-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Ғинуар 2021, 13:07

АЛТЫН СИТЛЕКТӘ Хикәйә Беренсе бүлек

Улар “Тимер юлсылар” мәҙәниәт һарайында ойошторолған күргәҙмәлә осраҡлы ғына таныштылар. Ошондағы түңәрәктә күптән ҡатнашып йөрөгән Гөлнара ике һүрәтен тәҡдим иткәйне. Ни ғәжәп, бер һүрәте байтаҡ кешеләрҙең иғтибарына лайыҡ булды ла ҡуйҙы. “Һағыш” тип аталған был һүрәтен Гөлнара бик оҙаҡ төшөргәйне. Бейек тау түбәһендә бер ҡыҙыҡай моңайып ултыра. Унан да өҫтәрәк бер ҡош осоп йөрөй. Ә алыҫта, томан эсендә, ауыл күренә. Ошо һүрәтте бер өлкән генә ағай, ике тапҡыр килеп, ҡарап торҙо. Һуңғы килгәнендә, ойоштороусыларҙан: “Кемдең эше?” – тип һораны. Гөлнара ҡайтырға йыйынып бөткәйне инде, уға төртөп күрһәттеләр. – Һүрәтегеҙҙең хаҡы күпме? – тип һораны билдәһеҙ кеше. – Йөҙ, – тине Гөлнара, әлбиттә, һумды күҙ уңында тотҡайны. Теге ир шаяртып: – Доллар түгелдер? – тине. – Юҡ, әлбиттә, – тип ҡыҙарынды Гөлнара. – Үҙебеҙҙеке, һумдарҙа. Әлеге кеше ситтә торған берәүгә ҡараны ла, уныһы ярҙамсыһы икән: – Йөҙ мең һум түләгеҙ, – тип күрһәтмә бирҙе. Барыһы ла аһ итте. Һуңынан, асыҡланыуынса, һүрәттең авторы йөҙ һум тип әйтергә теләгән икән. Әлеге бизнесмен йөҙ мең һум түләгән дә ҡуйған. Ә иң ҡыҙығы һуңынан булды.

АЛТЫН СИТЛЕКТӘ
Хикәйә
Беренсе бүлек
Улар “Тимер юлсылар” мәҙәниәт һарайында ойошторолған күргәҙмәлә осраҡлы ғына таныштылар. Ошондағы түңәрәктә күптән ҡатнашып йөрөгән Гөлнара ике һүрәтен тәҡдим иткәйне. Ни ғәжәп, бер һүрәте байтаҡ кешеләрҙең иғтибарына лайыҡ булды ла ҡуйҙы. “Һағыш” тип аталған был һүрәтен Гөлнара бик оҙаҡ төшөргәйне. Бейек тау түбәһендә бер ҡыҙыҡай моңайып ултыра. Унан да өҫтәрәк бер ҡош осоп йөрөй. Ә алыҫта, томан эсендә, ауыл күренә. Ошо һүрәтте бер өлкән генә ағай, ике тапҡыр килеп, ҡарап торҙо. Һуңғы килгәнендә, ойоштороусыларҙан: “Кемдең эше?” – тип һораны. Гөлнара ҡайтырға йыйынып бөткәйне инде, уға төртөп күрһәттеләр.
– Һүрәтегеҙҙең хаҡы күпме? – тип һораны билдәһеҙ кеше.
– Йөҙ, – тине Гөлнара, әлбиттә, һумды күҙ уңында тотҡайны.
Теге ир шаяртып:
– Доллар түгелдер? – тине.
– Юҡ, әлбиттә, – тип ҡыҙарынды Гөлнара. – Үҙебеҙҙеке, һумдарҙа.
Әлеге кеше ситтә торған берәүгә ҡараны ла, уныһы ярҙамсыһы икән:
– Йөҙ мең һум түләгеҙ, – тип күрһәтмә бирҙе.
Барыһы ла аһ итте. Һуңынан, асыҡланыуынса, һүрәттең авторы йөҙ һум тип әйтергә теләгән икән. Әлеге бизнесмен йөҙ мең һум түләгән дә ҡуйған.
Ә иң ҡыҙығы һуңынан булды. Әлеге бизнесмен, Илхан Мусин инде, бәлки беләһегеҙҙер, Гөлнараны үҙенең яңы төҙөлгән йортоноң диуарҙарын биҙәргә саҡырған. Иң тәүҙә эшҡыуар үҙенең йоҡо бүлмәһен күрһәткән, аҙаҡ эш бүлмәһен нисек күҙ алдына килтереүен һорашҡан. Шул арала Гөлнараның иҫәбенә теге йөҙ мең һум да килеп ятты. Ҡыҙҙың тамам башы әйләнде. Хатта уның башҡа һүрәттәрен һораусылар ҙа табылды. Аҙаҡтан түңәрәктә Гөлнараның тәүге гонорарын бик шәп итеп “йыуҙылар”. Әлбиттә, көнләшеүселәр ҙә табылды. Йәнәһе, бизнесмен һүрәттәргә түгел, Гөлнараның үҙенә ҡыҙыҡҡан. Уныһын, хатта, өйөнә лә саҡырған. Хәҙер шунда эшләү һылтауы менән, көн һайын бик йылы осрашыуҙар була икән. Тәүге йөҙ мең һум Гөлнараның ҡомарын уятып ебәрҙе. Хатта яңы кейемдәр алып кейҙе, әсәһе күтәренеп килгәйне, уға тоттороп ебәрҙе. Иң мөһиме, шуға төшөндө: был шөғөл балалар уйыны түгел. Аҡса эшләргә, һис юғы, йәшәргә мөмкин.
Эш ыңғайы, тағы ла шулары асыҡланды: Илхан өйләнгән булған, тик никахы күптән тарҡалған. Ҡала ситендәге өйөндә яңғыҙы ғына йәшәп ята. Гөлнара ошо йортто биҙәү менән мәшғүл. Һүрәттең күләмен, эскиздарын бер нисә тапҡыр эшләп күрһәтте. Хужа кеше шаҡтай талапсан, тик үҙенә нимә кәрәклеген теүәл генә итеп аңлата белмәй. Бутала, уйлана, кисә әйткән фекерен бөгөн инҡар итә. Гөлнара үҙенән өлкәнерәк һөнәрҙәштәре менән дә кәңәшләште. Тегеләр серҙе бик асып бармай. Бәлки шулай булырға тейештер ҙә, Гөлнараға көнләшеп ҡараусылар күберәк ине, шикелле. Сөнки ошо заказдың көтмәгәндә ҡыҙға килеп эләгеүе коллегалары араһында көнләшеү тойғоһо уятты. Тәүге һүрәтен бик мул хаҡҡа һатҡанын белгәнгә, Гөлнара кем менән генә һөйләшмәһен, барыһы ла иң тәүҙә, теге байың күпме түләйәсәк, тип һорайҙар. Гөлнара үҙе аңды-тоңдо белмәйенсә, тәүҙәрәк дөрөҫ хаҡын да әйткәйне. Аҙаҡ, ник һөйләндем, тигән көнгә төштө. Аҡса тынлыҡ ярата, тигән һымаҡ, рәссамдар араһында был тема бөтөнләй табуҙа икән. Нисек кенә булмаһын, Гөлнара һүрәттәрҙе төшөрә, хужа көн һайын кереп ҡарай. Килеү-ҡайтыу мәшәҡәтле, тигәс, Илхан ҡыҙға айырым бүлмә тәҡдим итте. Хәҙер Гөлнара тәүлек әйләнәһенә – ошонда, хатта ашнаҡсы апай менән дуҫлашып киттеләр. Нурия апай Илхан Нәғимовичты ун йыллып белә икән. Тик, нимә һораһаң да, өндәшмәй ҙә ҡуя. Шуға Гөлнараның бик ҡыҙыҡһынғаны ла юҡ. Ә бер көн, әлеге, әсәһе килеп төштө. Адресын тапҡан, такси яллаған. Нурия килеп, әсәйең һине эҙләй, тип әйткәс, ғәжәпкә ҡалды.
– Саҡ эҙләп таптым һине, – тип ике тоғон һөйрәп, инеп килә.
– Әсәй, һине кем саҡырҙы? – тип Гөлнара асыуланғайны.
– Көҙгө муллыҡ мәле, ҡыҙым, һине, еләк-емештән ауыҙ итһен, тинем. Асыуланып торма инде, – тине.
Гөлнара тиҙ генә әсәһен бүлмәһенә алып кереп, урынлаштырҙы, хәҙер хужа ҡайта, сығып торма, тип ныҡлы киҫәтте. Әсәһе тыңлай буламы һуң инде, өйҙө йөрөп ҡарап сыҡты, баҡсаны барланы, әлбиттә, бик оҡшатты:
– Эх, ҡыҙым, ошо йортҡа килен генә булып төшһәң ярар ине, – тип теләне.
Ул көндө ниңәлер, хужа ла бик иртә ҡайтты. Ғәҙәте буйынса, аҡрын ғына йөрөп, Гөлнараның көнө буйына эшләгән һүрәттәрен ҡараны. Әмәлгә ҡалғандай, шул ваҡыт Гөлнараның бүлмәһенән әсәһенең телефондан кем менәндер һөйләшкәне ишетелде.
– Унда кем бар? – тип төҫө боҙолоп китте Илхан Нәғимовичтың.
– Ғәфү итегеҙ, әсәйем килгәйне. Берүк аңлағыҙ, мин уны саҡырманым, үҙе килде.
– Ҡайҙа, әсәйегеҙ? Таныштырығыҙ әле, – тине хужа.
Бүлмәнән, лауылдап, әсәһе үҙе лә килеп сыҡты.
– Һаумыһығыҙ, – тине хужа, – мин Илхан булам.
– Ә мин – Зөлхәбирә, һинең рәссамдың әсәһе.
– Һеҙҙең менән танышыуыма шатмын, Зөлхәбирә апай, һеҙ бик һәләтле ҡыҙ үҫтергәнһегеҙ!
– Рәхмәт! Беҙҙең ауылда бөтәһе лә һәләтле. Бына миңә уҡыу ғына эләкмәне, әллә кем була инем. Ә был өй һинекеме?
– Рөхсәт итһәгеҙ, минеке ине.
– Рөхсәт итмәй ни, ул хәтле өй һиңә нимәгә ул? Утын ҡайҙан еткерәһең? Ана, минеке лә ҙур итеп төҙөткәйне, балалар китеп бөткәс, бушап ҡалды. Ярты яғын бикләп ҡуйҙым, атыу утын еткереп булмай.
Илхан Гөлнараның әсәһен оҡшаттымы, юҡмы, әйтеүе ҡыйын, шулай ҙа киске тамаҡты бергә ултырып ашанылар.
– Ана, һеҙгә бәрәңге, кәбеҫтә, кишер килтерҙем, уртаҡлап ашағыҙ, кәрәкһә, тағы ташырмын.
Әсәһен ныҡлы киҫәтеп ҡайтарҙы Гөлнара: “Килеп йөрөмәйһең, күренмәйһең!” – тип. Тыңлаймы һуң инде, декабрь урталарында итен, ҡаҙын-өйрәген тейәп, тағы килеп төштө. Ярай, ул ваҡыт йорт хужаһы командировкала ине. тик һуңынан әсәһенең килеүен белеүе асыҡланды. Ҡапҡа төбөндә һаҡта торған егеттәр әйткәндер инде. Сөнки Илхан:
– Был юлы әсәйеңде күреүҙән мәхрүм ҡалдым, – тип сәйер генә йылмайып ҡуйҙы.
Гөлнара уның һүҙҙәрен ыңғай ҡабул итте. Сөнки ир менән ҡыҙ араһында мөнәсәбәттәр яңы йүнәлештә үҫә башлағайны. Быға тиклем Илхан Гөлнараны үҙе менән бер тантанаға алып барҙы, Мәскәүҙән сәхнә йондоҙҙары килгәйне, концерт ҡаранылар. Сәйер генә булды уларҙың аралашыуҙары. Илхан бер өйләнеп, ауыҙы бешкәс, яңынан өйләнергә йыйынмаған һымаҡ тойолһа ла, күңелендә нимәләр кисергәнен бик белеп булмай. Кистәрен Гөлнара янына килеп ултыра, уға йылы-йылы комплименттар әйтә, һоҡланыуын йәшермәй. Егермеһе күптән түгел тулып үткән ҡыҙ үҙе лә уйлана, икеләнә, ләкин күңелен асып һалырға ашыҡмай.
Яңы йылды улар икәү генә ҡаршыланы.
– Һинең әсәйең тағы килһә, мине алдын киҫәтеп ҡуй, беҙгә уның менән һөйләшеп ала торған һүҙ бар.
– Нимә хаҡында һөйләшергә уйлайһың? – тине Гөлнара.
– Миңә ҡаһа, беҙ һинең менән бер-беребеҙҙе ярты йылдан артыҡ беләбеҙ, хатта бер өйҙә йәшәйбеҙ, мин һиңә өйләнергә теләйем, – тине Илхан.
– Ә мин риза булырмынмы икән һуң? – тине Гөлнара уйынлы-ысынлы.
– Мин һине мәжбүр итә алмайым, ләкин һинең ризалығыңды көтәм.
Яңы йылға муйынға таға торған бик затлы сылбыр бүләк итте. Гөлнара уға һуңғы йылдарҙа эшләгән картиналарының береһен әҙерләгәйне. Хатта ҡыуанды Илхан:
– Минең йоҡо бүлмәһендә иң арыу урында торасаҡ, – тине. – Сер булмаһа, әйт әле, нисә һумлыҡ был картина?
– Йөҙ, – тине Гөлнара.
Икәүләп көлөштөләр.
– Һумдарҙамы, әллә долларҙамы? – тип уйынды тотоп алды Илхан.
– Әлбиттә, долларҙарҙа. Сөнки мин хәҙер һумдар менән эш итмәйем.
– Ярай, риза. Долларҙа икән, долларҙа, – тип Илхан кеҫәһенән йөҙ доллар сығарҙы ла тотторҙо. Аҙаҡ икәүләшеп, сығып, күршеләргә ҡушылып, фейерверк аттылар. Бер фейервергы бигерәк юғары осто. Икәүләшеп, ура ҡысҡырып ебәрҙеләр. Шул ваҡыт Илхан бер аяғына тубыҡланды ла:
– Миңә кейәүгә сыҡ, ҡәҙерлем! – тине.
– Мин – риза! – тип ҡосаҡлап алды уны Гөлнара.
Ул төн бөтмәҫ байрамға әйләнде лә ҡуйҙы. Шунда уҡ һаҡта торған егеттәрҙең береһе машинаны сығарып, икеһен ҡала буйлап йөрөтөп алып килде. Илхандың офисына барып, сәй эстеләр. Мәңге онотолмаҫлыҡ тантана булды ул төн.
Яңы йылдан һуң ныҡлап туйға әҙерләнә башланылар. Исемлекте икәүләп төҙөнөләр. Байтаҡ ҡына бәхәсләшергә, хатта үпкәләшергә лә тура килде. Илхан үҙе өсөн ағай-энеләрен, партнерҙарын саҡырған да, Гөлнара яғына урын бик аҙ ҡалды ла ҡуйҙы.
– Бәлки уларҙы айырым саҡырырбыҙ? – тип ҡараны Илхан.
– Юҡ, улар көтә, мин уларҙы ҡалдыра алмайым, – тип ныҡышты Гөлнара.
Һүҙ көрәштерә торғас, ике яҡтан да егермешәр пар, тип саҡ килешә алдылар.
Сәйер туй булды ул. Бер яҡта – кейәүҙең ағай-энеләре, ҡыҫҡаһы, һауалы, эре кешеләр, икенсе яҡта – ябай ғына ауыл кешеләре. Аҙаҡ Илхан кәләшенән:
– Туй оҡшанымы? – тип һораны.
– Әлбиттә, оҡшаны. Минең яҡындарымды саҡырып, үҙеңдекеләр менән типә-тиң ҡунаҡ итеп ҡайтарғаның өсөн, рәхмәт һиңә, әҙерлем! – тине Гөлнара.
Шулай тағы бер нисә аҙна үтте һәм Гөлнараның ауырлы икәнлеге билдәле булды. Сабыйҙы улар әсәһенең һүрәттәре менән биҙәлгән бүлмәгә алып ҡайттылар. Гөлнара күпме генә ҡаршылашмаһын, сабыйҙың атаһы бала ҡараусы яллатты. Тәүге мәл Гөлнара менән бала ҡараусы ҡатын ярышып ҡаранылар сабыйҙы. Гөлнара күберәк сабый менән булырға тырышһа, сәғәтләп эш хаҡы алған тәрбиәсе күберәк булырға тырышты. Шулай ҙа, уртаҡ тел таптылар. Бөтәһе лә һәйбәт бара ине, ейәнен күрергә, тип, баяғы, күтәренеп, өләсәһе килеп төштө. Был юлы Илхандың өйҙә сағына тура килде. Өләсәй, үҙенең хоҡуҡтарын белгәнгә күрә, тартынып, уңайһыҙланып, баҙнатһыҙланып торманы. Килеп инеү менән, малайҙы ҡосаҡлап алды, илап ебәрҙе:
– Собханалла-машалла! Ошо сабыйҙы бер яратып һөйөр өсөн генә йәшәрһең! – тип күҙ йәштәрен ҡойоп, бәхет теләне.
Тоғонан үҙенең байлыҡтарын сығарып һалды, кейәүенә ярарға тырышҡанын, уны яҡын күреүен йәшермәне, хатта үҙенсә яҡшатланды ла:
– Кейәү! Көҙгә, Аллаһ бойорһа, йылҡы һуябыҙ. Яртыһы – һинеке. Беҙгә күп кәрәкмәй, – тип хуплау һүҙҙәре көҫәп, Илханға ҡараны. Тегенеһе бер һүҙ өндәшмәне, рәхмәт әйтмәне, эстән генә ниҙер һөйләнеп ҡуйҙы. Хәйер, кейәүҙең емерелгән ҡаштарына, һөмһөрө ҡойолған битенә, ҡыйшайған ауыҙына ҡарап, уның ниҙәр кисергәнен Гөлнара тиҙ төшөндө.
Өндәшмәүҙе хуплау сифатында ҡабул иткән ҡарсыҡ һаман һөйләнде лә, һөйләнде:
– Яйы сыҡҡас, әйтәйем, тигәйнем, ул баҡсағыҙҙа ни эшләп сәскә лә сәскә ул? Яҙға киләм, үҙем кишер, һарымһаҡ, һуған, ҡыяр, памиҙур ултыртып бирәм, – тигәйне.
Кейәүе тамам сығырынан сығып:
– Беҙгә шул ғына етмәгәйне, – тип ҡуйҙы.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: