҡан кеше нимәлер әйтергә теләй һымаҡ, ләкин хырылдағаны, ваҡыт-ваҡыт тыны быуылғаны һиҙелә. Дежур машина тағы ла ҡала буйлап китте. Иҙәндә ятҡан кеше бөгәрләнә-бөгәрләнә күсеп йөрөй һәм Фәрүәздең аяҡтарына тотонорға итә.
Тағы ҡайҙалыр туҡтанылар, төштөләр. Әһә, бында туй бара, шикелле, тип уйлап ҡуйҙы Фәрүәз, ап-аҡ күлдәктәге кәләште һәм уың эргәһендәге кейәүҙе күреп. Полицейскийҙарҙың тағы берәүҙе тотоп килгәне күренде. Бына улар дөбөр-шатыр ишекте асты ла, өсөнсө кешене индереп һалды.
– Һеҙ нимә, егеттәр? Бында берәүгә ҡыйын, һеҙ өсөнсөһөн тығырға итәһегеҙ? – тине Фәрүәз.
– Ә быныһы һинең эшең түгел! – тип күҫәк менән берҙе һуғып та алдылар уға.
Таңға ҡарай, полиция бүлегенә яңынан әйләнеп ҡайттылар һәм өсөһөн дә керетеп, бикләп ҡуйҙылар. Фәрүәзде дежур полицейский эргәһенә кереттеләр. Өлкән лейтенант Фәрүәздең исемен, фамилияһын, тыуған йылын, йәшен яҙып алды, ни өсөн бынды килеп эләгеүе менән ҡыҙыҡһынды. Байтаҡ ҡына әңгәмәләшкәндән һуң, өлкән лейтенант Фәрүәзгә ҡарап:
– Бөтәһе лә дөрөҫтөр, тип уйлайым. Һеҙҙең яңғыҙ ҡатынға йортҡа инеүегеҙ башҡалар тарафынан раҫланыр, ләкин гражданка Тәскирә Вәлиеваның иренә һөжүм итеүҙе ойоштороуығыҙ мәғлүм. Яраланып ятҡан сағында Вәлиеваның ире лә һеҙгә төртөп күрһәткән һәм һеҙҙе был енәйәтте ойоштороуҙа ғәйепләгән. Уның ире, Вәлиев – ҡалала билдәле кеше, бизнесмен, йәмәғәт эшмәкәре. Уның ғүмеренә ҡул һуҙыу осрағын беҙ былай ғына ҡалдыра алмайбыҙ. Енәйәт эше иң юғары кимәлдә контролдә тора. Вәлиевтың яҡындары ла хәҙер прокуратура юлын тапаясаҡ. Тәфтиш комитеты ла битараф түгел. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ҡыҙыҡ ҡына хәл күҙәтелә: һеҙ унда йәшәп ятаһығыҙ, ирҙе керетмәйһегеҙ. Уға һөжүм итеп, атып китәләр.
– Ярай, үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай тикшерәһегеҙ. Минең адвокатым һеҙҙең менән һөйләшер, – тине Фәрүәз, – тик тикшереүегеҙҙә бәхәсле урындар тойола. Мәҫәлән, Вәлиевты эҙләп килгән өсәү, бәләгә тарыусының шәхси автомобиле һәм транспорт сараһының юғалыуы хаҡында һеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәйһегеҙ. Ул машина менән килеп туҡтаны һәм, беҙ сығыуға, Вәлиев шунда ыңғырашып ята ине, автомобилдәр юҡ ине. Был хаҡта уның элекке ҡатыны Тәскирә Вәлиеванан һорай алаһығыҙ.
Тәүге һөйләшеү шулай тамамланды. Төштән һуң адвокатының тырышлығының тәүге һөҙөмәтәһе күренде: Фәрүәзде сығарҙылар. Ҡапҡа төбөндә уны Тәскирә көтөп тора ине. Фәрүәз, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, Тәскирәнең автомобиленә барып ултырҙы. Ирҙең һалҡын ҡарашын тойоп, Тәскирә аптыранды:
– Нимә булды? Әллә миңә үпкәләнеңме?
– Үпкәләнеңме? – тип кенә әйтеү әҙҙер ул. Мине һуҡҡылай-һуҡҡылай, тейәп алып китәләр. Ә һин унда кем менәндер, көлөшөп, һөйләшеп ҡалдың.
– Миңә бит уны следователь, тип әйттеләр. Ул миңә, хәҙер әңгәмәләшәбеҙ ҙә, ҡалдырып китербеҙ, тине. Шуға, аптырап, таң менән, полиция бүлегенә үҙем килеп еттем.
– Ә Фаршаттың хәле нисек?
– Бер ҡурҡынысы ла юҡ. Травматик менән атҡандар. Ул үҙе лә электән бәләсел ине. Ҡорт саҡһа ла, һуҙыла ла ята. Хатта, ябай ғына киҙеү эләкһә лә, олоғара бәлә һала, шартына килтереп, “ауырый” торғайны. Бына, мин әйтте, тиерһең, беҙ ҡайтыуға, минең ихатамда хужа булып йөрөһә, ғәжәпләнмә.
– Тағы икебеҙҙе бергәләп ҡарарһыңмы икән? – тип көлдө Фәрүәз.
– Икегеҙгә берәү әҙ булыр ул, – тине Тәсирә, – берәй ярҙамсы саҡырмайынса, булмаҫ һымаҡ.
– Ярай, нисек бар, шулай ҡабул итәйек, – тине Фәрүәз. Мин инде, “үҙебеҙҙекеләр”ҙең тырнағына бер эләгеп, ҡотолғас, артабан ошонан да яҡшыраҡ булыр, тип өмөт итмәйем. Тоттолар, яптылар, сығарҙылар. Үҙеңдең көсөңә күберәк таянырға кәрәк икән.
– Шулай булғас, бергәрәк һәм яҡыныраҡ булайыҡ, – тине Тәскирә, – мин һинең үҙеңдең көсөңә ышанғайным. Ә һин минән ярҙам көткәнһең икән. Беләһеңме, тормош һин бөгөн кисергәндәрҙән күпкә ҡатмарлыраҡ. Бөгөн беренсе тапҡыр ябай кеше сифатында йәшәп ҡараның. Эйе, ул еңел түгел. Башҡалар бындай законһыҙлыҡ кисергәндә, шунда уҡ һына, һынмаһа, бөгөлә. Ә һин һынманың, бөгөлмәнең, аптыранып ҡына ҡуйҙың. Шулай булғас, әйҙә беҙ уны икебеҙ өсөн булған бәләкәй генә бер һынау сифатында ҡабул итәйек.
Өйгә ҡайттылар. Никах уҡытырға, исемлек төҙөнөләр. Мәсеткә барып, муллаһын да саҡырып ҡайттылар. Шундай мәшәҡәттәр менән көндәр үтеп китте һәм йома ла килеп етте. Иртән тороп, ихата эргәһенн ҡарап, күбеһе машина менән киләсәк, урын әҙерләп, ҡунаҡтарын көткөләп йөрөйҙәр ине, һаҡ ҡына ҡапҡа шаҡығандары ишетелде. Билдәләнгән сәғәткә бер аҙ ваҡыт бар, бәлки берәйһе ҡабаланалыр.Фәрүәз барып, ҡапҡаны асһа, шат йылмайып, Фаршат килеп инде. Фәрүәз, ғәжәпләнеүенән, нимә тип әйтергә лә белмәне, ләкин тиҙ генә үҙенең статусын иҫкә төшөрҙө:
– Әйҙүк, Фаршат, рәхим ит! – тине Фәрүәз, мөмкин тиклем йылмайыбыраҡ.
– Ә мин керетмәҫкә итәләр, тип ҡурҡҡайным, – тине тегеһе, – иртән яраны бәйләттем дә, ысҡындым. Ҡара әле, Фәрүәз, мин бит теге көн машина менән ҡайтҡайным, ҡайҙа ул минең машина?
– Мин дә машина менән ҡайтҡан һымаҡ итеп һиҙәм һине. Эйе, ысынлап та, ҡапҡа артында машинаңдың уты яна ине.
– Шунан нимә булды? – тип һораны Фаршат.
– Һине атып йыҡтылар ҙа, беҙ сыҡҡанда һин ыңғырашып ята инең...
– Һөйләмә, уныһы кәрәкмәй, – тип ҡул һелтәне фәрүәз, – атып йыҡҡандарын үҙем дә хәтерләйем.
– Тәүҙә, һине эҙләп, өс бандит килде... – тип иҫенә төшөрҙө Фәрүәз.
– Беләм, беләм, уныһы ла кәрәкмәй, – тип һүҙҙе ситкә борҙо Фаршат, – әллә бөгөн һеҙҙә берәй байраммы?
– Эйе, байрам, байрамға әҙерләнәбеҙ!
– Әтеү мин ҡырынып сығайым әле, – тип ул мунсаға инеп китте.
– Кем килде? – тип Тәскирә сыҡты.
– Сит кеше түгел, Раяндың атаһы килде.
Бер-бер артлы ҡунаҡтар килә башланы. Баштан-яҡ йыуынып, һөртөнә-һөртөнә, мунсанан Фаршат килеп сыҡты. Ҡунаҡтарҙың береһе лә буш ҡул менән килмәгән: йә сәскә, йә бүләк тотҡандар. Иң аҙаҡтан мулла килеп инде, йәш кенә егет. Шартына килтереп, матур итеп никах уҡыны. Хатта эскелеккә ҡаршы көрәш, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау хаҡында бәләкәй генә вәғәз дә уҡыны. Йолаһын үтәне лә, урындағы мәсеткә йомаға ҡабаланды.
Төпкө бүлмәлә, шифоньер эсендә, алдан хәстәрләп ҡуйылған байтаҡ ҡына эсемектәр ултыра ине әле. Ҡунаҡтарҙың ҡайһы береһе, нимәлер көткән ҡиәфәт менән, өҫтәлгә лә, хужаға ла ҡараштырып ҡуйҙы. Фаршат иһә, еңелсә йылмайып, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, битараф ултырҙы. Үҙенә күрә, яңы тормош башланыуы, иң мөһиме, уның сиктәрендә элекке иргә урын ҡалмағанлығына күнгәндәй тойолдо. Фәрүәз Тәскирәһенә һораулы ҡарашын ташлап, шифоньер яғына бер-ике тапҡыр уҡталып ҡуйҙы. Теге затлы-затлы ялтыр башлы шешәләрҙе сығарып, өҫтәлгә теҙеп ултыртһа, гәлсәр рюмкаларға берәм-берәм ҡойоп сыҡһалар, береһенән-береһе яҡшыраҡ тостар яңғырар, изге теләктәр ишетелер ине. Юҡ, Фәрүәз өндәшмәне, аҙаҡҡа ҡарай, төпкө бүлмәгә үткән саҡтарында, шифоньерға боролоп та ҡараманы. Табынды түңәрәкләгәс, алмаш-тилмәш мунсаға ла инеп сыҡтылар. Һыу буйына төшөп, ит курҙылар, ҡайтҡас, тағы ултырып, сәй эстеләр, кис ай яҡтыһында йырлашып ултырҙылар. Кемдер, моңайып, йәшлеген иҫкә төшөрҙө, тормоштарының ҡайһы бер ҡыҙыҡлы мәлдәре хаҡында һөйләштеләр. Фәрүәз үҙен еңде, шешәләргә үрелмәне. Фаршат та, ҡатыны тормошонда етди үҙгәрештең шаһиты булғас, дәғүәһен башҡа белдермәне, шым ғына юҡ булды.
Тантананың төп сәбәпсеһе ялтыр шешәләр генә түгеллеген Фәрүәз дә аңланы. Ул яңы тормош башлай. Унда эш һәм мәшәҡәттәр былай ҙа күп, күберәк уларҙы хәл итергә кәрәк.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: