-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Ғинуар 2021, 11:55

ХАТ-4 Хикәйә

Зөбәйҙә ҡарсыҡ урынынан тороп, сәйен шажлатып ебәреүгә, ишек алдында күптәнге әхирәте – Кәримә әбей пәйҙә булды. Күрештеләр, һаулыҡ һораштылар, доғаларын ҡылдылар, сәйгә ултырҙылар.Кәримә әбей заманында “Герой-әсә” миҙалын алған ҡатын, береһенән-береһе егәрле һәм уңған малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫтерҙе. Ни хәл итәһең, хәҙер ул да яңғыҙ. Бабайы күптән вафат, улдары һәм ҡыҙҙары Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә эш менән мәшғүл.

-1- -2- -3- -4-
ХАТ-4
Хикәйә
Зөбәйҙә ҡарсыҡ урынынан тороп, сәйен шажлатып ебәреүгә, ишек алдында күптәнге әхирәте – Кәримә әбей пәйҙә булды. Күрештеләр, һаулыҡ һораштылар, доғаларын ҡылдылар, сәйгә ултырҙылар.
Кәримә әбей заманында “Герой-әсә” миҙалын алған ҡатын, береһенән-береһе егәрле һәм уңған малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫтерҙе. Ни хәл итәһең, хәҙер ул да яңғыҙ. Бабайы күптән вафат, улдары һәм ҡыҙҙары Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә эш менән мәшғүл.
– Зөбәйҙә әхирәт, һин мине, бының аҡылы шыйыҡлана башлаған икән, тип уйлап ҡуйма инде. Һине Әнүр ҡоҙаңа әбейлеккә йыйына, тип һөйләйҙәр. Һин китеп барһаң, мин бит яңғыҙым ҡалам, – тине Кәримә ҡарсыҡ.
– Әллә һинең дә барғың киләме?
– Барғың киләме, тип... Мин инде, нисәмә бала үҫтереп, бер бабай туҙҙырып, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, шыпа яңғыҙ тороп ҡалғым да килмәй бит әле. Һин бәлки Әнүр ҡоҙаң менән һөйләшеп ҡарарһың, үҙенең эргәһендә миңә лә бәләкәй генә урын таба алмаҫмы икән? Мин һеҙгә ҡамасауламам, шым ғына, үҙемдең намаҙымды уҡып, доғаларымды ҡылып йөрөһәм, миңә шул еткән.
– Икенсе, өсөнсө әбейлеккә барыу һиңә килешәме? – тип һораны Зөбәйҙә ҡарсыҡ.
– Килешәме, килешмәйме, ана, радионан да, телевизорҙан да һөйләйҙәр, ирҙәр етмәй, улар күп ҡатынлылыҡты индерәйек, тиҙәр. Күп ҡатынлылыҡ эргәһенә күп әбейлелек тә таман ғына була инде ул.
Силсәүиткә ҡарсыҡтар икәүләп йыйындылар. Улар барып инеүгә, хакимиәттә халыҡ байттаҡ йыйылғайны. Мәрзиә килгән береһен әйҙүкләп, тәғәйен урынына ултыртып тора, ул арала булмай, быға тиклем ҙур булып күренгән хакимиәт бинаһы, ҡатын-ҡыҙҙар, әбей-һәбей менән тулғас, шыпа бәләкәйләнде лә ҡуйҙы.
– Көн тәртибендә – бер нисә мәсьәлә, – тине Мәрзиә, тауышын мөмкин тиклем ҡалыныраҡ сығарырға тырышып, – беренсеһе – Зөбәйҙә инәйгә Әнүр ҡоҙаһынан килгән яуап. Икенсеһе – Әнүр ҡоҙа вәғәҙә иткән 56-сы размерлы тунды 60-сы размерға үҙгәртеү мөмкинлеге. Беҙҙә хәҙер һүҙ азатлығы, нимә теләһәгеҙ, шуны һөйләй алаһығыҙ, талаптарығыҙҙы беҙ тыңларға әҙер. Тик яла яғыу, ялған хәбәр һөйләү булырға тейеш түгел! Иң тәүге һүҙ почтабыҙ мөдире Фәниәгә бирелә.
– Хөрмәтле ауылдаштар! Ҡатындар, әбейҙәр, инәйҙәр! Күмәкләшеп, йыйылышып килгәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Ошо айҙа Зөбәйҙә инәйгә Әнүр ҡоҙаһының хаты килеүе быға тиклем шым ғына йәшәп ятҡан ауылыбыҙҙың һил тормошон йәнләндереп ебәргәндәй булды. Бында мин, хөрмәтле ауылдаштар, үҙемдең һәлкәүлегемде таныйым. Эйе, гәзит-журнал, хат аҙ килеү сәбәпле, почтаны һирәк таратыуыбыҙ буйынса ғәйебемде таныйым. Минең ғәйебем ҙур. Элекке һымаҡ, гәзит-журналдар һәм дә хаттар өҫтәлгә һыймайынса, өйөлөп ятмай. Шуға ҡарамаҫтан, мин әүәл-әүәлдән, үҙем уҡымайынса, бер гәзитте лә, бер журналды ла, бер хатты ла халыҡҡа таратманым. Һәм шуның менән ғорурланам. Мин ауылдаштарға бер генә насар хәбәҙең дә барып етеүенә юл ҡуйманым. Шулай ҡырҡ йыллап ғүмерем үтеп тә китте. Ләкин быйыл һәлкәүлеккә, яуапһыҙлыҡҡа юл ҡуйҙым: Зөбәйҙә ҡарсыҡҡа һуңғы йылдарҙа берҙән-бер хаттың килеүе, минең эштә булмауым, шуға ярашлы, әлеге хатты күрмәй ҡалыуым. Һирәк-мирәк гәзит-журналды һәм хаттарҙы онотҡанда бер таратҡан Зифаға етә ҡалған, хатты ҡарсыҡҡа илтеп тотторған, ул ғына етмәгән, уҡыуҙа ҡатнашҡан һәм унда яҙылған хәбәрҙәрҙе телдән генә таратып йөрөгән. Һеҙ уны бөгөн бында күрмәйәсәкһегеҙ, Зифа, ошо яуапһыҙлығы өсөн, эшенән ҡыуылды.
– Һорау мөмкинме? – тине һатыусы Сәриә. – Фәниә еңгә, һин Зифаны эштән ҡыуғас, беҙ һирәк-мирәк алдырған гәзит һәм журналдарҙы һәм килер-килмәҫ хаттарҙы кем таратмаясаҡ?
– Үҙем! – тине күҙен дә йоммай, Фәниә. – Үҙем таратмаясаҡмын! Әгәр кәрәкһә, килеп алырһығыҙ!
Мәрзиә бик етди тыңланы. Хатта урыны һәм ваҡыты менән, ҡаштарын төйөп, тыңлап ултырыусыларға уҫал итеп ҡарап ҡуйҙы:
– Зөбәйҙә инәй үҙе был хаҡта нимә уйлай? – тигән һорау ҡуйҙы Мәрзиә.
– Мин ни был хаҡта көнө-төнө уйлайым, – тип башланы һүҙен Зөбәйҙә ҡарсыҡ, – һеҙ мине, уйламай, тип уйламағыҙ. Кис ятһам, Әнүр ҡоҙамдың килгәнен көтөп тормай, Сибайға китер юлдарҙы эҙләйем. Иртән торһам, өйөмдө, бесәйемде, ҡош-ҡортомдо уйлайым. Һеҙгә һорауым шул: был хат миңә кәрәк инеме? Кәрәкмәй. Шулай булғас, мин үҙемде ғәйепле тип иҫәпләмәйем. Беләһегеҙме, кемдәр ғәйепле? Зифа менән Фәниә! Зифа, минең насар күреүемдән файҙаланып, хатты уҡып күрһәтте һәм унда яҙылған фекерҙәрҙе һәм тәҡдимдәрҙе таратып ебәрҙе. Ә Фәниәнең ғәйебен үҙе таныуынса, ул хатты, әйләнештән алып, юҡ итмәүен әйт әле! Уйлап ҡарағыҙ! Дүрт тиҫтәй йыл буйы, ауылыбыҙҙы насар хәбәрҙәрҙән һаҡлап килгән! Хәҙер килеп, нисәмә йөҙ йыл йәшәгән ауылдың, бер хат арҡаһында, юҡҡа сығыуы ихтимал. Ул ғына түгел, хаттағы ҡайһы бер фекерҙәр башҡаларҙы ла уға ышанырға һәм миңә эйәрергә мәжбүр итә. Ышанаһығыҙмы юҡмы, бөгөн иртән торһам, Кәримә әхирәтем тора һәм нимә ти: “Мине ҡалдырма, Әнүр ҡоҙаң янына алып кит”, – ти. Әйтерһең, ун бала тәрбиәләмәгән дә, хәләл бабайын гүргә оҙатмаған. Әгәр элеккесә йәшәйбеҙ тиһәк, хөрмәтле ауылдаштар, һеҙ Әнүр ҡоҙамдың хатын онотоғоҙ һәм уны юҡ тип иҫәпләгеҙ. Быға тиклем 200-әп мөрйәнән төтөн сыҡҡан Ташһуяр өсөн бер бабайҙың бәхетле ҡартлығын тәьмин итеү түгел, ҙурыраҡ, мөһимерәк мәсьәләләр борсорға тейеш. Беҙҙең дәүерҙә ауылда йыл һайын йөҙәрләп сабый тыуа торғайны. Йүргәклек кейем-һалым, сәңгелдәк етмәй торғайны. Хатта ашарға наҡыҫ булды. Ләкин беҙ ҡыуана-ҡыуана балалар үҫтерҙек. Ә хәҙер нисек? Былтыр Ташһуярҙа нибары бер бәпес донъяға килгән. Ә быйыл берәү ҙә көтөлмәй. Сөнки ауылда ауырлы килендәр юҡ.
– Етте, етте, етте! Һин теманан ситкә киттең, – тип туҡтатты уны Мәрзиә, – һин тағы, Зөбәйҙә инәй, балалар табырға ҡушып, план-задание еткереп ҡуйма! Кемуҙарҙан бәпесләргә тоттонорҙар! Ана, балалар булмағас, балалар баҡсаһын, Аллаға шөкөр, яптыҡ, мәктәпте лә оптималләштерҙек. Кемгә белем кәрәк, ана – автобус. Теләһәң, күрше ауылға, теләмәһәң, район үҙәгенә уҡырға бараһың. Тағы, һин ҡушҡанға эйәреп, балалар табып, яңынан балалар баҡсаһын, мәктәпте асырға ғына ҡалғайны! Кем бәпесләргә, бала табырға теләй, ҡалаға барһын! Ҡалала бөтә шарттар ҙа етерлек! Бында демография проблемаларынан башҡа ла мәшәҡәттәр етерлек! Мәҫәлән, мине бөгөн тыумаған сабыйҙар түгел, 56-сы үлсәмле шәшке тунды 60-сы размерға үҙгәртеү мәсьәләһе нығыраҡ борсой. Юғиһә, ваҡ-төйәк низағтар менән, бер-беребеҙ хаҡында яман һүҙҙәр һөйләп, бер-беребеҙгә аяҡ салып, үҙе килеп инергә торған тундан да ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ бар. Хәҙер ауылдаштарҙан ошо мәсьәлә буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеүен һорайбыҙ.
Иң тәүҙә Зифа һикереп торҙо:
– Мине дөрөҫ юлға баҫтырыуығыҙ өсөн рәхмәт! Ғәйебемде таныйым, миңә, хатты уҡып та тормайынса, йыртып ташларға булған! Үҙ ҡулдарым менән килтереп тотторғаным һәм уҡып ишеттергәнем өсөн Зөбәйҙә инәйҙән ғәфү үтенәм! Әгәр хатты уҡып, уның башын әйләндермәһәм, әлеге һөйләшеү ҙә булмаҫ ине! Ә инде тундың яҙмышына килгәндә, ауылдаштар, икеләнеп тормайыҡ, беҙме һуң инде, ғүмер буйы фуфайка кейеп йөрөгәндәр, шәшке тундар кейеп йөрөүгә лайыҡтар? Ауыл яҙмышын хәл иткән бер генә ҡатын бар, ул да булһа – Мәрзиә. Ҡайҙан килгән? Ташһуярҙан, нимә кейгән? Шәшке тун кейгән! Ауылыбыҙҙың иң лайыҡлы кешеһе – ул. Беҙҙең был талапты Әнүр ҡоҙаға ла еткерергә кәрәк! Тыңлаһын, уйланһын, 60-сы үлсәмле тунды тапһын! Ана, телевизорҙан көн һайын күрһәтәләр, ниндәйе генә юҡ! Аҡсаһы бар, һатып алһын да, килһен.
Ҡағиҙә буйынса, хәҙер ҡаралған мәсьәләләр тауышҡа ҡуйылырға тейеш ине. Ләкин һикһән йыл йәшәп, үҙ ғүмерендә йыйылышҡа йөрөмәгән, шулай булғас, сығыш та яһамаған кәримә Ҡарсыҡ эште уйҙы ла ҡуйҙы:
– Ауылыбыҙҙа йәшәргә була, ашарға, кейенергә бар. – тип өмөтлө генә башлағайны ул сығышын. – Беҙ Зөбәйҙә әхирәтем менән үҙебеҙҙең ризаһыҙлығыбыҙҙы белдерәбеҙ! Сөнки хат уға килгән, ә Әнүр ҡоҙа уға шәхси үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Шулай булғас, бер кемдең дә уның шәхси тормошона ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ! Ә тунға килгәнгә, ни өсөн уны бер Мәрзиә генә кейергә тейеш? Мин, мәҫәлән, ҡаршы түгел, кейһен, район үҙәгенә барғанда һәм бында түрәләр килгәндә. Улар Мәрзиәбеҙҙең шәшке тунын күреп, беҙҙәгеләр бөтәһе лә шулай бай йәшәй икән, тип уйлаясаҡ һәм хаталанмаясаҡ. Ә ҡалған көндәрҙә мин, махсус исемлек төҙөп, Әнүр ҡоҙаның шәшке тунын алмашлап кейергә тәҡдим итәм. Исемлек төҙөргә һәм уны дөйөм йыйылышта раҫларға!
Был тәҡдим Зифаға оҡшаманы:
– Был фекерҙе мин кире ҡағам! – тине ул. – Сөнки мин, мәҫәлән, 50-се размерлы ғына үлсәмле булғас, 60-сы размерҙы нисек кейеп йөрөйөм? Шулай булғас, Әнүр бабайҙан бәлки, быныһы – минең тәҡдим, 50-ме, 52-семе үлсәмле тағы ла бер тун талап итергә кәрәктер?
Күпселек шунда уҡ ҡул һелтәне, ризаһыҙлыҡ белдерҙе: “Әле бер тун килгәне юҡ, нисек инде, ике тун талап итәһең? Кеше көлдөрмәйек, сама беләйек”, һ.б., һ.б.
Йыйылыш Әнүр ҡарттың бында килеп етеүен тиҙләтеү һәм ошо хаҡта артабан да кәңәшләшеү өсөн сираттағы йыйылышты тәғәйенләү тураһындағы ҡарар менән тамамланды. Мәрзиә аҙаҡтан иң ышаныслылар өсөн сәй табыны ойоштороуҙан да баш тартманы.
Аҙағы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: