+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Ғинуар 2021, 22:41

АЛТЫН СИТЛЕКТӘ Хикәйә Өсөнсө бүлек

Хәҙер ир менән ҡатынды бәйләүсе улдары ғына тороп ҡалды. Былай асыҡтан-асыҡ Юлайҙан мәхрүм итеү хаҡында бер һүҙ ҙә булманы, шуға күрә был мәсьәлә әлегә көнүҙәк түгел һымаҡ. Алда буласаҡ ҙур үҙгәрештәргә ишаралап, махсус төҙөлгән һорауҙар теҙмәһе менән килгән адвокат ҡына нимәлер иҫкәрткәндәй булды. – Беҙгә һеҙҙең йәшәлгән йылдарға күпмелер күләмдә йомғаҡ яһарға һәм киләсәккә пландар билдәләргә кәрәк, – тип башланы һүҙен Илхандың мәнфәғәттәрен яҡлаусы. – Мөлкәт мәсьәләһе бик сетерекле. Һуңынан оҙайлы суд ултырыштары булмаһын өсөн алдан уҡ һеҙҙең нимәгә дәғүә итеүегеҙ һәм һеҙҙең талаптарҙың нигеҙле-нигеҙһеҙлеген асыҡлап ҡуяйыҡ. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тулыһынса аңлаған Гөлнара һаран ғына йылмайып ҡуйҙы: – Мин үҙемдең хоҡуҡтарымды ла, мөмкинлектәремде лә беләм, – тине ул. – Мин бында ике сумаҙан менән килдем. Шулар менән сығып китһәм дә, бер үкенес тә булмаясаҡ. Һәр хәлдә суд залдарында осрашыу, ваҡ-төйәк өсөн көрәшеү минең шөғөл түгел.


АЛТЫН СИТЛЕКТӘ


Хикәйә

Өсөнсө бүлек



Хәҙер ир менән ҡатынды бәйләүсе улдары ғына тороп ҡалды. Былай асыҡтан-асыҡ Юлайҙан мәхрүм итеү хаҡында бер һүҙ ҙә булманы, шуға күрә был мәсьәлә әлегә көнүҙәк түгел һымаҡ.

Алда буласаҡ ҙур үҙгәрештәргә ишаралап, махсус төҙөлгән һорауҙар теҙмәһе менән килгән адвокат ҡына нимәлер иҫкәрткәндәй булды.

– Беҙгә һеҙҙең йәшәлгән йылдарға күпмелер күләмдә йомғаҡ яһарға һәм киләсәккә пландар билдәләргә кәрәк, – тип башланы һүҙен Илхандың мәнфәғәттәрен яҡлаусы. – Мөлкәт мәсьәләһе бик сетерекле. Һуңынан оҙайлы суд ултырыштары булмаһын өсөн алдан уҡ һеҙҙең нимәгә дәғүә итеүегеҙ һәм һеҙҙең талаптарҙың нигеҙле-нигеҙһеҙлеген асыҡлап ҡуяйыҡ.

Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тулыһынса аңлаған Гөлнара һаран ғына йылмайып ҡуйҙы:

– Мин үҙемдең хоҡуҡтарымды ла, мөмкинлектәремде лә беләм, – тине ул. – Мин бында ике сумаҙан менән килдем. Шулар менән сығып китһәм дә, бер үкенес тә булмаясаҡ. Һәр хәлдә суд залдарында осрашыу, ваҡ-төйәк өсөн көрәшеү минең шөғөл түгел.

– Дөрөҫ аңлаһам, һеҙ артыҡ дәғүәләр ҡуйырға уйламайһығыҙ, – тине адвокат. – Был миңә оҡшай һәм клиентты ла ҡәнәғәтләндерәсәк.

Адвокат буш ҡул менән килмәгән. Ул нимәләр алынғаны, нимәләр бүләк ителгәне ентекләп теҙеп яҙылған биш бит ҡағыҙҙы алдына һалды һәм һанай башланы. Шәшке тундар, һауыт-һаба, алтын-көмөштәр, 8 мартҡа бүләк ителгән сит ил косметикаһы.

Ҡара әле, уйланылмаған да, булыр-булмаҫ өс йыл эсендә байтаҡ мөлкәткә һәм байлыҡҡа эйә булып йөрөгән икән дәһә.

– Ваҡланмағыҙ, – тине ул адвокатҡа текләп ҡарап. – Һеҙҙең исемлек буйынса миндә бер бутик эсенә һыйырлыҡ кейем-һалым һәм ҡиммәтле бүләктәр тупланған. Уларҙың барыһы ла ошо йорттан ситкә сыҡманы. Матди яҡтан мин уларҙың береһенә лә яуап бирә алмайым. Һеҙҙең дә талап итергә хоҡуғығыҙ юҡ, сөнки мин бер бүләкте лә, ҡултамға ҡуйып, үҙемдең яуаплылыҡҡа ҡабул итеп алманым.

Адвокаттың йөҙө тағы ла асыла төштө.

– Был осраҡта мин булған әйберҙәрҙе билдәләп кенә сығам да яҡланыусыма исемлекте генә күрһәтәм.

Шулай килештеләр.

Гөлнара уйлағанса, Илхан, берәй ваҡ-төйәк юҡҡа сыҡҡан йә етешмәгән булһа, уны, йәки элекке ҡатынын, уғрылыҡта ғәйепләп ҡуйыуы ла ихтимал.

Һуңғы көндәрҙә тәүге тапҡыр Илхан менән Гөлнара осрашты. Тыныс, ипле һәм әҙәпле мөнәсәбәт асыҡлау булды.

– Мин һине барыбер аңламаным, – тине Илхан. – Тәүҙә мин тәҡдим иткән тормош ҡағиҙәләрен ҡабул иткән һымаҡ булдың, аҙаҡ аҡрынлап ҡаршылыҡ күрһәтә, инҡар итә башланың. Һиңә бындағы тормош оҡшаманымы?

– Оҡшар ине, әгәр уны тормош тип атап булһа. Сөнки һин мине күпме генә алтын ситлек эсендә тоторға, дуҫтарың, партнерҙарың алдында рәссам ҡатының менән маҡтанырға һәм ғорурланырға тырышһаң да, минең күңелем иректә ҡалды. Ә һин иғтибарлы. Һәр һүрәттә урын тапҡан юғарыла осоп йөрөгән ҡошҡа иғтибар итә торғайның.

– Ул ҡош һин үҙең инеме?

– Әлбиттә. Мин ошо ҡош аша үҙемдең асылымды һиңә еткерергә тырыштым, ләкин өлгәшә алманым.

– Һин үҙеңдең холҡоңдо күрһәткәнһең икән, – тине Илхан. – Мин һиңә алған, бүләк иткән әйберҙәрҙән баш тартҡанһың. Үҙеңсә миңә ҡаршылыҡ күрһәтергә, йөрәгемә яра һалырға ынтылғанһыңдыр. Быға өлгәштең микән – белмәйем, ләкин ул әйберҙәрҙе ҡалдырһаң да, алып китһәң дә, минең өсөн барыбер. Һинең Юлайҙың әйберҙәренән дә баш тартырға ынтылыуың аңлашылманы.

– Һинең миңә бүләк иткән, исемлеккә эләкмәгән әйберҙәрең барыбер миңә бәхет килтермәйәсәк, сөнки мин үҙем менән, иң мөһиме, улымды алып китәм.

Илхан икеләнә, нимәлер бик көсөргәнешле уйлай. Гөлнара күңеле менән һиҙә: ирҙең тәҡдиме бар һәм ул Гөлнараның был тәҡдимде ҡабул итерендә шикләнмәй. Эйе, хатта саҡ ҡына ла шикләнмәй. Ләкин хаталана, сөнки Гөлнара уның бер тәҡдименә лә риза булмаясаҡ. Һүҙ улдары Юлай хаҡында барыуы бик ихтимал.

Бик оҙаҡ уйлағандан һуң Илхан былай тине:

– Минең һиңә ике тәҡдимем бар. Ошо әйтеләсәк ике тәҡдимдең береһен булһа ла ҡабул итһәң, мин бик ҡәнәғәт ҡаласаҡмын. Бәлки, беҙгә аңлашырға кәрәктер.

– Бындай осраҡта сауҙалашыу урынһыҙ, – тине Гөлнара. – Мин һинең тәҡдимдәреңде тыңларға әҙермен.

– Һуңғы ваҡыт бай кешеләрҙең никахы тарҡалыу йыш күренеш. Күптәр бик ауыр, низағлы айырылыша. Мин был хәлдең икебеҙ араһында ҡабатланыуын теләмәйем.

– Мин дә шулай уйлайым, – тине Гөлнара. – Һинең тәҡдимеңде тыңлайым.

– Беренсеһе былайыраҡ. Һин бөтә булған әйберҙәреңде һәм өҫтәп бирелгәнде лә үҙең менән алаһың, ләкин Юлайҙы миңә ҡалдыраһың.

– Бының булыуы мөмкин түгел, – тине Гөлнара уйлап та тормайынса. – Улым минең менән ҡаласаҡ, һин уның менән теләгән ваҡытта осраша, тәрбиәләүҙә ҡатнаша алаһың .

– Шулай тип яуап бирерһең, тип уйлағайным да, – тине Илхан. Кәйефе шунда уҡ төштө, әммә һыр бирмәҫкә тырышты. – Икенсеһен тыңлап ҡара. Мин бик оҙаҡ уйланым һәм беренсе тапҡыр тип әйтерлек һинең көсөңдө танырға һәм сигенергә мәжбүрмен, шуға күрә мин һиңә, Гөлнара, бөтәһен дә яңынан башларға тәҡдим итәм. Бер ниндәй ҙә айырылышыу юҡ, беҙ әлегә тиклем булған шарттарҙа бергә йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Гөлнара уйға ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, ул бындай тәҡдимде көтмәгәйне.

– Әгәр теләһәң, мин һиңә уйларға ваҡыт бирә алам.

Гөлнараның күҙ алдынан Илхан менән тәүге осрашыуҙан алып ошо көнгә тиклем булған ваҡиғалар кинохроника кадрҙары һымаҡ үтеп китте.

Яңынан башларға һәм дуҫтарыңдан, әхирәттәреңдән, яҡындарыңдан баш тартырға, алтын ситлек эсендә туҡ һәм бер хәсрәтһеҙ тормошто дауам итергә. Һин үҙең яңы ғына был тормоштан ҡотолорға ынтылманыңмы?

Ә Илхан киң фронтлы һөжүмен дауам итә.

– Бөтә шарттар ҙа бар. Үҙеңдең һүрәттәреңде төшөрөп, улыбыҙҙы тәрбиәләп, кисәге тормошобоҙҙо дауам итәйек.

– Миңә уйларға ваҡыт кәрәкмәй, – тине Гөлнара бик ҡаты. – Мин һинең тәҡдимеңде ҡабул итмәйем. Һәр хәлдә беҙ үҙ аллы йәшәп ҡарарға тейеш. Шулай булғас, үпкәләмә, Илхан. Мин яңынан башлап ҡарайым: үҙем генә һәм улым менән.

Ҡатын ныҡ итеп, бәхәсләшергә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп әйтте. Алтын ситлек асылды. Ҡош һауаға осоп китте. Ә унда донъя иркен һәм бик матур.


Аҙағы.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе

Читайте нас: