+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Ғинуар 2021, 11:13

АЛТЫН СИТЛЕКТӘ Хикәйә Икенсе бүлек

Бәхәс шулай юҡтан ғына килеп сыҡты. Ҡыҙ үҫтереп биргән, ейәнен күреүгә шатланған, ауылдағы ваҡ-төйәк низағтарҙа таһылланған ҡатын, әлбиттә, үҙен хаҡлы тип иҫәпләне: ниңә, насар һүҙ һөйләмәй ҙә инде, кейәү менән ҡыҙын үҙенсә донъя көтөргә өйрәтә. Донъя хәлен белеп буламы ни? Әллә нимәләр булыр. Ҡоролоҡ булһа, ашарға етмәҫ. Илдәр араһында ла мөнәсәбәттәр яҡшынан түгел. Баяғы, кәртешкәгә күсһәләр, өсәүләшептереп нисек тамаҡ туйҙырырҙар? Гөлнара тәүҙә ҡыҫылмай ғына торғайны, ләкин әйткеләшеү тәрәнгә китте. Хужаны ла, әсәһен дә туҡтатырлыҡ түгел ине. Илхан икеһенең уртаһына баҫты ла, урамдағы йорттарға күрһәтеп: – Ана, өс ҡатлыһында завод директоры йәшәй, бынауһында – бизнесмен балалары, ә бына күршелә – хакимиәт башлығының урынбаҫары. Улар, минең хөрмәтле ҡәйнәм, минең һымаҡ хәлле кешегә күтәренеп ит-һөт ташығаныңды, тоҡлап тары ярмаһы килтергәнеңде күрһә, нимә уйлар икән? Ә инде баҡсала кишер, һуған, һарымһаҡ үҫтереү мин ошонда ваҡытта бер ҡасан да булаһы юҡ! Ул минең һәм Гөлнараның эше түгел. Ана, ашнаҡсы йөрөй, нимә кәрәк икәнлеген ул белә, заказды ла ул бирә. Бөгөн иртән хәбәр итһәң, кискә килтереп тултырасаҡтар. Шулай булғас, беҙҙең биләмәлә сәскәләр генә үҫәсәк.


АЛТЫН СИТЛЕКТӘ


Хикәйә

Икенсе бүлек


Бәхәс шулай юҡтан ғына килеп сыҡты. Ҡыҙ үҫтереп биргән, ейәнен күреүгә шатланған, ауылдағы ваҡ-төйәк низағтарҙа таһылланған ҡатын, әлбиттә, үҙен хаҡлы тип иҫәпләне: ниңә, насар һүҙ һөйләмәй ҙә инде, кейәү менән ҡыҙын үҙенсә донъя көтөргә өйрәтә. Донъя хәлен белеп буламы ни? Әллә нимәләр булыр. Ҡоролоҡ булһа, ашарға етмәҫ. Илдәр араһында ла мөнәсәбәттәр яҡшынан түгел. Баяғы, кәртешкәгә күсһәләр, өсәүләшептереп нисек тамаҡ туйҙырырҙар?

Гөлнара тәүҙә ҡыҫылмай ғына торғайны, ләкин әйткеләшеү тәрәнгә китте. Хужаны ла, әсәһен дә туҡтатырлыҡ түгел ине. Илхан икеһенең уртаһына баҫты ла, урамдағы йорттарға күрһәтеп:

– Ана, өс ҡатлыһында завод директоры йәшәй, бынауһында – бизнесмен балалары, ә бына күршелә – хакимиәт башлығының урынбаҫары. Улар, минең хөрмәтле ҡәйнәм, минең һымаҡ хәлле кешегә күтәренеп ит-һөт ташығаныңды, тоҡлап тары ярмаһы килтергәнеңде күрһә, нимә уйлар икән? Ә инде баҡсала кишер, һуған, һарымһаҡ үҫтереү мин ошонда ваҡытта бер ҡасан да булаһы юҡ! Ул минең һәм Гөлнараның эше түгел. Ана, ашнаҡсы йөрөй, нимә кәрәк икәнлеген ул белә, заказды ла ул бирә. Бөгөн иртән хәбәр итһәң, кискә килтереп тултырасаҡтар. Шулай булғас, беҙҙең биләмәлә сәскәләр генә үҫәсәк.

Шым ғына тыңлап торған ҡәйнәһе күҙ алдында тоҡанды ла китте.

– Һин, кейәү, ғүмер-баҡый шулай анһат ҡына кеше иҫәбенә йәшәрмен, тиһеңме? Бик иркә, әсәй ҡосағында ғына үҫкән иргә оҡшағанһың. Шулай шул, халыҡ иҫәбенә байып алдығыҙ ҙа, хәҙер донъяның артына тибеп йәшәргә итәһегеҙ! Белеп тор, аҙаҡ мин әйтте тиерһең, ғүмер буйы май эсендә ятҡан бөйөр һымаҡ йәшәй алмаясаҡһығыҙ! Заманаһы килер, барығыҙ ҙа бөләсәк, ә ашарға көн һайын өс тапҡыр кәрәк. Шулай булғас, мине тыңлағыҙ һәм шым ғына ҡушҡанды эшләгеҙ!

Кейәү, мыҫҡыллы көлөмһөрәп, тыңлап торҙо ла Гөлнараға боролдо:

– Ә һин нимә әйтерһең, ҡәҙерлем?

– Ҡуй, Илхан, юҡтан ғына ғауға сығармайыҡ. Әсәйем ғүмер буйы беҙҙең өсөн эшләп, үҙенсә йәшәп өйрәнгән, мин уны хәҙер кире тәрбиәләй алмайым. Уныһы минең эш түгел. Һин дә өндәшмә. Нисек бар, шулай ҡалһын.

Был һүҙҙәр Илханға бик ныҡ тәьҫир итте. Бәй, былар бит уны бөгөргә самалай. Ищеү алмаш-тилмәш улын күтәреп йөрөп, уны ла уға ҡаршы өйрәтмәйҙәр микән? Ҡара әле, овчаркаһын да, былтыр немец овчаркаһы алған булғайны, былар ҡулдан ашатып үҙҙәренә эйәләштереп бөткән. Ана бит, шылағайын ағыҙып, әсәле-ҡыҙлы был икәүгә ялағайланып, ҡойроғон болғап тора. Юҡ, былай булмай. Ул – йорттоң хужаһы, уның нисек аҡса һуғыуында кемдең ниндәй эше бар, тип уйланы Илхан һәм ҡырт боролдо ла өйөнә инеп китте.

Тәүге көтөлмәгән алыш әлегә бер яҡтың да еңә алмауы менән тамамланды.

Дөрөҫ, ике яҡ та, хатта өс яҡ та тип әйтһәк тә була, кемделер еңеү, тантана итеү маҡсатын ҡуймағайны. Хатта был бәхәсте ҙурға ебәрмәй оноторға ла мөмкин булыр ине.

Мөмкинлектән файҙаланып, Гөлнара үҙенең быға тиклем юҡҡа сыҡҡан хоҡуҡтарын, бәләкәй генә мауығыуҙарын кире ҡайтарыуҙы талап итә башланы. Мәҫәлән, Илхан, никахты теркәп, ғаилә ҡорғандың икенсе көнөнә үк Гөлнараға икенсе номерлы өр-яңы телефон бүләк итте һәм уйынлы-ысынлы элекке бәйләнештәре хаҡында оноторға тәҡдим итте.

– Кемдәр хаҡында һүҙ бара? – тип аптыраны Гөлнара.

– Бөтәһе лә – дуҫтарың, әхирәттәрең, ағай-энеләрең. Әгәр, ирем нимә эшләне, тип һораһаң, яуап бирәм: бизнес-партнерҙарымдан һәм эшлекле бәйләнештәрҙән тыш, мин барыһы менән дә мөнәсәбәттәрҙе өҙҙөм.

Был көтөлмәгән талап Гөлнараны шаңҡытты, ләкин бармаҡтағы никах балдағы, ҡулдағы алтын беләҙектәр тәүге осор уның күҙен томаланы. Уның түҙемлеге бер йылға етте. Икенсе йылына ла аҙмы-күпме түҙҙе. Ә бына иренең әсәһе менән булған бәрелеше уны уйланырға мәжбүр итте. Бәй, ул үҙен әсәһе һымаҡ та яҡлай алмаймы икән ни? Әллә тормош тигәнең шулай ҡоролғанмы, ғүмер буйы шулай буласаҡмы? Был бит ситлек! Ябай түгел, алтын ситлек! Телефон номерҙары менән бергә уны ғүмерлек мауығыуынан – һүрәт төшөрөүҙән дә мәхрүм иттеләр. Был хаҡта иренә өндәшеп ҡарағайны, уныһы:

– Һинең һүрәттәрең нисә һум тора? – тигән мыҫҡыллы һорау бирҙе.

– Минең һүрәттәремдең хаҡы юҡ, сөнки улар миңә бик ҡиммәт, – тип яуап бирҙе Гөлнара.

Илхан былай тип яуап бирҙе:

– Һин хәҙер ир ҡатыны. Мауығыуҙарыңды, шөғөлдәреңде онот. Һин хәҙер байбисә. Минең вариҫымдың әсәһе. Үҙең өсөн башҡа мауығыуҙар тап һәм үҙеңде бөйөк эштәргә әҙерлә.

Көрәштең был өлөшө Гөлнараның тулыһынса еңелеүе менән тамамланды, ләкин ҡатын бөгөлмәне, сәмләнде һәм үҙен яңы алыштарға әҙерләй башланы. Арлы-бирле күҙәтеү һәм еңелсә ҡыҙыҡһыныуы Гөлнараны иренең бизнесына һәм тормошона ҙур итеп асылған күҙҙәр менән ҡарарға мәжбүр итте. Иң ҡыҙыҡлы асыш шул: ул үҙенең икенсе ҡатын икәнлеген белә ине һәм һуңғыһы булмаясағына ла төшөндө, сөнки тормош ир менән ҡатындың бер түшәк бүлешеүе менән генә сикләнмәй. Ныҡ байҙар үҙҙәренең ғаилә мөнәсәбәттәрен еңелерәк һәм иркенерәк ҡора ала. Әлбиттә, һәр байрам һайын ойошторолған алтын-гәүһәрҙәр, ҡиммәтле тундар башты әйләндерә һәм уяулыҡты юғалттыра. Гөлнараны бер генә уй борсой: тимер ситлектә ғүмер буйы йәшәп буламы? Унда мәңге йәшәү үҙеңде онотоуға ғына түгел, ғөмүмән, юғалтыуға килтереүе ихтимал. Әсәһе лә, ҡыҙын йәлләп, теге ваҡыт бик тетрәнеп ҡайтҡайны. Ауыл аҡылы менән йәшәгән һымаҡ күренһә лә, Зөлхәбирә инәй: “Һин бында, ҡыҙым, йәшәй алмаясаҡһың”, – тип күрәҙәләне. Ә бер аҙҙан Илхан менән Гөлнара араһында бәйләнештәр һәм мөнәсәбәттәр бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: